«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Алтынсы бүлек. Башҡорт - урта быуаттарҙағы Башҡортостандың баш ҡалаһы.

Өфө ҡалаһы территорияһындағы ҡәлғә-ҡаласыҡтар.

Был бүлектә һүҙ, башлыса, Өфө ҡалаһы үҙәгендә урынлашҡан Өфө-II ҡаласығы хаҡында барасаҡ, әммә беҙ уны билдәле бер ихтималлыҡ кимәлендә Башҡорт ҡалаһы тип атайбыҙ. Ағиҙел йылғаһы буйындағы ошо исемле ҡала йыш ҡына урта быуаттарға ҡараған сығанаҡтарҙа иҫкә алына. Алдағы бүлектең йөкмәткеһе V-VIII быуаттар арауығында Көньяҡ Урал халҡы тормошоноң ижтимағи-иҡтисади һәм этномәҙәни өлкәләрендәге етди прогресс хаҡында һығымта эшләргә мөмкинлек бирә. Төбәккә күп һанлы дала күскенселәренең килеүе һәм ерләшеүе, уларҙың урындағы ҡәбиләләр менән ҡушылыуы арҡаһында халыҡ составының сифатлы яңырыуын ошо прогрестың хәл иткес факторҙарының береһе итеп ҡарап була. Археологик материалда асыҡ сағылыш тапҡан ошондай процестарҙың бығаса һаҡланып килгән ырыу-ҡәбиләләргә хас локаль-территориаль ябыҡлыҡтан сығыуға, Көньяҡ Урал ҡәүемдәрен әүҙем рәүештә халыҡ-ара сауҙа-иҡтисади һәм сәйәси бәйләнештәргә индереүгә һәм уларҙың иҡтисади һәм рухи-мәҙәни үҫешенә булышлыҡ итеүе хаҡында фекер йөрөтөргә мөмкин.
Төбәктә барған үҙгәрештәрҙең сағыу күрһәткесе - тимер, баҡыр һәм бронза металлургияһының сағыштырмаса юғары кимәлдә булыуы, был стандарт формалы һәм үлсәмле хеҙмәт һәм һуғыш ҡоралдарының, биҙәүестәрҙең бик киң таралыуынан беленә. Халыҡ тормошоноң барса өлкәләрендәге етди үҙгәрештәрҙең тағы бер күрһәткесе - ошо осорҙа Көньяҡ Уралдың әүәл кеше йәшәмәгән урманлы дала һәм дала зоналарында йөҙҙән ашыу ҡаласыҡтарҙың һәм тораҡтарҙың барлыҡҡа килеүе. Ҡомартҡыларҙың был төркөмө әлегә аҙ өйрәнелгән, әммә ҙур булмаған 5-10 ҡаласыҡтың монументаль оборона ҡоролмалары булған ҙур ҡаласыҡ тирәләй төркөм-төркөм булып урынлашыуы күҙгә ташланып тора. Был күләме яғынан ҙур булған ҡаласыҡтарҙың сәйәси, сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни тормош үҙәктәре булыуы, ә уларҙың ҡайһы берҙәренең ул саҡта уҡ ҡала статусына тиклем үҫешеп, иң һуңғы урта быуаттарҙың яҙма сығанаҡтарында теркәлеп ҡуйылыуы бер ниндәй ҙә шик тыуҙырмай. Улар иҫәбенә Өфө ҡалаһының Киров районындағы Өфө-II ҡаласығын индереү фарыз. IV-V быуаттарҙа ул хәҙерге "Дуҫлыҡ монументы" торған йылға морононда йәнәш урынлашҡан икенсе ҡаласыҡ менән берҙәм тарихи-археологик комплексты - ҙур тораҡ пунктын хасил иткән. Киңлеге 100 метр, оҙонлоғо 200 метрҙан артығыраҡ булған тар ғына морондағы тораҡ та шул уҡ комплексҡа ингән (шартлы рәүештә Өфө-III тип йөрөтөлә), ул Ағиҙел йылғаһының уң яҡ яры һәм Өфө-II ҡаласығы сигендәге тәрән йырын араһында урынлашҡан. Морон Ырымбур күперенән 200 метрға өҫтәрәк Ағиҙел йылғаһына ҡойған инеш тамағында тамамлана. 60 йылдар уртаһына тиклем ошо моронда күп йортло урам була, әммә Ағиҙел аша һалына башлаған күпергә илтеүсе юлдар төҙөү өсөн әлеге морон урамы менән бергә тулыһынса юҡҡа сығарыла.
Фән өсөн Өфө-II ҡаласығы асҡан крайҙы өйрәнеүсе П. Ф. Ищериков ошо морон территорияһында Өфө-II ҡаласығындағына тулыһынса оҡшаш булған бай керамика коллекцияһын йыйып өлгөрә. Морондоң үҙенсәлеге бында үҙаллы археологик ҡомартҡы булыуы хаҡында фараз итергә мөмкинлек бирә. Был комплекстан 1-2 саҡрым алыҫлыҡта тағы ла ошо осорға ҡараған өс ҡаласыҡ урынлашҡан: береһе "Йәшел сауҡалыҡ" санаторийы биләмәһендә, икенсеһе - Өфө йылғаһындағы (уның тамағында) "Таш кисеү" янында, ә өсөнсөһө - Салауат Юлаев һәйкәле торған моронда. Ағиҙел, Өфө йылғалары, Дим йылғаһының иҫке үҙәне буйындағы ҡаласыҡтар тирәһендә тиҫтәләгән асыҡ тораҡтар була, уларҙа, башлыса, V-XIV быуаттарға ҡараған керамик материал табылған.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА. Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе. (Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).
"Киске Өфө" гәзите, №12, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.03.24 | Ҡаралған: 149

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru