«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЙҘАР ҘА ИЛАЙ - 3
+  - 


Джонни ят баланың ул төҙөгән өй янында баҫып тороуына йәне көйҙө, шуға асыуланып һораны:
- Һин бында ни эшләйһең?
Ҡыҙыҡай матур йөҙөн Джонниға бороп, яуап бирҙе:
- Һоҡланып торам.
- Нимәгә?
- Бынау матур һәм аҡыллы өйгә.
- Ниндәй-ниндәй? - тип һораны аңлап етмәгән Джонни.
- Матур һәм аҡыллы, - тип ҡабатланы ҡыҙ.
- Матур өйҙәр була, ә бына аҡыллы өйҙәр булғанын ишеткәнем юҡ. Кешеләр генә аҡыллы булыуы мөмкин, -тине Джонни бик мәғәнәле итеп.
- Эйе, әлбиттә, кешеләр аҡыллы булыуы мөмкин. Ә бына аҡыллы кеше төҙөгән өй ҙә аҡыллы була, - тип ныҡышты ҡыҙыҡай.
- Ә был өйҙә нимәһе аҡыллы?
- Эсендәге стенкаһы бик аҡыллы эшләнгән. Унда кәштәләре бик күп. Төрлө кәрәкле әйберҙәр, уйынсыҡтар теҙергә була.
Ҡыҙҙың шулай фекерләүе Джонниға оҡшаны, ул хатта ҡыуанып китте, ҡыҙыҡай үҙе лә бик мөләйем ине. "Сибәр генә, аҡыллы ла", - тип уйлап ҡуйҙы Джонни. Шуға ғорурлыҡ менән:
- Был өйҙө мин эшләнем, - тине.
Тиҙ генә һорай һалды:
- Ә һинең исемең кем?
- Мин - Салли, миңә ете йәш. Мин бындағы ялсылар өйөндә йәшәйем, сөнки атайым бында баҡсасы булып эшләй. Ул үҫемлектәр тураһында бик күп белә, мине лә өйрәтә. Мин дә хәҙер сәскәләрҙе үҫтерергә, ағастарҙы тәрбиәләргә беләм. Ә һинең исемең кем, ҡайҙа йәшәйең?
- Мин виллала йәшәйем. Исемем - Джонни.
- Тимәк, һин беҙҙең хужаның улы?
- Эйе.
- Әйҙә, Джонни, бергәләп өй уйыны уйнайыҡ.
- Нисек?
- Өлкән кешеләр һымаҡ ошо өйҙә йәшәйек. Һин хужаның улы булғас, бында ла хужа бул, ә мин һинең хеҙмәтсең булам, атайым һымаҡ.
- Улай булмай, - тине Джонни, - хеҙмәтселәр ялсылар йортонда йәшәргә тейеш, виллала хужа үҙенең ҡатыны, балалары менән йәшәргә тейеш.
- Улайһа, мин һинең ҡатының булам, - тине Салли ҡапыл ғына, үҙе һорай һалды: - Мин һинең ҡатының булып торһам буламы, Джонни?
Джонни өндәшмәне, өйгә инде, тирә-яғына ҡаранды һәм тышта уны күҙәтеп торған Саллиға иҫе китмәй генә әйтеп ҡуйҙы:
- Ярай, үт бында, ҡатыным булырһың. Өйҙөң эсен матурайтыу тураһында уйларға кәрәк.
Салли өйгә ингәс, Джонниҙың күҙҙәренә һоҡланып ҡарап, иркәләнеп кенә шыбырлап әйтте:
- Рәхмәт, Джонни. Мин һәйбәт ҡатын булырға тырышырмын.
Джонни баҡсалағы бәләкәй өйөнә йыш йөрөй алманы. Саф һауала булыу өсөн тәғәйен ваҡытта ул гел генә баҡсала уйнай алмай ине. Тәнһаҡсылар һәм гувернерҙар оҙатыуында ул йә ҡала паркында, йә Диснейлендта була, йә ипподромда һыбай йөрөй.
Әммә ул мөмкинлек табып, үҙ өйөнә килгәндә, уны һәр саҡ Салли ҡаршы ала ине. Килгән һайын Джонни өйҙәге үҙгәрештәргә иҫе китә. Иң тәүҙә Салли ҡайҙандыр алып килеп иҙәнгә түшәгән балаҫҡа иғтибар итте. Аҙаҡ тәҙрәләрҙә ҡорғандар барлыҡҡа килде, ишекте шаршау биҙәне. Һуңыраҡ бәләкәй генә түңәрәк өҫтәл килеп ултырҙы. Өҫтөндә фотография ҡуя торған буш рам ҡуйылғайны.
- Джонни, һин беҙҙең өйгә һирәк килә башланың. Мин һине көтәм, ә һин юҡ та юҡ. Берәй килгәнеңдә фотоңды алып кил, мин уны ошо рамға ҡуям. Шулай булғанда һине көтөү күңеллерәк буласаҡ.
Өй менән дә, Салли менән дә хушлашырға килгәнендә Джонни фотографияһын ҡалдырҙы. Ата-әсәһе менән улар икенсе виллаға күстеләр.
* * *

Джон Хайцман, мультимиллиардер, үҙ апартаментында түшәктә ятҡанда бәләкәй Саллины, уға бәйле иҫтәлектәрҙе хәтерләп йылмая ине. Ул яңы саҡ аңланы: ҡыҙ бит уны яратҡан. Үҙенең балаларса саялығы менән ихлас һөйгән. Бәлки, ул да яратҡандыр ҡыҙҙы, бәлки, оҡшатҡандыр ғына. Әммә Салли кеүек Джонниҙы башҡаса бер кем дә яратманы. Әле бала саҡ хәтирәләре күңелендә тик йылы хистәр уятты. Уға еңел һәм күңелле булып китте.
Икенсе виллаға күскәс, ун бер йылдан һуң ул Салли менән тағы бер тапҡыр осрашты. О, ул осрашыу! Онотола барған яңы хистәр тәнен тетрәндерҙе. Джон Хайцман хатта түшәгенән ҡалҡына биреп ҡуйҙы. Йөрәге тамырҙары буйлап ҡанды тиҙерәк ҡыуғандай тойолдо. О, ул осрашыу... Ул бит уны онотҡан... Исмаһам, бер тапҡыр булһа ла хәтеренә төшөрмәгән... Әле нәҡ шул уйҙар ғына уны тулҡынландыра башланы.
Бала сағы үткән виллаға ун бер йылдан һуң бер көнгә генә барып киткәйне ул. Оҙаҡ була алманы, ваҡыты тар ине. Төшкө аштан һуң баҡсаға сыҡты, үҙе лә һиҙмәҫтән, акациялар ышығындағы бәләкәй өйө яғына ашыҡты. Ағас ботаҡтарын айырып, бәләкәй аҡланға аяҡ баҫҡас, аптырауынан ҡатып ҡалды. Ун бер йыл элек пластмасса йәшниктәренән эшләнгән өйсөк һаман да үҙ урынында ине. Ә тирә-яғында... Күҙ яуын алырлыҡ сәскә түтәлдәре хасил булған, ишек алдына таҙа ҡом түшәлгән, эскәмйә ултыра. Өй стеналарын үрмәгөлдәр солғап алған. Был эскәмйә булмай торғайны шикелле, тип уйлап, Джонни ишектәге шаршауҙарҙы асып, өй эсенә үтте.
Бында әле генә кемдер булғаны һиҙелә ине. Өҫтәлдә, элеккеләй, уның бала саҡ фотоһы тора. Кәштәләргә Саллиҙың уйынсыҡтары матур итеп теҙелгән. Бер тәрилкәгә әле генә йыйып индерелгән емеш-еләк һалынған. Иҙәндә юрған менән ҡапланған һауа тултырылған матрас ята.
Ғәмһеҙ бала саҡтың күңелле мәлдәрен иҫләп, Джон оҙаҡ ҡына торҙо. "Ниңә шулай икән?", тип уйлай ине ул. Уларҙың әллә күпме бына тигән виллалары бар, әммә ошо йәшниктәрҙән эшләнгән өйҙә күңеллерәк тойола.
Тышҡа сыҡҡас, Саллиҙы күреп, тағы шаҡ ҡатты. Ҡыҙ, егеттең хәтирәләрен ҡуҙғатырға ҡурҡҡандай, шым ғына уны күҙәтә ине. Джон Саллиға ҡараны, ҡыҙҙың сикәләре алһыуланды. Ул оялсан ҡарашын түбән эйеп, йомшаҡ бәрхәт тауыш менән иркә генә өндәште:
- Һаумы, Джонни!
Егет тиҙ генә яуап бирмәне. Ул матурайып киткән сибәр ҡыҙға һоҡланып туймаҫтай ине. Саллиҙағы еңел күлдәк уның ымһынғыс тәнен сорнап, тымыҡ елдә елберҙәй. Ҡыҙҙың тулыланған зифа һынында бала сағынан бер тамсы ла ҡалмаған.
- Сәләм, Салли, - Джон оҙаҡҡа һуҙылған паузаны боҙҙо. - Өйҙө һаман да һин тәртиптә тотаһыңмы?
- Эйе. Мин бит һиңә вәғәҙә бирҙем дәһә. Унда емештәр бар, йыуылған. Аша, улар һинең өсөн.
- Эйеме?.. Миңәме? Әйҙә, улайһа, бергәләп ашайыҡ.
Джон шаршауҙарҙы асып, Саллиҙы алдан үткәрҙе. Ҡыҙ эскә үтеп, сүкәйеп ултырҙы, тәрилкәне егеткә һуҙҙы.
Ултырғыстар юҡ ине. Джон балаҫҡа ултырып, виноград тәлгәштәренә ынтылғанда, абайламаҫтан, Саллиның яурынына ҡағылды. Ҡыҙ ҡапыл уға әйләнеп ҡараны, ҡараштары осрашты, Салли тәрән итеп тын алды. Шуғамылыр, күлдәгенең өҫкө төймәһе ысҡынды, ҡыҙҙың тығыҙ күкрәктәре күренде. Джон Саллиҙы яурындарынан тотоп, ипләп кенә үҙенә тартты. Ҡыҙ ҡаршылашманы. Киреһенсә, ялҡынлы тәне менән уға һыйынды. Джон уны балаҫҡа һалғанда ла, ирендәренән иркәләп үпкәндә лә, түштәренә ҡағылғанда ла Салли ҡарышманы...
Салли саф ҡыҙ ине… Уға тиклем дә, унан һуң да Джон ғиффәтле ҡыҙҙар менән енси бәйләнешкә ингәне булманы. Бөгөн килеп, ҡырҡ биш йылдан һуң шул осрашыу иҫенә төшкәс кенә, Джон Хайцман ҡапыл аңланы: ҡатын-ҡыҙ менән бар донъяһын онотоп ҡауышыу ғүмерендә бер тапҡыр ғына булған... Дөрөҫөрәге, ҡыҙҙан ҡатын-ҡыҙ яһау бәхете.
Аҙаҡ улар татлы йоҡоға сумдылар. Уянғас, нимә тураһындалыр һөйләштеләр. Нимә тураһында һөйләштеләр икән? Джон Хайцман һәр һүҙҙе иҫләргә тырышты. Исмаһам, мәғәнәһен булһа ла иҫкә төшөрөргә ине. Иҫләне бит!
Салли, тормош шундай матур, тип ҡыуанды. Атаһы ҡыҙына ер һатып алыу өсөн аҡса туплауын әйтте, шунда, әгәр аҡсалары етһә, өй төҙөйәсәктәрен һөйләне. Дизайнын Салли үҙе эшләйәсәге, төрлө ағастар ултыртып, матурлап, балалары менән шунда бәхетле йәшәйәсәге тураһында хыялланды.
Джон эстән генә ҡыҙға аҡсалата ярҙам итеү тураһында хәл иткәйне. "Ҡара һин уны, бәхет өсөн был ҡыҙға бик күп тә кәрәкмәй, - тип уйлағайны шул саҡта - Ер алырға, өй төҙөргә ярҙам итергә онотмаҫҡа кәрәк".

* * *

Әммә Джон был теләген онотто. Салли тураһында ла онотто. Тормош уны икенсе яҡтары менән мауыҡтырҙы. Яңы яхта, шәхси самолёт алыу башта күңелен елкендерә ине. Финанс комбинациялары уйындары мауыҡтырҙы, атаһының милке миллиардлап артты, ул үлгәс, мираҫ булып уға күсте. Егерме йылға һуҙылды был мауыҡтырғыс хистәр. Башҡа нәмәләргә иғтибар ҙа итмәне, буғай. Шул арала ике тапҡыр өйләнде. Ике ҡатыны ла ғүмерендә иҫ китерлек эҙ ҡалдырманы. Ҡырҡ йәшенән һуң финанс уйындары артыҡ ҡыҙыҡһындырмай башланы, депрессияға бирелеүҙәре йышая барып, тәрән күңел төшөнкөлөгөнә алып килде.
Әммә әлеге мәлдә Джон Хайцман депрессия хәлендә түгел ине. Салли тураһындағы иҫтәлектәр уны ныҡ тулҡынландырҙы. Шул уҡ ваҡытта асыуын да килтерҙе: "Нисек улай килеп сыҡты һуң? Саллиға өй алырға ярҙам итергә үҙенә һүҙ биргәйне бит. Ул уны ярата ине, ә ул онотто". Вәғәҙәләрен, бигерәк тә үҙенә биргәндәрен үтәргә ғәҙәтләнгән Джон Хайцман аңлай ине: кәйефе ҡырылыу бушҡа түгел. Тимәк... Ул өҫтәлдәге кнопҡаға баҫып, секретарын саҡырҙы. Уныһы ингәс, түшәгендә ҡалҡынып ултырған Джон һуңғы ярты йылда тәүге тапҡыр телгә килеп, ауыр тын алып һөйләй башланы:
- Бынан илле йыл элек мин бер виллала йәшәй инем. Адресын аныҡ ҡына хәтерләмәйем. Ул архивта булырға тейеш. Шул виллала бер баҡсасы эшләй ине. Фамилияһы хәтерҙә түгел, архивта барҙыр. Шул баҡсасының ҡыҙы бар ине. Исеме - Салли. Шуның ҡайҙа йәшәүен бел. Был мәғлүмәт миңә иртәнсәккә тиклем кәрәк. Иртәрәк тапһаң, шунда уҡ хәбәр ит. Үтәгеҙ.
Секретарь таң менән шылтыратты. Ул ингәндә Джон Хайцман тәҙрә төбөндә кресло-коляскала ултыра ине. Өҫтөнә ҡарағусҡыл күк төҫтәге костюм кейгән, ҡырынған-йыуынған.
- Сэр, баҡсасы 40 йыл элек эшенән бушатылған һәм күп тә тормай, үлеп ҡалған. Шуға тиклем ул Техас штатындағы ташландыҡ ранчола ике гектар ер һатып алған. Ана шул участкала өй төҙөй башлаған, ләкин төҙөп бөтә алмай, үлеп киткән. Уның ҡыҙы Салли өйҙө төҙөп бөтөп, әле шунда йәшәй. Бына адресы. Әлегә ошонан башҡа мәғлүмәт юҡ. Кәрәк булһа, өҫтәмә мәғлүмәт йыйыласаҡ.
Джон Хайцман секретарь ҡулындағы ҡағыҙҙы алды, иғтибар менән уҡып сыҡты, ипләп кенә бөкләп, пинжәгенең эске кеҫәһенә һалды.
- Вертолёт утыҙ минуттан әҙер булһын. Техас штатындағы вилланан биш-ун километр алыҫлыҡта ергә төшөргә тейеш. Шунда машина көтөп торһон. Тәнһаҡсылар кәрәкмәй, водитель булһа, етә. Үтәгеҙ.

Радик ӨМӨТҠУЖИН тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 10-11-се һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №12, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.03.24 | Ҡаралған: 145

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru