«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘҮЕФТӘН АРАЛАУ ӨСӨН БАЛАҢ МЕНӘН НИСЕК ҺӨЙЛӘШЕРГӘ?
+  - 

"Крокус Сити Холл" концерт залында булған ваҡиға ғүмерҙең ҡылдан ла нескә булыуын тағы ла бер тапҡыр хәтерҙәребеҙгә төшөрҙө. Концерт залы, атыш тауыштары, бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең үлеме - беренсеһе булмаһа ла, кеше аңы шулай ҡоролған: ул бындай хәлдәрҙе тиҙерәк оноторға, был хаҡта уйламаҫҡа тырыша. Шул уҡ ваҡытта, үҙеңдән дә бигерәк, балаңды ошо хәтәрҙән нисек араларға һуң, тигән уйҙар ошо арала һәр әсәй һәм атай кешенең башынан йөҙәр тапҡыр үткәндер. Ғөмүмән, балалар менән был турала һөйләшергәме? Эйе икән, ниндәй юҫыҡта? Ошо һорауҙарға Өфө ҡалаһының "Үҫеш" психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәге директоры, психолог Гүзәл ФӘЙЕЗОВА яуап бирә.

- Хатта йәнлек тә үҙенең балаһын хәүефтән ҡурсаларға ынтыла. Был тәбиғи инстинкт кешенең дә аҫҡы аңында һаҡлана. Ҡот осҡос был вәхшилектән һуң социаль селтәрҙәрҙә яҡындарыбыҙға иғтибарлыраҡ булайыҡ тигәнерәк саҡырыуҙар күбәйҙе. Кеше ошондай хәлдәрҙән һуң тормоштоң ҡурҡыныс яҡтары ла булыуын, ҡайһы бер ваҡиғаларҙы алдан күҙаллай алмауын, ҡолай ҡалһа, ауыртынмаһын, тип, балаға ла бер туҡтауһыҙ "һалам түшәп" булмағанын аңлай. Етмәһә, беҙ мәғлүмәт тиҙ таралған мәлдә йәшәйбеҙ. Ваҡиғалар урынынан видеолар бер туҡтауһыҙ сығып тора, шунда кешенең аңына барып етә лә инде - был кино ла, реалити-шоу ҙа түгел, ә ысынбарлыҡ һәм уны нисек тә ҡабул итергә кәрәк.
"Мин балама трагедия хаҡында һөйләй алмайым", тигән әсәйҙәрҙе лә аңларға була, әлбиттә. Әммә бөгөнгө цифрлы донъяның үҙ ҡанундары - ҡулына телефон эләккән һәр кеше был хаҡта беләсәк, "ҡарама" тип балағыҙҙы тыя алмаясаҡһығыҙ. Шуға ла өйҙә уның менән был хаҡта үҙегеҙ һөйләшһәгеҙ, яҡшыраҡ буласаҡ, тигән фекерҙәмен. Нимә ул теракт, ни өсөн шулай килеп сыҡҡанын да аңлатығыҙ. Бала бәләкәй икән, шундай-шундай хәл булған, быға беҙҙең илгә башҡа илдәрҙең йоғонтоһо, тип ҡарарға кәрәклеген, сәйәси хәлдең нимә икәнен төшөндөрөгөҙ. Ғөмүмән, ул "беҙҙең ил", "беҙҙең ил түгел", "минең илем", "минең ҡалам", "минең ғаиләм" һ.б. тигән әйберҙәрҙе дөрөҫ итеп аңларға тейеш.
Әгәр бала ҙур икән, был мәғлүмәти һөжүм һәм был вәхшилекте башҡарған кешеләр ошо һөжүмдең ҡорбаны булыуы, йәғни, сит кешеләрҙең уларҙың аңы менән идара итеүенә бирелеүе хаҡында һөйләшегеҙ. Бындай әңгәмәләр мәктәптәрҙә лә алып барыла, ата-әсәләр ҙә өйҙә шымып ҡалырға тейеш түгел. "Бер нәмә лә булмаған" тигән позицияла ҡалыу баланы, киреһенсә, хәүеф аҫтына ҡуйыуы ихтимал.
Һуңғы көндәрҙә, үкенескә күрә, төрлө каналдар аша тап үҫмерҙәргә йүнәлтелгән мәғлүмәти һөжүмде күҙәтергә мәжбүрбеҙ. Ни өсөн бындай һөжүмдәр балалар, үҫмерҙәр, йәштәргә йүнәлтелә, был хаҡта ла асыҡтан-асыҡ аңлатығыҙ. Бөгөнгө балалар, йәштәр башҡаларҙың ҡайғыһына ҡайғыра белмәй, тигән фекер ҙә бар. Мин улай уйламайым. Һәр кешелә бындай тойғо бар. Тик бында ла күп нәмә ата-әсәнән тора. Бала ғаиләлә үҙаллы үҫешә алмай, ул ата-әсәһенең ҡылыҡтарын тулыһынса ҡабатлай. Башҡалар өсөн ҡайғыра белеү, хис-тойғо булһа ла, шулай уҡ әсәй һәм атайҙың ошо хәлдә үҙен нисек тотоуынан тора, тип аңларға кәрәк.
Хәҙер баланың аңын үҫтереү тураһында күп һөйләйҙәр. Әммә ул эмоциональ яҡтан дөрөҫ үҫешһен, нимә кисергәнен күрһәтә белһен өсөн ата-әсә бала менән дөрөҫ аралашырға тейеш. Баланың эмоцияларын тыйыу яңылыш, ул уларҙың ыңғайын да, киреләрен дә кисерергә, уларҙы танырға һәм уларҙан оялмаҫҡа тейеш. Шул саҡта ул кешелеккә лә, унда булған хәлдәргә лә битараф булып үҫмәйәсәк.
Әлеге осраҡҡа килгәндә инде... Мәҫәлән, баш ҡалала теракт ҡорбандарын иҫкә алыу өсөн стихиялы мемориал барлыҡҡа килде, шунда барып сәскә һалыу ҙа тәрбиәүи эш. Ғөмүмән, был трагедия аша кеше үҙе өсөн был тормошта нимә мөһимерәк булыуын ҡабаттан төшөнгәндер. Меңәрләгән кеше ауыр яралыларҙы ҡотҡарыу маҡсатынан ҡан тапшырҙы. Ваҡиға урынына уйынсыҡтар һәм сәскәләр алып барҙы. Бөтөн донъя халҡы ҡайғы уртаҡлашты. Шуға ла өйҙә кешеләрҙең үлеме тураһында һөйләргә теләмәһәгеҙ, ошо мәрхәмәт өлгөләре тураһында һөйләгеҙ. Был үҙе үк оло һабаҡ.

Ләйсән ВӘЛИЕВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.04.24 | Ҡаралған: 121

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru