«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӘХЕТЕ ҮҘЕ МЕНӘН БЕРГӘ ТЫУҒАН
+  - 


Яҡын күргән ҡалалаштарым араһында ваҡытты тоғро файҙаланған, игелектәр ҡылған, үҙ ваҡытында кәрәкле һүҙҙе әйтә белгәндәре байтаҡ. Шундайҙарҙың береһе - Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, ә иң мөһиме - һуғыш осоро балаларын хәстәрләүсе, ҡурсалаусы, крайҙы өйрәнеүсе Фәниә Зәйнулла ҡыҙы Хәмитова тураһында булыр әйтер һүҙем..

Фәниә Зәйнулла ҡыҙы, тәбиғәт серҙәрен үҙ булмышына һеңдергән, шуларҙан һут, илһам алған, әҙәп төбө - матур ғәҙәт икәнен аңлап, аң-белемгә ынтылышлы, уҡымышлы Ғәйшә менән Зәйнулла Зәйнетдиновтар ғаиләһендә 1939 йылдың 2 апрелендә, Белорет ҡалаһында баш бала булып донъяға килә. Зәйнетдиновтар ҡайҙа ғына йәшәмәһен - Маҡар районындамы, Белореттамы, Сибайҙамы, иң матур, иң күркәм, иң алдынғы ғаиләләрҙең береһе була. "Мин үҙемде белә-белгәндән уҡытыусы булырға хыялландым. Теләгемә ирешеү хыялы мине Белорет педучилищеһына алып килде. Буласаҡ һөнәремә мөкиббән ғашик инем, шуға ла тырышып уҡыным, уҡыу йортоноң бөтә сараларында ла башлап һәм әйҙәп йөрөүсе булдым", - тип хәтерләй Фәниә Зәйнулла ҡыҙы. Уҡыуҙы тамамлағас, Рәүәт мәктәбенә эшкә юллама ала ул. Әммә тора-бара ул үҙенең белем бәҫен, һөнәр кимәлен күтәреү тураһында уйлана башлай. Маҡсаты артынан Өфөгә юллана. Отҡор йәш уҡытыусы имтихандарҙы уңышлы тапшырып, Башҡорт дәүләт университетының география факультетына ситтән тороп уҡырға инеп тә китә.
Йәшлек һәр саҡ дуҫлыҡҡа, аралашыуға, танышыуға мохтаж. Имтихандарға әҙерләнеү мәлендә янып торған ҡара күҙле, сөм-ҡара сәсле Сибай егете Хөснөтдин Хәмитов менән таныша. "Йәшлегемдең, ғүмеремдең иң матур йылдарында ғүмерлек йәрем - ирем Хөснөтдин Хәмитов менән осраштырған яҙмышыма рәхмәтлемен", - тип, ҙур ғорурлыҡ менән иҫкә ала алтмыш йылдан ашыу, бик алыҫта ҡалған мәлдәрҙе.
Халҡыбыҙҙың "Тыуған ергә ҡарағанда төшкән ер яҡын", тигән әйтеме бар. Был атаҡлы фекер килендәргә төбәп әйтелгән. Шулай итеп, уҙған быуаттың 1959 йылдарында Сибайға килен булып төшә Фәниә. Яңы урында үҙен, үҙ урынын оҙаҡ эҙләмәй. Тәүге хеҙмәт юлын Сибайҙың 2-се мәктәбендә башлай. Ҡаланы үҙ тыуған ереләй күреп, дәртләнеп, башкөлләй эшкә сума. Хөснөтдин Хәйбулла улы 1-се мәктәптә физик тәрбиә һәм хәрби әҙерлек уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Йәш уҡытыусылар ғаиләһе матур, татыу йәшәп ятҡан осорҙа, йәшәү йәмен тағы ла арттырып, балҡытып, баш балалары Зөлфиә тыуа. Сибай килене гел эш менән мәшғүл булһа ла, йәшлек дәртен һәм йәшәү ҡөҙрәтен сарыф итмәй, бер-бер артлы Әлфиә менән Гөлнараны бүләк итә Хөснөтдин Хәйбулла улына.
1960 йылдарҙа Сибайҙа балалар баҡсалары төҙөлә, төрлө учреждениелар күпләп асыла, кадрҙарҙы туплау, уларҙың квалификацияһын үҫтереү, ситтән тороп белем алған педагогтарҙы иҫәпкә алыу, тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар тарафынан алдынғы алымдарҙы өйрәнеү, таратыу һәм файҙаланыу буйынса ғәйәт ҙур эштәр башҡарыла. Ҡыҫҡаһы, мәғариф өлкәһендә уңышлы хеҙмәт итеүселәр барлыҡҡа килә. Әлбиттә, улар араһында Фәниә Хәмитованың да исем шәрифе була. Тәүҙә ул 7-се яңы мәктәптә эшләй. 1964 йылда ҡаланың 4-се мәктәбенә география уҡытыусыһы булып эшкә күсә. "Белем кимәле яйлап үҫһә, тәжрибә тупланһа, хеҙмәтеңден сифаты күтәрелә, тигән һығымтаға килдем, - ти Ф. Хәмитова. - Шуға ла эшкә тағы ла ҡыҙыуыраҡ һәм ҡыйыу тотондом. Йәш белгес булараҡ , уҡыу йортонда кабинеттан кабинетҡа күсеү системаһын индерҙем. "Үҙ ереңде ярат" исемле клуб булдырҙым. Ваҡытымды йәлләмәй, төбәгебеҙҙең матур урындарына туристик походтар ойошторҙом. Улай ғына ла түгел, республика күләмендә барған турслет ярыштарынан призлы урындар яулап ҡайта инек. Был ҡаланың мәғариф бүлеге өсөн ҙур ҡаҙаныш булды".
Тағы бер ыңғай тәжрибәне тормошҡа ашырыу уның исеме менән бәйләнгән. Юғары белемле уҡытыусыны 4-се мәктәп директорының уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫар итеп үрләтәләр. Тап шул осор арауығында ҡала етәкселеге тәҡдиме менән предприятиелар, ойошмалар, эшсе бригадалар мәктәптәрҙе, айырым кластарҙы шефлыҡҡа алыу алымдарын бойомға ашыра башлай. Яңы йүнәлеш ҡала мәктәптәрендә үтә ныҡ көсөргәнеш талап итә. Ниәтләгән - тауҙы тишкән, тигәндәй, ҡаланың күҙ терәп торған эре-эре предприятиелары уҡыусыларға хеҙмәт тәрбиәһе биреүҙә ғәйәт ҙур өлөш индерә. Дүртенсе мәктәптең директоры А.П. Тарасова һәм уның урынбаҫары Ф.З. Хәмитова был тәжрибәне ентекләп өйрәнеп, йомғаҡлап, Мәскәүҙә КПСС-тың Үҙәк комитетында сығыш яһай хатта. Сибайҙы бөтөн илгә танытҡан мөһим күренеш була был ваҡиға.
Фәниә Зәйнулла ҡыҙы шулай мәғариф бүлеге һәм ҡала етәкселеге алдында ышаныслы һәм яуаплы шәхес булараҡ таныла. Һөҙөмтәлә, 4-се мәктәптә ун дүрт йыл эшләгәс, уны ҡалала яңы булдырылған мәктәп-ара уҡытыу производство комбинатына директор урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Ошолай, яңы бурыстар, яңы маҡсаттар менән башлана ла инде ихлас етәкселек итеүҙең сағыу тағы бер миҙгеле. Артабан ул директор вазифаһын биләй. Әлбиттә, ауырлыҡтары ла, көйөнөстәре лә аҙ булмағандыр. "Ә ҡасан һуң мәктәп эше еңел булған! Шулай ҙа хеҙмәт ҡотон өркөтмәһәң, маҡсатыңа ирешәһең, эш ҡарышмай ул", - ти Фәниә Хәмитова. Яңылығы һәм уңышлы яғы шул була был уҡыу йортоноң: ҡала уҡыусылары төп белем алыуҙан тыш, төрлө гуманитар һәм эшсе һөнәрҙәрҙе үҙләштерә. Уҡыу барышы предприятие һәм мәктәп араһындағы ышаныслы хеҙмәттәшлек аша атҡарыла һәм нығытыла.
Ошо белем биреү усағының нигеҙ-базаһында "ПолиТЭК" лицейы асыла. Һәр башланған эште лә урын-еренә еткереп, етеҙ, күңел биреп башҡарырға өйрәнгән етәксегә яңы эште башлап ебәреү әллә ни ҡыйын булмай. Тәү баштан уҡыу йортоноң йөрәген тәшкил иткән көслө эшһөйәр коллектив туплана. Яҙмышы уға йәнә арымаҫ-талмаҫ, һөйөнөслө-көйөнөслө мәлдәрҙән торған тағы бер ғүмер арауығы бүләк итә. Ул үҙенең ике тиҫтәнән ашыу ғүмерен етәксе вазифаһында "ПолиТЭК" белем биреү лицейына арнай. Артабан етәкселек уға был лицейҙа һәм Сауҙа-финанс колледжында - бер юлы ике уҡыу йортонда директор вазифаһын атҡарыу бурысын йөкмәтә. 1994 - 1996 йылдарҙа ике урында ла етәксе вазифаһын уңышлы үтәй ул. Тарихҡа инеп ҡалған оло сарала, Сауҙа-финанс колледжының презентацияһында, Башҡортостан Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов ҡатнаша. Күләмле ҙур ижади эш тәжрибәһе республикабыҙҙың Мәғариф министрлығы коллегияларына сығарыла. Төптән уйлап ҡараһаң - бөйөк хеҙмәт! Ҡайнар йөрәкле, киң эрудициялы, алдан юл ярып барыусы оло шәхес кенә булдыра ала бындай үтә ҡатмарлы һәм яуаплы эштәрҙе. Фәниә Зәйнулла ҡыҙына бик күп миҙалдар, иҫәп-хисапһыҙ маҡтау грамоталары менән бүләклә-неүе - хеҙмәтенә күрә хөрмәт тип, һис икеләнмәйенсә ҡабул итергә кәрәк.
Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы хаҡлы ялға сыҡһа ла, йәмәғәт эштәрендә ихлас ҡатнаша. 2005 йылда, Сибай ҡалаһының 50 йыллығына арнап, уның башланғысында Балалар ижады үҙәгендә Мәғариф музейы булдырыла. Фәниә Хәмитова әлеге мәлдә Һуғыш осоро балаларын хәстәрләү, ҡурсалау эштәре менән мәшғүл. Ҡалала яҡынса ике меңдән ашыу һуғыш осоронда тыуған оло йәштәгеләр бар. Ил алдында хөрмәт ҡаҙанған, дан алғандарҙың үткәнен, тормош - көнкүрешен, рухи донъяһын тәрәндән өйрәнеп, ҡулынан килгәнсе ярҙам итә уларға Фәниә Зәйнулла ҡыҙы.
Бар көсөн мәғариф өлкәһенә хеҙмәт итеүгә арнаған Фәниә Хәмитова өсөн донъя йәме - әлбиттә, балалар. Ул, өс ҡыҙым - өс таянысым бар, тип шатлана. Тормош ҡануны шулай: йәшәйешең, хеҙмәт шөғөлөң балаларыңа өлгө бирерлек булһа - улар һине ҡабатлай. Тимәк, был йүнәлештә лә ғүмер бушҡа уҙмаған. Эйе, ул ғүмер буйына тормоштан мөғжизә көтөп ятманы, уны үҙе булдырҙы. Ошо көндәрҙә мәғариф ветеранына 85 йәш тула. Ил - көн - кеше яҙмыштары менән янып - көйөп йәшәүен дауам итә. Сибай ҡалаһына алтмыш йылдан ашыу хеҙмәт иткән юбилярға һаулыҡ-сәләмәтлек, күңел тыныслығы, балалар ҡыуанысы теләйек.

Таңһылыу ҒӘЙНУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.04.24 | Ҡаралған: 130

Киске Өфө
 

Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru