Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты, танылған радиожурналист, яҙыусы һәм тәржемәсе Рәсүл Хәсән улы СӘҒИТОВ тураһында "Йөрәгендә ут йөрөткән шәхес", тип кенә әйтергә була. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла уны аҙағына алып барып еткергән, ниндәй мәсьәлә күтәрһә лә төбөнә төшмәйенсә туҡтамаған киң ҡарашлы журналист ул. Тел маһирлығы, кинәйәле һүҙ йөрөтөү оҫталығы, һүҙҙе тапҡыр уйната белеүе айырыуса хикәйәләрендә асыҡ сағыла. Хеҙмәткә булған һөйөү Рәсүл Хәсән улының булмышын сағылдыра. Әңгәмәбеҙ уның менән.
Журналист булыу теләге ҡасан уянды? Бала саҡта иң шәп һөнәр һинең өсөн нимә ине, уға ҡарашың үҙгәрмәнеме?
- Иҫ белгәнемдән бирле күңелдә Һүрәтләүсе образы йәшәгәнен тойҙом. Донъя тиккә генә тап ошолай түгел дәһә, тип уйлана торғайным. Ваҡыт тигән нәмә донъяны секунд һайын үҙгәртәлер бит, һәм мин әлеге мәлдәрҙе һүрәтләп өлгөрөргә тейешмен, тигәнерәк уйҙар урала ине башымда. Башта бының сағыштырмаса еңелерәк ысулдарын күҙ алдыма килтерә инем. Мәҫәлән, Ваҡытты фотоға төшөрөп ҡалдырыу. Биш-алты йәшлек балаҡайҙың шуларҙы уйлағанына бөгөн аптырап, һиҫкәнеп китәм. Фотоаппарат ҡайҙан ғына эләкһен инде! Ауылда, булһа ла, бер-ике кешелә генә...
Минең өсөн иң шәп һөнәр мәсьәләһе тураһында һүҙ сыҡҡанда, хәбәрсе, теш табибы, юрист, офицер, йөк машинаһы йөрөтөүсе, йырсы тип теҙеп китәм, ғәҙәттә. Киномеханиклыҡты ла өҫтәп ҡуяйым әле ошонда. Ауылда, колхоз йәйләүҙәрендә был мөғжизәүи күренештең нисек тормошҡа ашҡаны тураһында үҙебеҙҙең матбуғатта ла, Мәскәү журналдарында ла, китаптарымда ла күп тасуирланым, ҡабатлап тормайым. Ваҡытты туҡтата алмаһа ла, уның ниндәйҙер мәлдәрен тотоп ҡала алған техник ысулдар улар - фотография менән синематография. Бала саҡта түгел, үҫкәс иһә кино режиссеры булынһасы, тип тә ҡуйғаным бар. Күп сериялы телевизион документаль фильмдар эшләгәйнек бер заман, бына унда донъяға әлеге шәп һөнәр күҙлегенән дә ҡараным. Етенселә уҡығанда фотоаппаратлы, фотоҙурайтҡыслы һәм башҡа кәрәк-яраҡлы булдым барыбер ҙә. Ваҡыт ағышын таҫмаға төшөрҙөм дә төшөрҙөм.
Кинокамерам да булһасы, тип һыҙылды үҫмер генә күңелем. Булманы. Һатыуҙа юҡ нәмә ине шул. Күңел үҙе лә - һүрәтләүсе бит ул. Әллә тарихты һаҡлағыс һандыҡмы? Ул - Ваҡытты, мәлде, хәлде фотография, кино, театр, әҙәбиәт, хәбәриәттән дә ғәйре теркәүселер. Бөгөн гаджеттар һәр кемдең кеҫәһендә, әммә, бына ғәжәп, видео тип атлығып тормайым. Ул ғынамы, ғәфү итһендәр инде, аш-һыу мәжлестәрендә иҫкәртеүһеҙ-ниһеҙ төшөрә башлаһалар, килештермәйем. Үҙем сығыш яһағанда хатта фотоға төшөрмәүҙәрен ҡәтғи үтенәм. Ҡулланыу йәһәтенән дә ябай булғанғалыр инде әлеге мөнәсәбәтем. Кеше зыҡ ҡубып эркелешкән ерҙән ситтә ҡалыуҙы хуп күрәм мин, бәлки, ошоғалыр ҙа. Мыжғыу мыжыуға тиң булып китә, юғиһә. Видеооператорлыҡ та бит хайран ижади һөнәр! Телерадиокомпанияла эшләүем арҡаһында кәпәс сисеп маҡтарлыҡ әллә күпме шундай ижадсы менән танышмын. Шуға ла видеоны бөтөнләй инҡар итмәйем. Мәҫәлән, гармун уйнап йырлағанда аудионан бигерәк видео арыуыраҡтыр. Концерттарҙа үҙем йырсынан да алда музыкантты тыңлайым. Бармаҡтар нимәләр ҡыла, импровизация тигән ғәжәйеп ғәмәл мөғжизә тыуҙыра. Ишетеүгә күреү өҫтәлеүе бөтөнлөк бирә.
Фотографияның мәғлүмәтте видеонан да былай күрһәткән осраҡтар ҙа юҡ түгел. Шулай булғанда ҡуш ҡуллап сәпәкәйләйем. Сөнки әлеге лә баяғы ижадилыҡ тантанаһы был. Радиола тура эфирҙа ошоно - хәрәкәтте, дәүмәлдәрҙе, ғәмәлдәрҙе, төҫтө, еҫте һүҙ менән еткерергә тырышам. Хатта ымлыҡтар ярҙамында. Тын алыш менән. Күпмелер мәлгә шым ҡалып. Ижадилыҡ идара итә донъя менән. Ул юҡта алтын да - баҡыр, батыр ҙа- бахыр.
Башҡорт теленә һөйөү тигәндә, кемдең, нимәнең роле ҙурыраҡ: һине уратҡан мөхиттеңме, уҡытыусыныңмы, ғаиләнеңме, китаптарҙыңмы?
- Туған телем ул минең. Ошоноң менән бөтәһе лә әйтелә. Тарих, Ваҡыт, донъя шулай аҡҡан. Башҡорт теле быуат-быуаттар аша миңә лә килеп еткән. Туған телем тыуған еремдең йөрәгенән яралған. Тәбиғи тормошҡа ашҡан был. Мин үҙем дә - шул тел ул. Минең арҡылы, һүҙҙәр булып, ташҡа баҫыла ул, эфирға сыға. Уға ярҙамсы булырға тейешмен. Һәр кемдең шәхси яуаплылығы ла был.
Икенсенән, эйе, мөхит. Шул уратмыш - бик бөйөк нәмә. Әҙәм балаһы сиктәр эсендә ҡалмаҫҡа күпме генә тырышмаһын, уның йоғонтоһонда.
Уҡытыусымы? Бөйөктәрҙән бөйөк вазифа! Әҙҙәргә генә бирелгән мөғжизәүи көс эйәһе! Дәрессе генә түгел, ижадсы икәнһең, баяғы мөхитте лә тыуҙыраһың.
Балаларым, Өфөлә тыуып үҫһәләр ҙә, әле лә бында йәшәһәләр ҙә, башҡортса бик иркен һөйләшәләр. Үпкәләнелмәһен, бәғзе ауыл ерендәгенән күпкә яҡшыраҡ уларҙың һөйләше. Үҙегеҙҙе кеше алдында тоторға өйрәнегеҙ, тип тәрбиәләнем кескәй саҡтарынан. Әсәйем әйткәндәрҙе еткерә килдем. Ә үҙеңде тота белеү - телмәр ҙә ул. Балаларҙың ололар йыйылған ерҙә лә ҡыҫҡа ғына итеп, үҙ һүҙҙәре менән ҡотлап ебәреүе, ана, ҡайһылай һәйбәт! Берҙән, телде нығытыуға шәп, икенсенән, кеше алдында сығыш яһау - ҡыйыулыҡ та. Улым менән ҡыҙым ҡайһы ваҡыт, миңә ҡушылыпмы, ниндәйҙер табын тулҡынындамы, башҡортса йырҙар йырлай. Ретроларҙы. Ҡайҙан беләһең, тиһәм, ғүмер буйы үҙең йырлайһың бит, тиҙәр. Йәғни ғаиләлә шәхси өлгөнөң емеше мул. Башҡортса һөйләшегеҙ, тип туҡып ултырғаным, ышанһағыҙ ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ ҙа ышанығыҙ, бер тапҡыр ҙа булманы. Атай өлгөһө был. Һүҙ - тере телдә булһа ғына һүҙ ул. Шунда ул айырыуса йәмле, айырым бер тәмле.
Рәсүл, ташҡа баҫылған тәүге китапты ҡулға алыу күңелдә ниндәй кисерештәр уятты?
- Һәйбәт нәмәләрҙе беренсегә күргәндә ниндәй тойғоло булаһың - шуны. Иң ҡәҙерлеһелер ҙә. "Ятаҡ" формаһында ине ул - дүрт кеше әҫәрҙәре индерелгәйне. "Ятаҡ" бүлмәһенә дүртебеҙ урынлаштырылһаҡ та, һәр беребеҙҙең үҙ, үҙаллы мөйөшөбөҙ бар. Хатта айырым бүленгән. "Танышайыҡ - тәүге китабым" серияһында ине. Китап эсендә китапсыҡтар. Сабир ағай Шәрипов сығарҙы. Еңел генә нәшерләнде, тупһа тапаманым. Көтөлмәгән бүләк булып килеп тә төштө өҫтән ҡулыма.
Әлеге "Ятаҡ"ты ла ҡушып һанағанда 14-кә етте бөгөн йыйынтыҡтарым. Бөтәһе лә ошолай еңел эшләнде, тиеүҙән ситтәмен. Һәр эшкә етди ҡарайым, ентекле тотонам. Яҙғандарымды нәшриәткә тапшырыр алдынан мең тапҡыр уҡыйым, сығып килгәндә биш йөҙ тапҡыр тикшерәм. Фотоһүрәт, автор тураһында мәғлүмәтте лә үҙемдән һорап алалар. Рәссам да тәҡдимдәр һорай. Ҡыҫҡаһы, китапты ҡулға алғанда минең өсөн яңылыҡ бөтөнләй булмай. Шуға ҡарамаҫтан, урта тошон асып, танауға яҡынлатам. О-о-о, был е-е-ҫ!.. Балалар ҙа иң беренсе шулайта бит.
Тәбиғәт һәм кешенең яуаплылығы? Бөгөн нимәләр борсоуға һала?
- Борсолоу ғына түгел был, күңел һыҙланыуы, йөрәкһеү, хатта үрһәләнеү. Донъяның, Ваҡыттың үҙағышына аяуһыҙ ҡыҫылыуға шаһитлыҡ шулайттыра. Сөнки уларҙың мәлдәрен һүрәтләп өлгөрмәгәнмен, тарихта ҡалдырмағанмын. Һин төҙөмәгәнде һин емермә! Яуаплылыҡ - шәп сифат бит ул! Тәбиғәтте, тимәк, донъяны яҡларға, һаҡларға биләгән вазифаңмы, ҡушылған бурысыңмы ҡушмаһа ла, той шул яуаплылыҡты. Күңелеңдә шул ятһын да, матди файҙа ни тиклем генә ылыҡтырмаһын, тыйыл!
Иҫән булһа, ҡыуаныр ине шул әсәйең һинең өсөн дә. Әйҙә, артыҡ тыйнаҡланмай, ауылдаштарыңдың, райондаштарыңдың да ғорурлығы икәнеңде лә, әйтәйек.
- Әйҙә һуң. Быны ҡысҡырып хәбәр итеү булмаһа ла, нисектер белдереү бар. Үҙеңде үҙең күтәрҙең, тигәндәрен дә йәшермәйем, инде алтмышҡа еткәндә мөмкиндер. Ниндәйҙер ҡаҙаныштарға арҡанан этеүме, ҡулдан тартып алыумы арҡаһында түгел, ә көндәлек фиҙаҡәр хеҙмәт менән өлгәшеү күҙҙә тотола бында. Хәйер, барыбыҙ ҙа шулайбыҙ инде, айырыуса ауылдан сыҡҡандар, бигерәк тә ижади йәндәр. Ана шул ижадилыҡтың Бөрйәндә мотлаҡ булырға тейешлеген дә йыш тәҡрарлайҙар, һәм бының менән килешәм. Әҙәбиәтсе, сәнғәтсе булмаһа ла, барыбер ҙә ижади ул бөрйәндәр. Сөнки ижадилыҡ - ҡулланыу, Аллаһы Тәғәлә хасил ҡылдырғанды файҙаланыу түгел, ә уны үҫтереү, һаҡлау, яҡлау, тыуҙырыу. Эсеңдә ошо илһамлылыҡ ултыра икән, һин дә ижадсыһың.
Бөрйәндең ябай йәшәү урыны ғына булмауы "Урал батыр"ҙа, ана, артабан да раҫлана бит:
- Донъя-маҙар йыймаған,
Ҡашығаяҡ тотмаған,
Ҡаҙан аҫып, ут яғып
Улар донъя көтмәгән.
Ауырыу-һыҙлау күрәмәгән,
Үлем барын белмәгән...
Илһамлы күңел, тигән саҡта күҙ алдына ҡулына гармун тотҡан Рәсүл баҫа. Йыр-моң, гармун телдәре... Был талантың менән асылып китеүең күптәр өсөн көтөлмәгәнсә булды...
- Һәр нәмә камил башҡарылырға тейеш. Әсәйем йыш ҡабатлағанса, урын-еренә еткереп. Бөрйәндәрем "нөғәтләү" ти быны. Диалектта - нөғәттәү. Айырыуса әҙәбиәт менән сәнғәттә. Ҙур юғарылыҡҡа өлгәшмәйенсә, кеше алдында күренмәйерәк тор. Гармунды әҙәмсә итеп уйнарға өйрәнеү барышы оҙаҡҡа һуҙылып китте миндә. 1975 йылдың нисәнселер февралендә башланғайны, бөгөн дә дауам итә. Шул йылы әсәйем "Аҡсарлаҡ" тигән гармун алып бирҙе. Гүйә, Айҙымы, берәй йондоҙҙомо алып тотторҙо! Ләкин һикертеп ебәреп, ритмлы итеп бейеү көйҙәрен уйнап ебәрмәнем. Ә ысын гармунсы тип барыбер ҙә сатан кешене лә майҙанға сығарырлыҡ шундай оҫталар атала бит! Ябай ғына көйҙәр, әммә ана ниндәйҙәр! Йөкмәткеләре бар. Ҡайһыларының эстәлеге хатта текслы йырҙыҡынан былайыраҡ. Сөнки бейеүсе ҡушыла. Ана нисек өйөрөлә, айҡай, таусирлай, оса, һыҙлана. Ә инде таҡмағы ла булып, кемдер һамаҡлап та ебәрһә - тотош бер роман!
Социаль селтәрҙәрҙә өлкәнерәк йәштәге берәй оҫтаның уйнағанын һалһалар, ҡабат-ҡабат ҡарайым, тыңлайым. Сөнки был да, интервьюның тәүге һорауына яуабымда әйткәнемсә, донъяның, етмешенсе, һикһәненсе йылдарындағы күренештең, һүрәтләнеүе.
Моң донъяһы һинең булмышыңды биләп алған. Киләсәктә беҙҙе аптыратыр, һоҡландырыр мәлдәр күп булыр әле, тип уйлайым. Рәсүл Хәсән улы күңелендә серле хыял йөрөмәй түгелдер?
- Баянды ныҡ хөрмәт итәм. Хоҙай насип итһә, унда ла, бәлки, өйрәнермен, тигән серле хыялдамын. Сөнки мөмкинлектәре күп. Кәрәкле тоналлекте табаһың да, йыр менән үҙең дә ҡушыла алаһың, башҡалар ҙа. Гармун - олатай бит инде ул. Ҡайһы бер йырҙар менән ҡушылып булмай уға. 1822 йылда Германияла эшләнгән икән. Гармоника тип аталған. 1830-ҙа гармоника Рәсәйгә килеп еткән. Баян - уның камиллаштырылған формаһы. Интернетта ҡарап ултырғайным: 1897 йылда Италияла гармониканы күпләп етештереүгә нигеҙ һалған Пасло Сопрани тигән оҫта уйлап сығарған, баҡтиһәң. Башҡортса "гармун" тибеҙ һәм быуат-быуат телебеҙҙә булған һымаҡ йылы, еңел, уңайлы әйтелә. Баяғы "колхоз" һүҙе ише. Яратыуыбыҙҙандыр инде. Гармун тотоп фотоға төшөү ҙә - интернетта үҙе бер ваҡиға.
Һәр кем донъяға, эйе, үҙ яҙмышы менән килә. Шул яҙмышты үтер өсөн уға тәбиғәттән нимәләрҙер бирелә, үлсәп-үлсәп һалына. Бының менән бәхәсләшеп булмай, ялыу яҙыуҙан да файҙа юҡ. Һөнәр һайлау тиһәк тә, беҙ уны түгел, ул беҙҙе һайлай. Дөрөҫөрәге, эстә - күңелдәге, ниндәйҙер процессорҙағы, карталағы мөмкинлектәр, өҫтөнлөктәр ирек даулай һәм бер көн килеп яулай - ҡайҙалыр уҡырға инәбеҙ. Ләкин күңел тартҡан төп йүнәлештән тыш, бәләкәйерәктәре лә була. Иҙел үрендә тыуып үҫкән кеше булараҡ, уның менән сағыштырайым. Башта ул тар ғына, әммә аҙым һайын тигәндәй киңәйә. Сөнки ваҡ йылғалар ҡушыла ла ҡушыла. Минеңсә, улар быны сараһыҙҙан эшләмәй, теләп башҡара.
Тимәк, гармун телдең эске моңон, рифмаһын тойорға ла ярҙам итә...
- Гармун - ул күңелде баҫыусы ла, асыусы ла. Һүҙҙе тере йән итеп күргәнемде яҙғаным да, һөйләгәнем дә бар. Үлсәме, холҡо, төҫө, хатта еҫе бар уның. Һүҙҙәр ярҙамында ғына түгел, һүҙҙәрҙең үҙҙәре менән дә һөйләшәм мин. Был, ғәҙәттә, һөйләм төҙөлөшө яңылыш булып, улар үҙҙәре теләмәгән, йәнәш булырға тейеш булмаған һүҙҙәр менән күршеләш тура килгәндә. Алмаштыр, тип мөрәжәғәт иткәндәйҙәр. Үтенестәрен үтәһәм, балҡып китәләр, мониторҙа ҡыбырлап ҡуйып рәхмәт әйтәләр. Автомобиль дә ҡайһы саҡ йүнләп тартмай. Бензин һәйбәт, май кисә генә яңынан ҡойолдо, яндырыу шәмдәре лә һәйбәт, әммә юртыуы хөрт инде, ығыша. Кәйефтән шикелле был, сөнки төшкә ҡайҙалыр барғаныңда саба ғына. Гармун менән дә шул хәл. Төймәләре йүнләп баҫылмамыш булып китә. Өр-яңы булһа ла. Баҫылһа ла, моңо әҙ. Һөйләшеп алһаң, йылмайып ебәрә. Бығаса ишетеп тә, өйрәнеп тә өлгөрмәгән берәй көйҙө тәҡдим итә. Бармаҡтарҙы үҙе тоҫҡай.
"Гармун ҡапыл ошо йырҙы көйләне лә ебәрҙе, - тигән инеш һүҙ ҡуйҙым бер көн социаль селтәрҙәрҙең береһендәге сәхифәмдә. - Ҡолаҡҡа ғына һүҙҙәрен дә һөйләне. Тап үҙе уйнаны, бығаса тотонған көйөм түгел ине. Тиҙ башҡарылғандың сифатһыҙ булыуы ла бар, шулай ҙа һалам".
Йырҙар ҙа ерҙәр һайлаусан. Күктәр ҡөҙрәтенән хасил мөғжизәүи күренештәрҙе күреүгә күңелдә ҡапыл килеп тулышалар. Бигерәк тә йәнтөйәгемдә. Гармун да урман юлында һелкенгәндән түгел, ә башлап ебәрергә алҡынып ауаз бирә. Камиллыҡ һәр нәмәлә кәрәк, йырҙа моң мөһим, гармун һайрарға тейеш. Ошондай иҫ киткес уратымда семтем генә булһа ла улар ҙа килеп сыҡҡандай, булғаны арта төшкәндәй. Һүҙҙәре лә тәү урында булмай ҡайһы саҡ.
Халҡыбыҙ ретро йырҙарға мөкиббән. Хатта йәштәр ҙә. Телебеҙ, ундағы китаптарға һыйып бөткөһөҙ һүҙҙәребеҙ кеүек, улар ҙа, элек гәзиттәрҙә яҙылғанса, "ваҡыт һынауын үткән", юғалмаған, онотоуға юл алмаған. Шундай ҡайһылыр боронғоно уйнап-йырлап интернетҡа һалыуым була, йәшлекте иҫкә төшөрҙөң, Рәсүл, тип рәхмәттәр яуырға тотона. Минең үҙемдә - иҫкә төшөрөү, һағыныу түгел, сөнки һәр йәштең үҙ өҫтөнлөгө. Бер көн шуны асыҡ яҙҙым да: "Бөгөн дә, бына - йәшлекте һағынғандан түгел, шул моңмо, моңсоҡмо ҡабынғандан", - тинем.
Ләкин төп шөғөлөң - журналистика бит инде...
- Эйе, төп шөғөлөм журналистика, әммә уға ошолай музыка менән шөғөлләнеү ҙә ярҙам, тигән фекерҙәмен. Сәсән барҙа телеңде тыйыу дөрөҫтөр бит, тип уйлағаным да бар. Әммә, берҙән, уйна, Рәсүл, профессионалдар үҙенсә, һин үҙеңсә, тиҙәр. Икенсенән, хәбәриәт, әҙәбиәткә был ысынлап та булышлыҡ итә. Музыканың ритмы, мәҫәлән, бик үтемле. Шиғриәтте шиғриәт иткән нәмә рифма түгел, ә тап ритм тип беләм һәм ул сәсмә текста ла булырға тейеш үк булмаһа ла, булғаны яҡшы. Радиола тапшырыуҙарыма сценарийҙар яҙғанда эстән уҡып, һөйләп, хатта көйләп ултырам. Ритмы тура килмәһә, йә ҡыҫҡартам, йә оҙайтам, йә бүләм, йә икенсе һүҙҙәр менән алмаштырам. Шулай тура эфирҙа ла еңелерәк. Тыңлаусыға ла һәйбәт. Һүҙ ҡайҙа ғына яңғырамаһын, бигерәк тә күмәк алдына сыҡҡаны байрам булһын, вайран булмаһын.
Хәбәрсе хәбәр итеүсе генә түгел, йәмғиәттең рухын тотоусы ла ул. Әйткәнең мәлле, урынлы, ихлас булһын. Йөрәгеңдән сыҡһын. Һәр һүҙең генә түгел, ымың, тының өсөн яуаплылыҡ той. Инаныуым шул.
Бер үк һүҙҙәр менән дә төрлөсә яҙып була, ғәҙәтилектән әҙ генә булһа ла тайпылыу иғтибарҙы шундуҡ йәлеп итә. Ә тапалған тәртиптәге, тыумаҫ борон юҡҡа сыҡҡан һөйләмдәр диҡҡәтһеҙ ҡала, урын ғына биләй. Кәрәктә мәҡәл-әйтемдәр ҙә үҙгәртелеп ебәрелһен хатта, шиғырҙар яңыртылһын, атамалар башҡалатылһын - был да тексҡа үҙенсәлекте ҡуйы мана, сағыуландыра.
Һине ишеткәндәрҙең күңеле ҡылт итһен, бығаса телде яҙа-йоҙа аралашыу сараһы ғына тип ҡарағандарға тиклем, һутлы, ҡотло телдә үҙе лә һөйләшергә ҡанатланһын. Һутлы, ҡотло, тик татлы түгел, быныһын айырып ҡуяйыҡ.
Ҡайһы саҡта русса ла яҙам мин. Рус әҙәбиәтен уҡып алһам, шулай була шикелле. Һүҙҙең нимә икәнен, ниндәй мөғжизә, алтын булыуын тағы ла тәрәнерәк төшөнөүгә килтерә мине ошо. Әйткәнем дә бар - шулай ике телдә яҙыуым арҡаһындалыр ҙа һүҙҙәрҙе эстән дә күрә башланым хәҙер.
Рифмалап һөйләшәһең дә тиҙәр миңә. Иң мөһиме тип ҡарамаһам да, радиолағы сығыштарымда уны ла үгәйһетмәйем. Хатта яҡын күрәм. Рифма юлға гел генә сығып тормай. Айырыуса - тапалмағаны. Юғиһә, "күңел" менән "түгел" ярайһы ялҡытҡан. Иғтибарҙы улар менән йәлеп итеп тә булмай хәҙер. Рифмалап ҡуйыуҙан телмәр йәнләнеп-йәмләнеп китә. Быға миҫалдар миндә - гәзит биттәре еткеһеҙ.
Радиохәбәрселек нимә ул һинең өсөн?
- Урынымды табыу. Быны үҙемдән сығарып ҡына әйтмәйем, бик күптәрҙән тура ла, һүҙ ыңғайында ла белдерелгәнгә лә таянам. Һәм был - ҙур бәхет! Сөнки әллә ни саҡлы кешенең йәмғиәттә оя тибә алмай йонсоғанын беләм. Эшкә барғы килеп торорға тейеш. Ялдарҙа ла, ҡайһы саҡ рәттән икеһендә лә, килеп ултырам. Радионың төп өҫтөнлөгө - йәһәтлек бит, һәм был һәйбәт, ләкин шул арҡала бәғзе ҙурыраҡ эштәр, яйлабыраҡ башҡара торғандар ситтә ҡалып китә, ана шулар менән булышам. Ғөмүмән, журналисҡа туҡтауһыҙ уҡыу, үҫеү фарыз. Сценарий тиҙ яҙылырға мөмкин, миндә был, әйткәндәй, гел оҙаҡ процесс, ләкин эҙмә-эҙлекле барған әҙерлекһеҙ, ғилемһеҙ уның тоҡос сығыуы ихтимал.
Радионың тағы ла бер шәп яғы - үҙең яҙғанды үҙ тауышың менән еткерә алыу. Был - ифрат бөйөк мөмкинлек. Телдең тәү нәүбәттә өндәрҙән торғанына шигем булғаны юҡ, хәрефтәр - уларҙың шартлы график билдәләре генә. Ә тауышым менән, етмәһә, тура эфирға сыҡҡанымда - өндәр өсөн байрам. Ҡайһы бер өндәрҙең алфавитта билдәләре юҡ, ана шуларға ла. Ә баҫма матбуғатта телдең бөтә терелеген, йәнен, йәмен хәрефтәр менән бирергә кәрәк. Беҙгә еңелерәк, тиемме икән... Йәнә лә микрофон аша тыңлаусыңдың рухын күтәрәһең. Уны ишетәһең дә. Эйе-эйе, ниндәйҙер техник ысулдар аша аралашмаһаң да ишетәһең, хатта күрәһең. Миндә бына шулай.
Ижадилыҡ тантанаһы ул беҙҙең "Юлдаш" радиоһы! Яңынан-яңы проекттар уйлана. Үҙгәреп тороу хас уға. Коллективымдағы ошо шәп хәл-күренеш йәшәртә мине хатта. Радио күптән инде киң мәғлүмәт сараһы ғына түгел. Үҙенә бер йәмәғәт институтына әйләнде ул. Шулай тигәндә, эфирҙан тыш башҡарылған әллә күпме күмәк саралар күҙҙә тотола: райондарҙа халыҡ менән осрашыуҙар, концерттар, төрлө акциялар. Социаль селтәрҙәрҙәге даими, минут һайын тигәндәй яҙылған сәләмдәрҙән генә сығып та "Юлдаш"тың да, әле йәш булыуына ҡарамаҫтан, йәмғиәттә үҙенең алтын урынлы икәнен ныҡлы раҫларлыҡ.
Бөрйән - мәшһүр легендалар ижад ителгән төбәк. Ошо үҙенсәлектең тормошҡа ҡараш формалаштырыуҙа ниндәйҙер йоғонтоһо барҙыр бит?
- Шикһеҙ бар һәм сикһеҙ ҙур! Бөрйәнде айырым күк есемеләй күргәнемде ҡабатлауҙан туҡтамайым. Тәпәй йөрөй башлағанымдан тиерлек шуны аңланым һымаҡмын. Үҙебеҙҙең ауылдан башҡаны белмәһәм дә шулай тойолғандыр, тимен бөгөн. Моғайын ғына, шулайҙыр. Ҡобайырҙарҙы уҡымағанмын әле, сөнки уҡый-яҙа белмәйем, телдән һөйләнгәнде ишетмәгәнмен, шулай ҙа Бөрйәнемдең, ғәҙәттәге төбәктәрҙәгесә тормош көтә торған, көнкүреш алып барыу урыны ғына түгеллеген самалау булғандыр.
"Урал батыр" ҡобайырының:
- Борон-борон заманда,
Кеше-маҙар килмәгән,
Килеп аяҡ баҫмаған,
Ул тирәлә ҡоро ер
Барлығын һис кем белмәгән,
Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан
Булған, ти, бер урын... - тип башланғанын да аҙаҡ ҡына күрермен.
...Ә Бөрйәнде белер өсөн тауҙарына уның мен! Бар донъяны күрергә лә уларға үрмәлә. Былтыр йәй, ниһайәт, иң бейек түбәһе Мәсемгә менергә яй сыҡты. Тауҙарыма үҙем генә түгел, гармун да тартыла ла тора. Көйҙәр көйләнек, һүҙҙәр һөйләнек, йырҙар йырланыҡ. Болоттарға баш терәнек, донъяларға именлек теләнек. Өҫ менән аҫ күңелдә, мейелә урындары менән алмаша тауҙарҙа, тиемме икән. Күккә яҡынайған һайын, фекер тәрәнәйә.
Ғөмүмән дә, уйсанлыҡ хас инде ул миңә, хас. Шул тышҡы ҡиәфәтемә лә сыҡмай ҡалмай. Йылмайыбыраҡ йөрө, донъя матур бит, тиҙәр йыш ҡына. Былай тип яҙғаным да бар: "Ҡайҙа киттең былай, уйланып?" - тигәндәрен ишетәм. "Булмышым шулай", - яуабым ошо була. Шунан: "Булмыштан уҙмыш юҡ, - тип өҫтәйем. - Яҙмыштан, бәлки, барҙыр, булмыштан юҡ..."
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА һорауҙар бирҙе.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА