Ул бит Саллиға, улына, ейән-ейәнсәрҙәренә яҡшылыҡ эшләргә уйлағайны, улар ожмахҡа тиң урында матур күршеләре менән татыу йәшәүен теләгәйне. Шуға бит ул сүп-сарға әйләнә барған ерҙәрҙе һатып алып, ипкә килтереп, үлән сәстергәйне. Матур кешеләр йәшәгән ерҙә генә ер ҙә матураясаҡ - быны ул яҡшы аңлай. Тик уны аңламанылар, залды ташлап таралыша башланылар. Нисек ышандырырға һуң уларҙы? Туҡта! Хайцмандың башына ҡапыл бер уй килде: улар бит бер нәмә лә белмәй, шуға ышанмайҙар! Әгәр дөрөҫөн һөйләп биргәндә… Джон Хайцман аяғүрә баҫты һәм тыныс тауыш менән ышаныслы итеп һөйләй башланы:
- Тороп тороғоҙ. Мин аңланым. Һеҙгә ни өсөн компания бындай юлға барғанын аңлатырға кәрәк. Әммә быны аңлатып булмай. Бер нисек тә. Сөнки мин... Беләһегеҙме, нимә этәрҙе... Был контракттар шәхсән минең теләккә ҡағыла. Дөрөҫөрәге...
Хайцман буталды һәм артабан ни әйтергә белмәй туҡтап ҡалды. Кешеләр уға әйләнеп баҡтылар. Улар Хайцманды иғтибар менән тыңлай ине. Әммә ул һүҙен ялғай алмай, шым тора бирҙе. Шулай ҙа бар көсөн туплап, дауам итте:
- Мин бала саҡта… Үҫмер сағымда… Бер ҡыҙҙы оҡшаттым. Әммә мин уға ғашиҡ булғанымды аңламағанмын. Уға өйләнмәй, башҡаларҙы кәләш итеп алдым. Бизнес менән шөғөлләндем. Ул ҡыҙ менән беҙ илле йыл осрашманыҡ. Мин уны онотҡанмын. Күптән түгел уны иҫемә төшөрҙөм. Был донъяла мине шул тиклем ихлас яратҡан башҡа кеше юҡлығын аңланым. Ул мине әле лә ярата. Тик мин был турала белмәгәнмен, хатта ике ятып бер төшөмә лә инмәгән. Хәҙер аңлайым: ҡабат унан башҡа бер кемде лә ярата алмаясаҡмын. Ул ҡыҙ менән яңынан осраштым. Әлбиттә, ул хәҙер өлкән йәштәге кеше. Әммә ул минең өсөн нисек булған, шулай ҡалған. Ул баҡса үҫтерергә ярата. Ул быны бик матур итеп эшләй белә. Мин уның эргәһендә лә матур баҡсалар үҫеүен теләнем. Һәйбәт күршеләре булыуын да теләйем. Эргәһендә матур, бәхетле кешеләр йәшәһен, тим. Тик быны нисек эшләргә һуң? Бизнес менән шөғөлләнеп, был теләгемде тормошҡа ашырғандай аҡса туплағанмын. Әле шул ерҙәрҙе һатып алып, участкаларға бүлдем, бына ошо контракттарҙы уйлап таптым. Быны мин һөйгәнемдең бәхете өсөн эшләнем. Бәлки, быны мин үҙем өсөн эшләгәнмендер? - Һуңғы һүҙҙәрҙе Джон Хайцман үҙенә төбәп әйтте һәм уға төбәлгән ҡараштарҙы тоймайынса, үҙ алдына һөйләй башланы. - Беҙ ни өсөндөр йәшәйбеҙ - тик ни өсөн? Нимәгәлер ынтылабыҙ - тик нимәгә? Мин тиҙҙән үлермен, минән һуң нимә ҡалыр? Ҡоро тупраҡмы? Әммә әлеге мәлдә мин ошо проектымды тормошҡа ашырмайынса үлергә йыйынмайым. Минән һуң һөйгәнемдең мәңге йәшел баҡсаһы ҡалыуын теләйем. Күршеләренең матур баҡсалары менән бергә. Башта мин ландшафт дизайны менән шөғөлләнгән берәй ҙур фирманы ялларға уйланым. Контракт буйынса, әйҙә, эшселәр ҡараһын баҡсаларҙы, тинем. Әммә аҙаҡ аңланым: баҡсаның шәхси хужаһы булмайынса, уның йәне булмай. Шулай хәл иттем, һәр баҡсаның үҙ хужаһы булырға тейеш. Шуға ла өйҙәрҙе, участкаларҙы бушлай бирәм, һөйгәнемдең тирә-яғында матурлыҡ булһын, тим. Һеҙ контрактта тәҡдим ителгән шарттарҙың ысын булыуына ышанманығыҙ. Был эштең ниндәй маҡсат менән атҡарылыуын аңламанығыҙ. Хәҙер һеҙ бөтәһен дә беләһегеҙ...
Джон Хайцман шымды. Залдағы кешеләр ҙә шым тора бирҙе. Тынлыҡты башта беренсе булып янъял ҡуптарған ҡатын боҙҙо. Сәхнә янындағы өҫтәлдәрҙең береһе эргәһенә барып, үҙенең фамилияһын контрактҡа яҙҙырҙы ла, уҡып та тормайынса, ҡағыҙға ҡул ҡуйҙы, залдағыларға ҡарап өндәште:
- Эйе, мин ҡул ҡуйҙым. Беренсе булып мин ҡул ҡуйҙым. Тарихҡа шулай инермен. Сөнки мин беренсе. Уйлап ҡарағыҙ әле: бер ир ҙә, миңә тиһә, иң бай ир булмаһын, һөйгәненә бындай бүләк эшләгәне юҡ. Ҡабат эшләй ҙә алмаҫ.
- Быға тиклем берәү ҙә бындайҙы уйлап таба алмаған. Тарихта юҡ бындай хәл, - тип ҡысҡырҙы икенсе бер ҡатын.
- Мин һеҙҙе яратам, - тип өҫтәне өсөнсөһө.
- Мин участканы һеҙҙең һөйгәнегеҙ эргәһенән алғым килә, исеме кем уның? - тип һораны дүртенсеһе.
- Уның исеме… - тине лә, Хайцман туҡтап ҡалды: - Бәлки, ул был турала белмәһә яҡшыраҡ булыр. Яҙмыш ҡушҡан, тип уйлаһын.
Залдағы кешеләр сәхнә эргәһендәге өҫтәлдәр янына ағылды. Сират барлыҡҡа килде. Кешеләр, шатланышып, бер-береһенә, күрше, тип өндәшә башланы. Ҡатын-ҡыҙҙар сәхнәлә баҫып торған кешегә һөйөү тулы ҡараштарын төбәне. Джон Хайцман үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр изгелек энергияһын тойҙо, кешеләрҙең күңелендәге һөйөү, ихлас һоҡланыу уға ла ҡағылды. Был энергия бар ауырыуҙарға дауа һымаҡ. Сәхнәнән сыҡҡанда ул аҡһамай ине. Бер нисә ай дауамында ул биләмәләге эштәр менән үҙе идара итте.
Бер йылдан Саллиҙың виллаһы эргәһенә килгәндә, тирә-яҡ йәшел баҡсаға әйләнә башлағайны. Һөйгәне уның килерен алдан тойоп, ҡаршыһына йүгереп сыҡты.
- Джон, ҡалай һәйбәт килдең әле! Һаумы!
Салли, йәш ҡыҙҙай, эргәһенә осоп тигәндәй килде. Джондың ҡулдарынан тотоп, сәй эсергә саҡырҙы, үҙе бер туҡтауһыҙ шатлыҡтарын бүлеште:
- Беләһеңме, Джон! Тирә-яҡта иҫ китәрлек нәмәләр булып ята! Мин шул хәтлем бәхетлемен! Был тирәлә сүплек булмаясаҡ. Эргәбеҙгә изге күңелле күршеләр килеп йәшәй башланы. Тормош ҡайнай бында! Бизнесыңда берәй уңайһыҙлыҡтар килеп сыҡһа, иҫең китмәһен, Джон. Төкөр барына, бында йәшә лә ҡуй. Беҙ хәҙер аҡсаһыҙ түгел, улыбыҙ бик табышлы контракт төҙөгән. Беләһеңме, бындағы төҙөкләндереү менән ул идара итә. Беҙ тағы бер участка алдыҡ, улыбыҙ унда үҙенең өйөн төҙөйәсәк. Ә беҙ ошонда йәшәйек, теләһәң, әлбиттә.
- Бик теләйем, - тип яуапланы Джон Хайцман һәм өҫтәп ҡуйҙы: - Рәхмәт һиңә, Салли, изгелегең өсөн.
- Ә ниңә һеҙ иҫке өйҙә йәшәргә тейеш? - Джон Хайцман тауыш килгән яҡҡа әйләнеп ҡараны һәм үҙ улын күрҙе. Күрмәне, был ирҙең улы икәнен күңеле менән тойҙо. Йәш кеше һүҙен дауам итте: - Аңлауымса, һеҙ минең атайым булаһығыҙ? Әлегә әсәйем кеүек һеҙгә ҡарата йылы тойғоларым юҡ, әммә һеҙ икәүҙең бәхете өсөн яңы коттедж төҙөргә әҙермен.
- Рәхмәт, улым, - тине Джон Хайцман ҡарлыҡҡаныраҡ тауыш менән. Улын ҡосағына алғыһы килде, әммә баҙнат итмәне. Йәш ир үҙе ҡаршы атланы, ҡулын һуҙҙы: - Джон.
- Бына ҡалай һәйбәт! Бер-берегеҙҙе күрҙегеҙ, таныштығыҙ. Яҡындан белгәс, бер-берегеҙҙе оҡшатырһығыҙ, ә әлегә, әйҙәгеҙ, сәй эсергә, - тине Салли.
Өҫтәл артында ул тағы ла һуңғы айҙарҙағы иҫ киткес үҙгәрештәр тураһында һөйләүен дауам итте.
- Күҙ алдына килтер әле, Джон. Ышанаһыңмы-юҡмы, бында бөтәһе лә әкиәттәгеләй бер ваҡиғаны һөйләйҙәр. Бер кеше ошо тирәләге бөтә ерҙәрҙе лә һатып алған. Шунан иң шәп дизайнерҙарҙы, агрономдарҙы, баҡсасыларҙы саҡырып, уларға ғүмерлеккә бушлай участкалар бүлеп биргән. Был ерҙәрҙе ожмахтағылай баҡсаларға әйләндерер өсөн үҫентеләрҙе лә, орлоҡтарҙы ла бушлай таратҡандар. Етмәһә, бының өсөн биш йыл буйы уларға үҙе аҡса түләйәсәк. Был бит ышанмаҫлыҡ хәл. Ул үҙенең бөтөн капиталын ошоға тыҡҡан, тиҙәр.
- Бәлки, бөтөн капиталын түгелдер, - тип ҡаршы килде Хайцман.
- Һуң, кешеләр бөтәһен дә, тиҙәр. Беләһеңме, ни өсөн эшләгән ул быны?
- Ни өсөн? - тип тыныс ҡына һораны Джон Хайцман.
- Бөтөн ғилләһе бына шунда ла инде. Ул быны һөйгәне ошо матурлыҡ араһында йәшәһен өсөн эшләгән. Әйтеүҙәренсә, ул ҡатын үҙе лә ландшафт дизайны менән шөғөлләнә, ти. Уның виллаһы ҡайҙалыр ошонда була икән. Тик ул ҡатындың кем икәнен берәү ҙә белмәй. Уның кем икәне билдәле булғас, бында ни булырын күҙ алдына килтерәһеңме, Джонни?
- Нимә буласаҡ?
- Нисек инде, нимә буласаҡ? Бөтәһе лә ул ҡатынды күреп танышҡылары, гүзәллек алиһәһен тотоп ҡарағылары киләсәк. Мин, мәҫәлән, бик тә тотоп ҡарағым килә. Бик тә ғәҙәти булмаған ҡатындыр ул. Бәлки, тышҡы ҡиәфәте матурҙыр, йә күңеле сафтыр. "Донъялағы бер ҡатын да ир кешене шундай көтөлмәгән аҙымға этәрә алмай", - тиҙәр бөтәһе лә.
- Эйе, ысынлап та, - тип килеште Джон Хайцман һәм өҫтәп ҡуйҙы: - Былай булғас, нимә эшләйбеҙ, Салли?
- Нисек нимә эшләйбеҙ? - тип аптыраны Салли.
- Сөнки ул бөтәһен дә аптыратҡан ҡатын һин бит, Салли.
Салли телһеҙ ҡалып, Джонға тексәйҙе, сөнки ишеткәненә ышпанғыһы килмәй ине. Ҡулындағы сынаяғы төшөп ватылды, әммә быға берәү ҙә иғтибар итмәне. Улы ҡапыл һикереп торҙо, атаһы эргәһенә килеп, тулҡынланған тауыш менән өндәште:
- Атай! Атай! Кил, ҡосаҡлайым үҙеңде!
Джон Хайцман улын күкрәгенә ҡыҫты һәм уның йөрәге тибешен ишетте. Бәләкәй Джон, атаһын ҡосаҡлап, һоҡланып шыбырланы:
- Донъяла әле бер кем дә һөйгәненә мөхәббәтен улай аңлатмағандыр. Мин һинең менән ғорурланам! Мин һиңә һоҡланам, атай!
Атай менән ул Саллиға боролоп ҡарағанда, ул ни булғанын һаман да аңлап бөтмәгән ине. Ҡапыл сикәләре алланды, битендәге йыйырсыҡтары юҡҡа сыҡты, күҙҙәренән йәш бөрсөктәре килеп сыҡты. Салли уңайһыҙланып китте, тиҙ генә ире янына килде, ҡулдарынан тотоп, тышҡа алып сыҡты. Бәләкәй Джон атаһы менән әсәһенең акациялар араһындағы бәләкәй өйгә табан йәш үҫмерҙәр кеүек етәкләшеп атлауҙарын ҡыҙыҡһынып күҙәтте.
Ун йылдан йәшәреп киткән Джон Хайцман башҡа ирҙәр менән кафела ултырғанда, шат йылмайып, уларға үҙ хәбәрен һөйләй ине:
- Көсләмәгеҙ ҙә хатта, президенлыҡҡа үҙ кандидатурамды ҡуйыу тураһында уйлап та ҡарағаным юҡ. Ил менән президент булмайынса ла идара итеп була. Үҙ баҡсаңдан ғына. Бына бит һеҙ шәхси өлгөгөҙҙә нисек итеп матур тормош төҙөргә була икәнен иҫбат иттегеҙ ҙә баһа, бөтөн Америка гөл баҡсаһына әйләнеп бара түгелме? Эш былайға барһа, тиҙҙән Рәсәйҙе лә ҡыуып етербеҙ.
- Етербеҙ! Етербеҙ, - тип раҫланы уның һүҙҙәрен Салли, - тик, зинһар, әйҙә, өйгә ҡайттыҡ, Джонни. Балабыҙ һинһеҙ йоҡлай алмай, - ҡолағына ғына шыбырланы: - Һәм мин дә…
Артыҡ оло булмаған ике кеше ҡултыҡлашып, өйҙәренә ҡайтып бара - Джон Хайцман һәм Салли. Яҙ етһә, тормош яңынан башланған кеүек тойола уларға.
Радик ӨМӨТҠУЖИН тәржемәһе.
(Аҙағы. Башы 10-13-сө һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА