Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ойошторған "Заман ауазы" конкурсында БР, РФ Яҙыусылар союздары ағзаһы Мәүлиҙә ӘХМӘТЙӘНОВА "Ҙур проза" номинацияһында 1-се урын яуланы. Уға был урын әле "Ағиҙел" журналында һандан-һанға баҫылып килгән "Мәскәү ҡыҙы" романы өсөн бирелде. Мәүлиҙәне оло еңеүе менән ҡотлап, өс һорау бирҙек.
Мәүлиҙә, һәр яҙыусы үҙе тураһында яҙа, тиҙәр. "Мәскәү ҡыҙы" романында шәхси биографияң әҫәрҙең нисә процентын тәшкил итә? Художество уйҙырмаң миҡдары күпме?
- "Мәскәү ҡыҙы" әле "Ағиҙел" журналының өс һанында ғына сыҡты. Яҙғанда уҡыусыларымдың кемдәр булыуын күҙ алдына килтерә алмай инем, ололармы, балалармы тигәндәй, сөнки уның күп биттәре балалар тормошона арналған, ә ололар тормошо бала күҙлеге аша cағылған. Әҫәрҙә төп геройҙарға ҡағылмаған, ситкә китеүҙәр тип ҡабул ителә торған нәмәләр ҙә күп. Был һөйкәлмә сюжеттар, фәлсәфә ҡороуҙар, әйбер-ҡара, донъя, рус әҙәбиәтенә ҡағылышлы биттәр - балаға икһеҙ-сикһеҙ йыһандай ишелеп төшкән донъя...
Ниңә автор ғаилә тарихын эҙмә-эҙлекле генә итеп һөйләп сығыр урынға, быларҙы бирҙе икән, тип уҡыусының аңламауын, ҡәнәғәтһеҙлеген дә күҙалларға була. Әммә тәү ҡарашҡа "артыҡ" тойолғандай был юлдар - йән эйәһе тәпәйләп йөрөй башлаған көндән алып, уны уратып алған тормош сағылышы. Ошо багаж менән әҙәм балаһы оло юлға сыға, ғүмеренең һуңғы сәғәтенә тиклем бала сағын хәтерләп, шунда тойоп, аңлап ҡабул иткән тәғлимәттәр менән йәшәй.
Һәм бына көтөлмәгән хәл. Журнал уҡыусылар шатландырҙы, әҫәр мин һыҙған сиктәрҙән ситкә китеп бара һымаҡ, уны ололар ҙа, йәштәр ҙә уҡый, төрлө яҡтарҙан, төрлө хәбәрҙәр килә: оҡшаталар. Әҫәр бер күренеш булып үҙ тормошо менән йәшәй башланы, тип әйтергә була. Бер уҡылғанды тағы уҡыйҙар, бер тыңланғанды тағы тыңлайҙар. Тәүге мәртәбә ишеткәндә музыканы ла һаҡ ҡына ҡабул итәһең: күңелгә ятырмы, юҡмы. Ул тыңлаусыныҡы булып киткәнсе ваҡыт кәрәк. Шуға журнал варианты менән аҙ ғына булһа ла танышҡан уҡыусылар, трилогия китап булып сыҡҡас, уға ҡабат әйләнеп ҡайтыр, әҫәр А нөктәһенән Б нөктәһенә туп-тура ғына алып бармаһа ла, был лабиринтҡа шатланып инеп китерҙәр тигән өмөттәмен.
Ә биографияға килгәндә, беҙҙең быуынға сағыштырмаса тыныс заман тура килде: үткәндәрҙең хәтәре ололар ауыҙынан ишеткәне, киләсәк - планда ғына, бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәҙерге заман, осһоҙ-ҡырыйһыҙ оҙон бер көн, һәм мәңгелек Брежнев бабай - былары етмешенсе йылдар. Улар үтеп, һикһәненселәр башланһа ла, был донъяға мәңгелек булып килгәндәй тойолған ил башлығының яҡты донъяны ҡалдырып китеүен иҫәпләмәгәндә (улар ҙа ябай ғына әҙәми заттар), иҫ китерлек үҙгәрештәр булманы, әммә ниндәйҙер йәнлелек һиҙелә башланы. Оҙон бер көн үтте, уны алыштырып килгән көндәр төрлөләнде. Билдәле бер әҫәрҙә әйтелгәнсә, әфәнделәр, боҙ ҡуҙғалды. Шуныһы ла башҡа барып етте: киләсәк тә, үткәндәр ҙә бар, һәм улар бер сынйырҙың дүңгәләктәре шикелле, бер өлөшөнә генә тейһәң дә, бер юлы зыңлай башлай. Беҙ талондарға аҙыҡ-түлек алыу менән бер рәттән, саҡ күҙе асылған кешеләй, элек тыйылған китаптар уҡырға тотондоҡ, саҡ ишетә башлағандай, яңы төр музыка әҫәрҙәре тыңланыҡ, картиналар ҡарарға теләүселәр артынан оҙон сиратҡа баҫтыҡ. Егерменсе быуаттың һуңғы ун йылы ғына ҡараңғы Урта быуаттарҙың ауазы булып хәтерҙә ҡалды. Әммә шундай саҡта ла әҙәбиәт, музыка, һынлы сәнғәт беҙҙең күңелде байытты, китап магазиндары ишеге алдындағы сират эсемлектәр һатыла торғанынан кәм булманы.
Ниндәй заман тура килһә лә, яҡшымы ул, яманмы, кеше үҙ тормошо менән йәшәй, тарих китаптарында яҡтыртылған ҡайһы бер ваҡиғалар уның тормошонда сағылыш тапмауы ла мөмкин. Бына мин дә ошо йәшкә етеп, күберәк шәхси тормош менән йәшәгәнмен, заман тарихында әһәмиәтле булып тойолған ҡайһы бер нәмәләр мине урап үткән тип әйтә алам. Идеология һәр нәмәнән өҫтөн ҡуйылһа, бының нимәгә алып килерен аңланыҡ, беҙ, совет кешеләре, уға артыҡ ҙур урын биреп яңылышҡаныбыҙ ҙа башҡа барып етте.
Был оҙон яуап, ә ҡыҫҡаса ғына әйтеп, проценттарға килһәк, ғөмүмән, математика менән дуҫ түгелмен, яҙғанда төп геройың тыуһа, уның "башына инеп" артынан эйәрәһең, ә инде донъяны аңлауың, тормош тәжрибәһе ниндәйҙер дәрәжәлә биографиянан да киләлер, тик был ғына бик аҙ. Нимә тураһында һөйләйһең, заманды, тарихи ваҡиғаларҙы яҡшы белергә кәрәк. Әгәр әҫәрҙе ағас итеп күҙ алдына килтерһәк, уҡыусыға бары олоно, япраҡтары ғына күренә, ә тамырының тәрәнлеген, ниндәй ҡатламдарҙа ятҡанын үҙең генә беләһең. Ҡараламалар менән уҡыусыға һығылып сыҡҡанын үлсәү тәрлинкәләренә һалһаң, һуңғыһы шалт итеп өҫкә күтәреләсәк.
Әҫәрҙәреңдең уҡыусыны ышандырыу сифаты ҡайҙан килә тип уйлайһың?
- Әҙәби әҫәр уҡыусының телен байытырға, аңын үҫтерергә, ҡайһы бер ҡыҙыҡлы тарихтар халыҡ араһына таралырға, уҡығанда һәр һөйләме аңлашылып ҡына торорға тейеш. "Тейеш"тәр бында бик күп. Ә кем алдында ул шул тиклем бурысҡа батҡан? Уҡыусы алдындалыр. Китаптар киләсәк өсөн яҙыла, тимәк, ул хәҙер йәшәүселәр өсөн киләсәктән килә, алдан яҙыла, шуға уларҙы уҡыуы ла, һөйләп сығыуы ла, иҫтә тотоуы ла бик еңел түгелдер.
Был йәһәттән уҡыусының китап уҡыусы булараҡ төп эше - бар булмышынан юғарыраҡ күтәрелергә тырышыу, үҫеү, егерме-утыҙ йылдан һуң уҡыған һымаҡ уҡырға өйрәнеү. Уҡыусы ла, китап та бизмәндә тигеҙ тартырға тейеш, улайһа, кем ишетер, кем аңлар. Уҡыусы автор менән бер өҫтәл артында ултырып, ашыҡмай ғына әңгәмә алып бара. Автор ҡуҙғатҡан һорауҙар уҡыусыны ла борсорға, уйға ҡалдырырға тейеш, кире хәлдә, асыҡтан-асыҡ барған әңгәмә килеп сыҡмаясаҡ.
Бына ХХ быуаттың бөйөк шағирҙарының береһе Осип Мандельштамдың ижадын замандаштары бик аңламаған, ул тәнҡитселәргә: "Я мыслю опущенными звеньями", - тип әйтә торған булған. Ә бөгөн уның шиғырҙары киң таралған, ижады сит илдә лә, Рәсәйҙә лә тәрән өйрәнелә, ғалимдар, бер кем дә уны аша "һикерә алмаған" әле, тиҙәр. Ниндәй шиғырын ғына алма, ул бөгөнгө көн менән ауаздаш. Бына: "Мы живем под собою не чуя страны, наши речи за десять шагов не слышны". Тимәк, төшөп ҡалған сынйыр быуындарының артында нимә йәшеренгәнен аңлар дәрәжәгә еткән уҡыусылар үҫеп өлгөргән. Шағир кем булһа ла әйтергә тейешле дөрөҫлөктө ярып һалған, аҙаҡ нимә булырын аңлаһа ла әйткән. Был юлдарҙағы халыҡ һәм хөкүмәт араһында барған мөнәсәбәткә бирелгән билдәне беҙҙең класс журналына ла шартлатып ҡуйырға була, сталинизм "халыҡтар атаһы " менән табут эсенә инеп ятмаған, дөпөлдәтә баҫып арала йөрөй.
Был хаҡта башҡорт әҙәбиәтенән дә миҫалдар килтерергә булыр ине. М. Кәримдең "Ай тотолған төндә" трагедияһында автор Аҡъегет аша бына ниндәй һүҙҙәр еткерә: "Ах шул ҡоллоҡ! Бәндә - бәндә ҡоло, ҡанун ҡоло, йола ҡоло! Үҙҙәренә ҡанун яһайҙар ҙа шул ҡанундың ҡоло булалар!" Ҡомға башын тыҡҡан ҡош кеүек арт һаныңды күтәреп, оҙаҡ торһаң, ҡолға әйләнеүе оҙаҡ түгел. Шағирҙы үткән заман түгел, әлбиттә, бөгөнгө көндә урынлашҡан тәртиптәр тулҡынландырған, ул шул турала фекерләгән.
Ялған менән һуғарылмаһа, бына ошонда инде һүҙҙең, әҙәбиәттең көсө. Ышандыраһың килә икән, дөрөҫөн ярып һал. Үткән быуат башында халыҡ башынан үткән киҫкен ваҡиғаларға, замана ҡанундарына яраҡлашып, партия һәм хөкүмәт ҡарарҙарына таянып яҙылған әҙәбиәт өҫкә күтәрелде. Улар замана талабына тура килә, әммә киләсәк өсөн яҙылмаған, шуға бөгөн туҙанға батып ята. Шул уҡ ваҡытта Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәп Биишева, Яныбай Хамматов кеүек бөйөк талант эйәләре тыуҙырған, халыҡ тарихы дөрөҫ итеп һүрәтләнгән әҫәрҙәрҙе бөгөн дә яратып уҡыйҙар.
Һеҙҙең яҡтың мәшһүр шәхесе Рәшит Әхтәри тарихты, тормошто күп белеүен "ҡартнәһенең ҡушһондоғона" (ҡуш һандыҡ, йәғни ике бүлкәтле һандыҡ) бәйләп аңлата ине. Ә бына һинең зиһенеңде формалаштырыуҙа кемдең йоғонтоһо көслө булды, "ҡушһондоғоң" бармы?
- Рәшит ағайҙың исеме сыҡҡас, уны иҫкә төшөрөп китәйек, лайыҡ ине ул иғтибарға. Яҡташым, ысынлап та, тәбиғәттән килгән ҙур һәләт эйәһе ине, тик был һәләт сәскә ата алманы, тип әйтергә була. Ғәйеп атта ла, тәртәлә лә барҙыр, тип ҡотолайыҡ. Һәләт - әле уны "егә" белеү түгел. Атҡа барып төртөлгәс, былай тип тә дауам итергә була, уны тәүҙә йүгәнләйҙәр, һыбай өйрәтәләр, аҙаҡ көн-төн егәләр.
Рәшит Минһаж улының бер шиғыры иҫкә төшә: "Эй, замандар, замандар, /Булды яҡшы, ямандар, /Бер ваҡыт та булмағандыр /Теләктәргә тамандар..." Был юлдар аныҡ кешегә бағышланып яҙылған шиғырҙан алынһа ла, лирик герой шағир үҙе булғанын иҫтә тотайыҡ. Ошондай фекер ҙә тыуа: шағир ғүмеренә, теләгенә таман заман тыумаған. Ундай заман юҡ, булмаҫ та.
Ысынлап та, трагик яҙмышлы ижад әһелдәре тураһында һүҙ барғанда, фәлән-фәлән иртәрәк тыуған, һуңыраҡ донъяға килһә, уның иңенә бындай һынауҙар төшмәҫ ине, тиҙәр. Бындай һынауҙар булмаһа, икенселәре килеп сығыр, улары еңелерәк булыр инеме икән? Йәшлектәре, баласаҡтары Бөйөк Ватан һуғышына тура килгән ҡартинәйҙәр, атай-инәйҙәр, һуғыш ҡына булмаһын, беҙ күргәнде, һеҙ күрмәгеҙ, бер телем әпәйгә зар булып үҫтек, тинеләр. Барыһына булмаһа ла, беҙҙең быуын ир-егеттәренә лә табылып торҙо: Чернобыль фажиғәһе, Тоцк, Ырымбур, Семипалатинск полигондары, Афғанстан... Был бәләләрҙе өҫтә ултырған бер яуыз көс ойошторған тиһәләр, уларҙы кисереүе еңелерәк булыр ине. Юҡ шул, бөтә бәләләр ҙә кешенән, ябай кешенән килә.
Ә һүрәт яһау дәресендә күгәрсендәр төшөрөп үҫкән беҙҙең балалар иңенә ятҡаны бигерәк тә яман, сөнки уларҙы ҡырылыштар артта ҡалды, һине бары бәхетле, тыныс тормош ҡына көтә тип тәрбиәләнек. Әммә улай килеп сыҡманы, берҡатлылығыбыҙға тағы бер мәртәбә инандыҡ.
Ваҡыт кешене һынай, алдына үтеп сыҡмаҫлыҡ кәртәләр ҡуя, әммә кеше теләй икән, уға бәхетле итеп йәшәргә бер төрлө партия ла ҡамасаулай алмай. Тик был Рәшит ағайға ҡағылған осраҡта ижади тормошҡа аяҡ сала алған икән. Уның башына төшкән һынауҙар күп була: үҫмер сағында ана шул һандыҡта ятҡан, иҫкелек ҡалдығы тип табылған, боронғо китаптарҙы илап-илап яндырырға тура килә, әрме хеҙмәтендә махсус тәғәйенешле частар составында Кореяла барған һуғышта ҡатнаша, ә алда уны тағы ла яманыраҡ һынауҙар көтөп торған икән. Байрам көндәре тура килеп, Рәшит ағай бөтә республикаға таралаһы гәзитте үҙе типографияға ебәрә, был һанда милли мәсьәләләр күтәргән мәҡәләһен баҫтыра. Шағир халҡының теҙгене бушаңҡыраҡ, уйламайыраҡ баҫылған был мәҡәлә уны бейеккә үрләп барған баҫҡыстан бәреп төшөрә, нәшриәттә инде баҫтырырға йыйылған шиғыр китабы тарҡатыла.
Рәшит Минһаж улы тыуған мәктәбендә уҡытыусы булып, хеҙмәт хаҡы алып (колхозсыларға йүнләп түләмәйҙәр ине) эшләй. Ағай ғаилә ҡороп, өй һалып, балалар үҫтереп, бына тигән йәшәй. Ижад та итә бит, гәзит- журналдарҙа уның мәҡәлә, фельетондары, шиғырҙары баҫылып тора. Тик улар ҡайһы бер шағирҙарҙыҡы кеүек, ҡулдан-ҡулға күсерелеп йөрөтөлмәне, шиғыр юлдары халыҡ араһына таралманы. Рәшит ағайҙың һәләте, әлбиттә, гәзит ҡағыҙында, бер йыйынтығы йәш шағирҙар менән "дөйөм ятаҡта" баҫылған, йоҡа ғына, ус яҫыуындай өс китапҡа торорлоҡ түгел ине. Әммә нимә ҡалған, шул бар, юғы - юҡ. Был тормоштоң һынауҙарын үтергә Рәшит ағайға ҡушһондоҡ та ярҙам итә алмаған.
Һорауҙың икенсе өлөшөнә күсер алдынан шуны әйтеп ҡуям, үҙең тураһында һөйләүе еңел түгел. Беҙ урамда үҫкән балалар. Ауылда балалар баҡсалары асылыу менән маҡтанырға яратһаҡ та, беҙҙең заманда уларҙың булмауы беҙгә файҙаға ғына булған. Улар шәп булһа ла, баланы ғаиләнән айыра, әрһеҙлеккә өйрәтә, баланың теле боҙола. Ә өйҙәге бала ата-инәһе, ҡартинәһе мөхәббәтенә сорналып, йыр, әкиәттәр, йомаҡтар тыңлап үҫә. Ғаиләләрҙә быуындар бәйләнеше өҙөлөү, ул баланы бик күп нәмәнән буш ҡалдыра. Үҙаллы тормошҡа тәпәйләп киткәнсе, ҡулдарым ҡартинәйемдең йылы усында йөрөмәһә, мин фәҡир бер бәндә булыр инем. Беҙҙең ҡәртинәйҙәр үҙҙәре бер ҡушһондоҡ булды.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА