«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДУХТЫР ҒӘЙШӘ
+  - 


Беҙ бала саҡта ауылыбыҙҙа Ғәйшә, Фатима, Мәрйәм исемле ҡатындар күп булды. Һәр береһе бишәр-алтышар инде. Халыҡ уларҙы бутамаҫ өсөн ирҙәренең исемдәрен ҡушамат итеп алып атап йөрөттө: Мансур Мәрйәме, Йосоп Ғәйшәһе, Зәкир Фатимаһы һ.б. Мин һөйләйәсәк Ғәйшә инәйҙең бер үҙенә өс исем: Баймөхәмәт Ғәйшәһе, оҙон Ғәйшә, малдарҙы, кешеләрҙе тәрбиәләгән өсөн "духтыр" Ғәйшә тип йөрөттөләр.

Ҡайғыны ла, ауырыуҙы ла күп күргән был инәй мәрәкәселлеге, кешеләрҙе көлдөрөп, күңелдәрен күтәреп йөрөүе менән хәтерҙә уйылып ҡалған.
Таҡмаҡ сығарырға ла бик оҫта ине ул. Бер кеше таҡмаҡ әйтһә, уға ҡаршы тиҙ генә яуабын да таба торғайны. Атайымдың яҡын ғына ағаһының ҡатыны булараҡ, ул беҙгә йыш ҡына килеп йөрөнө.
Ғәйшә инәй 1907 йылдың 16 ноябрендә Ишембай районы Ҡолғона ауылының уҡымышлы кешеләре Хәмзә һәм Зөлҡағиҙә Дилмөхәмәтовтарҙың ишле ғаиләһендә донъяға килә. Дүрт-биш йәштәр тирәһендә бик ҡаты ауырып китә ул. "Бер мулла ғына йәнемә керә алды, бауыр ашатырға ҡушты, гел мәте балсыҡты һурып ашап йөрөй торғайным",- тип хәтерләр ине.
Илдә граждандар һуғышы бара. Ауылға берсә ҡыҙылдар, берсә аҡтар баҫып килеп керәләр ҙә, халыҡты талап, ас-яланғас итеп, миктәтеп китәләр. Ғәбделвәхит ағаһын, олораҡ булғас, үҙҙәре менән һуғышҡа алып китәләр. Атаһы, Хәмзә олатай, ғаиләһен ҡурсып, уларҙы йә баҙ аҫтында, йә һарай башында йәшереп ҡуя торған була. Граждандар һуғышынан һуң аслыҡ башлана. 1921 йылда Ғәйшәнең атаһы ҡапыл ғына вафат була. Етем балалар өсөн Иҫке Һәйеттә приют асалар, бик күп бала-сағаны шунда алып киләләр, араларында ололар ҙа була. Күп кенә балалар аслыҡтан шешенеп үлә. Ғәйшәнең Фаиза апаһы, аяғына саңғы кейеп, балаларға йөкмәп аҙыҡ-түлек ташый. Хәлһеҙ, ас бала-сағаға тимер мейестә ҡар иретеп эсерәләр, иретелгән һыуҙа ризыҡ бешереп ашаталар. Ғәйшә Фатима исемле һеңлеһен тураһында: "Тимер мейес өҫтөндәге өҫтө ябылмаған һыуҙы эсеп үлде", - тип һөйләй торғайны. Шуға ла: "Кис булһа, ризығығыҙ өҫтөн "бисмилла" итеп ябығыҙ", - тип иҫкәртеп торор ине.
Ун алты йәше тулғас, Ғәйшәне бер муллаға көсләп, икенсе бисәлеккә кейәүгә бирәләр. Әсәһе лә: "Бар ҙа ҡуй, ҡыҙым, мулла кеше бит, аслыҡтан интекмәҫһең, туҡ булырһың", - ти. Совет власы урынлашҡас, мулланы саҡ төрмәгә ултыртмайҙар. Уны төрмәнән алып ҡалыу өсөн ауыл кешеләре Ғәйшәгә: "Көн итеүҙәре үтә лә ауыр булғанлыҡтан, туғандарҙы аслыҡтан алып ҡалыу заруратынан уға кейәүгә барҙым, тип әйт", - тип аҡыл бирәләр. Шулай итеп, мулла төрмәгә ултырыуҙан ҡотолоп ҡала. 1929 йылда Ғәйшә Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы кешеһе Йомағолов Баймөхәмәткә тормошҡа сыға. Тәүге балаһы, Әлмөхәмәт исемле улы, туғыҙ айлыҡ ҡына сағында үлеп ҡала. 1932 йылда - Әхтәм, 1936 йылда Ғәбиҙә исемле ҡыҙы донъяға килә. Ғәбиҙәһенә ике йәш булғанда Ғәйшә ҡаты ауырыуға һабыша. "Ике-өс ай больницала ятҡандан һуң ғына өйгә ҡайтарҙылар. Абдрахман мәзин ете тапҡыр Ҡөрьән сыҡты, шунан һуң ғына арыуланып, аяғыма баҫтым", - тип хәтерләр ине инәй. Ире Баймөхәмәт 1941 йылда һуғышҡа киткәндә өсөнсө балаһы Байрамғәлигә ни бары бер генә йәш була. Ҡолғонанан әсәһе балаларҙы ҡарашырға ярҙамға килә. Ғәйшәнең әсәһе халыҡ ижадын, ғөрөф - ғәҙәттәрен яҡшы белгән, боронғо йырҙарҙы матур итеп башҡарған ағинәй була. Халыҡ медицинаһын бик яҡшы белә. Ғәйшә инәй әсәһенең теленең бер яғына еп, икенсе яғына энә һалып, теле менән энә һаплағанын һөйләп аптырата торғайны.
Ире яуға киткәс, бөтә ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә күтәрергә тура килә Ғәйшәгә: өс баланы ҡарау, хөкүмәткә ҡап, септә һуғыу, арҡан үреү, һалабаш төшөрөү, һал ағыҙыу һ.б. Аттары булмағас, күпселек осраҡта утынын да, бесәнен дә ҡатын-ҡыҙҙарҙың, бала-сағаларҙың үҙҙәренә һөйрәп ташырға тура килә. 1943 йылда, Үмәр ыҙмаһында, йыла һыҙырып, мал аҫрап ятҡан ваҡытта Баймөхәмәте һуғыштан ҡаты яраланып ҡайта. Ғәйшә дарыу үләндәре эсереп, гел үләнгә урап, ирен аяҡҡа баҫтыра. Тағы ике балаға ғүмер биреп, арыу ғына йәшәй башлағанда, 1947 йылда ире фажиғәле һәләк була. Күп тә үтмәй, әсәһе лә был яҡты донъя менән бәхилләшә...
Ауыл халҡы юҡҡа ғына "Духтыр Ғәйшә" тигән ҡушамат таҡмай уға. Ул совет власы йылдарында традицион булмаған дауалау алымдары тыйылһа ла, мал хаҡы, бала хаҡы, уларҙың гонаһы юҡ бит, тип, кешеләргә ярҙамға ашығыр ине. Мәҫәлән, С. ағайҙың тәнен экзема баҫа. Уны нисек шәбәйттең, ауырыуы ҡурҡыныс бит, тиҙәр уға: "Мин уны ҡулым менән дауаламайым бит, кеше үҙен-үҙе дауалай. Тал ҡайыры алып, уны ҡайнатып, мунсала йыуынырға, ҡатыҡ һыуына тоҙ һалып сайҡанырға ҡуштым, унан май өшкөрөп бирҙем. Ә Сәлимгәрәйгә әсегән ҡаймаҡ өшкөрөп бирҙем", - тип яуаплай.
Ғәйшә инәй кешеләрҙе дауалағанда артыш, мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, ҡарағат япраҡтары, бәгәнәш, әлморон тамыры, емеше, йәмшегән емешен, бөрөләрен, һарыҡтың эс майын, имән бәшмәген ҡуллана торғайны. Имән бәшмәген күҙ тейеүҙән быҫҡытыр ине, һыҙлаған ерҙәргә һөртөргә балауыҙлы майҙы ҡулланғаны иҫтә. Әлморондо күҙ тейеүҙән ҡайнатып эсерер ине, баланы ҡойондорорға һәйбәт, ти торғайны.
Ғәйшә инәйҙең әллә ҡасанғы хәл-ваҡиғаларҙы, кешеләрҙең исемдәрен хәтерләүенә аптыраһаҡ, ул: "Мин бала саҡта ҡуҙғалаҡты күп ашаным, ул хәтерҙе яҡшырта. Ҡөрьәнде лә бер-ике тапҡыр уҡыһам, ятлап алам", - ти торғайны. Йәйен үҙе һымаҡ фронтовик ҡатыны Дәғиә инәй менән икәүләп, май үләненә - таҡыябаш, ҡайын, йүкә япрағына; ҡом бешкәс, ҡомға ятырҙар ине.
Ғәйшә инәйгә Өфөнән бер профессор килеп, ауырыуҙарҙы нисек тәрбиәләүе, нимәләр ҡулланыуы тураһында һораша. Золом шауҡымы кешеләр аңында уңалмаҫлыҡ тәрән эҙ ҡалдырған шул, ул йылдарҙа бер йыр, таҡмаҡ өсөн дә кешене төрмәгә ултыртҡандар бит. Үҙ ғүмерендә күпте күргән, күпте кисергән инәй ул профессорға бик асылып китмәй, кешеләрҙе өшкөрөп дауалауы тураһында өндәшмәй, төрлө үләндәр менән дауалауы тураһында ғына әйтә. Ауылда бик күп балаларҙың кендек әбейе лә булды Ғәйшә инәй. Бала- сағаны бик ярата ине, әкиәт һөйләр, кәнфиттәр таратыр, уйындар өйрәтер ине. Һуғыштан һуң тыуған кесе балалары Рамаҙан ағай, Фәйрүзә апай үҫкәндә уларҙың өйөнән бала-саға өҙөлмәне. Балаларҙың өҫтәре бысранһа, әсәйегеҙ әрләп ҡуймаһын, тип, кейемдәрен йыуып, киптереп, сәйҙәр эсереп ҡайтарыр ине. Һыуҙың сауабы ҙур, тип, ҡыҙҙарҙан оло кешеләргә һыу ташыта торғайны. Ғәйшә инәйҙең: "Кешегә яҡшы, изгелекле булығыҙ. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара. Кешенең әйберенә теймәгеҙ. Үлгәс, төймә урлаһаң - төймә аша сығырһың, энә урлаһаң - энә аша сығырһың. Үлсәүгә кермә, ғәйбәткә кермә, етем ризығын ашама, шунан да ҙур гонаһ юҡ", - тип балаларға әйтеп ултырғаны хәтерҙә.
Уйлайым да, хайран ҡалам: шул тиклем дә көслө ихтыярлы ысын ағинәй булған икән ул Ғәйшә инәй. Һуғыш ваҡытында аслыҡта ла ураҙаларын ҡалдырмай, әсе ҡатыҡ эсеп, билен һыға быуып, план-нормаларын да үтәгән, хатта кәбән һалғанда, бүҫере килеп сығып, яулыҡ менән эсен бәйләп йөрөгән. Ғәйшә инәй тик ултырырға яратманы, хәрәкәттә-бәрәкәт тип, гел йәйәү йөрөнө. Ни хәтлем ауыр эштәрҙә эшләһә лә, шөкөр, 88 йәшкә тиклем йәшәне инәйебеҙ. Бына шундай инәйҙәр булды элекке замандарҙа. Улар өлгөһөн, тәжрибәһен ысын тәрбиә мәктәбе һабаҡтары итеп һөйләргә лә һөйләргә кәрәк.

Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА.
Учалы районы.

"Киске Өфө" гәзите, №14, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.04.24 | Ҡаралған: 921

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru