«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺУЛАР ҺАУАҢ АҒЫУ БУЛҺА
+  - 


Ниҙәр булды, йәмәғәт, беҙҙең менән? Һулаған һауабыҙҙың - еҫен, эскән һыуыбыҙҙың тәмен тоймайбыҙ, гөрләп килгән яҙҙың йәмен күрмәйбеҙ. Әллә заводтарҙан сыҡҡан ағыулы химик төтөн күҙҙәребеҙҙе, еҫ һиҙеү ағзаларын томаланымы? Бик ихтимал, сөнки берәү булмаһа, икенсе берәү саң һуғыр, һулаған һауабыҙ, эскән һыуыбыҙ сифаты хаҡында йәмәғәтселеккә мәғлүмәт еткерер, тейешле органдарҙан яуап талап итер ине.

Хәйер, йәмәғәтселәрҙең дә хәҙер элеккеләй кәре юҡ һымаҡ, матбуғат та өндәшмәй, ә инде көн-төн телефон тотоп ултырғандарҙың унда эше лә юҡ. Ә бит интернеттан күренеп тора: Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса Башҡортостан идаралығы үҙенең сайтында көн дә республикала һауа атмосфераһының торошо һәм уның бысраныу кимәле хаҡында отчет теркәп бара. Был отчетты ҡарап, сәстәрең үрә тора! Социаль селтәрҙә ошо юҫыҡта яңғыраған яңғыҙ тауыш эйәһе Гөлназ Латипова, әйткәндәй, 27 мартта уҡ был мәсьәләгә иғтибар итә һәм Өфөлә һауа атмосфераһын бысратыу буйынса мониторингтың күҙәтеү постары мәғлүмәттәрен килтерә. Бына ул мониторинг мәғлүмәттәренән бер нисә генә юл: 1-се ПНЗ (Бысраныуҙы күҙәтеү пункты), Минская урамы: Туҙан, көкөрт диоксиды, азот диоксиды, углерод оксиды, бензапирен.
2-се ПНЗ, Азатлыҡ (Свобода) урамы: углерод һәм азот оксидтары, фенол, водород хлориды.
5-се ПНЗ, Октябрь проспекты: водород көкөртө, формальдегид, толуол, этилбензол, хлорбензол, изопропилбензол, ауыр металдар (хром, ҡурғаш, марганец, никель, баҡыр, тимер, цинк, кадмий, магний).
14-се ПНЗ, Ульяновтар урамы: углерод һәм азот оксидтары, водород көкөртө, формальдегид, бензол, ксилол, толуол, этил-хлорбензол, изопропилбензол.
Ә бына 12 апрель көндөҙгө сәғәт берҙә был күҙәтеү посында изопропилбензол тупланышы нормала ҡаралғандан 4 тапҡырға артып киткән! Шул да мәғлүм булһын: изопропилбензол (кумол) - ул канцероген хәүефенә эйә: тын юлдарын ҡуҙғыта, бауырға зарар килтерә, уның тәьҫиренән баш әйләнә һәм ауырый, кешенең дөйөм хәле насарлана.
17-се ПНЗ, Ғафури урамы: фенол, бензол, ксилол, толуол, этилбензол, хлорбензол, изопропилбензол, водород хлориды.
23-сө ПНЗ, Ст. Злобин урамы: көкөрт диоксиды, азот диоксиды, азот оксиды, водород көкөртө, формальдегид, ауыр металдар (хром, ҡурғаш, марганец, никель, баҡыр, тимер, цинк, кадмий, магний).
Бөтөн Менделеев таблицаһы! Бындай хәл республиканың башҡа ҡалаларында ла күҙәтелә. Мәҫәлән, Башҡортостандың дәүләт аналитик контроль идаралығының лаборатория директоры урынбаҫары Рөстәм Сабиров Өфөлә булып үткән Экология форумында белдереүенсә, ғинуар-март айҙарында Стәрлетамаҡ ҡалаһында ғына ла аммиак, азот оксиды һәм диоксиды, винилхлорид, фенол, метанол һәм башҡа бысратыусылар буйынса норманан артып киткән 604 осраҡ теркәлгән! Былтыр йыл буйына бындай хәлдең 1 мең булыуын иҫкә алғанда, был күрһәткес быйыл тәүге кварталда уҡ "үтәлә" яҙған. Ә бына Салауатта былтыр ҡала халҡы һулаған һауаның бысраныуы 885 тапҡыр норманан артып киткән булһа, быйыл тәүге кварталда шулай уҡ былтырғының яртыһы тиерлек тәшкил ителгән дә инде. Өфөлә иһә һауаның бысраныуы 165 тапҡыр норманан ашып киткән һәм ул күберәк водород көкөртө буйынса теркәлгән. Быйыл ошо ҡалалар халҡынан ризаһыҙлыҡтар бик күп булыуға ҡарамаҫтан, Рөстәм Сабиров әйтеүенсә, "теге йәки был предприятиеға ҡағылышлы бысратыуҙар буйынса беҙ оператив рәүештә ошо предприятиеға инеп тикшереү үткәрә алмайбыҙ. Был юҫыҡта мәсьәләне хәл итеүҙә тейешле закон нигеҙҙәренә төҙәтеүҙәр индереүҙе һорап, бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итһәк тә, улар һаман ҡаралмай".
БР Экология министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала сәнәғәт предприятиелары һәм транспорт тарафынан атмосфераға йылына 550 мең тонна һауаны бысратыусы ағыулы химик матдәләр бүлеп сығарыла. Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында - 1-се, ә Рәсәйҙә 7-се урында тора. Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәт етәксеһе Светлана Радионованың онлайн тәртиптә ҡатнашлығында 5 апрелдә булып үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙа дүрт эш йүнәлешен билдәләне. Шуларҙың береһен атап, ул Рәсәй Экология министрлығы, "Росприроднадзор" һәм Башҡортостан Хөкүмәте менән "Башҡортостан сода компанияһы", "Салауат газпром нефтехим" һәм Стәрлетамаҡ "Синтез-Каучук" заводтары араһында һауаны бысратыуҙарҙы кәметеү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйыуҙы юғары баһаланы. Былтыр предприятиеларға ошо маҡсаттарҙа 1,7 млрд һум аҡса бүленгән, ә инде 2030 йылға тиклем экологияны һаҡлауға инвестиция күләме 14 миллиардҡа етәсәк, тип өмөт ителә.
Эйе, киләсәккә инвестиция мөһим, ләкин беҙҙең бөгөнгө хәлебеҙ ҙә кисектереүҙе ғәфү итмәйәсәк, сөнки күпме кеше ағыулы һауа һулап, үпкә-тын юлдары, йөрәк-ҡан тамырҙары, аллергия сиренә дусар ителә һәм ваҡытынан алда донъя ҡуя, күпме сирле-зәғиф сабыйҙар тыуа! Тап шуның өсөн дә республика Башлығы әйтмешләй, "...Яҡындағы осорҙа беҙҙең алда торған бурыстар революцион үҙенсәлеккә эйә". Башҡортостан ере, һыуы һәм һауаһының ныҡ ҡаҡшауына килтергән был мәсьәләне хәл итеүгә әлеге "революцион" ҡараш һәм мөнәсәбәт ошо кимәлдән төшмәһен, изге ниәт кенә булып ҡалмаһын һәм тиҙ араларҙа үҙ һөҙөмтәләрен килтерһен ине, тигән теләктә ҡалайыҡ.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Өфөлә булып үткән Экология форумы сиктәрендә ойошторолған "Һауа атмосфераһын һаҡлау өлкәһендәге закон нигеҙҙәренең көнүҙәк проблемалары" темаһына түңәрәк өҫтәлдә "Экология" милли проектының "Таҙа һауа" программаһы буйынса һауа бысраныуҙарын кәметеү мәсьәләләре ҡаралды. Унда БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы Рөстәм Кәримов үҙенең сығышында республиканың һауа атмосфераһы бысраныуы буйынса Рәсәйҙә тәүге тиҫтә иҫәбенә инеүен төбәктә сәнәғәт үҫешенә бәйле булыуын, ләкин бының кире яғы булып граждандарға күкрәк тултырып саф һауа һуларға мөмкинлек ҡалмауын билдәләне. "Беҙ халыҡтан, айырыуса Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Өфө ҡалаларынан бик күп ризаһыҙлыҡ белдерелгән хаттар алабыҙ", - тине ул. Роспотребнадзорҙың коммуналь гигиена буйынса бүлек начальнигы Лариса Кильдюшева ла халыҡтан яуған ялыу хаттарының артыуын раҫланы һәм һауаның таҙалығы даими рәүештә тикшерелеп тороуын әйтте. Уның һүҙҙәрен дауам итеп, БР Дәүләт аналитик контроль идаралығы директоры урынбаҫары Рөстәм Сабиров автоматлаштырылған постар тарафынан һауа атмосфераһы таҙалығына төбәк мониторингы һөҙөмтәләре, бысраныуҙарҙың норманан ашып китеүен теркәү һәм ундай хәлдәрҙең һаны хаҡында һөйләне.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.04.24 | Ҡаралған: 181

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru