Һыуһар һүрәте Рәсәй тарихында билдәле булған беренсе территориаль эмблемалар иҫәбенә инә. Иң элек ул Өфө губернаһы воеводаһының көмөш мисәтенә төшөрөлә.
Һыуһар Өфө ҡалаһы гербына XVII быуат урталарында, Петр I реформалары ваҡытында индерелә. Шулай ҙа ҡаланың икенсе гербы - аҡ ат һүрәтлеһе лә була. Әммә ул оҙаҡҡа бармай, аҙаҡтан Өфө гарнизоны байраҡтарында ғына тороп ҡала. Ә һыуһарлы герб барыһына ла оҡшай, һәм ул бөгөн дә үҙенең композицияһы һәм төҫтәре буйынса тарихи гербты ҡабатлай.
Ҡиммәтле тиреле йәнлектең Өфө ҡалаһы менән бәйле булыуы тарихи яҡтан бик нигеҙле. Ул замандарҙа Башҡортостанда һыуһар ныҡ таралған була, ә уның йомшаҡ йөнлө матур тиреһе юғары баһалана. Башҡорттар аҡ батша Иван Грозныйға түләгән яһаҡтың бер өлөшө тап һыуһар тиреләре һаны менән иҫәпләнә.
Өфөнөң хәҙерге гербы рәссам Салауат Ғиләжетдинов тарафынан тергеҙелә. Гербтың үҙәк фигураһы - йүгереп барыусы тәбиғи көрән-һоро төҫлө һыуһар. Уның ғорур һыны - байлыҡ, ғорурлыҡ һәм дәрәжәле булыу символы. Гербтың көмөш төҫөндәге майҙаны - инаныс, саф йөрәклелек һәм күңелдең юғары выжданлылығы билдәһе. Гербтың аҫҡы яғындағы йәшел ялан - уңдырышлылыҡ, шатлыҡ, азатлыҡ, һиллек һәм тыныслыҡты символлаштыра.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|