Кесе Ватан - ул беҙ тыуған, йәшәгән, тәрбиәләнгән, мәҙәни үҙенсәлеген һәм традицияларын үҙләштергән урын. Шуға Кесе Ватан мәҙәниәтенә, милләтеңә, йолаларыңа, ғөрөф-ғәҙәттәреңә, әхлағыңа, атай һәм әсәй быуындарына бәйләнешең булырға тейеш.
Аңлау өсөн мәҙәниәт, традициялар, этика кеүек төп төшөнсәләрҙең айышына төшөнөү зарур. Мәҙәниәт - латин теленән "эшкәртеү", "тәрбиәләү", "белем биреү", "үҫеш", "хөрмәтләү" тигәнде аңлата, ул йәмғиәттең ижади көстәре тыуҙырған матди һәм рухи ҡиммәттәрҙең үҫеш кимәле. Ябай тел менән әйткәндә, мәҙәниәт - ул теге йәки был ҡылыҡтарҙы тыйыу һәм рөхсәт итеү системаһы. Ә традициялар - быуындан-быуынға тапшырыла килгән идея, ҡараш, зауыҡ, эш итеү рәүеше, ғөрөф-ғәҙәттәр, үҙ-үҙеңде тотошоңда, көнкүрешеңдә тәртип булдырған йола. Әммә беҙ бөгөн ошондай дөйөм төшөнсәләр менән үҙебеҙҙең берҙәйлегебеҙҙе таныйбыҙмы һуң?
Әгәр элек халыҡтың берҙәйлеген тамғалар, кейемдәр, йолалар, тәртип, ғөрөф-ғәҙәт һәм башҡалар сағылдырһа, хәҙер ул ниндәй телдә һөйләшеүгә ҡайтарып ҡалдырыла. Һәм көндәлек тормошта тик телде үҫтереү менән генә мәшғүлбеҙ. Әммә, билдәле булыуынса, тел - ул тик "һанлы код" менән ниндәйҙер мәғлүмәтте ҡағыҙға хәрефтәр ярҙамында күсереү генә, шул уҡ ваҡытта мәҙәниәт - ул табу, йәғни тыйыу. Ә ул үҙ сиратында теге йәки был милләттең тәртибенә йоғонто яһай. Беҙҙең берҙәйлекте аңлауыбыҙҙа (Башҡортостан һәм Рәсәйҙә йәшәгән башҡорт, татар, урыҫ, йәһүд, сыуаш, мордва һ.б. күп һанлы халыҡтарҙың) мәҙәниәтте төшөрөп ҡалдырып, ниндәй телдә һөйләшеүгә баҫым яһала. Һәм ышаныс менән әйтергә була, Башҡортостан ҡалаларында башҡорт, татар, урыҫ һ.б. этнос тамғалары юҡ. Ни өсөн? Әйҙәгеҙ, мәҙәниәтебеҙ һәм берҙәйлегебеҙгә ярашлы, бер нисә эҙмә-эҙлекле осраҡты ҡарайыҡ.
Этностың, халыҡтың быуаттар дауамында йәшәү һәм һаҡланып ҡалыу нигеҙендә уның мәҙәниәте, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, холҡо ята, шунан ғына теле һәм дине килә. Сөнки мәҙәниәт кешелә йәмғиәттә үҙ-үҙеңде тотоу кодексын формалаштыра. Ә дин, белеүебеҙсә, күптәр менән идара итеү системаһы ғына ул. Бөгөн һеҙҙең менән берҙәйлектең ике аспектын ғына ҡарайыҡ: кейем һәм йолалар.
Тәү сиратта кейемдә сағылған үҙебеҙҙең милли берҙәйлекте күҙҙән үткәрәйек. Һүрәттә кейем өлгөләре бирелгән. Уң һәм һулда күрһәтелгән һүрәттәргә күҙ ташлағыҙ. Уңда башҡорт, татар, урыҫ халыҡтарының милли ансамблдәре кейемдәре килтерелгән. Уларҙың ниндәй төҫтәр, тамғалар, биҙәктәрҙә тороуына иғтибар итегеҙ. Меңәр йыллыҡ тарихыбыҙ дауамында ата-бабаларыбыҙ тарафынан уларҙың һәр береһенә айырым мәғәнә һалыныуын, быуындан-быуынға ҡәҙерләп һаҡланып, тапшырыла килеүен беләбеҙ. Әммә шундай һорау тыуа: семәрҙә, тамғала, биҙәктәрҙә сағылдырылған образдарҙың йәшерен мәғәнәһен кемебеҙ аңлай һәм уның тураһында һөйләй, йәки тамғаның атамаһын һәм аңлатмаһын булһа ла әйтеп бирә ала? Ә бит кейемгә ҡарап, беҙ кешенең ниндәй ырыуҙан, ауылдан, төбәктән булыуын билдәләйбеҙ, йәки ниндәй милләт кешеһе икәнен таныйбыҙ.
Ә хәҙер һул яҡта күрһәтелгән һүрәттәргә күҙ һалығыҙ. Ябай яулыҡ - хиджаб. Уларға ҡарап, былар ғәрәптәр, тигән һығымтаға килергә була. Аҫтында аңлатмалы яҙыуы булмаһа, был беҙгә ят булған мәҙәниәттән килгән кейемдәгеләр беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ икәнен белмәҫ тә инек. Дин менән бутамағыҙ. Мәҙәниәт һәм халыҡҡа ҡарата дин икенсе, хатта өсөнсө урында тороуын аңларға кәрәк.
Тарих дәүерҙәренә күҙ һалһаҡ, халҡыбыҙҙың дине мәжүсилектән Исламға тиклем үҙгәреш алған. Материализм да диндең бер төрө ул. Барлыҡҡа килгән генә осорҙа һәр бер дин бөтә кешеләрҙе лә үҙенә буйһондора, хатта аҡыллы һәм көслөләр ҙә ситтә ҡала алмай. Аҙаҡ уны тәфсирләйҙәр, хаҡ тормош урынына йолалар индерелә, һәм барыһы ла жрецтарҙың ике йөҙлөлөгө, уларҙың власть һәм хөрмәт артынан ҡыуыуы менән тамамлана.
Бына инде ҡарағыҙ, урамдарҙа хиджаб кейгән ҡыҙҙар көндән-көн күбәйә һәм шул рәүешле башҡорт, татар һәм урыҫ халыҡтарының мәҙәниәтен уларға бөтөнләй ят булғанына алмаштыра. Шуныһы ҡыҙғаныс, былай кейенергә өгөтләгән йәштәр был рәүешле халҡының милли кейемен, үҙ мәҙәниәтен ҡыҫырыҡлауын аңламай. Әгәр ҙә улар Ислам диненә килгән икән, был турала бар донъяға белдереп, ғәрәп мәҙәниәтен рекламалап йөрөү урынына, үҙ милли кейемдәрен күрһәтергә нимә ҡамасаулай һуң? Яулыҡ бөтәһендә лә бар бит! Ислам динен ҡабул ит, әммә үҙ мәҙәниәтеңде һаҡла, күҙ буяу өсөн генә йөрөмә. Ислам - ул тыйнаҡлыҡ, ә ҡупыҡлыҡ түгел дә баһа.
Тағы ла шундай бер факт, менталитет тураһында ла әйтмәй булмай. Донъяға ҡараштары йәһүд, христиан һәм мосолман диненә нигеҙләнгән халыҡтарҙан айырмалы рәүештә, ҡытайҙар киләсәгенә арҡаһы менән тора, шуға улар үткәндәренә текләп ҡарай. Традицияларҙың көсө, үҙ архетибыңды һаҡлау, башҡа халыҡтарҙы ассимиляцияға дусар итә алыу ҙа ошонан килә.
Был донъяла "йәшәгән" йылдарҙан сығып та фекер йөрөтөргә була. 2024 йыл һижри календарь буйынса 1446 йылға тура килә. Ә ҡытай календарына ярашлы, хәҙер 4591 йыл. Һинд календарынса 5000 йыл самаһы йәшәгәнбеҙ. Урыҫ календарында 7532 йыл, тик 1700 йылда 5508 йылын алып ташлағандар. Йәһүдтәрсә 5782 йылда йәшәйбеҙ. Тимәк, ҡытайҙар һәм һиндтар был йәһәттән беҙҙән бер ни тиклем олораҡ, тәрән аҡыллы ла. Беҙ ҙә аҡыллыраҡ булайыҡ.
Шуға күрә Башҡортостанда үткән милли кейем көнө - үтә баҫалҡылыҡты сағылдыра, был шундай боронғо халыҡ вәкиле булыуҙан оялыу менән ауаздаш хатта. Милли кейемебеҙҙе заман талаптарына яраҡлаштырып, йәки үҙебеҙҙе башҡорт, татар, урыҫ тип танытҡан биҙәктәр, тамғалар, образдар тыуҙырған кейемде көн дә кейергә тейешбеҙ. Ҡытайҙар, һиндтар, Урта Азия халыҡтары ла шулай итә һәм шул рәүешле үҙ мәҙәниәтен һаҡлай, үҫтерә генә түгел, туған телен дә йәшәтә! Беҙ уларҙан кәмме ни? Тик бында ла алтын урталыҡты һаҡлау зарур, юғиһә, урыҫтар әйтмешләй, алйотҡа, Хоҙайға табын, тиһәң, маңлайын ярыр. Сама тигәнде онотмау мөһим.
Берҙәйлегеңде, мәҙәниәтеңде, тел үҙенсәлектәреңде һаҡлау өсөн традицион кейемдәрҙе күҙ ҡараһылай һаҡларға, уларҙы заман талаптарына ярашлы үҙгәртергә, әммә әхлаҡи өлөшөнә баҫым яһарға кәрәк. Милли кейемдәрҙә булған биҙәктәр сигеүле кейем кейһәк тә яҡшы. Был эште мәктәптәрҙән башлау айырыуса өҫтөнлөклө, сөнки балаларыбыҙ күп милләтле берҙәм һәм диндәр, конфессиялар тигеҙлеге һаҡланған дәүләттә йәшәүебеҙ менән ғорурланырға тейеш.
Тағы ла бер фекер алышыу талап иткән тема - йола, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ. Ҡытайҙар әйтмешләй, беҙ, Себер халыҡтары, йәки Себер цивилизацияһы вәкилдәре һәр ваҡыт община менән йәшәгәнбеҙ. Һыуыҡ климатта йәшәүебеҙ ҙә быға йоғонто яһаусы факторҙарҙың береһе булыуы ихтимал, сөнки ырыуҙаштар ярҙамынан тыш тере ҡалыуы мөмкин булмаған. Шуға хатта өй төҙөгәндә лә кеше бер үҙе генә эшләмәгән, уға бөтә ырыу халҡы, заттары ярҙам итешкән. Ә мәғлүм булыуынса, бөтә ғаиләләр ҙә өс быуындан торған: олатай-өләсәй, атай-әсәй һәм кәмендә биш бала. Ғаиләләрҙә балаларҙың күплеге тере ҡалырға тырышыу, үлемесле ауырыуҙарға, нәҫелде дауам итеүгә бәйле булған, ә хәҙерге кеүек "модала" булған өсөн түгел. Сөнки ул заманда бөгөнгө кеүек пенсиялар булмаған, ата-әсәләр тураһында хәстәрлек тулыһынса балалар иңенә ятҡан. Ә өс быуындан торған ғаилә балаларҙа һәм ейәндәрҙә өлкәндәргә ҡарата хөрмәт, ихтирам, түҙемлек һәм һөйөү тәрбиәләгән, сөнки улар ҙа тиҫтә йылдарҙан һуң шундай уҡ олатай-өләсәйгә әүереләсәк. Шуға, хәҙерге көндә Башҡортостанда ҡарттар йорто йәки балалар йорттары барлығы - ошо төбәктә йәшәүсе халыҡтар өсөн хурлыҡ билдәһе. Был ғаилә ҡиммәттәре, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең юҡҡа сығыуының һәм ер йөҙөндәге халыҡтарҙың нигеҙҙәре, киләсәге емерелеүенең бер күрһәткесе.
Үрҙә телгә алынғанса, беҙ, башҡорттар, һәр ваҡыт община менән йәшәгәнбеҙ һәм ҡулдан килгәнсе бер-беребеҙгә ярҙам иткәнбеҙ. Ниндәйҙер мануфактура асырға кәрәк була икән, бөтә ырыу был эшкә ҡушылған, берәмтекләп аҡса йыйылған һәм шуға ҡорамалдар, тауар, сеймал һатып алынып, эш яйға һалынған. Әлбиттә, килем дә ырыу ағзалары араһында тигеҙ бүленгән, йәки тыуған-тыумасаны йәшәтеүгә, уҡытыуға, йорт һалып биреүгә кәрәк осраҡтарға тотонолған.
Хәҙер үҙебеҙ йәшәгән 21-се быуат системаһын сағыштырайыҡ, беҙ һаман да башҡорттар булып ҡалғанбыҙ ҙа һымаҡ... Әммә берәйһенең балалары өйләнешкәндә йәштәр өсөн торлаҡ мәсьәләләрен ата-әсәһенән башҡа кем хәстәрләшә? Күптәрҙең ата-әсәһе лә ярҙам итә алмай, йәш ғаилә банктан юғары процентҡа кредит алып, үҙ йүнен үҙҙәре күрергә мәжбүр була. Ә бит ҡатын-ҡыҙ бала табырға йөрьәт итһен һәм шул рәүешле үҙенә тәбиғәттән һалынған изге бурысын үтәһен, дәүләттең демография сәйәсәтенә ярҙам итһен өсөн үҙ өйө булыуы тәү шарт. Бөгөн беҙҙең йәш ғаиләләр 20-25 йыл ипотеканы түләүгә эшләй.
Ошо урында шундай һорау тыуа: "Ысынлап та башҡорт, татар, урыҫ, йәһүд, сыуаш, мордва йәки башҡа милләт кешеһеме ул һеҙ?" Әгәр һеҙ атамағыҙ ғына түгел, ә йолаларығыҙ буйынса ошо халыҡтарҙың бер вәкиле булһағыҙ, ҡан ҡәрҙәштәрегеҙ барыһы ла берләшеп, күптән фатир алырға ярҙам иткән булыр ине. Мәҫәлән, 100 ғаилә туғандаш икән, туйығыҙға 50 мең һумдан һалһалар ҙа (бер йыл эсендә был сумманы туплай алырҙар), ҡулығыҙға 5 миллион һум аҡса төшәсәк. Йәш ғаилә фатир һатып ала, йәки йорт һалдыра ала. Улар аяҡҡа баҫып алыу менән туғандарына ырыу менән шундай уҡ ярҙам күрһәтә башлай. Был йорт алыуҙа ғына түгел, шул уҡ шәхси эшеңде асыу, бизнесҡа ла ҡағыла.
Тик, ҡыҙғанысҡа күрә, Башҡортостанда башҡорттар, татарҙар, урыҫтар һәм башҡа ерле халыҡтар юҡ һымаҡ табаһа! Шуға был ҡырыҫ донъяла тере ҡалыу өсөн беҙгә тамырҙарыбыҙҙы барларға, мәҙәниәтебеҙҙе тергеҙергә һәм милләтте йәшәтер көстө табырға кәрәк. Күмәкләгән яу ҡайтарған, ти. Был йәһәттән ҡытайҙарҙан өлгө алырға була: улар бизнесты ла, эште лә ғаилә мәнфәғәтендә ҡора.
Шамил БАТЫРШИН,
ӨДНТУ һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның өлкән уҡытыусыһы, психология магистры.
Зәки ӘЛИБАЕВ,
БДПУ доценты.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА