«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФӘННИ ҺӘМ ХАЛЫҠ МЕДИЦИНАҺЫ
+  - 

Бер заман фәнгә нигеҙләнгән медицина тыуып һәм нығынып киткәс, ул халыҡ медицинаһын танымай һәм инҡар итә башлай. Ул үҙенең халыҡсан ғилеменән үҫеп сыҡҡанын онота. Йәнәһе, фәнгә, яһалма дарыуҙарға таянған медицина ғына кеше һаулығын тәьмин итә, бөтә ауырыуҙарҙы еңә ала.
Ошо уңай менән боронғо бер грек легендаһын иҫкә төшөргө килә.
Борон гректарҙың кешеләрҙе дауалаусы Асклений исемле аллаһы булған, ти. Уны аҙағыраҡ динлеләр Эскулап тип атағандар. Иҫкесә Эскулап-врач исеме ана шунан ҡалған.
Ошо Эскулаптың Панацея һәм Гигия исемле ике ҡыҙы булған. Улар атаһынан күреп, дауалау һөнәрен үҙләштергәндәр. Оло һәм ҡыйыуыраҡ ҡыҙы Панацея кешеләрҙе төрлө ауырыуҙарҙан ҡотҡарыу өсөн берҙән-бер көслө дарыу уйлап табыу хаҡында хыялланған, ти.
- Бөтә ауырыуҙар өсөн дә берҙән-бер көслө дарыу булыуы мөмкин түгел,- тип бәхәсләшкән кесе ҡыҙы Гигия, - ауырыуҙар төрлө булғас, дарыуҙарҙың, дауалау ысулдарының да төрлө булмай сараһы юҡ.
- Улай түгел, атайыбыҙ дауалаусы алла икән, уға беҙ берҙән-бер ҡөҙрәтле дарыу табышырға тейешбеҙ,- тип һүҙен бирмәгән Панацея.
- Кеше тәбиғәт балаһы, уны тәбиғи шарттарҙа, тәбиғәт саралары менән дауаларға кәрәк, - тигән Гигия. - Кешеләргә тәбиғәт ҡанундарын өйрәтәйек, кешеләргә үҙ һаулыҡтарын үҙҙәре һаҡларға, тәбиғи дауалар ҡулланырға күндерәйек.
Панацея һеңлеһе менән килешмәйенсә, бары дарыуҙар, микстуралар, ауырыу ағзаны киҫеп ташлау ысулы менән дауалауын белгән. Гигия иһә шифалы үләндәр, таҙа аҙыҡ, физик күнегеү, рухи һауыҡтырыу ысулдарына нығыраҡ таянған. Атаһы Эскулап кесе ҡыҙының уңышлыраҡ дауалауына ышанған, ти.
Был боронғо легенда, асылда, халыҡ медицинаһы менән фәнни медицинаның үҙ-ара көрәшен һәм тәүгеһенең, ни генә тимәһендәр, күп яҡтан өҫтөнлөгөн аңлата. Фәнни медицина үҙе шул халыҡ медицинаһынан яралған, уның күп тәжрибәләрен үҙләштергән бит. Тәбиғәт кешеһен тәбиғи саралар, тәбиғәт дарыуҙары менән дауалау отошлораҡ.
Һаулыҡ ҡағиҙәләре тормош ҡанундарына буйһона.
Атаҡлы япон профессоры Кацуздо Ниши кешене дауалауҙың яңы системаһын тәҡдим итә. Ул ғалим халыҡ медицинаһы нигеҙендә тәбиғәт дарыуҙары һәм тәбиғи саралар менән дауалауҙы яҡлай.
Күберәк химик дарыуҙарға, хирургияға ҡоролған хәҙерге медицинаға кире диагноз ҡуя. Хәҙерге фәнни медицина үҙе ауырый, кешеләр һаулығына йыш ҡына зыян килтерә, ти ул. Зыянһыҙ, дарыуһыҙ дауаларға өндәй.

Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.24 | Ҡаралған: 93

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru