«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФИЛАРМОНИЯ ЮБИЛЕЙЫ
+  - 

Күптән түгел Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының юбилей кисәһе булып үтте.

Байрам концертында филармонияның барлыҡ профессиональ ижади коллективтары - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Сафуанов етәкселегендәге тынлы оркестр, ҡурайсылар квинтеты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Алһыу Хәсбиуллина етәкселегендәге Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ҡасимов етәкселегендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы эстрада-джаз оркестры, Ринат Мөхәмәтйәнов етәкселегендәге Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, музыкаль-әҙәби лекторий, эстрада артистары ҡатнашты. Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова филармония коллективын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡотланы. Ул Башҡорт дәүләт филармонияһының республика мәҙә-ниәтенә индергән өлөшөн билдәләне.
- Мин 80-се йылдар уртаһында органды реконструкциялауҙы тулҡынланып көтөп тороуыбыҙҙы хәтерләйем. Бында орган һәм беҙҙе рухландырған иҫ киткес артистарҙы, оркестрҙарыбыҙ башҡарыуында музыка тыңларға килдек. Мартта республика һәм филармония өсөн тағы ла бер мөһим ваҡиға булды, республика Башлығы указы менән Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторолдо. Бөгөнгө концерт программаһы милли музыка ҡоралы ҡурай башҡарыуында Моцарт музыкаһынан башланды. Быларҙың барыһы ла органик рәүештә берләшә. Һәм уларҙың ошо матур формаларҙы табыуы беҙҙе ҡыуандыра һәм һоҡландыра, - тине Әминә Шафиҡова.
Әминә Ивнәй ҡыҙы филармония артистарына дәүләт наградалары тапшырҙы. Башҡортостан Башлығы указы менән эстрада солисы Заһир Иҫәнсуринға "Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исем бирелде. "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре" тигән маҡтаулы исемгә музыка белгесе Оксана Семенова лайыҡ булды. "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы " исеме Башҡортостан Милли халыҡ инструменттары оркестры артисы Адель Киселевскаяға, эстрада-джаз оркестры Константин Украдыженкоға һәм аккомпаниатор-концертмейстер Ольга Хәйруллинаға бирелде. "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" маҡтаулы исемдәре менән әҙәби-редакция бүлеге начальнигы Оксана Иванова, ойоштороу һәм концерт эштәре буйынса бүлек начальнигы Марина Луговая билдәләнде. "Хеҙмәт батырлығы өсөн" миҙалы менән вокал репетиторы Нурия Мортазина һәм тынлы оркестрҙың баш художество етәксеһе, баш дирижеры Фирғәт Сафуанов бүләкләнде.
Ҙур залдың фойеһында тынлы оркестр байрам мөхитен булдырҙы, тамашасы филармонияла 85 йыл дауамында яңғыраған республиканың алтын фонды әҫәрҙәрен тыңланы. Кисә барышында республиканың төп концерт ойошмаһының барлыҡҡа килеү тарихын, милли эстрада этаптарын, беренсе музыкаль-әҙәби лекторийҙың тәүге лекцияларын, башҡорт хор капеллаһы, эстрада-джаз оркестры, милли халыҡ инструменттары оркестрының тәүге концерттарын иҫкә төшөрҙөләр.

"Киске Өфө" гәзите, №16, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.24 | Ҡаралған: 125

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru