«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был аҙнала, 14 майҙа, БР матбуғат һәм мәғлүмәт көнөн байрам итәбеҙ. Совет осоронда ла, унан һуң да ошондай милли ваҡытлы баҫмалар нәшере республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булды. Әммә бөгөн башҡорт журналистарын борсолдорған, хатта ки хәүефләндергән төп проблема - гәзит-журналдарға яҙылыусы милләттәштәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара. Ваҡыт үтеү менән ҡағыҙға баҫылған ваҡытлы матбуғат юҡҡа сыҡмаҫмы һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЙЫҒАБЫҘМЫ?
+  - 

Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында "Айыҡ ауыл" республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр. Конкурстың төп маҡсаты - айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу, халыҡты йәмәғәт эшмәкәрлегенә ылыҡтырыу, яҡшы ғәмәлдәргә рухландырыу. Сара Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә һәм төбәк хөкүмәте булышлығында тормошҡа ашырыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул 2019 йылда Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ҡабаттан тергеҙелде. Ошо осорҙа 39 ауыл еңеүсе булды. 2019 йылдан алып унда бөтәһе 3 меңдән ашыу ауыл, 30 меңгә яҡын әүҙемсе һәм меңдән күберәк ирекмән ҡатнашҡан.
Йылдан-йыл конкурс популярлыҡ яулай бара. Башҡортостан тәжрибәһе менән күрше төбәктәр: Удмурт Республикаһы, Татарстан, Яҡутстан, Һарытау, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы ла ҡыҙыҡһына. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һүҙҙәренсә, конкурстың төп һөҙөмтәһе - ауылдарҙағы ыңғай күренештәр. Конкурста ҡатнашыу һәм еңеү ауыл халҡының йәшәү рәүешен үҙгәртә, уларҙың мәҙәни сараларға, спортҡа ҡыҙыҡһыныуы арта, алкоголгә тартылыу кәмей. Ә иң мөһиме - халыҡ татыуыраҡ йәшәй башлай.

2024 йылда "Айыҡ ауыл" республика конкурсы еңеүселәре:

"Эре тораҡ пункттар" номинацияһында:
I урын - Бөрйән районы Байназар ауылы;
II урын - Иглин районы Ҡалтыман ауылы;
III урын - Учалы районы Сәфәр ауылы.

"Ҙур тораҡ пункттар" номинацияһында:
I урын - Йәрмәкәй районы Әбделкәрим ауылы;
II урын - Салауат районы Әлкә ауылы;
III урын - Яңауыл районы Байғужа ауылы.

"Урта тораҡ пункттар" номинацияһында:
I урын - Хәйбулла районы Оло Әбеш ауылы;
II урын - Ауырғазы районы Степановка ауылы;
III урын - Тәтешле районы Сорғолдо ауылы.

"Бәләкәй тораҡ пункттар"номинацияһында:
I урын - Асҡын районы Төлгөҙбаш ауылы;
II урын - Саҡмағош районы Иҫке Ихсан ауылы;
III урын - Стәрлебаш районы Түбәнге Аллағыуат ауылы.

Алты миллион күләмендәге приз "Ҙур тораҡ пункттар" номинацияһы еңеүсеһенә тапшырыла. Башҡа номинацияларҙа еңеүселәргә иһә 5, 4 һәм 3 миллион һум аҡса, бүләктең суммаһы ауылдың ҙурлығына ҡарап билдәләнә.

"Киске Өфө" гәзите, №17, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.24 | Ҡаралған: 210

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Июнь аҙағына тиклем 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында яҙыла алаһығыҙ, хаҡы - 995 һум 76 тин. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru