«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Алтынсы бүлек. Башҡорт - урта быуаттарҙағы Башҡортостандың баш ҡалаһы.

Күрәһең, өҫтәрәк бәйән ителгән ҡәберлектәр районында 1828 йылда тағы ла бер бай ҡурған емертелгән, унда Византия императоры Феодосий II дәүерендәге, б.э. V быуатына ҡараған алтын тәңкә табылған. Уның нисек табылыуы һәм ҡәберлектә башҡа табылдыҡтар булыу-булмауы билдәле түгел, әммә ошо тәңкә тураһында ул ваҡытта сыҡҡан бер академик баҫмала ышаныслы мәғлүмәт бар. Өфө-II ҡаласығының иртә датаһын билдәләү йәһәтенән ошо тәңкә бәхәсһеҙ раҫлау дәлиле булып ҡабул ителергә тейеш, әммә әлегә тиклем белгестәр тарафынан уның әһәмиәте тейешле кимәлдә баһаланмаған. Ошондай шарттарҙа беҙ бында ошо хаҡта 1837 йылда баҫылған сығанаҡтан тулы мәғлүмәт килтерергә мәжбүр булдыҡ, ул "Труды и летописи общества истории и древностей российских. Ч. 8. М., 1837" тигән баҫманан алынды:
"Письмо его Высокопреосвещенства Киевского Митрополита Евгения, к его превосходительству, господину Председателю. ... присем прилагаю еще золотую монету Константинопольского Императора Феодосия Юнейшаго, доставленного мне Преосвященным Амвросием, в первых числах сего Марта проезжавшим через Киев из Уфы в Житомир. Монета сия, в сем экземпляре очень хорошо сохранившаяся, известна нумизматикам; но для нас она замечательна тем, что, по сказанию упомянутого Преосвященнаго, найдена в городе Уфе прошлого года в августе месяце, при рытии канавы для фундамента под каменный дом между костями человеческими и конскими и железными вещами, конской сбруе принадлежащими, и при них открыты соколиные когти. Сию находку предоставляю я кабинету Общества. Киев. 20 марта 1829. Его превосходительству Александру Александровичу Писареву". XX быуаттың 50-60-сы йылдарында Өфө территорияһында емертелгән ҡәберлектәрҙең береһендә башаҡлы массив алтын сылбыр табыла. Ер эштәре барышында уны бульдозерист-тракторист тапҡан була, тик уны бронза сылбыр тип уйлап, инструменттары араһына ташлап ҡуя. Ошо ғәҙәти булмаған сылбыр тураһында Башҡортостандың Милли музейы директоры Р.Б. Әхмәровҡа әйтәләр, һәм ул уны фән өсөн һаҡлап алып ҡала. Шундай уҡ сылбырҙың көмөштән ҡойолған аналогы Ағиҙел йылғаһы тамағындағы Таҡталасуҡ ҡәберлегендә табылған, ул, ундағы башҡа материалдар менән сағыштырғанда, б.э. VII-VIII быуаттарына ҡарай. Ошо хаҡтағы мәҡәлә авторы Таҡталасуҡ сылбырын муйынсаҡ итеп ҡулланылған тип фараз итә. Моғайын, Өфө алтын сылбыры ла шулай ҡулланылғандыр. Өфө ҡурғандарының һирәк осрай торған табылдыҡтары әле һанап үтелгәндәре менән генә сикләнмәй. Уларҙан башҡа элекке С.М. Киров исемендәге завод территорияһындағы емертелгән ҡәберлектән табылған алтын фольга менән тышланған затлы эйәр-өпсөн предметтарын (фаларҙар, эйәр тышлыҡтары), Башҡорт опера һәм балет театры бинаһы аҫтынан табылған көмөш предметтар йыйылмаһын (ҡайыш таралғылары һәм биҙәүестәре), К. Маркс һәм Мостай Кәрим урамдарындағы ҡәберлектәрҙә табылған әйберҙәрҙе атап үтергә була. Мәҙәни-хронологик планда уларға хәҙерге Ботаника баҡсаһына яҡын урынлашҡан элекке Новиково ауылы янындағы бай ҡәберлек йәнәш, унда ҡош һынландырылған көмөш табаҡ, бик күп көмөш, алтын айылдар, ҡайышҡа беркетелә торған биҙәүестәр, медальондар һәм ҡылыс табылған. Әйткәндәй, табылдыҡтар араһында формаһы буйынса өҫтәрәк иҫкә алынған Өфө биләмәһендәге алтын сылбырға тулыһынса иш булған шундай уҡ алтын сылбыр бар.
Уникаль археологик ҡомартҡыларға бай булған Өфө территорияһы һәр даим һис көтөлмәгән сюрприздар алып килә. Мәҫәлән, ике Византия хәрби етәксеһенең баштан-аяҡ ҡораллы һыны - һөңгө, ҡылыс һәм ҡалҡан менән бронзанан ҡойолған рельефлы медальон шуға дәлил. Яугирҙар тимер менән ҡапланған кейемдә, баштарында торҡа, аяҡтарында итек булыуы самалана. Медальон 1987 йылда "Дуҫлыҡ Монументы" ҡаласығына яҡын булған емертелгән ҡәберлектән алынған, унда турбаҫлы мәҙәниәтенә ҡараған балсыҡ һауыт-һаба фрагменттары ла табылған. Ошондай уҡ икенсе медальон 2005 йылдың көҙөндә турбаҫлы мәҙәниәтенә ҡараған, әүәлерәк емертелгән Дежнев ҡурған ҡәберлегендә табылған.
Октябрь проспектын киңәйткән саҡта ҡаҙылып асылған ҡурғанда баш һөйәге деформацияланған ир кеше ҡалдыҡтары, турбаҫлы балсыҡ һауыты, көмөш таралғы һәм әлегеләренә оҡшаш бронза медальон табылған. Медальондарҙың яһалыу ваҡыты, ундағы башҡа предметтар менән сағыштырғанда, б.э. V-VI быуаттарына ҡарай. Ошо Византия медальондары - яугир ҡаһарманлығы билдәләре - Көньяҡ Уралға, өҫтәрәк бәйән ителгән Византия императоры Феодосий II (б.э.V быуаты) алтын тәңкәһе һәм VI-VII быуаттарға ҡараған Византия тәңкәләре хазиналары кеүек үк, Көньяҡ Урал ҡәбиәләренең Византия һәм Үҙәк Европаның башҡа илдәре, шулай уҡ Кавказ, Иран һәм Урта Азия менән яҡшы көйләнгән сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни-сәйәси бәйләнештәре һөҙөмтәһендә килтерелгән. Һис шикһеҙ, ошо уҡ каналдар буйынса бында алтын һәм көмөштән яһалған барса юғары нәфислек кимәлендәге ювелир әйберҙәрен дә алып килгәндәр.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №17, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.24 | Ҡаралған: 137

Киске Өфө
 
Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru