«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕЛЕМ – ЗИҺЕНГӘ ТӘРБИӘ – КҮҢЕЛГӘ
+  - 


1935 йылдың 4 майында хәрби училище бөтөп, офицер званиеһы алған курсанттар алдында сығыш яһаған Иосиф Сталин аҙаҡ киң таралған фразаны әйтә: "Кадрҙар бөтәһен дә хәл итә". Кадрҙар - юғары белемле белгестәр күктән төшмәй, улар ҡайҙалыр уҡырға тейеш. Әлбиттә, уҡыу йорттары әҙ түгел, ҙур ҡалаларҙың һәр береһендә бар. Ә бына бөтөн Урал аръяғы өсөн ундай уҡыу йорто берәү генә. Берәү, әммә берәгәй! Урындағы кадрҙарҙы яңғыҙы әҙерләй, уҡытыу менән бер рәттән, буласаҡ белгестәрҙе тәрбиәләүҙе лә үҙ өҫтөнә алған Сибай институты. Уның директоры Илдар Сәлихйән улы ХӘМИТОВ менән һөйләшкәндә һүҙ шул турала барҙы.

- Сибай институты башҡорттар күпләп йәшәгән Урал аръяғы райондарына һәм ҡалаларына кадрҙар әҙерләй. Был маҡсат юғары уҡыу йорто асылған ваҡытта уҡ ҡуйылды һәм киләсәктә лә шулай ҡаласаҡ. Һөнәрҙәрҙең ниндәй генә йүнәлешен алһаң да, бөгөнгө көндә вакансиялар бик күп: мәктәптәрҙә төрлө предметтарҙан уҡытыусылар етешмәй, юристар, техник хеҙмәткәрҙәр, иҡтисадсылар кәрәк. Уҡыу йылы аҙағы яҡынлай башлаһа, март-апрелдә үк төрлө ойошмаларҙан шылтырата башлайҙар, сығарылыш курсы студенттарын эшкә саҡыралар. Тимәк, беҙ кәрәк, маҡсатыбыҙ дөрөҫ, был мәсьәләне беҙ хәл итергә тейеш.
Әлегә бакалавриаттар ғына сығарабыҙ, киләсәктә магистратура специальностарын лицензияларға уйлайбыҙ. Ҡайһы берәүҙәр һайлаған йүнәлеше буйынса юғары уҡыу йортон тамамлағас, башҡа һөнәр һайлауҙары ихтимал. Беҙ икенсе юғары белем алырға теләүселәрҙе лә ҡабул итәбеҙ, уҡытабыҙ.
Институт булғас, уҡытыуҙан тыш, фәнни эштәр менән дә шөғөлләнәбеҙ. Уҡыу дәрестәре күп, әммә фәнни эштәр ҙә бик күп ваҡыт талап итә. Шуны иҫәпкә алып, ике лаборатория булдырҙыҡ: береһе "Биләмәләрҙең тотороҡло үҫешен эҙмә-эҙлекле өйрәнеү үҙәге һәм халыҡтың йәшәү сифаты" тип атала, икенсеһе нейропсихология һәм нейропедагогика буйынса. Был юҫыҡта күп эштәр башҡарыла, мәктәп балалары, уҡытыусылар менән эшләйбеҙ, тикшеренеүҙәр үткәрәбеҙ, төрлө гранттарға заявкалар бирәбеҙ. Былтыр миллион ике йөҙ меңлек грант яуланыҡ, быйыл да заявкалар әҙерләйбеҙ. Улар фәнни йүнәлештәрҙең үҫешенә ярҙам итә, ғилми хеҙмәттәр уҡытыусыларыбыҙҙың кимәлен күтәрә, һөҙөмтәлә, студенттарыбыҙ сифатлы белем ала. Студенттар үҙҙәре лә ғилми конференцияларҙа ҡатнаша, төрлө материалдар әҙерләй, фәнни журналдарға мәҡәләләр яҙа.
Шул эштәрҙең һөҙөмтәһе буйынса йыл һайын "Фән аҙнаһы" исемле ғилми конференция уҙғарабыҙ, быйыл сираттағыһы апрель аҙағында үтә. Бындай конференциялар башта үҙебеҙҙең студенттар өсөн генә үткәрелһә, яйлап ҡала кимәленә сыҡтыҡ, шунан республика кимәлендә үткәрә башланыҡ, хәҙер бөтә Рәсәй кимәленә күтәрелдек, төрлө төбәк студенттары ҡатнаша башланы. Быйыл, мәҫәлән, Санкт-Петербургтан ике кеше ҡатнашасаҡ. Заман талаптарына ярашлы, әлегә конференциялар онлайн-форматта үтә. Тупланған материалдар буйынса айырым китап баҫылып сыға.
Уҡытыу менән бер рәттән, Сибай институты тәрбиәүи мәсьәләләргә иғтибарлы булыуы менән айырыла.Үкенескә күрә, юғары белем биреү системаһында элек тәрбиә мәсьәләһенә иғтибар бүленмәне. Мәҫәлән, колледждарҙа элек-электән тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫар вазифаһы бар, ә юғары уҡыу йорттарында ул 5-6 йыл элек кенә барлыҡҡа килде. Ә беҙҙә, Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов етәксе булған осорҙа, 1999 йылда уҡ, Рәсәйҙә беренселәрҙән булып социаль-тәрбиә буйынса урынбаҫар штаты булдырылды. Был йүнәлеш буйынса студенттарға төрлө яҡлап ярҙам итеү күҙ уңында тотола, сөнки тормошта төрлө хәлдәр була. Беҙҙең студенттарҙың күбеһе ауылдарҙан килә, быны һәр саҡ күҙ уңында тоторға кәрәк. Махсус социаль-тәрбиә бүлеге йәшәү, уҡыу шарттары ауыр булғандарға социаль стипендиялар бүлә. Йыл һайын 30-40 студент 12-16 мең күләмендә ай һайын шундай матди ярҙам ала.
Тәрбиәүи яҡтан тағы бер әһәмиәтле сара: бөтә студенттарҙы ла йәлеп итеп, һәр аҙна һайын төрлө саралар үткәрәбеҙ. Бөгөнгө көндә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү беренсе урында тора. Башҡортостандың Рәсәйҙәге, Рәсәйҙең донъялағы урынын һәр кем яҡшы аңларға, белергә тейеш, тыуған яғыбыҙҙы, институтты, республикабыҙҙы данлау - үҙе ҙур маҡсат. Һәр бер студентты үҙ балабыҙҙай күрәбеҙ, ул беҙҙең институтты һайлағас, сифатлы белем һәм тәрбиә алырға тейеш, тип һанайбыҙ, яҡшы һөнәр биреп, киләсәкке тормошонда аҡса эшләргә өйрәтәбеҙ.
Йәмғиәткә файҙалы кешеләр тәрбиәләү һәм уҡытыу өсөн беҙҙә бөтә шарттар ҙа бар. Өсөнсө-дүртенсе курстан уҡ беҙ студенттарҙы эшкә урынлаштыра башлайбыҙ, күптәр индивидуаль график буйынса уҡып та, эшләп тә йөрөй. Сибай институтының матди базаһы ныҡ һәм көслө. Дәрестәр, лекциялар өсөн аудиториялар һаны етә, кабинеттарҙы йыл да ремонтлап торабыҙ. Мәҫәлән, һуңғы 2-3 йыл эсендә биш компьютер класын тулыһынса яңырттыҡ, заманса ҡорамалдар алдыҡ. Студенттар өсөн дүрт дөйөм ятағыбыҙ бар, теләгән һәр студентҡа урын бирәбеҙ. Хатта ситтән тороп уҡығандар өсөн айырым ятаҡ бар, сессия ваҡыттарында уларға арзан хаҡҡа бүлмә алыу мөмкинлеге бар. Беҙгә икенсе республикаларҙан, өлкәләрҙән килеп уҡығандарын иҫәпкә алғанда, шундай шарттар улар өсөн бик ҡулай.
Төрлө спорт секцияларының өҙлөкһөҙ эшләп килеүе лә тәрбиәнең бер йүнәлеше. Өс спортзалыбыҙ бер ваҡытта ла буш булмай, төрлө ярыштарҙа ситтән тороп уҡыусыларыбыҙ ҙа ҡатнашып китә. Бейеү яратҡандар өсөн "Ете ырыу" һәм "Эдельвейс" исемле ике ансамбль бар: береһендә милли бейеүҙәргә өйрәтһәләр, икенсеһендә заманса бейеүҙәр өҫтөнлөк итә. Йырларға теләгәндәргә вокал студияһы эшләй. Студенттар күңелдәренә яҡын шөғөл һайлап, беҙ биргән мөмкинлектәрҙе бик теләп файҙалана.
Уҡытыусыларға килгәндә, өс-дүрт йыл элек Өфөгә күсенгән осраҡтары булды, хәҙер бөтә специальностәр, йүнәлештәр буйынса үҙебеҙҙең кадрҙарҙы туплап алдыҡ. Хәҙер күсенергә теләүселәр юҡ шикелле, киреһенсә, беҙгә килергә теләк белдереүселәр бар. Бөтә уҡытыусыларыбыҙҙың, хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ фатирҙары, өйҙәре бар. Студенттарыбыҙ ғаилә ҡорһа, ғаиләлеләр өсөн тәғәйен дөйөм ятаҡтан айырым бүлмә бирәбеҙ, Сибай мәктәптәренә эшкә төшкәндәргә лә йәшәргә урын табабаҙ.
Шулай йәшәйбеҙ, эшләйбеҙ, институттың киләсәге бар, ул булмаһа, төп маҡсаттарыбыҙҙы үтәмәһәк, йәштәргә, милләттәштәребеҙгә кадрҙар яғынан үҫеш булмаясаҡ. Беҙ бит үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнамайбыҙ, Сибай ҡалаһының, Урал аръяғы райондарының күп саралары беҙҙә үтә. Мәҫәлән, уҡыусыларҙың төрлө олимпиадаларын, уҡытыусыларҙың, медицина хеҙмәткәрҙәренең квалификация күтәреү курстарын үткәрәбеҙ. Эргәләге Сибай институты булмаһа, бөтәһе лә Өфөгә бара аламы? Урал аръяғының үҫеше өсөн баштан уҡ миссия һымаҡ ҡабул ителгән бурыс юғалманы, ул дауам итәсәк. Һуңғы өс йылда 1900 студент иҫәпләнһә, быйыл беҙҙә 2500 студент уҡый! Йыл һайын 300-400 студентҡа диплом биреп, тормош юлына сығарабыҙ. Иҡтисад һәм хоҡуҡ факультетынан башҡа бөтәһендә лә бюджет урындары бар.
Һуңғы йылдарҙа колледж бөтөп килеүселәр һаны артты. Уларға Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре кәрәкмәй, тестар үткәреп һайлайбыҙ, институтта уҡыу ваҡыты ла улар өсөн бер йылға ҡыҫҡара, сөнки улар күптән дипломлы белгестәр, улар менән эшләүе лә еңелерәк. 20 июндән яңы уҡыу йылына ҡабул итеү башлана. Был рәсми рәүештә, ә былай беҙ сентябрҙә үк профориентация буйынса ауылдарға йөрөй башлайбыҙ, ата-әсәләр йыйылыштары ойошторабыҙ, район үҙәктәрендә концерттар ҡуябыҙ, Сибай институты тураһында һөйләйбеҙ, уҡырға саҡырабыҙ. Институттың үҙендә асыҡ ишектәр көндәре үткәрелә. Донъя хәлдәренән ситтә тормайбыҙ, махсус операция өсөн гуманитар ярҙамдар ойошторабыҙ. Әле коллектив менән аҡса йыйып, квадрокоптерҙар һатып алдыҡ, маскировкалау селтәрҙәре әҙерләнек. Бер хәрби частан рәхмәт хаты килде. Студенттарыбыҙ ҙа әүҙем ҡатнаша бындай сараларҙа. Элек һәм бөгөнгө көндә уҡыған студенттарыбыҙҙы иҫәпкә алғанда, 34 кеше махсус операцияла ҡатнаша. Ауыр, әммә күптән түгел 5-се элекке студентыбыҙҙы ерләнек. Шул бишәүҙең береһе, Әбйәлил егете Тамерлан Илһамовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде. Уның иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйҙыҡ, волонтерҙар үҙәгенә уның исемен биҙек. Махсус операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә төрлө яҡлап ярҙам итәбеҙ. Әлбиттә, еңеүгә ышанабыҙ, теләйбеҙ.
Уҡыусыларға бер теләк - тормоштағы еңеүҙәр өсөн белем кәрәк, тик белем арҡылы ғына киләсәк формалаша, ул эш бирә, кешене үҫештерә, яңы үрҙәргә баҫҡыс булып тора. Ата-әсәләр, бала, тип, улар бәхетле булһын, тип йәшәй, һәр уңышына ҡыуана. Сибай институты ана шул үҫеш өсөн иң ҡулай урын. Хәҙерге йәштәр ҡаршылыҡ иң аҙ булған юлдан барырға тырыша, улар өсөн эш хаҡы беренсе урында. Аңлайым, был мөһим мәсьәлә. Әгәр кеше һөнәрен дөрөҫ һайлаһа, эшен яратып башҡарһа, беренсе эш хаҡтары ҙур булмауына күнә белергә тейеш. Мәҫәлән, үҙем уҡыған саҡта 400 һум стипендия ала торғайным, тәүге эш хаҡым 750 һум булды, әммә мин бит ул эште ташламаным, дауам иттем. Яйлап эш хаҡы артты, вазифалар ҙа үҙгәрҙе. Эйе, бөгөн төрлө яҡлап ҙур эш хаҡтары менән ҡыҙыҡтыралар һәм аңын-тоңон аңламаған йәштәр яратҡан эшенә бармай, аҡсаға алдана. Күпме генә эш хаҡы алһаң да, барыбер етмәйәсәк, иң мөһиме, һайлаған һөнәрең күңелеңә ятырға тейеш. Һөнәрле, юғары белемле булырға теләгәндәргә беҙ һәр саҡта ла ярҙам итербеҙ - беҙҙең эшебеҙ шул!

Шулай итеп...
Аң-белемдең милләте юҡ, әммә милли кадрҙар төшөнсәһе бар. Бик тәрән мәғәнәле һүҙбәйләнеш ул - милли кадрҙар! Илдар Сәлихйән улы менән һөйләшкәндән һуң шул турала уйланылды.

Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.24 | Ҡаралған: 145

Киске Өфө
 

Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru