«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГЕРОЙҘАР ВАҠЫТЫ - 2
+  - 


...Зарифтарҙы асыҡ урманға килтереп ташланылар.
Тәүҙә Мәскәүҙән поезға ултырҙылар. Бер бәләкәй генә станцияла төшөрөп, асыҡ кузовлы йөк машиналарына, хатта ҡайһыларҙы трактор арбаларына тейәп, көнбайышҡа алып киттеләр.
Урман тиһәң, хәтере ҡалыр - һирәк кенә ағаслыҡ. Уларының да башын киҫеп алғандармы ни - ярым-ярты. Снарядтар төрлө ағасты төрлөсә ҡырҡып, ҡайһыларын тотошлай сәрпәкләп, ярып үткән. Тимәк, ҡасандыр бында көслө атыш булған! Эх, Башҡортостандың урманын күрһәләр икән! Үтеп булмаҫлыҡ шырлыҡты! Ә бында һирәк-һаяҡ ҡына үҫкән ҡарағай, уҫаҡ, ҡайын. Йәшеренер, ышыҡланыр урын да юҡ.
Тәүге аҙнала ҡоро урман араһында йоҡлап йөрөнөләр. Бер кем бер нәмә аңлатмай. Бер ни белмәйҙәр. Взвод командиры итеп һайланған запастағы лейтенант үҙе аптыранып йөрөй. Ярай әле, ноябрь башы булыуға ҡарамаҫтан, был яҡта йылы икән. Кемдер палаткала, кемдер үҙенең "йоҡо тоғо"нда төн үткәрә. Нимә өсөн яталар бында, нимә эшләргә тейештәр, ысынлап та һуғышҡа ебәрәләрме әллә учение ғынамы - бер нәмә лә билдәле түгел. Тәүҙә үҙҙәре менән алып килгән сухпакетты ашанылар. Әммә организм йылы аш талап итмәй буламы! Яҡындағы ҡасабаға барып, ҡаҙан, ҡулдан эшләнгән мейес, сәйнүк кеүек кәрәкле йыһаз алып килделәр. Байтаҡ ҡына ашамлыҡ та алдылар. Эсемлектең инде иҫәбе-һаны юҡ...
Көн һайын кискеһен шаулашып-гөрләшеп ултырырға күнеккән иҫерек егеттәр бер көн эләгешеп, һуғышып китте. Уларҙы күмәкләп саҡ айырып алдылар. Отделение командиры итеп һайланған Зариф тап ошо көндә үҙен ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ итеп тотҡаны өсөн иптәштәре алдында ихтирам яулауға тәүге аҙым яһаны шикелле. Дөмбәҫләшеп йөрөп, инде айырҙыҡ тигәндә генә "Художник" позывнойлы йәш һалдат ҡулына автоматын эләктереп алды.
- Тор ошонда! - тине ул үҙен кәмһеткән олораҡ йәштәге "Боксер" позывнойлы көслө иптәшенә. - Тор һәм ҡара! Һинән нимә ҡалыр икән? Ҡара ҡан ғына ҡаласаҡ!
Бындайҙы көтмәгән "Боксер" тирә-яғына ҡаранып алды ла, яҡында ҡорал күренмәгәс, турайып баҫты.
- Йә, нимә, атмаҡсыһыңмы? Әле берәй ҡасан дошманға атҡаның булдымы? Еңел тип уйлайһыңмы кешене үлтереү?
Уның ҡурҡмауы Зарифҡа ла батырлыҡ өҫтәне. Ул бер секундта ынтылып, боксерҙың алдына баҫып, уны кәүҙәһе менән ҡапланы.
- Автоматыңды ал! - тине ҡаты командир тауышы менән. - Ал һәм урынына ҡуй!
- Юҡ! - тип ныҡышты "Художник". - Ул үҙенең һүҙе өсөн яуап бирергә тейеш! Мин "Боксер"ҙан көсһөҙмөн! Эйе, мин боксер түгел! Тик мин үҙемдән көлөргә, мыҫҡылларға юл ҡуймам!
- Автоматыңды ал! - тип ҡабатланы Зариф. - Я командир отделения! Слушать приказ: убери автомат на место!
"Художник" ҡымшанманы ла! Автоматтың көбәге Зарифтың күкрәгенә терәлеп тиерлек тора. Ул уң яғына ла, һул яғына ла йәһәт кенә күҙ йүгертте. Егеттәр уларҙы уратып алған. Автоматты һуғып төшөрәм йә тартып алам тиһәң, кемгәлер пуля эләгеүе мөмкин. Тик өҫкә, һауаға ҡаратып ҡына уны эләктерергә була! Йәшен тиҙлегендәге ошо уй башына килеү менән Зариф, күҙ асып йомған арала ынтылып, автоматты йән көсөнә тартты һәм күккә ҡарай төбәне. Бындай һөжүмде көтмәгән һуғыш суҡмары бер мәлгә генә албырғаны һәм шул секунд етте Зарифҡа, ул автоматты тартып алды. Әммә "Художник"тың бармағы курокка баҫылған ине - атыу тауышы яңғыраны! Ярай әле пуля бер кемгә лә теймәне, ярым ярты ҡалған ағастың өҫкө олонона инеп китте.
- Разойтись! - тип ҡысҡырҙы Зариф һәм автоматты тотоп, ағас эргәһенә барып ултырҙы. Шул арала тирә-яҡтан улар яғына ҡарай йүгерешкән һалдаттар күҙгә салынды.
- Что за выстрел! Кто стрелял?
Хәлдең айышына төшөнә башлаған иптәштәре таралышып өлгөрҙө.
- Никто, товарищ командир взвода! - тип аяғүрә баҫты Зариф. - Мин, позывной "Лев", автоматты таҙартып ултырғанда яңылыш атылды. Бер кемгә лә теймәне, көбәге күккә ҡарап тора ине.
- Напишешь объяснительную! - тине комвзвода һөҙә ҡарап тора биргәс. - И такое чтоб больше не повторялось! Отбой! Всем спать кроме постовых!
Лейтенант киткәс, һалдаттар шаулаша башланы:
- Нишләп әйтмәнең, "Лев"!
- Дөрөҫөн әйтергә ине!
- Нимәгә яҡларға "Художник"ты! Үҙенең ҡылығына үҙе яуап бирһен!
- "Штрафбат"ҡа ебәрһендәр! Беҙгә ундай псих көрәкмәй!
- Иртәгә, бәлки, ул һинең үҙеңә ҡорал күтәрер!
- Тихо! - тине "Лев" ажғырып. - Шым! Эйе, беренсе тапҡыр мин үҙемдең отделение һалдатын яҡлап алып ҡалдым! Тик һәр ваҡыт улай булмаясаҡ! Ҡолағығыҙға киртеп ҡуйығыҙ! "Художник"ты яҡланым, һатманым, сөнки уны ошондай хәлгә һеҙ төшөрҙөгөҙ! "Боксер" төшөрҙө! Бында кем эскән, кем һуғышҡан - бөтәгеҙ ҙә ғәйепле! Бынан ары эскелекте, спиртлы эсемлектәр һатып алыуҙы тыйыу тураһында ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ! Иртәгә үк! Әгәр көн дә ошондай байрам дауам итә икән, беҙ бер-беребеҙҙе ҡырып бөтәсәкбеҙ! Сөнки һәр кемебеҙҙең ҡулында утлы ҡорал. Беҙ кемдән һаҡланырға тейеш - дошманданмы әллә ҡыйығы киткән үҙеңдең иптәшеңдәнме? Аңлашылдымы? Ә хәҙер ятырға! Йоҡларға!
Һалдаттар йоҡларға ятһа ла, шым ғына һөйләшеү, фекер алышыу дауам итте. Тиҙ генә тыныслана алманылар. Уларға ҡарап, тыңлап, оҙаҡ уйланып ятты Зариф. Кемдәрҙең "яға аҫтына һалырға" яратыуын, кемдәрҙең эскелеккә ынтылышы юҡлығын самаланы. Үҙе лә ул яҡҡа битараф булманы бығаса. Бигерәк тә студент саҡта иптәштәре менән йыш ҡына һыра һемереп, коктейль эсеп, күңелләнеп алып, ҡыҙҙар "баҫтырырға" яраттылар. Уҡып бөтөп барғанда ғына градуслы эсемлектең ғәҙәткә әүерелә барғанын тойоп, үҙен тыйылырға мәжбүр итә алды. Етмәһә, шулай күңелле бер кистән һуң бер ҡыҙҙың ҡосағында уянып киткәндән бирле... Ғәҙәттәгесә, көлөп кенә ҡуйғайны ла, юҡ, эҙемтәһе артынан эйәреп килеп тә етте: "Ауырлымын", - тине ҡыҙ. "Һинең мин беренсең дә, һуңғыһы ла булманым, ахыры", - тип шаяртыуға борҙо Зариф ҡыҙҙың еңел-елпе холҡона төрттөрөп. "Эйе, һиңә тиклем булды. Ләкин һинән һуң юҡ, бер кем дә... - тине ҡыҙ. - Өйләнешәйек. Бер-ике айҙан айырылышырбыҙ. Юҡһа, мине атай-әсәйем, ағайҙарым өйгә индермәҫ!"
Был ҡыҙға ҡарата бер ниндәй ҙә йылы хис юҡ ине егеттең күңелендә. Сираттағы күңел асыусы ҡыҙ... Ундайға ҡарата ниндәй тойғо булһын! Нәфсеһен ҡандырҙы ла, күңелле кис үткәрҙе лә - вәссәләм... Ләкин ҡыҙҙың ағалары килеп, муйынынан тотоп, һелкеп һалғас, ризалашмай ҡайҙа барһын! "Әгәр өйләнеүҙән баш тартаһың икән, төрмәгә тығабыҙ! Көсләгәнең өсөн! "- тине береһе. "Ниңә суд юлын тапарға! Эсенә бысаҡ ҡаҙаныҡ та, и ... бөттө-китте!"- тип ҡурҡытты икенсеһе. Уларҙың был һүҙҙәренә ышанды Зариф. Күҙҙәрендә бер ниндәй йылылыҡ, кешелеклек юҡ ине. Юлдарына арҡыры төшкәндәрҙе йә төрмәгә, йә теге донъяға оҙатҡан әҙәмдәр икәне йөҙҙәренә яҙылғайны. Теләкһеҙ, шау-шыуһыҙ ғына никах уҡыттылар. Килен алып, рәхәтләнеп йомшап ултырырға хыялланған әсәһе генә йәл ине Зарифҡа. Ауылға ҡайтыу тураһында үҙе лә һүҙ ҡуҙғатманы, әҙерәк арлы-бирле генә йәшәп торһалар, икеһе ике яҡҡа китер ҙә барыр... Ләкин һин уйлайһың, Аллаһы Тәғәлә үҙенсә хәл итә шул.
Диплом алғас, Зариф һөнәре буйынса урындағы ҡалала эшкә башланы. Ҡорһағы инде байтаҡ ҙурайған кәләше эшкә урынлашырлыҡ түгел ине инде, ҡуртымға алған фатирҙа ғына торҙо. Унан-бынан ашарға йүнәтеп, ярты көнөн йоҡлап, ярты көнөн телефон экранына текләп үткәрҙе. Уртаҡ һөйләшер хәбәрҙәре лә юҡ ине, шикелле. Зариф эштән ҡайтҡас, кәләше йүнәткән тамаҡты ашай ҙа, икеһе ике мөйөштә телефонға төбәлә... Гел шулай булыр төҫлө ине: көтмәгәндә донъяға сабый тыуҙы. Улы Замир... Бәләкәс кенә был илаҡ йомғаҡты йүнләп ҡулына ла алманы тәүҙә Зариф. Кәләше менән йәшәргә теләмәгәс, бәпес тыумаҫ элек үк сығып китергә кәрәк булған да бит! Бөтөн нәмәгә битараф ине шул: яратмай өйләнде, яратмай йәшәне, әммә уға уңай ине, сөнки тәмлеме-тәмһеҙме, ашарға әҙер. Ҡайтыр мөйөшө бар, етмәһә, эшенә лә яҡын. Бәлки, шуға ла сығып китеп, үҙенә айырым фатир эҙләп йөрөмәгәндер. Мәшәҡәтенән ҡасып. Сабыйҙың тыуыуы барлыҡ йәшәйештәрен үҙгәртте лә ҡуйҙы. Кәләше, нисектер, йомшарҙы, илаҡҡа әүерелде. Зарифты юҡ-бар йомошо менән ҡаңғыртты. Улы ла мыжыҡ. Теләһә-теләмәһә лә ҡулына алырға мәжбүр булды атай кеше. Уныһы беләк буйы ғына булһа ла, ҡулды белә - күтәрһәң, тыма. Коляскаһына ҡалһаң, йәнә шарылдай башлай... Ошолай йылдан ашыу йәшәп ташланылар. Һуңғы осорҙа кәләше аҡса даулай башлағас, Зариф Себергә сығып китте. Ике-өс вахта эшләп өлгөрҙө бөтәһе... Күпме дауам итер ине икән был уйһыҙ, хыялһыҙ, тойғоһоҙ тормоштары, әгәр бынау яу ҡупмаһа? Мобилизацияға эләгеп, Махсус хәрби операцияға алып китмәһәләр?

* * *

Кәләше иһә йылғыр булып сыҡты, көтмәгәндә хәбәрһеҙ-ниһеҙ Н. ҡалаһына килеп төштө бит! Зарифтың күҙе дүрт булды.
- Нимәгә килдең? Нимә ҡалған һиңә бында? - тип аптыранды ул әхирәте менән уны эҙләп тапҡан ҡатынына ҡарап.
- Кәрәк булғанға! - тине кәләше. - Әллә күпмегә сығып киттең! Ҡасан ҡайтаһың, ҡайта алаһыңмы, ятып ҡалаһыңмы - кем белә! Беҙ белештек, МХО-ныҡыларҙы бер тотҡарлыҡһыҙ ЗАГС-ҡа ҡуялар икән. Сәғәт 4-тә беҙ ЗАГС-та булырға тейеш! Һөйләшелгән, килешелгән! Командирыңдан һора ла киттек!
- Нимәгә ул һиңә? Яңы килеп ир кәрәк булдымы? Әллә фамилия үҙгәрткең килдеме? - Зариф көлөп кенә ҡуйҙы.
- Юҡ! Үҙең дә, фамилияң да кәрәкмәй! Әммә... ғаиләгә тейешле аҡсаң килеп торорға тейеш! Малайҙы үҫтерергә аҡса кәрәк!
Тағы бер ауылдашын алып, дүртәүләп барып яҙылышып килделәр. Ысынлап та һалдаттар өсөн бер ниндәй кәртә лә юҡ икән. Йәһәт кенә эшләнеләр ҙә, законлы ир булып, кире палаткаһына ҡайтты Зариф. Йөрәгендә бер ниндәй ҙә үҙгәреш булманы. Ярай, йәне теләгән - йылан ите ашаған. Ысынлап та мобилизацияға эләккәндәргә вәғәҙә ителгән аҡса түләнә икән, бик яҡшы. Алһын, үҫтерһен улын, йәлме ни уға...
Әле бына алыҫ Украина ерендә, шыҡһыҙ урман араһында ята. Иҫерек иптәштәрен күҙҙән үткәрә. "Артабан былай бармай! - тип уйлай ул. - Араҡыны тыйырға кәрәк! Күмәкләп һөйләшергә лә, башҡаса һатып алмаҫҡа. Былай барһа, бөтөнөбөҙ ҙә эскесегә әүерелеп бөтөүебеҙ бар ҙа баһа! Иртәгә үк егеттәр менән һөйләшергә тура килер. Командирҙы алдан ошо һөйләшеү тураһында иҫкәртергә кәрәк, ул башлаһын. "Выскочка" тигән ҡушамат тағып ҡуймаһындар. Выскочкаларҙы бер ерҙә лә яратмайҙар!"
Иртәгәһен ысынлап та ҡаты ғына һөйләшеү булды. Эсергә яратмағандар байтаҡ ҡына икән. Аҙыҡ-түлек алырға эсмәгән егеттәр йөрөйәсәк бынан ары. Араҡы алыуҙы тыйырға. Тик кәрәкле әйберҙәр генә булырға тейеш. Кем законды боҙа - штрафбатҡа китәсәк. Сәбәбен табырбыҙ! Кисә кис дөмбәҫләшеп, ҡорал тотоуға тиклем барып еткән һалдаттар ҙа үҙ ғәйептәрен аңланы, булһа кәрәк. "Боксер" ҙа, "Художник" та баштарын аҫҡа эйеп тыңланы был ҡарарҙы. Аҙаҡтан айырым-айырым "Лев"ты күреп, рәхмәт әйтергә үҙҙәрендә көс тапты шулай ҙа.
"Мин разрядлы боксер, - тине "Боксер" позывнойын йөрөтөүсе. - Мин башлап берәүгә лә ҡул күтәрергә тейеш түгелмен. Был беҙҙең, спортсыларҙың, ҡанына һеңгән, ҡағыҙға яҙылған закон. Теге юлы мин бәйҙән ысҡындым... Һуғыш бөтәһен дә юйыр, ғәфү итер тип уйланым... Бынан ары был хәл ҡабатланмаҫ! Теләһәң, мин һине лә, башҡаларҙы ла ҡул һуғышы алымына өйрәтә алам... Берәй ваҡыт кәрәк булыуы бар. Үҙ-үҙеңде һаҡлау өсөн..."
"Художник" еңел генә кәүҙәле, ҡыҙҙар кеүек матур йөҙлө, нәфис һынлы егет. "Мин бала саҡтан бары һүрәт төшөрөү менән мауыҡтым. Художкала уҡыным, худграфты бөттөм. Ҡылҡәләмдән башҡа ҡулыма бер әйбер ҙә алманым, ә ҡорал тотором башыма ла инеп сыҡманы!.. Миңә ҙур киләсәк юрайҙар ине... Ғәфү ит, "Лев"! Мин һине алдарға мәжбүр иттем... Мине яҡлашып, үҙеңде ҙур бәлә алдына ҡуйҙың! Рәхмәт, мин был һабаҡты ғүмерҙә лә онотмам!" Шулай итеп ике яңы дуҫы, тоғро дуҫы барлыҡҡа килде "Лев" - Зарифтың...
Яйлап-яйлап взводта тәртип урынлашты. Ҡаты ғына итеп үҙ һүҙен әйтә белгән взвод командиры менән отделение командиры булған Зарифты тыңлай башлағандай булдылар. Бер аҙнанан "Окапываться!" тигән команда яңғыраны. Бәләкәй генә сапер көрәктәре бар ине үҙҙәре менән. Тик уның менән үләнле ер ҡыртышын алыуы еңел булһа ла, артабан бик яй ҡаҙыла. Ҡасабанан ябай көрәктәр һатып алып килергә тура килде. Окоптар ҡаҙылды. Төпкә төшкәс кенә кәрәге тейҙе сапер көрәктәренең. Алдан да, арттан да ҡаҙырға кәрәк окопты. Снаряд шартлағанда йәшенеп ҡалыуға уңай булһын өсөн. Тура ғына ҡаҙылған окопта тап өҫтөңә генә килеп төшөүе мөмкин үлем ярсығының. Ярай әле бындағы ер ҡаҙырға уңай: өҫтә аҙ ғына ҡыҙғылт-ҡара тупраҡ, ярты метрҙай балсыҡ, унан инде ҡом-таш китә. Ташлы ерҙе ҡаҙыу, балсыҡҡа ҡарағанда, күпкә еңел.
Унан блиндаж эшләнеләр. Ҙур итеп землянка ҡаҙҙылар, өҫтөн ике-өс ҡат ағас менән ҡапланылар. Метрҙан ашыу итеп накат менән тупраҡ өйҙөләр. Ошолай эшләһәң, мина шартлағанда ла тере ҡалыу мөмкин икән. Ағас эшенә оҫта ауыл егеттәре булыуы ярап ҡалды. Ручканан ауыр әйбер тотмаған ҡала малайҙарына ауырыраҡҡа тура килде килеүен. Әммә бында һине әпәүләп торған атай-әсәйең юҡ! Приказ булды - тот балта, тот бысҡы!

(Дауамы. Башы 16-сы һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.24 | Ҡаралған: 120

Киске Өфө
 

Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru