«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӨРМӘТ ТӨБӨ - ХЕҘМӘТ
+  - 


Журналист һөнәренең ни тиклем яуаплы, мәшәҡәтле һәм тынғыһыҙ икәнлеген үҙен шул эшкә арнаған кеше генә яҡшы беләлер ул. Гәзит хәбәрсеһенең, мәҫәлән, ваҡыты тәғәйен билдәләнгән эш көнө бөтөнләй юҡ тиерлек, һис туҡтамай даими сығырға тейешле матбуғат баҫмаһы өсөн ул көнөнә, төнөнә ҡарамай, ал-ял белмәй юл йөрөргә, кәрәкле материалды табып, ваҡытында әҙерләп тапшыра барырға тейеш. Уныһын әҙерләгәс, икенсеһе, өсөнсөһө сиратта тора…Әрме сафтарынан ҡайтып, ике йыл самаһы Йылайырҙа йәшәгән йылдарҙа район гәзитендә эшләгән яҡын дуҫым Ильяс Исмәғил улына ҡарап, шул тиклем ауыр эшкә ҡайҙан көс-ғәйрәт таба икән, тип берсә һоҡлана, берсә аптырай торғайным.

Ильяс Такалов йәмле Йылайыр йылғаһы буйында ултырған бик боронғо ауылдарҙың береһе Мәҡсүттә 1954 йылдың 3 мартында Исмәғил Ғәҙелша улы менән Сәлимә Ғүмәр ҡыҙының ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән. Атаһы менән әсәһе күп йылдар совхоз фермаһында малсы булып эшләгән, хеҙмәт алдынғылары булған. 1961 йылда Ильяс ауылдың башланғыс мәктәбенә уҡырға бара. Мәктәптә тик "бишле"гә генә уҡый, спорт ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй, бигерәк тә бейеү, шиғыр уҡыу менән мауыға. Ул йылдарҙа ауылда балаларға фронтовик яҙыусы һәм уҡытыусы Әмир Моратов белем бирә, Ильяс ул ойошторған әҙәби кисәләрҙә һәм концерттарҙа бик әүҙем ҡатнаша.
1962 йылдың йәйендә халыҡ шағиры Мостай Кәрим Мәҡсүт мәктәбенә ҡунаҡҡа килгәнендә уның ҡулынан тотоп, "Был малай киләсәктә ҙур кеше буласаҡ", тип маҡтаған. Ильяс яратҡан әҙибенең күңеленә һалған был өмөтөн ғүмер буйы аҡларға тырыша. Шуны ла әйтергә кәрәк, күп заман үткәс, 1991 йылда районда Ш. Бабич көндәре барған осорҙа, тыуған ауылында Мостай ағай менән йәнә осрашырға насип була уға. Халыҡ шағирының: "Хөрмәтле Ильяс туғаным! Бынан 28 йыл әүәл Мәҡсүттә мин һине етәкләп йөрөгәйнем, хәҙер һин мине ҡосаҡ йәйеп ҡаршыланың, рәхмәт", - тигән яҙмаһын бик ҡәҙерле иҫтәлек итеп һаҡлай ул.
Ауылдағы башланғыс мәктәпте тамамлағас, атаһы уны Баймаҡ интернат-мәктәбенә уҡырға бирә. Ул ваҡытта мин был уҡыу йортонда бер йыл белем алып өлгөргәйнем инде. Ильяс бындағы белем, тәрбиә биреү кимәленең бик юғары икәнен тиҙ аңланы, уҡыуға бар тырышлығын һалды. Дәрестәрҙән бушаған ваҡытында йәмәғәт эштәрендә, спорт сараларында әүҙем ҡатнашты. Уның төрлө байрамдар уңайынан ойошторолған концерттарҙа дәртле итеп, килештереп бейеүенә һоҡланмаған бала булмағандыр. Бер-ике йыл уҡығас, Баймаҡ район гәзитенең йәш хәбәрсеһе булып китте ул. Гәзит биттәрендә мәктәп тормошо тураһындағы мәҡәләләре, фотоһүрәттәре йыш баҫыла торғайны. Уҡыу алдынғыһы булараҡ, бер тапҡыр ул республика Яңы йыл шыршыһы байрамында ҡатнашты, мәктәптең бейеү коллективы менән Өфө сәхнәһендә сығыш яһаны. ВЛКСМ-дың ярты быуатлыҡ юбилейы йылында үҙ класында тәүгеләрҙән булып комсомол сафына алынды.
Урта мәктәпте 1971 йылда тамамлағас та Ильяс Исмәғил улы Йылайыр районының "Коммунизм өсөн" гәзитендә фотохәбәрсе булып эш башлай. Бер нисә йылдан уны уңғанлығы, профессиональ оҫталығы өсөн хәбәрсе, бүлек мөдире, унан һуң 25 йәштә мөхәррир урынбаҫары вазифаларына үрләтәләр. Ошо тынғыһыҙ эш араһында ул ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем ала. Уҡыуының һуңғы йылында ғалим һәм педагог Әхмәт Сөләймәнов етәкселегендә башҡорт халҡының сәсәнлек традицияһы темаһына диплом эше яҙа һәм уңышлы яҡлай. Диплом етәксеһе уға артабан фән өлкәһендә эшләргә тәҡдим итһә лә Ильяс Исмәғил улы журналистикала ҡалыуҙы үҙ итә. Редакция һәм типография коллективында тәүҙә комсомол, һуңынан партия ойошмаһын етәкләй. 1976 йылда БАССР һәм СССР журналистар союзы сафына ҡабул ителә. 1986-1988 йылдарҙа КПСС Өлкә комитетының йүнәлтмәһе буйынса Свердловск юғары партия мәктәбендә уҡый. Уны тамамлағас, Әлшәй районының башҡорт, урыҫ, татар телдәрендә сыҡҡан "Ленинизм байрағы" гәзитендә ике йыл баш мөхәррир булып эшләй. Һуңынан, тыуған районына ҡайтып, партияның район комитетында контроль-ревизия комиссияһын етәкләй, аҙаҡ өс йыл район советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире вазифаһында эшләп ала. 1994 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы, йәғни егерме йылға яҡын, район гәзите мөхәррире йөгөн тарта. Әле лә, район журналистары берлеге рәйесе булараҡ, редакция эше менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй Ильяс дуҫым. 2004 йылда күп йылдар намыҫлы эшләгән өсөн ул "Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Ошо йылдарҙа бик күп яуаплы йәмәғәт эштәрен дә башҡарырға тура килә уға. Ике саҡырылыш район Советы депутаты булып һайлана, ике тиҫтә йыл самаһы район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, түңгәүер ырыуы башҡорттарының ҡор башы вазифаларын башҡара. Икенсе, өсөнсө Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты була. Түңгәүерҙәрҙең ҡор башы булараҡ, ул тыуған районының данын арттырыу, арҙаҡлы яҡташтарының исемен мәңгеләштереү буйынса байтаҡ саралар үткәрә. Мәҫәлән, ҡоролтай ағзалары менән берлектә Йылайыр ерендә һәләк булған яугир-шағир, ялҡынлы дәүләт эшмәкәре Шәйхзада Бабич иҫтәлегенә ул һуңғы сәғәттәрен үткәргән бинаға таҡтаташ ҡуйҙыртыу, шағирҙың ерләнгән урынын асыҡлап, һәйкәл астыртыу, ауыл урамына уның исемен бирҙертеү кеүек мөһим мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итә. Ҡоролтай башланғысы менән Ҡаҙырша, Сәлим ауылдарында Әхмәтзәки Вәлиди һәм уның Йылайыр төбәгенән сыҡҡан арҡадаштары иҫтәлегенә стела ҡуйыла. Ошо рәүешле район тарихында яҡты эҙ ҡалдырған бик күп шәхестәрҙең исемдәре тыуған төбәктәрендә мәңгеләштерелә.
Район Советы депутаты булған осоронда Ильяс Такалов тыуған ауылына ҡырсынташ юл һалыу, тәбиғи газ үткәреү, телефон бәйләнеше булдырыу эштәрен дә башлап йөрөй. Халыҡтың һорауы буйынса мәсет астырыу, шәжәрә байрамдарын үткәреү, ауылдашы, арҙаҡлы ғалим, яҙыусы, ҡурайсы һәм йырсы Зәбихулла Исҡужин һәм яугир уҡытыусы, журналист һәм яҙыусы Әмир Моратов хөрмәтенә яҙыулы стела ҡуйҙыртыу кеүек мәшәҡәттәрҙе лә үҙ өҫтөнә ала.
Әлбиттә, ошондай оло эштәрҙе уңышлы атҡарыу өсөн ныҡлы терәк булыуы шарт. Үҙе әйтеүенсә, Ильяс Исмәғил улы тормош юлдашынан, ғаиләһенән бик уңа. Буласаҡ ҡатыны менән тәүге танышыуы осраҡлы рәүештә тыуған ауылында була. Ауылдаш дуҫының туйына ҡунаҡ булып килгән килен әхирәттәре араһында Баймаҡ ҡыҙы Сәфирә лә булып, Ильястың уға шунда уҡ күҙе төшә. Ике йыл тирәһе дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 1975 йылдың октябрендә улар гөрләтеп туй үткәреп, ғаилә ҡороп ебәрәләр. Һөйөклө Сәфирәһе район дауаханаһында эшләй башлай һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы, 40 йыл ғүмерен балалар һаулығы һағында шәфҡәт туташы булып эшләй. Намыҫлы хеҙмәте тәүҙә "Һаулыҡ һаҡлау отличнигы" билдәһе менән баһалана, ә 2011 йылда уға "Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелә.
Сәфирә Ғәйнислам ҡыҙы менән улар өс ир балаға ғүмер бүләк итә. Яҙмыш шулай ҡушҡандыр - улдарының өсөһө өс ерҙә тыуа. Тәүге сабыйҙары Илфат 1976 йылдың сентябрендә Йылайырҙа донъяға килә, уртансы улдары Самат 1976 йылда - Баймаҡ ҡалаһында, кинйә малайҙары Илгиз иһә 1989 йылда Әлшәй районында йәшәгәндә тыуа. Балалары Йылайыр, Раевка мәктәптәрендә уҡыйҙар, һуңынан барыһы ла ҡасандыр атайҙары тамамлаған Башҡорт дәүләт университетында уҡып, Илфат - юрист, Самат - биолог, физик культура, Илгиз тарихсы һөнәрҙәрен ала. Атанан күргән уҡ юнған, тигәндәй, малайҙар бәләкәйҙән спортты яратып үҫәләр. Өсөһө лә бокс менән ныҡлы шөғөлләнә, Илфат хатта ил беренселегендә ҡатнашып, алтын миҙал ала, Самат менән Илгиз республика турниры призерҙары була. Хоккей, футбол, баскетбол, волейболды ла улар үҙ итә, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Бөгөн улар, үҙ ғаиләләрен ҡороп, матур тормош кисерәләр, уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Илфат килендәре Айгөл менән биш бала тәрбиәләй, Самат менән Оксана килендәренең ғаиләһендә өс бала үҫә, Илгиз менән Айгөл килендәре - ике улға атай-әсәйҙәр. Һәр тыуған ейән йә ейәнсәр хөрмәтенә йәш алмағас ултыртыу - Такаловтар ғаиләһендә төп йолаларҙың береһе. Хәҙер ҡартатай-ҡәртәсәйҙең баҡсаһын ун төп йәш алмағас йәмләй, тәүгеләре емеш тә бирә башлаған.
2017 йылда "Байыҡ" республика бейеү конкурсының йомғаҡлау концертында Такаловтар, өс быуын ғаиләләре менән ҡатнашып, беренсе урын алып ҡайттылар. Улар түңгәүер ырыуының теләнселәр араһы инеше башында торған ҡан бабалары Тәкәй ҡарттың (халыҡ иҫәбен алыу, ревизия - документтарында урыҫ иҫәпсеһенең хатаһы арҡаһында уның балалары Такаловҡа әйләнеп киткән) бөгөнгө вариҫтары нәҫел намыҫын ошолай лайыҡлы һаҡлай. Быға йәнә бер нисә миҫал итеп шуларҙы ла әйтергә була: ейәндәре Алмаз "Байыҡ - 2017" республика конкурсының Гран-приһын яуланы, Италияла үткәрелгән халык-ара фольклор фестивалендә ҡатнашты; игеҙәк ейәндәре Айгиз менән Нургиз "Әсә" исемле билдәле башҡорт кинофильмында төп ролдәрҙе башҡарҙылар, кикбоксинг буйынса Рәсәй, Башҡортостан чемпиондары титулын яуланылар; ейәнсәрҙәре Рушана иһә "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү буйынса район конкурсында еңеүсе булды.
Шулай Ильяс Исмәғил улы менән Сәфирә Ғәйнислам ҡыҙы ғәзиз балаларының, һөйөклө ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып, уларҙың ихтирамына һөйөнөп, һәр яҙ аҡ сәскәләргә төрөнөп ултырған алмағастарға һоҡланып, тыныс, ҡояшлы көндәргә шатланып, үҙҙәренә яҙған яҙмышҡа шөкөр итеп, Хоҙайға рәхмәттәр уҡып, ғүмер йомғағын һүтә. Үҙҙәренең хәләл көсө менән һалып сыҡҡан күркәм йорттарында, бөртөкләп йыйған донъяларында ишле ҡош-ҡорт аҫрап, бай баҡса үҫтереп, хаҡлы ял рәхәтлеген татып көн итәләр. Йәмғиәт тормошонан да ситтә ҡалмайҙар. Республика, район матбуғаты биттәрендә Ильяс Такалов мәҡәләләре әле лә даими баҫылып тора.
Ильяс Такалов - районда ғына түгел, ғөмүмән, республика кимәлендә киң танылған, абруйлы шәхес. Дандың төбө - хөрмәт, хөрмәт төбө - хеҙмәт, тиелә халҡыбыҙҙың бер мәҡәлендә. Халыҡтың һөйөүен, ихтирамын ул да фәҡәт үҙенең тырышлығы, тынғыһыҙлығы һәм ғүмере буйы башҡарған бихисап изге эштәре менән яуланы.

Миңлеғәли НӘҘЕРҒОЛОВ,
филология фәндәре докторы, профессор.

"Киске Өфө" гәзите, №17, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.24 | Ҡаралған: 127

Киске Өфө
 

Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru