«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ВЕНГРИЯЛА ЛА БУЛДЫҠ БЕҘ!
+  - 

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры "МИТЕМ" Халыҡ-ара театр фестивалендә уңышлы сығыш яһаны. Был сара Венгрияның баш ҡалаһы Будапештта 6-28 апрелдә үтте. Башҡорт артистары Венгрия милли театрының төп сәхнәһендә Мәжит Ғафуриҙың "Ҡара йөҙҙәр" повесы буйынса Айрат Абушахманов ҡуйған спектаклде уйнаны. Тамашасы уны бик йылы ҡабул итте, алҡыштар оҙаҡ тынманы, ә һуңынан театрыбыҙға һәм уның баш режиссеры Айрат Абушахмановҡа һоҡланыуҙарын белдерҙеләр. Һүҙ - фестивалдә ҡатнашыусыларға.

Аттила Виднянский, режиссер, Венгрия милли театры директоры:
Беҙҙең халыҡ-ара проекттарҙың координаторы һәм әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Андраш Козьма 2015 йылда һеҙҙең спектаклде ҡараған һәм шунан бирле уны үҙебеҙҙең сәхнәлә күрһәтеү ниәте менән янды. Бөгөн уның теләге тормошҡа ашты! Һеҙҙең спектаклде Венгрия тамашасыһы менән бергә ҡарай алыуыма бик шатмын. Башҡорт театры Европала шундай юғары һәм профессиональ кимәлдә күрһәтелеүе айырыуса беҙҙең, ойоштороусыларҙың, күңелебеҙгә ятты, сөнки был Фестивалебеҙгә лә мәртәбә өҫтәне. Тетрәндергес булды, йөрәктәребеҙҙе яуланығыҙ. Спектаклдәрегеҙҙе үҙегеҙҙең туған башҡорт телендә уйнауығыҙ өсөн айырыуса рәхмәт, хөрмәт менән алдығыҙҙа баш эйәм, сөнки бөгөн туған телде, халыҡтың мәҙәниәтен һаҡлау һәм тамырҙарҙы онотмау бик мөһим. Артабан да ике яҡлы хеҙмәттәшлегебеҙ артыр, һеҙҙең спектаклдәрҙе Венгрия театры сәхнәһендә тағы ла күрербеҙ, тигән ышаныста ҡалам.

Андраш Козьма, халыҡ-ара проекттар координаторы: Театрҙар йәшәй һәм аралашыуҙы, тәжрибә уртаҡлашыуҙы дауам итеүе һөйөндөрә. Былтыр октябрь айында Башҡортостан театры Рәсәйҙән берҙән-бер вәкил булараҡ, "Джут" спектакле менән бөтә донъянан йөҙәрләгән театрҙар йыйылған Халыҡ-ара театрҙар олимпиадаһында ҡатнашты. Был юлы һеҙ беҙҙе тағы ла нығыраҡ таң ҡалдырҙығыҙ - театр өсөн сиктәр һәм тел ҡаршылыҡтары юҡ. Хәҙер беҙ һеҙҙең театрҙы беләбеҙ, киң фекер йөрөткән һәм театрын ҡайһы юлдан алып барырға белгән баш режиссерығыҙ Айрат Абушахманов менән дә яҡшы танышбыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Яңы үрҙәр һәм үҫеш теләйбеҙ театрығыҙға. Беҙҙең өсөн һеҙ гел көтөп алынған ҡунаҡ!

Иршат Фәйзуллин, М. Ғафури исемендәге БАДТ директоры: Донъя театраль майҙанында беҙ республикабыҙҙы, Рәсәйҙең һөнәри театраль сәнғәтен кәүҙәләндерәбеҙ һәм репертуарыбыҙҙа үҙебеҙҙең башҡорт тамашасыһына ла, венгрҙарға ла берҙәй ҡыҙыҡлы спектаклдәр булыуы яҡшы. Венгриянан коллегаларыбыҙға айырыуса ҙур рәхмәт: үҙебеҙ менән тик спектаклдә кейгән костюмдарҙы ғына алып килдек, ә декорация һәм реквизиттарҙы Венгрия театры белгестәре әҙерләне. Коллектив исеменән республикабыҙ етәкселегенә һәм Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығына рәхмәтемде белдерәм. Ижади коллектив өсөн бындай сәфәрҙәр кәрәк һәм мөһим, сөнки артистарҙы һәм режиссерҙарҙы яңы спектаклдәргә, проекттарға дәртләндерә.

Тәнзилә Хисамова, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы: Төркөмдә мин иң олоһо, һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуып барам һәм коллегаларым шаяртып әйтмешләй, "Венгрияны яуланым". Яҙмышыма һәм коллегаларыма рәхмәтлемен - был сәфәр бик үҙенсәлекле булды, Венгрия тамашасыһы беҙҙе көслө алҡыштарға күмде, мин республикабыҙҙы лайыҡлы күрһәтә алыуыбыҙ менән ғорурмын.

Илһөйәр Ғәзетдинова, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы: Беҙҙең "Ҡара йөҙҙәр" спектакле миңә бик яҡын, сөнки мин 44 йыл элек төп героиня - Ғәлимә булып уйнаным, ә бөгөн уның әсәһе ролен башҡарам. Ошо бәхет түгелме ни? Беҙҙең спектакль, беҙҙең театр бөгөн талап ителә: беҙҙе беләләр һәм саҡыралар, һәр ваҡыт тамашасы һөйөүенә ҡойонабыҙ. Октябрь айында "Ҡара йөҙҙәр" спектакленең юбилейы, ул сәхнәлә ун йыл дауамында аншлаг менән бара.

Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы: Фестивалдәрҙә сығыш яһауы һәр саҡ тулҡынландырғыс һәм яуаплы. Әммә беҙ булдырҙыҡ! Спектаклебеҙҙең яҙмышы матур - мин ун йыл инде Ғәлимә ролен башҡарам һәм һәр саҡ үҙем өсөн ниндәй-ҙер яңылыҡ асам, спектаклдәге мөхит, күңелгә ятышлы моң, рәхмәтле тамашасылар - барыһы ла мине яңы хистәргә байыта. Был сәйәхәт бик оҡшаны, Венгриянан мин илһамланып, театрыбыҙҙың яңы спектаклдәре менән бында тағы ла кире килергә тигән теләк менән ҡайтам.

Артур Кәбиров, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы: Барыбыҙ ҙа арыһаҡ та, күңелебеҙ күтәренке. Бөтә күңелем менән залдың энергетикаһын, уларҙың геройҙар өсөн борсолоуын тойҙом. Беҙ үҙебеҙҙең халыҡты, театрҙы сит илдә тейешле кимәлдә күрһәтә алдыҡ, тамашасыларҙың рәхмәтле йөҙҙәре һөйөндөрҙө - ижади миссиябыҙ үтәлде.

Лилиә Ғәлина, Ғәли исемле малайҙы уйнаусы актриса: Спектакль башланырҙан алда мин бик тулҡынландым, сөнки беҙ башҡортса уйнайбыҙ, ә бында төп телдәр - венгр һәм инглиз телдәре. Әммә борсолоуҙарым бушҡа булған, барыһы ла яҡшы үтте. Ҡунаҡсыл Будапешт, матур мөнәсәбәттәге тамашасы, оҙайлы алҡыштар, Дунай яры буйлап йөрөүҙәр - бына ниндәй онотолмаҫ матур хәтирәләр алып ҡайтабыҙ беҙ был фестивалдән.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының фестивалгә сәйәхәте тамамланды, ә яҡын киләсәктә беҙҙе тағы ла ҡыҙыҡлы бер проект көтә - "Туғанлыҡ" Милли театрҙарының халыҡ-ара фестивален ойоштороуҙа ҡатнашасаҡбыҙ. Ул Өфөлә 16-23 майҙа үтә.

Динара ҠӘЙҮМОВА,
М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш мөхәррире.

"Киске Өфө" гәзите, №17, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.24 | Ҡаралған: 146

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru