«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЛАРҘЫ ҺУҒЫШ СЫНЫҠТЫРҒАН...
+  - 

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығы айҡанлы ошо дәһшәтле, ҡан ҡойошло осорға ҡағылышлы халыҡ хәтерен яңыртырға теләп, яҡындары һуғышта ҡатнашҡандарға мөрәжәғәт итергә булдыҡ. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты, танылған фониатор Наил Талха улы ҒАБДУЛЛИН үҙенең ғаилә хәтирәләре менән уртаҡлашты. Уның атаһы - Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Әсәһе - тыл ветераны.

- Атайым Талха Хажимөхәмәт улы Ғабдуллин Төньяҡ-көнбайыш фронты, Воронеж фронты, 2-се Украина фронты составында дошмандарға ҡаршы һуғыша һәм гвардия лейтенанты званиеһында ҡайта. Ул күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, "Ҡыҙыл йондоҙ" ордены менән наградлана, бик күп миҙалдары бар. СССР Ҡораллы Көстәренең баш командующийы Сталиндың шәхси рәхмәт хаты әле лә ғаилә архивында ҡәҙерләп һаҡлана. Былар тураһында ул беҙгә һөйләргә тырышманы, һуғыш темаһын бөтөнләй ҡуҙғатманы, күңеле тулышып китә торған булғандыр инде. "Эйе, булдым, йөрөнөк, һуғыштыҡ", - тигән һымаҡ ҡына итеп ҡыҫҡа ғына яуап бирер ҙә ҡуйыр ине. Ә инде бер нисә йыл элек бер танышыбыҙ хәрби архивты асып ҡарап, атайымды наградаға күрһәткәндә яуҙаштары юллаған документты табып алған. Унда һуғыш ваҡиғалары бик асыҡ сағылдырылған. Бына ул документ: "1944 йылдың 7 декабрендә Венгрияның бер ауылы өсөн алышта дошман 9 танк, 2 транспортер һәм пехота ротаһы менән 11 тапҡыр контратакаға күтәрелде. Иптәш Ғабдуллиндың ротаһына 3 танк һәм 2 транспортер һөжүм итә. Дошман ҡеүәтлерәк булһа ла, рота сигенмәй, бөтә атакаларҙы кире ҡаға. Иптәш Ғабдуллиндың ротаһы мылтыҡ-пулеметтарҙан ут асып, дошман пехотаһын танкыларҙан айырыуға өлгәшә, үҙҙәренең хәрби тәртиптәре аша үткәрмәй. Дошман танкылары ротаның окоптары өҫтөнән урап-тапап йөрөһә лә, был ҡанһыҙ алышта иптәш Ғабдуллиндың ротаһы 20 немецты юҡ итә. Иптәш Ғабдуллин ҡаты яралана, әммә бөтә атакаларҙы кире ҡаҡҡансы яу яланын ташлап китмәй. Оҫта командалыҡ итеүе, подразделениеның ныҡ тороуы һәм шәхси батырлығы өсөн иптәш Ғабдуллин Ватан һуғышы ордены хөкүмәт наградаһына лайыҡ", - тип яҙылған йүнәлтмә ҡағыҙында. Ул ваҡытта атайыма ни бары 21 генә йәш була. Яуҙаштары уны "Салауат тоҡомо" тип хөрмәт иткәндәр. Ил азатлығы, донъя именлеге, тыныслыҡ өсөн бергә көрәшкән иптәштәре менән үҙе тере саҡта бәйләнешен өҙмәне атайым. Уға Ленинград, Томск һәм илдең башҡа ҡалаларынан сәләм-хаттар килеп торҙо. Еңеүҙең бер юбилейлы датаһына әсәйебеҙ менән бергә яуҙаштары менән осрашыуға Черкассыға ла барып ҡайттылар.
Һуғыштан һуң, тыныс тормошта ла атайым тынғыһыҙ булды, гел яуаплы урындарҙа эшләне. 1950 йылда Әбйәлил районының Хәлил ауылында колхоз рәйесе була, унан һуң Асҡар ауылында Әбйәлил районы Рәсәй ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһын биләй. 1954 йылда Байым ауыл Ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе итеп тәғәйенләнә һәм ошо урында утыҙ йылдан ашыу эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Беҙҙе лә, өс улын һәм өс ҡыҙын, тырыш булырға, эштән ҡурҡмаҫҡа, бер-береңде ҡарарға, ярҙамсыл, тоғро, ғәҙел булырға өйрәтеп тәрбиәләне. Илһөйәр булығыҙ, тыуған илде яратығыҙ, тип туранан-тура әйтеп ултырмаһа ла, тыуған ауылға, ауылдаштарға ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт аша илһөйәрлекте лә һеңдереп үҫтерҙе улар.
Әсәйем Фирҙәүес Мөхәмәҙей ҡыҙы Шәрәфетдинова ла ҡәһәрле һуғыш михнәттәрен үҫмер генә сағында күп күргән, ул тыл фронты өсөн эшләгән: Белорет районына ағас ҡырҡырға ла ебәргәндәр, аҙаҡ яҡшы уҡығаны өсөн мәктәпкә уҡытыусы итеп тәғәйенләйҙәр. Райондың юғары уҡыу йорттарына уҡырға ебәрелергә тейеш бер төркөм йәштәре араһында әсәйем дә була. Ошо исемлекте райондағы бер кәңәшмәлә уҡыйҙар, унда атайым да ҡатнаша. Әле өйләнешмәгәндәр-нитмәгәндәр, әммә әсәйемдең фамилияһын әйткәс: "Юҡ, беҙ өйләнештек, ул бер ҡайҙа ла бармай", - тип хәйләләп алып ҡалған. Был осраҡты ла, төрлө донъя хәлдәрен дә мәрәкәләп иҫкә алырҙар ине гел.
Минең хәтерҙә атайым кәрәк саҡта үҙ фекерен әйтә белгән, абруйлы, туғандары өсөн өҙөлөп торған кеше булып ҡалған. Бала сағымда бик ҡаты ауырып киттем, өйҙә 2-3 көн ятҡас, атайым мине балалар дауаханаһына алып китте. Плевропневмония булғандыр инде, арҡам ауырта, юғары температура, ятып та тора алмайым. Ул ваҡытта бөйөк халыҡ беҙгә "бабайка", "апайка" тип кенә ҡарай торғайны бит, сиратта әллә күпме ваҡыт көттөк, ҡарамайҙар. Шунан атайым: "Башҡорт көтөп тик ултырыр тиһегеҙме? Мин совет армияһы офицеры, етәксегеҙҙе килтерегеҙ", - тип мәсьәләне үҙ ҡулына алды. Бына шундай осраҡтар эшләгән урынында ла булып ҡына торҙо уның. Уның был характеры һуғыш мәхшәрен үтеп, донъяның әсеһен-сөсөһөн татығанда сыныҡҡандыр, ул матур ғаилә ҡороп, тыныс тормошта ла йәшәр көс таба алған.
Ә бит ҡәһәрле һуғыш күптәрҙең яҙмышын боҙған. Күптәр яҡты донъя менән бик иртә хушлашҡан, балаларын етем ҡалдырған, йәшел йылан ҡолона әүерелгәндәр ҙә булды. Дүрт йыл барған мәхшәр әллә нисә быуын кешеһенең яҙмышына йоғонто яһаған. Бына ошонан сығып та, Еңеүҙең ниндәй көс менән яуланыуын белеп тә, атай-әсәйҙәр гел аяҙ күк йөҙө теләп, киләсәк быуындарға тыныс тормош һорап, "Һуғыш ҡына булмаһын", тип ҡабатлап торҙолар. Әммә бөгөнгө донъя хәлдәре тағы ла борсоуҙарға һала, атай-әсәйҙәребеҙ күргән михнәттәр балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ иңенә төшөп ҡуймаһын, тигән ҡурҡыу бар күңелдәрҙә. Бөйөк Еңеү көнөндә тағы бер тапҡыр аяҙ күк йөҙө, һаулыҡ теләйем.

Камила ҒӘЛИЕВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.24 | Ҡаралған: 94

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru