«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Алтынсы бүлек. Башҡорт - урта быуаттарҙағы Башҡортостандың баш ҡалаһы.

Тикшеренеүселәр V-VIII быуаттарҙағы Көньяҡ Урал ҡомартҡыларында көньяҡтан килтерелгән әйберҙәрҙең күп булыуын бер тапҡыр ғына билдәләмәне. Быны беренселәрҙән булып үҙенең хеҙмәттәрендә А. И. Вощинина Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең көньяҡ тарафтарындағы илдәр менән сауҙа-иҡтисади бәйләнештәренең юғары кимәлдә булыуы менән аңлатты. Был тема буйынса башҡа археологтар ҙа яҙып сыҡты. Ошо ҡараштар планында Евразияның боронғо һәм урта быуаттарҙағы тәңкәләре буйынса иң билдәле белгестәрҙән һаналған В.В. Кропоткиндың тикшеренеүҙәре үтә ҡиммәтле, ул Көньяҡ Уралда VI-VII быуаттарға ҡараған Византия тәңкәләре табылыуы осраҡтарын ғилми яҡтан тикшергән. Ул Уралдан көньяҡ мәҙәни үҙәктәренә әүҙем сауҙа юлы булыуын раҫлай. Ул хатта Көньяҡ Уралдың аҡса әйләнеше булған зонаға инеү мөмкинлеге хаҡында ла фекер йөрөтә. Хәҙерге ваҡытта Урал-Волга буйы территорияһында V-VIII быуаттар тәңкәләре табылыуының һиҙелерлек арта барыуы нумизматтың әлеге һығымтаһына өҫтәмә дәлил булып тора. Ошо бәйләнештәрҙә урта быуаттарҙағы Өфө (Башҡорт) ҡалаһы кешеләре, һис шикһеҙ, ҙур роль уйнаған. Бында ювелир әйберҙәрен етештереү буйынса һөнәрселек үҙәге булыуы ошоға дәлил. Өфө-II ҡаласығында криц, шлак, тигель, металл ҡалдыҡтары булған тимер иретеү мейестәре табылды.

Өфө-II ҡаласығы - урта быуаттарҙағы Башҡорт ҡалаһы цитаделе

Беҙҙең ҡарамаҡта, өҫтәрәк бәйән ителгәнсә, бик күп табылдыҡтар, шул иҫәптән XIII-XIV быуаттарға ҡараған тәңкәләр бар, шулай уҡ яҙма сығанаҡтарҙағы мәғлүмәттәр һис бер бәхәсһеҙ ошо ҡомартҡылар комплексының XVI быуат баштарына тиклем бер өҙлөкһөҙ ғәмәлдә булыуын раҫлай. Күрәһең, был ҡала ул саҡтағы цивилизациялы донъя илдәрендә лә билдәле булған. Мәҫәлән, XIV быуатта йәшәгән ғәрәп авторы Ибн-Халдун (1406 йылда үлгән) Алтын Урҙаның иң ҙур ҡалалары иҫәбенә Башҡорт ҡалаһын индергән, ә XIV-XVI быуаттарҙа йәшәгән Көнбайыш Европа географтары, бер туған Пициганолар (1367 й.) һәм Меркатор (1554 й.) карталарында Паскерти (Башҡорт) ҡалаһы Ағиҙел йылғаһының урта ағымында, яҡынса хәҙерге Өфө урынында һүрәтләнгән.
Өфө-II ҡаласығы Көньяҡ Уралдың иң ҙур ҡомартҡыһы, шуға күрә үҙәгендә хәҙер ҡаҙып асылған Өфө-II ҡаласығы булған ошо ҡомартҡылар комплексын (ҡаласыҡтар, некрополь, тораҡтар) өҫтә атап үтелгән авторҙар Башҡорт ҡалаһы тип атағандарҙыр. Өфө-II ҡаласығын "Башҡорт" ҡалаһы тип атауҙы еңел генә аңлатып була: Көньяҡ Уралдың төп халҡының үҙ атамаһы ла башҡорт булыуын Европала ла белгәндәр. Ҡалаларҙы этнонимдар менән атау киң таралған традиция. Мәҫәлән, Булғар, Сувар ҡалалары ла иң ҙур ҡәбиләләр берләшмәһе исемдәре менән аталған. Халыҡ исеменең ҡала атамаһына әүерелеүе "башҡорт", "башҡорт халҡы", "Башҡорт иле" төшөнсәләренең барлыҡҡа килеүе, танылыуы һәм таралыуы процесын сағылдыра. Мәсьәләне ошо рәүешле ҡуйыу өсөн беҙҙең, ситләтеберәк булһа ла, раҫлап булырлыҡ бер нисә дәлилдәребеҙ бар: VII быуатта уҡ Көньяҡ Урал халҡының бер өлөшө "башҡорт" атамаһын йөрөткән. Бында VII быуатта йәшәгән Ҡытай авторҙары хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итеү хаҡлы булыр: улар Көньяҡ Уралға яҡын тарафтарҙа "ба-шу-ки-ли" тип теркәгән халыҡ булыуын иҫкә алған ("башукили", ысынбарлыҡта "башукири" - ҡытай телендә "р" өнө юҡлыҡтан "л" ҡулланыла. - Ред. иҫк.). Ҡытай профессоры Чанг Ланг фекеренсә лә, ошо этноним - "башҡорт" һүҙенең ҡытайса яҙылышы булып тора. VII быуатта йәшәгән, исеме билдәһеҙ ҡытай тарихсыларының береһе (вафаты - 643 йыл) "ба-шу-ки-ли" халҡының туранан-тура һундарҙан (һи-уйнг-ну) килеп сығып, "тие-ле" тигән дөйөм атама менән нарыҡланған, Көнбайыш Төркөстан һәм Түбәнге Волга буйын төйәк иткән төрки ҡәүемдәре иҫәбенә индерә. Ә.-З. Вәлиди ҡытай авторҙарының "тие-ле" этнонимы аҫтында VII-IX быуаттарға ҡараған Орхон-Енисей яҙма ҡомартҡылары буйынса билдәле булған Алтай һәм Иртыш буйы төркиҙәре хаҡында яҙыуын фаразлай. Бәлки, һун-төрки массаларының күмәкләп күсенеүе осоронда "ба-шу-ки-ли"ҙарҙың да Уралға күсеп килеүе хаҡында һығымта эшләп булалыр.
Тарихи әҙәбиәттә тикшеренеүсе М. И. Артамоновтың бер фаразы бар: уныңса, VII быуаттағы "Әрмән географияһы" китабында иҫкә алынған "бутки" йә иһә "бушки" ҡәүемдәре башҡорттарҙы аңлатҡан. Сығанаҡта ҡыштарын бушкиҙарҙың төньяҡ тарафтарынан Каспий буйына мал көтөүҙәре менән килеүе хаҡында мәғлүмәт бар.
Ә.-З. Вәлиди үҙенең хеҙмәттәрендә "башҡорт" этнонимының килеп сығышы һәм VI-IX быуаттарҙа Башҡорт илендәге этносәйәси ситуация хаҡында һис шикһеҙ ҡабул итерлек миҫалдар килтерә. Бына улар: Урта Азияның көньяғында "башҡурт тауҙары" тип аталған һырт була. Ошонда уҡ VI-VIII быуаттарҙа "Башгирд" (Вашгирд) ҡалаһы ла булған. Сығанаҡтарға ярашлы, ул Башҡорт иленең баш ҡалаһы булған, ул төркиҙәрҙең эфталиттар менән хәрби конфликты (VI б.) һәм VIII быуат башында ғәрәптәрҙең Урта Азияны яулап алыуы айҡанлы иҫкә алына. Ошо ҡала атамаһы IX-XI быуаттарҙа йәшәгән ғәрәп авторҙарының башҡорт этнонимын ни рәүешле теркәүенә оҡшаш: башғырт (Сәләм Тәрджемән, IX б.), башгирд (ибн Фаҙлан, X б.), бажджирт (әл Истахри, ибн-Хаукаль, X б.), бишгирт (Ҡашғари, XI б.) һ.б.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №18, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.24 | Ҡаралған: 116

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru