«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘҢГЕЛЕК РЕЙД
+  - 

(Героик поэма)

Дебальцево рейдының ҡурҡыу белмәҫ атлыларына арнала

СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Луганск Халыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Андрей Медведенко 2016 йылда башҡорт атлыларына арнап, героик поэма ижад итә. Ул 2017 йылда ошо авторҙың "Нескончаемый рейд" исемле китабында донъя күрә. Донбасс шағиры ошо поэмаһын беҙҙең яҡташыбыҙ, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе, Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды етәксеһе Тимерйән Рәжәповҡа тапшырып, уны башҡорт телендә баҫтырып сығарыуҙы һорағайны. "Мәңгелек рейд" исеме аҫтында һеҙҙең иғтибарығыҙға ошо поэманы тәҡдим итәбеҙ.

1

... Станцияла аттар
тейәлә вагондарға.
Кешнәй улар түҙмәй һағышҡа.
Һай, һеҙ аттар!.. Ай, йүгерек аттар!..
Китәһегеҙ аттар һуғышҡа!
Изге нурын сәскән күктәге ай
Атҡайҙарҙың булыр юлдашы.
Ишетелгәндәй
поезд сапҡанда
Меңәрләгән тояҡ тауышы.
Баҫмаҫ уны пуля ыҫылдауы.
Көрән дейеүҙәргә ғазауат:
Ат эйәрләп менгән башҡорттарҙың
Һәр береһе батыр Салауат.
Елдәй елде аттар...
Ҡайҙа хәүеф-хәтәр -
Шул тарафта алыш башланды!
Крупп ҡоросо хатта сыҙаманы -
Ҡамыр ише турап ташланды!
Һай, һеҙ аттар!..
Елә уйнап аттар,
Ут сәсрәтә саҡма тояҡтар!

2

Төтөн баҫҡан ҡаршы тау битендә
Стеналай тора фашист полктары.
Комдив үҙе -
сая бөркөт Шайморатов
яуға өндәй: "Алға, башҡорттарым!"
Белә комдив: тиҙ еңелмәҫ ул дейеү.
Ҡышҡы дала, юҡ әҫәре ышыҡтың,
Ҡойондан көслө Дебальцево рейды
Арт һабағын уҡытыр СС-тың.
Өткөс һалҡын.
Сеңләйҙәр ауыҙлыҡтар.
Ҡылыс сыңы, пуля өйөрмәһе.
Ҡыла алмаҫ дошман яуызлыҡтар:
Шартлап ауа эшелон өйөмдәре.
Ҡар бик тәрән.
Яуыз дошман далала.
Атлылар ярһып алға ынтыла,
Ләғнәт төшкәндәрҙән бары көл ҡала,
Шартлап оса элемтә пункты ла.
Ҡанлы алыштарҙа уҙҙы бер аҙна.
Һолоһоҙ аттар ҡай(ы)ры кимерҙе.
Өйөр-өйөр килгән фашист талағын
Ҡындан сыҡҡан ҡылыс емерҙе.
Ике аҙна ҡырылыш, ҡайҙан дарман?
Самолет та осмай, юҡ бит ярҙам!
Алға!.. Атакаға бара эскадрон!
Таң аталыр ҡыҙарып ал ҡарҙан.
Ҡорос ҡулса
һәләкәтле ғәскәргә.
Комдив ауҙы, ҡурсып яугирҙарын.
Ҡыҙыл атлыларғамы сигенергә?
Еңелмәҫ рухлы - рейд батырҙары!
Ил өсөн
Йөрәктәр тибә ярһып.
Бөркөттөр - Шайморатов атлылары!
Балҡыны
ҡылыстар һауа ярып,
еңелмәҫ ул ир-аттың затлылары!
Пулянан да етеҙ яугир ҡылысы!
Еңеү көҫәп, башын һалған -тере.
Баһадир рухы изге нурҙай балҡыр -
Салауаттың йәйғор-күпере!
Яңғыраны
ерҙә дәшһәтле ауаз
һынған саҡта
ҡан-дошмандың һырты.
Түгеп ҡанын, биреп тә йәнен, Донбасс,
Азат итте башҡорт Луганск йортон.

3

Иңрәп-һыҙлап тибә яралы йөрәк...
Ат кешнәүҙәре китә яңғырап.
Һыҙа ла буйлап, ана, айғыр саба,
Егете ята ҡарҙа ҡанһырап.
Нишләп шулай?
Юҡ бит хужаһы!
Үҫкәйнеләр бергә дуҫлашып.
Үлгәнме ул, әллә яралымы?..
Өлгөрмәне хатта хушлашып.
Тояҡтары менән таштар яра,
Һыртҡайынан сөрләп ҡан аға.
Үрәпсеп тә үрә торҙо айғыр,
Йондоҙҙарға әллә ул баға.
Һауаларға ашып, эҙләр ине,
Тик хужаһы ғына өн-тынһыҙ.
...Ишетәмен төштә ат кешнәүен,
яңғыратып
күкте, Ҡош юлын!
Башҡорт далаһынан, урмандан да
түгел, күҙ асҡыһыҙ буран ярып
аттар сапты кешеләргә табан,
булмаҫмы тип дуҫын ҡотҡарып.
Асырғанып кешнәп, шәмдәй тороп,
Фәрештәләр булып ҡалҡтылар.
Дәрүиш ише төнгө ҡапҡаларға
Ауыҙлығы менән ҡаҡтылар.
- Эй! ...Штольня эргәһендә яралы
туңып бара!.. Ярҙам итегеҙ!..
Һәм күҙ йәштәре аҡты йөҙҙәренән,
Алдашмайым,
ғәфү итегеҙ!
Булмаһа
яҡында ышыҡ урын,
ҡоторғанда февраль бураны -
тыны менән,
тән йылыһы менән
батырҙарын аттар ҡурсыны.

* * *

Һай, һеҙ аттар!..
Атҡайҙар - ҡаралар,
бурылдар,
алмасыуар,
һары ҡола
һәм буҙ аттар,
ҡолалар һәм
алаҡайҙар,
тураттар!..
Йылан аттар!
Аттар - саптарҙар!
Бәйгеләрҙә ал бирмәгән юртаҡтар.
Данлайым -яҙмыштары уртаҡтыр,
күккә торна булып
ашҡандыр!

4

Тығыла төйөр тағы тамағыма.
Күҙ алдымда, таң атыуға бына
Башҡорт дивизияһы атлылары
рейдҡа сыға дошман тылына.
Ҡотора буран, геүләй, әйләнә,
Еңеү көҫәп йөрәк ашҡына!
Эйәр айылдары ныҡ бәйләнгән.
Ҡылыстарҙы - ҡындан! Сап ҡына!
Дуҫ-туғандар - Урал башҡорттары.
Ҡоллоҡ сылбырҙарын һүтәләр -
Емерелә дошман крепостары,
азатлыҡты Донда көтәләр.
Юғалтыуҙар, ай-һай, ауыр икән.
Ҡон ҡайтара башҡорт алышта.
Атын менгән егет - ғәскәр күрке,
Еңеү яулар ҡанлы ярышта.
Түҙә алмай, һеҙгә дан йырлайым,
Йөҙөгөҙҙө килә күрәһем...
Һеҙҙең кеүек, рейдтан сыға алмай,
Мәңгелектә тибә йөрәгем!
Аҡ томандар аша һеҙҙе күрәм.
Йөрәктәрҙә әле шул ялҡын.
Дебальцево ҡойононда тағын
Азатлығын яҡлай үҙ халҡым.
Ополченец тора һаҡта бөгөн -
Ышанысы булып Донбастың!..
Батыр атлыларҙан алған өлгө -
Ҡурҡып ҡаса яуыз албаҫты!

5

Юртаҡ аттай сабып йылдар уҙа.
Ҡараңғы ла булып ала, яҡты ла.
Тояҡ аҫтарынан ҡарҙар туҙа,
Алдарыма килә сабып атлылар.
Ҡаршы сығам.
Әрләп алам үҙемде.
Бер генә лә ғәйебем юҡ таһа.
Хистәр ҡайнай, бирсе, Хоҙай, түҙемде!
Рейд бара - түңкәрелә аждаһа!
Һеҙгә ҡарап бына, һеҙҙең менән
Мин алышҡа сығам, ҡурҡмай янауҙан,
тайшанмайса хәүеф үә хәтәрҙән,
һуғыша-һуғыша
сығам ҡамауҙан!

21.11.2016

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ тәржемәһе.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.24 | Ҡаралған: 147

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru