«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРАЙСЫЛАР ҠУРАЙ, АЙ, УЙНАМАҪ, БАШҠОРТ ҠУРАЙҘАРЫ БУЛМАҺА...
+  - 


Ҡурай борон-борондан башҡорт яугирҙарының моңдашы, ауыр һәм алыҫ походтарҙа айырылмаҫ юлдашы булған. Шуға күрә лә башҡорт халыҡ ижадында хәрби тематикаға бағышланған йыр, көйҙәр бихисап. Һәр бер һуғыш, хәрби поход халыҡ хәтерендә бер йыр йә көй булып уйылып ҡалған. Шулар араһында 1812 йылғы Ватан һуғышы айырым урын алып тора. Тап ошо һуғышта башҡорттар дәррәү ҡатнаша. 1812 йылғы һуғышта 28 башҡорт полкы ойошторолһа, шуларҙың 20-һе туранан-тура һуғышта ҡатнаша. Ҡалғандары хужалыҡ, ҡарауыл, тәьминәт эштәре менән мәшғүл булған, тигән фекерҙә тарихсылар.

Быға тиклем булған һуғыштарҙан масштабы һәм оҙайлығы менән 1812 йылғы Ватан һуғышы айырылып тора. Уға тиклем башҡорт ғәскәрҙәре айырым сикләнгән территориялағы һуғыштарҙа ҡатнашһа, мәҫәлән, 1788-1790 йй. рус-швед һуғышы, 1771-1773 йй. Польша походы, 1756-1763 йй. Пруссияға ҡаршы Ете йыллыҡ һуғыш, хәҙер инде башҡорттар рус армияһы составында француздарҙы ҡыуып, бөтөн Европаны тиерлек үтә. Элек башҡорт ғәскәрҙәренең һаны 500 йәки 1000-дән артмаһа, француз яуында 10 меңдән ашыу башҡорт яугиры ҡатнаша.
1812 йылғы Ватан һуғышына башҡорт яугирҙары ҡорал менән бер рәттән, ҡурай ҙа алып киткән һәм яу яландарында, ҡурайҙа уйнап, күңел һағыштарын баҫыр булған. "Ҡаһым түрә" исемле башҡорт йырынан күренеүенсә, 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһармандарының береһе Ҡаһым түрә (ысын исеме Ҡасим Мырҙашев) дәһшәтле һуғыш мәлендә лә ҡурайынан айырылмаған. Халыҡ йырында бындай һүҙҙәр бар:

Ҡаһым түрә яуап биргән саҡта,
вай кем,
Уң ҡулында уның ҡурайы.

Ҡурайсы башҡорт яугирҙары француз яуы осоронда сит ил рәссамдарының да иғтибар үҙәгендә була. Рәссамдар үҙҙәренә ят булған был башҡорт музыка ҡоралын, ҡурайҙа уйнаған башҡорт яугирҙарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә. Артабан уларҙың күҙәтеүҙәре, төрлө рәсем, гравюраларҙа сағылыш таба. Мәҫәлән (1-се һүрәтте ҡарағыҙ), был һүрәттә башҡорт яугирҙары Франция йәки Германия ҡалаларының береһендә ялда торған саҡтарында һүрәтләнгән. Ситтәге һыбайлы башҡорт өҙҙөрөп ҡурай тарта, бәлки, ул яугир "Любизар" көйөн уйнайҙыр. Башҡалар, тыуған илде, туғандарҙы уйлап, моңланып, ҡурай көйөн тыңлай. Эргәлә рус яугирҙары ла күренә.
Ырымбур губернаһында хәрби губернатор булған А.В.Перовский осоронда башҡорт ғәскәрҙәре Хиуаға (1839-1840 йй.) һәм Аҡмәсеткә (1852-1853 йй.) походтарҙа ҡатнаша. Ошо походтар мәлендә тыуған башҡорт халыҡ йырҙарының береһе "Уйыл" тип атала. Был йыр Уйыл йылғаһы исеменән алынған (хәҙерге көнбайыш Ҡаҙағстанда). Йырҙа ошондай һүҙҙәр бар:

Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ,
Башҡорт ҡурайҙары булмаһа;
Егет тә генә кеше йыр йырламаҫ,
Йөрәгендә дәрттәр булмаһа.

Ауыр хәрби поход ваҡыттарында башҡорт яугирҙары өсөн ҡурай - ул күңелдәргә ял биргән, һағыштарҙы баҫҡан музыка ҡоралы булған. Оҙайлы марштар мәлендә йәки ҡанлы яуҙан һуң ялға туҡтаған мәлдә башҡорт яугирҙары һәр саҡ усаҡ алдында йыйылып, ҡурай моңон тыңлар булғандар. 19-сы быуатта йәшәгән билдәле рәссам А.О.Орловскийҙың һүрәтендә тап шул мәл һынланыш тапҡан (2-се һүрәтте ҡарағыҙ). Башҡорт яугирҙары ағас янында ҡыуыш ҡороп, ял итергә туҡтағандар һәм ошонан файҙаланып, ҡурайсы яугир ҡурайында уйнай. Ул, бәлки, һағышлы "Уйыл" көйөн уйнайҙыр, бәлки, "Һыр" көйөн. Йәки, өҙҙөрөп, дәртле "Перовский" маршын һыҙҙыралыр.
Әйткәндәй, губернатор Перовский үҙе лә ҡурай моңон яратҡан, тиҙәр. Һәр ваҡыт үҙ янында ҡурайсылар тотҡан, имеш. Ул, ысынлап та, башҡорт яугирҙарын, башҡорт моңон ихтирам иткән. Юҡҡамы ни, башҡорт ғәскәре өсөн Ырымбурҙа Каруанһарай һалдырған! Перовский 1839 йылда башҡорт яугирҙарын тирмәләр һәм ҡурайсылар менән Бородино яланына байрамға, йәғни Бородино алышына бағышланған тантанаға ебәрә. Башҡорт тирмәһендә ҡунаҡ булып, ҡурай моңон тыңлаған голланд полковнигы Ф.Г. Гагерн бына нимә тип яҙа: "В кибитке, освещенной разноцветными (национальными) фонарями, башкиры играли и пели. Инструментами им служат странные камышовые дудки; музыка их в неизменно минорном тоне, даже веселые песни носят тот же отпечаток грусти. Офицер из шотландцев, присутствовавший при этом, нашел, что эти мелодии поразительно похожи на его родные".
Шулай итеп, башҡорт ҡурайы голланд офицерына сәйерерәк күренһә лә, ул башҡорт моңоноң һағышын күңеле менән тойған. Ә инде шотланд офицер башҡорт көйҙәренең шотланд көйө менән оҡшашлығын күреп, бөтөнләй хайран ҡалған. Башҡорт тарихының ҡайһы ғына осорон алып ҡарама, ҡурай башҡорт яугирҙарының айырылмаҫ тоғро юлдашы, моңдашы булған. Граждандар һуғышы мәлендә лә башҡорт ғәскәрҙәре һалдаттары ҡанлы яуҙар араһында ҡурай уйнап күңел асҡан, һағыштарын баҫҡан.
1918 йылдың 14 сентябрендә Ырымбурҙа торған 4-се Башҡорт пехота полкының 1-се батальоны (ул өс ротаны тәшкил итә) казактарға ярҙамға Орск фронтына ебәрелә. Батальонды тантаналы рәүештә һуғышҡа оҙаталар.
Иртәгеһенә, башҡорт батальоны Һары станцияһына килеп төшә. Бынан фронт һыҙығына барып етер өсөн 25 саҡрым йәйәү үтергә кәрәк була. Ә Орск ҡалаһына станциянан 45-50 саҡрымдар тирәһе ара. Башҡорт һалдаттары изге Ҡорбан ғәйетен Һары станцияһында һый әҙерләп байрам итә. Кискә ҡурай моңо тыңлап, бейеп күңел аса. "Ғәйет байрамы айҡанлы беҙҙең батальон һалдаттары бер аҙ күңел асып алыу ниәте менән уртала бейеү өсөн майҙан ҡалдырып, бер түңәрәккә йыйылды. Майҙан уртаһында беҙҙең батальондың ҡурайсыһы Төлкөбай урын алған. Ул башҡорт бейеү көйҙәрен ҡурайҙа ғәжәйеп матур уйнай. Уртала елеп йөрөп башҡорт егеттәре бейей. Төлкөбай бейеү көйҙәренән оҙон көйҙәргә күсә. Уның ҡурайынан ата-бабаларҙың башынан үткән ҡайғы, аһ-зарҙарын сағылдарған Тәфтиләү, Ашҡаҙар көйҙәре ағыла. Һәр кем башын түбән эйеп, һығышлы уйҙарға сума", - тип яҙа башҡорт батальонының бер яугиры.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары ата-бабаларҙан ҡалған изге йола буйынса ҡулдарына ҡорал менән бергә ҡурай алып, фронтҡа китә. Дивизияның полк командиры ҡаһарман сардар, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов бигерәк тә ҡурай моңон тыңларға ярата. Үҙенең полкында хеҙмәт иткән ҡурайсы яугир Баҡый Вәлиевты һирәк осраған ял минуттарында һәр саҡ үҙенә саҡыртып алып, ҡурай уйната торған булған ул. 1943 йылда төндә дошман уты аҫтында Днепр йылғаһы аша сыҡҡанда Вәлиевтың ҡурайы һыуға ағып китә. Быны белеп ҡалған ҡаһарман командир тәүҙә ныҡ асыулана, аҙаҡ һағышланып йөрөй. Күсимов ҡурайсы яугирҙы: "Иртәгә үк Уралға ҡайтарып ебәрәм, йөрөйһөң ҡурайыңды юғалтып", - тип әрләп тә ала. Бер мәл немец самолеты янып төшкәнен күреп, Күсимов ҡурайсы яугирҙы шунда ебәрә. Баҡый Вәлиев самолеттың еҙ торбаһын ҡырҡып алып, ҡурай яһай. Яңынан ҡурай моңон ишетеү менән Таһир Тайып улының күңеле иреп китә. Баҡый Вәли улы Вәлиев инде ҡурайын юғалтмай, фронттан алып ҡайта. Хәҙер был тарихи ҡурай Сибай ҡалаһының музейында һаҡлана...
Шулай итеп, башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡурай башҡорттоң яугирлыҡ тарихы менән тығыҙ бәйле, ҡурай ата-бабаларыбыҙҙың данлы үткәнен беҙҙең көндәргә алып килеп еткергән хәтер һандығы ла булып тора.


Башҡорт яугиры ҡурай уйнай. Билдәһеҙ рәссам. XIX быуат.


Башҡорттар хәрби походта. А.О. Орловский. XIX быуат.


Ҡаһарман полк командиры Таһир Күсимов ял ваҡытында ҡурай моңо тыңлай.


112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы. 1942 йыл. Һулдан уңға 2-се ҡурайсы Баҡый Вәлиев, уның эргәһендә мәшһүр хореограф Фәйзи Ғәскәров, уның янында дивизияның комиссары Мөбәрәк Нәзиров.


112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары ял сәғәттәрендә ҡурай моңо тыңлай.

Азат ЯРМУЛЛИН.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.24 | Ҡаралған: 117

Киске Өфө
 

Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru