«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИКЕ ТАПҠЫР ВЕТЕРАН
+  - 

Быйыл - 2024 йыл... Ә ул 1923 йылдың 25 декабрендә Баймаҡ районы Йәнйегет ауылында тыуған... Әңгәмәсем - Сәмиғә Ырыҫмөхәмәт ҡыҙы Ырыҫбаева, үткән быуаттың тәүге ярты йыллығын хәтерләгән йөҙйәшәр башҡорт әбейе, ауылда тыуып, әле ҡалала йәшәгән һуғыш ветераны. Йөҙйәшәрҙәр менән көн дә осрашып булмай, бигерәк тә һуғыш ветерандары менән. Сәмиғә Ырыҫмөхәмәт ҡыҙы Сибай ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышы юлын үткән һуңғы ветеран... Һөйләшеү оҙаҡҡа һуҙылманы, күпте күргән оло кеше ваҡланманы, һүҙҙе ҡыҫҡа тотто, хәрби уставтағы кеүек аныҡ һөйләне. Әлбиттә, ул үҙ ғүмерендә бик күп осрашыуҙарҙа булған, йәш быуынға һуғыш тураһында йыш һөйләгән, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләгән. Әлеге хәтирәләре, һорағасың, һөйләйем, тигән һымағыраҡ килеп сыҡты:

- 1941 йылдың 22 июнендә мин Баймаҡта инем, - тип һөйләп китте йөҙйәшәр инәй. - Төрлө яҡтан, "Һуғыш башланған!" тип ҡысҡыралар. Халыҡ ҡала майҙанында митингка йыйылды. Шул йылдың 25 декабрендә миңә 18 йәш тулды. Баймаҡтан бер төркөм ҡыҙҙарҙы фронтҡа ебәрҙеләр, мин икенсе партияға эләктем. 1942 йылдың апрелендә Өфөлә өс көн медкомиссия үттек. Баймаҡ районынан 13 ҡыҙ инек. Шунан беҙҙе Куйбышевҡа ебәрҙеләр, унда 5-се запас полк тора ине. Ҡаланан йыраҡ түгел бер поселокта һуғышҡа әҙерлек башланды. Хәрби форма бирҙеләр, сәстәребеҙҙе ҡыҫҡарттылар, тоғролоҡҡа ант бирҙек. Мин "укладщица парашюта" һөнәрен үҙләштерҙем һәм 227-се дивизияның 637-се штурмовой авиация полкында хәрби хеҙмәтемде башланым. Башта Сталинград фронтына оҙаттылар, унан көньяҡ-көнбайыш, 1-се, 4-се Украина фронттарында ҡатнаштыҡ, Көнбайыш Украинаны, Польшаны, Чехословакияны немецтарҙан азат иттек. Карпат тауҙары аша үтеп, Еңеүҙе Прага ҡалаһында ҡаршыланым.
Һуғыш бөткәс тә ҡайтармай торҙолар, беҙҙең полкты Украинаға күсерҙеләр. Шунда Япония менән һуғыш башланыуын белдек. Аҙағыраҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм оло йәштәге ирҙәрҙе демобилизациялау тураһында Бойороҡ сыҡты. Фронтҡа эләккәндәр ҡыйынлыҡтарға ҡарап тормайҙар, йәш ҡыҙҙар ни, ҡатындар ни, көнө-төнө хәрби бурысын үтәйҙәр. Беҙ һәр ваҡыт аэродромдан сыҡманыҡ, хәрби часть ҡайҙа, беҙ шунда булдыҡ. Өҫтә комбинезон, аяҡтарҙа кирза итек, башта беретка - бөтәбеҙ ҙә бер иш формала. Хәрби күлдәк тә бирҙеләр, уны байрамдарҙа ғына кейә торғайныҡ. Гимнастеркаларыбыҙ, салбарҙарыбыҙ ҙа булды, әлбиттә. Тик аяҡта йәйен-ҡышын кирза итек, сөнки ҡатын-ҡыҙмы һин, ир кешеме, һуғышта айырма юҡ, формаң Устав буйынса булырға тейеш. Бер мәртәбә генә Яңы йыл байрамына командир байрамса кейенергә рөхсәт ите. Командирыбыҙ оло кеше ине, ҡыҙҙарҙы йәлләгәндер инде.
Һуғыш тураһында күп һөйләргә була... Һуғыштан һуң Ырымбур өлкәһенең Медногорск ҡалаһында хәрби заводта эшләнем. Шунда тормош иптәшем Нәҙерша Шәйхитдин улы Ырыҫбаевты осраттым. Ул да һуғышта булған.1957 йыл Сибайға күсеп килдек һәм рудникка эшкә урынлаштыҡ. Йәнйегет ауылынан булһам да, тыуған яҡта һирәк булдым, ғүмеремдең ҡалған яғы Сибай карьерына бәйле булды, төрлө эштәр башҡарҙым. Йәшем тулып, пенсияға сыҡһам да комбинаттан айырылманым. Рәхмәт инде, онотмайҙар, һәр байрам һайын ҡотлап торалар! Сибайҙа иллеләп фронтовичка булдыҡ. "Фронтовые подруги" тигән клуб ойошторҙоҡ, уҡыусылар, йәштәр менән осрашҡанда һуғыш тураһында һөйләп, Тыуған илде һөйөргә, тыныслыҡ яҡлы булырға өндәй инек. Бергәләп Ленинградҡа ла, Сталинградҡа ла барҙыҡ, Мәскәүҙә лә булдыҡ. Ваҡытында күп санаторийҙарҙа булдым. Хәҙер инде Сибайҙа ветерандарҙан мин генә ҡалдым. Әле Украинала һуғыш бара. Гәзиттән дә уҡыйым, телевизорҙан ҡарайым. Һуғыш яҡшы нәмә түгел инде. Беҙҙең йәшлек һуғышта үтте. Украиналағы емерек ауылдарҙы, мейес мөрйәләре генә тороп ҡалған янған өйҙәрҙе һаман дә иҫләйем...

Шулай итеп...
Әлеге көндә ветеран ҡыҙы Миңзәлә менән ҡасандыр фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн комбинат биргән фатирҙа йәмғиәттең йылы иғтибарын, ҡыҙының, ейән-ейәнсәрҙәренең һөйөүен тойоп йәшәй. Ул һуғыш ветераны булыу менән бер рәттән, хеҙмәт ветераны ла. Ғүмерендә ике тапҡыр ветеран исеменә лайыҡ булған ябай башҡорт әбейе...

Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.24 | Ҡаралған: 92

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru