«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕР ТӨРЛӨ УҠЫТАЛАР, ИКЕНСЕ ТӨРЛӨ ҺОРАЙҘАРМЫ?
+  - 

Йылдағыса, быйыл мәктәп тамамлаясаҡ уҡыусылар өсөн генә түгел, уларҙан бигерәк ата-әсәләр, мәктәптәрҙең уҡытыусылары өсөн дә тулҡынландырғыс та, борсолоулы ла мәлдәр етә. Мартта уҡ илдә ваҡытынан алда Берҙәм дәүләт имтихандары тапшырыу башланды, быйыл уны өс меңгә яҡын кеше тапшырҙы.

Ә кемдәр һуң улар ваҡытынан алда һынауҙарҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә уҡыусылар? Беренсенән, уҡыу планын тулыһынса үҙләштергән, академик бурыстары булмаған, һөҙөмтә инша йә изложение өсөн "зачет" алған һәм мәктәп педсоветы тарафынан рөхсәт бирелгән 11 класс тамамлаусылар; урта һөнәри белем программаһы буйынса уҡыусылар; сит илдәрҙең белем биреү ойошмаларында дөйөм урта белем алыусылар. Бынан тыш, Дәүләт имтихан комиссияһы ҡарары буйынса үткән йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар.
Әйткәндәй, хәҙер тиҫтә ярым йыллап инде Берҙәм дәүләт имтихандары иң ҡыҙыу дискуссия объекты булып тора. Һәм, ғөмүмән, ошо форматта имтихандар башланғандан алып бәхәстәрҙең тынып торғаны юҡ. Бер осор хатта БДИ-ны бөтөрөп, белем биреүҙең элекке "совет" ситемаһына ҡайтыу ихтималлығы хаҡында ла имеш-мимештәр булып алғайны. Күптәрҙең фекере буйынса һәм уның нигеҙле булыуында шик тә юҡ: БДИ-ны бөтөрөп, элекке совет осоро имтихандарына ҡайтыу, һис шикһеҙ, юғары уҡыу йорттарына ингәндә коррупцияға юл асасаҡ. Бының менән килешмәү мөмкин дә түгел һәм шуның өсөн дә БДИ-ны юҡҡа сығарыу ҙа мөмкин түгел.
Әлбиттә БДИ формаһының ыңғай һәм кире яҡтары хаҡында ла бик күп һүҙҙәр булды, улар бөтәбеҙгә лә яҡшы таныш. Мәҫәлән, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнеүенсә, уҡыусылар мәктәптә имтихандар ваҡытында талап ителгән белемде алмай, шуның өсөн дә дәүләт етәксеһе Хөкүмәткә уҡыу-уҡытыу йөкмәткеһен тикшерергә ҡушты. "Уҡыу йөкмәткеһе балалар өсөн уйланған һәм тигеҙләнеш хәлендә булырға тейеш һәм уларҙы дәрестә бер төрлө уҡытып, имтихандарҙа икенсе төрлө белем талап итеүгә юл ҡуйырға ярамай. Уҡыу программаһы менән имтихан һорауҙарының тап килмәүе арҡаһында ата-әсәләр репетитор ялларға мәжбүр була, ә бының өсөн уларҙың бөтәһенең дә мөмкинлеге юҡ",- тине Президент.
Ысынлап та, дөрөҫөн әйткәндә, мәктәп урынына уҡыусыларҙы репетиторҙар уҡыта килеп сыға түгемле һуң? Ә бит күптәргә тап ана шул репетиторҙар яҡшы әҙерлек тәьмин итеп, БДИ-ны юғары балға тапшырырға ярҙам иткән осраҡтар бик күп һәм был бер ҙә сер түгел. Ә инде репетитор итеп балаларҙың үҙҙәрен уҡытҡан уҡытыусыларҙы яллау, йомшаҡ итеп әйткәндә, әхлаҡһыҙлыҡ һәм был закон тарафынан тыйыла. Үҙ хеҙмәте өсөн уҡытыусыға былай ҙа эш хаҡы түләнә. Шуның өсөн дә ул үҙ бурысын намыҫлы һәм фиҙаҡәр башҡарырға бурыслы. Ә инде ата-әсә репетитор итеп мәктәптән тыш берәй белгесте яллай икән, быныһы уларҙың үҙ эше. Әлбиттә, һәр ата-әсә балаһы яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшһен өсөн барыһын да эшләргә тырыша, тик был тырышлыҡ бер яҡлы ғына түгел, ә мәктәп педагогтарының эскерһеҙ ярҙамы менән атҡарылырға тейеш. Уҡытыусы беренсе сиратта баланың белемен тикшереүсе түгел, ә белем биреүсе ул. Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитет ағзаһы Анна Скрозникова әйтмешләй, БДИ һорауҙарында мәктәп программаһынан тыш биремдәрҙең булыуы сәбәпле, ата-әсә репетитор хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә мәжбүр ҙә инде. "Ҡайһы бер һорауҙарҙың мәктәп программаһы менән бөтөнләй уртаҡлығы юҡ, ә ҡайһы бер биремдәр олимпиада кимәленә яҡын. Был бигерәк тә биология, математика, информатика, химия кеүек фәндәр буйынса күҙәтелә",- ти депутат.
Ғөмүмән, Владимир Путин үҙенең БДИ-ға ҡарашын былтыр уҡ әйтеп биргәйне инде. БДИ-ны тулыһынса юҡҡа сығарыу менән ул килешмәүен әйтте, сөнки БДИ уҡыусыларға, бигерәк тә төпкөл төбәктәрҙә йәшәүселәргә, уҡыуҙарын артабан дауам итергә мөмкинлек бирә һәм белемдәрен сифатлыраҡ итә, тине ул. Быйылғы Мөрәжәғәтнамәлә лә был хаҡта һүҙ булды. БДИ-ны бөтөрөү түгел, киреһенсә, уның тәртиптәрен камиллаштырыу, атап әйткәндә, мәктәп тамамлаусыларға бер предметтан имтиханды ҡайтанан биреү мөмкинлеген ҡарарға һәм быны вуздарҙа ҡабул итеү осоро тамамланмаҫ борон эшләргә кәрәклеген тәҡдим итте. Ысынлап та, был осраҡта мәктәп тамамлаусыға юғарыраҡ балға эйә булырға һәм юғары уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһына документтарын биреп өлгөрөргә форсат тыуасаҡ.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.05.24 | Ҡаралған: 116

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru