«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠАЛАРҒА ОҠШАРҒА ТЫРЫШМА, Ә ҮҘЕҢ БУЛЫП ЙӘШӘ ДОНЪЯЛА
+  - 


Бөгөнгө геройыбыҙҙың йәшендә кемдер карьера тураһында хыяллана ғына әле, ә ул иһә үҙенең эшен асып, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Хәҙерге мәғлүмәт бизнесы, "һатып ал - һат" йүнәлеше өҫтөнлөк алған мәлдә ул башҡараҡ эшмәкәрлеккә өҫтөнлөк биргән. Дөрөҫөрәге, еңеллек эҙләмәй, күңеленә ятҡан һәм ҡулы белгән эш уның уңыш нигеҙенә әүерелгән. Әле генә уҡыу йортон тамамлаған ҡыҙ үҙаллы эшкә тотонорға нисек йөрьәт иткән, бөгөнгө йәштәргә ниндәй кәңәштәре бар - Йылайыр ҡыҙы, Өфөлә "ТЕЛО ПЕЛО" массаж студиялары селтәрҙәренә нигеҙ һалыусы һәм етәксеһе Азалия САФИНА менән ошолар хаҡында әңгәмәләшәбеҙ.

Азалия, һеҙ - йәш эшҡыуар, башта уҡыусыларҙы үҙегеҙ менән таныштырып, эшегеҙ тураһында һөйләһәгеҙ ине?

- Сығышым буйынса мин Йылайыр районынан, Башҡорт дәүләт медицина университетын 2021 йылда тамамланым. Әле миңә 26 йәш һәм 2019 йылдан массаж салоны асып, халыҡҡа ошо йүнәлештә хеҙмәт күрһәтәбеҙ. Анығырағы, ул франчайзинг селтәре, үҙебеҙҙең салоныбыҙ бар һәм әлеге ваҡытта 3 салонды партнерҙарыбыҙ алып бара. Франчайзинг - сит илдә киң таралған эшҡыуарлыҡ төрө, беҙҙә яңы ғына тарала башланы. Йәғни, идея, бизнес-план, тәжрибә - беҙҙеке, ә теләгән кеше ошо әҙер "ҡап"ты билдәле хаҡҡа һатып алып, эш башлай.
Күптәрҙең бындай эшкә тотонорға теләге бар ҙа, әммә эшҡыуарлыҡҡа тотонғас та, башта барыһы ла килеп сыҡмауы ихтимал. Мәҫәлән, беренсе йылдары беҙ бер ниндәй килем алмай эшләнек, һәм хатта финанс юғалтыуҙар кисерә инек. Ә был осраҡта кеше тапалған юлдан китә. Сөнки эшҡыуарлыҡҡа тотонорға теләгән һәр кем тәү сиратта юғалтыуҙарҙан, яңылышыуҙарҙан ҡурҡа. Һәр кемдең ғаиләһе бар, аҡса юғалтып, уларҙы йәшәү сығанағынан мәхрүм итеп ҡуйырмын тип тә уйлай, үҙенең һәләттәренә ышанмаусылар ҙа бихисап, нисек кеше ялларға, уларҙы нисек эшләтергә лә белмәй.

Тимәк, һеҙ университетты тамамлағанда уҡ салон хужабикәһе булғанһығыҙ. Өфө һынлы Өфөлә салон асыу мөмкинлеге бар кешегә лә бирелмәй, бындай ҡыйыулыҡ, эшлеклелек ҡайҙан килә? Үҙегеҙ үҫкән ғаиләнәнме, әллә ниндәйҙер Уңыш ғәли йәнәптәренә юлыҡтығыҙмы?

- Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға ингәс, күптәр беренсе курста уҡ өҫтәмә матди килем табыу йәһәтенән дә, аҙаҡтан табип булып эшләй башлағас кәрәгер тигән уйҙан да массажист һөнәрен үҙләштерә. Атайым беҙ бәләкәй саҡта йоҡлар алдынан көн һайын массаж эшләй торғайны. Мускулдарҙы яҙып, яҡшы итеп тороп яһай, беҙ ҙә уға эйәреп, массаж яраттыҡ. Шуға ла массаж минең күңелемә ятып ҡына торған шөғөл ине. Уҡып алғас, клиенттарым да күбәйҙе, аҙағыраҡ салон асыу идеяһы барлыҡҡа килде. Ошолай яндырайланып, тәүәккәлләп, уйымды тормошҡа ашырырға тотоноуым - холҡом менән атайыма оҡшауымдан киләлер. Ул үҙе математика уҡытыусыһы ине, мәктәп директоры булып эшләне. Ауылда мәктәп директоры булыуҙың ауырлығын унда эшләп ҡарамаған кеше генә белмәйҙер. Ойоштороу һәләте иҫ киткес ине атайымда. Әйтәйек, мәктәптән бушамай, йорттағы ир-ат эштәренә ваҡыты ҡалмаһа, кеше яллай ине. Ауылда кеше яллау ҙа ят күренеш тә инде.
Үҙемдең дә бала саҡтан эшҡыуарлыҡ сифаттары булған ул. Әсәйем һөйләүенсә, ҡурсаҡтарға күлдәк тегәм дә, һеңлеләремә аҡсаға һатам икән. Беҙҙең халыҡ аҡса менән бәйле эштәрҙән бигерәк тә ҡурҡа. Кемдер ҡулы менән матур әйберҙәр яһай ҙа, уларҙы һатырға ояла. Хаҡ ҡуя белмәй, йә: "Ярай, һиңә осһоҙға бирәм", - ти, йә: "Һин минең туғаным, дуҫым һ.б., һиңә бушҡа", - тей. Башҡарған эш өсөн хаҡ алыуҙың бер ояты ла юҡ. Көсөң, энергияң түгелгән эшеңдең баһаһын белергә тейешһең, тигән фекерҙәмен. Үкенескә, атайым мин 9-сы класта уҡығанда вафат булды, ул минең уңыштарымды күреп өлгөрмәне. Ә әсәйем минең ошолай ҡыйыу булыуыма күнегеп бөткәнме икән, хатта аптыраманы ла шикелле. Ғаиләлә баш баламын, ул миңә тулыһынса ышана һәм юғалып ҡалмаҫымды белә. Ул саҡта кейәүгә сыҡмағайным әле, егетем менән дуҫлашып ҡына йөрөй инек. Гел эргәмдә булып, барлыҡ эштәрҙә ярҙамын тойоп, ныҡлы терәк икәненә инанғайным ғаилә ҡорғанда.

Һәр атай менән әсәй балаһына яҡшылыҡ теләй, уны уңышлы, тормошта юғалып ҡалмаҫлыҡ итеп тәрбиәләргә тырыша, әммә бик һирәктәр быға өлгәшә. Һеҙҙең ғаиләлә нимәгә күберәк баҫым яһалды?

- Һәр нәмәлә ирек биргәндәрҙер. Бер ҡасан да улай эшләмә, тип тыйғандары булманы. Ярай, теләйһегеҙ икән, үҙегеҙ ҡарағыҙ, тинеләр, беҙ "Кәрәк" тигәнгә үҙҙәре йүгереп, ярҙамлашып йөрөмәнеләр. Өс ҡыҙ үҫтек, өсөбөҙ ҙә үҙебеҙгә ышанырға өйрәнгәнбеҙ. Эшләп ҡарайбыҙ ҙа, хатта килеп сыҡмаған осраҡта ла төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ, яңылышыуҙың бер ниндәй ҡурҡынысы юҡ.
Бер туған һеңлем баштан уҡ миңә ярҙамлашып, "үҫеп", үҙенең салонын асыуға өлгәште. Үҙеңдең туғандарың менән бергә эш алып барма, тигән фекер бар халыҡта, йәнәһе, был барыбер аңлашылмаусылыҡҡа килтереп, аралар боҙолоуға алып барасаҡ. Беҙҙең осраҡта, киреһенсә, еңел булды, миңә етешмәгән сифаттар унда бар, холҡобоҙ төрлө, әммә бер-беребеҙҙе тулыландырабыҙ ғына. Ғаиләлә лә атай лидер булып, барыһын да башлап йөрөһә лә, әсәйем уға гел ярҙам иткәнен күреп үҫкәнбеҙ. Ошо өлгөнө беҙгә лә күрһәтә алғандарҙыр. Бер эште икәүләп эшләүе еңелерәк.
Хәҙерге әсәйҙәргә ҡарағыҙ: бала өсөн хәүеф тойғоһо юғары уларҙа, сабый саҡта ҡоламаһын, берәй ерен ауырттырмаһын, тип ҡурҡалар, үҫкәс иһә тағы ла ғәзиз балаһы өсөн бөтөн нәмәне эшләргә әҙерҙәр, бары тик "ҡолап" ҡуймаһын. Шуғалыр ҙа бөгөнгө йәштәрҙең йәше үҫә лә, үҙҙәре өлкәнәймәй, үҙенә яуаплылыҡ алмай, ә ниңә ул уға, барыһын да атай менән әсәй эшләргә әҙер ҙә инде.
Беҙ ҙә хеҙмәткәрҙәр яллап эшләтәбеҙ, араларында тап ошондайҙары ла бар. "Мин үҙемде башҡа өлкәлә һынап ҡарарға теләйем", "Бында эш шул тиклем ауыр тип уйламағайным", тип китәләр, оҙаҡҡа сыҙамайҙар. Әсәйем менән атайымдың тәрбиәһе шул тиклем тәрән аҡылға нигеҙләнгән, хәҙер үҙебеҙҙең балабыҙ булғас, быны мин тағы ла яҡшыраҡ аңлайым. Атай-әсәй булыу ҙа оло һөнәр ул.

Массаж - ул үҙен ҡараған, яратҡан кешеләр өсөн тигән фекер бар, клиенттарығыҙ кемдәр?

- Минең бер ҡәтғи талабым бар - массаж эшләүсенең медицина белеме булырға тейеш. Хеҙмәткәрҙәрҙе лә эшкә тәү сиратта ошонан сығып алабыҙ. Бөгөн массаж салондары шул тиклем күп һәм уларҙың һәр береһенең үҙ талаптары һәм клиенты бар. Маркетинг телендә әйткәндә, беҙгә кешене башта физик ауыртыу алып килә. "Арҡам, билем ауырта", - тип киләләр. Кемдер ваҡыт үткәреү өсөн килә, кемдер, ысынлап та, үҙен яратҡан өсөн йөрөй. Спорт менән шөғөлләнеүселәр, туҡланыуына иғтибарлылар күп, улар ҙа ошоларға өҫтәп массажды ла үҙ итә. Минең кеүек йәш әсәйҙәр ҙә мөрәжәғәт итә.
Клиенттар араһында ир-егет-тәр күбәйә, улар ҙа үҙен ҡарай хәҙер. Шуныһы ҡыҙыҡ, ир-егеттәрҙә сәләмәтлегенә комплекслы ҡараш нығына. Ҡатын-ҡыҙҙар эшкә егелеп, үҙенә ваҡыт таба алмай йөрөй-йөрөй ҙә, һаулығы ҡаҡшап, сыҙай алмай башлағас ҡына килә массажға. Бер курс ала ла, тағы юғалалар. Ә ир-егет спорт залына йөрөй икән, массажға ла килә, йәғни, һөҙөмтәне төрлө яҡлап нығыта. Табип булараҡ, был яҡшы күренеш, тип иҫәпләйем.
Нутрицолог тигән һөнәр популяр бөгөн, кеше туҡланыуға ла иғтибарлы. Шулай ҙа халҡыбыҙҙа "сама" тигән нәмә бар. Нутрицология өҫтөнлөк итергә ҡуша тип кенә түгел, милли үҙенсәлектәргә лә иғтибар итергә кәрәк туҡланыуҙа. Әйтәйек, итте күп ашау беҙҙең йәшәгән климат менән бәйле, миҙгелдәр алышынып тора, йәйгеһен витаминдар күп, яҙға ҡарай уларҙың запасы бөтә. Тик шул уҡ иттең майында ла витаминдар бар, уның аша организм витаминдарға ҡытлыҡты ҡаплай. Ни тиһәң дә, тәбиғәттә барыһы ла камил.

Юғары уҡыу йортон тамамлайҙар ҙа, үҙ һөнәре буйынса эшләмәй йәштәр, тип һуҡраналар, быға нисек ҡарайһығыҙ?

- Был миңә лә ҡағыла, педиатр булып сыҡһам да, уҡыуҙы тамамлағанда даими килем килтереп торған бер нисә салоным булғас, нимә менән шөғөлләнеремде белә инем. Һайлау мөмкинлеге һәр ваҡыт бар, әгәр ҙә эш ҡәнәғәтлек килтермәй икән, үҙеңде ыҙалатырға кәрәкмәй.
Шул уҡ ваҡытта, хәҙерге йәштәрҙең араһында үҙеңде, үҙенә оҡшаған эште тапҡансы эҙләргә кәрәк, тигәнерәк фекер йөрөтөүселәр бар. Шуға ла был ерҙә эшләп ҡарай, бер туҡтауһыҙ икенсе һөнәрҙәрҙә үҙҙәрен һынай. Былай ярҙан ярға бәргеләнеп йөрөүҙе яуаплылыҡ алырға теләмәү тип тә күрәм. Өлкәндәрсә ҡараш түгел был, туҡтарға, үҙеңде аңларға кәрәктер, бәлки? Уңыш ул тырыштарҙы, хатта, һәйбәт мәғәнәһендә, еңмешлекте ярата.
Кеше йәше менән дә, аңы, аҡылы менән дә "олоғая" барырға тейеш, йылдан-йыл үҙең өсөн генә түгел, башҡалар өсөн дә яуаплылыҡ алырға тура килә. Эшҡыуарлыҡты ҡараһаҡ та, һин үҙең ҡорған ғаиләң өҫтөнә, һиндә эшләгән һәр кемдең ғаиләһе өсөн яуаплыһың, улар һиңә ышанып эшкә килгәндәр. Еңел аҡса табам тип эшҡыуарлыҡҡа килеү - ул хата. Был теләк аҡланмаясаҡ. "Эй, уҡымайым да, эшҡыуар булам, аҡсам күп була", тип уйлайҙар. Статистиканы алып ҡарағанда ла, үҙ эшен асыусыларҙың 90 проценты тәүге йылда уҡ эшен яба, был ана шул еңеллек эҙләп килеүселәр инде. Ҡалған 10 проценты аҙнаның 7 көнөндә тәүлектең 24 сәғәтендә эшләй, ял да юҡ. Мин декретҡа сыҡҡас ҡына ял итеп ҡалдым. Ирем беренсе өс ай бөтөнләй ялһыҙ эшләне, сөнки үҙенең бурыстарынан тыш, мин алып барған эштәр өсөн яуап бирергә кәрәк ине. Әйткәндәй, ул нефть өлкәһендә уңышлы эшләп йөрөгән еренән ғаилә бизнесына күсте. Күп эштәрҙе әле ул алып бара. Мин күбеһенсә стратегик идарала.
Эш тип ғаиләне онотмайбыҙ. Йылайырға - әсәйгә, Әлшәйгә - ҡәйнәмә, Хәйбуллаға өләсәйемә йыш ҡайтып торабыҙ.

Уңышҡа өлгәшкән, киләсәген яҡшы күҙаллаған кеше булараҡ, нимәләр тураһында хыялланаһығыҙ? Әллә ниндәйҙер үргә еткәс, хыялдарға урын ҡалмаймы? Һеҙҙең өсөн киләһе үр нимә?

- Эш башлағанда, әлбиттә, хыялдарға тәкәбберлек, мин-минлелек хистәре хас була, әйтәйек, мин иң яҡшы салондар хужаһы булам, тип уйлайһың. Аҙаҡтан был хыялдар яйлап "ергә төшә". Бизнесың бара икән, һин тәҡдим иткән хеҙмәт кешеләргә оҡшай икән, әлбиттә, артабан да үҫергә кәрәк. Әлегә Өфөлә салондар селтәрен үҫтерәбеҙ, бәлки, киләсәктә баш ҡалаға яҡыныраҡ ҡалаларҙа ла асырбыҙ. Мин массаж аша медицинаға булған һөйөүемде тормошҡа ашырам - ошо миңә ҡәнәғәтлек бирә, ә салондар иҫәбе түгел. Бер ҡасан да клиенттарға: "Массажға кил, бөтөн проблемаларың хәл ителер",- тип вәғәҙә бирмәйбеҙ. "Бына ошонда ярҙам итәсәкбеҙ, бында - юҡ" , - тип, анығын әйтәбеҙ. Мәҫәлән: "Ябыҡмаясаҡһығыҙ, әммә тиренең рельефы яҡшырасаҡ, тире аҫтына йыйылған шештәр ҡайтасаҡ", - тибеҙ. Шуға ла миңә медицина белеме булған хеҙмәткәрҙәр менән эшләүе уңайлы.
Массажистар күп ул, ә беҙ махсус белеме булғандарҙы эҙләйбеҙ. Тәжрибәле массажист кешенең тәненә ҡарап, уның нимә менән шөғөлләнеүен, холҡон да самалай ала. Уҡытыусы, кассирҙарҙың аяҡтарында шеш булыуы ихтимал. Гел көсөргәнештә йөрөгәндәрҙең муйын-яға зонаһы ҡатыулап китә, оялсандарҙың, үҙен күрһәтергә ынтылып тормағандырҙың умыртҡа бағанаһы ла көмөрәйә. Киреһенсә, шытып сығып барыусыларҙың мускулдары тонуста, уларҙы массаж аша "ергә төшөрөп", ошо көсөргәнештән азат итергә кәрәк. Шуға ла массаж - ул оло һөнәр, һәр клиенттың үҙенең тарихы бар һәм уға айырым ҡараш мөһим.
Эштә хәҙер ярҙамсылар, идарасылар бар. Командама ышанам, шунһыҙ эш алға бармаҫ ине. Үҙемә иһә маркетинг һәйбәт бирелә, ошо йәһәттән алдан күреү һәләтем бар, миңә шул сферала эшләү оҡшай.

Хәҙерге йәштәргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

- Йәштәрҙең башҡорт булыуҙарын әйтеп йөрөүе, үҙҙәрен ошо милләт вәкиле итеп таныуҙары оҡшай. Башҡортса һөйләшәләр. Шул уҡ мәлдә бөгөн кеше социаль селтәрҙәр аша үҙен, үҙенең тормошон матур итеп күрһәтергә, ниндәйҙер билдәле кешеләр менән аралашыуын ниндәйҙер бер уңыш билдәһе итеп күрһәтергә тырыша. Уларға оҡшарға тырышыусылар, тимәк, үҙенең ысынбарлыҡ тормошо менән ҡәнәғәт булмаусылар күбәйә. Экран артында нимә булғанын белмәйһегеҙ бит, һуҡырҙарса кешегә эйәрмәгеҙ, тиер инем. Үҙегеҙ булып ҡалығыҙ, яңылышыуҙарҙан ҡурҡмағыҙ, бөгөн килеп сыҡмай икән, иртәгә хыялдар мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ.
Иң мөһиме, һиңә нимә кәрәк икәненә төшөнөргә. Бәлки, һеҙгә бизнес кәрәкмәйҙер, ә күңел ятҡан эш башҡараҡтыр. Бәлки, һеҙгә сит илгә ял итергә барырға кәрәкмәйҙер, ҡала эргәһендәге күлгә сығып, ғаилә менән ял итеп ҡайтыуҙан нығыраҡ ҡәнәғәтлек алаһығыҙҙыр. Күңелегеҙҙе тыңлағыҙ һәм үҙегеҙ булып ҡалығыҙ. Белем алыуға килгәндә, хәҙер мөмкинлектәр күп, үҫегеҙ, камиллашығыҙ. Барыһы ла кешенең үҙенән тора.

Шулай итеп...
Азалияның үҙ эшен мөкиббән китеп, шул уҡ ваҡытта бар нәмәне лә шул тиклем еңел генә итеп һөйләүенә, шәхсән үҙем, хайран булдым. Өфөлә салон асыу - ул йәше һәм тәжрибәһе булған кеше өсөн дә оло эш, ә ул студент сағында уҡ уны атҡарып сығара алған һәм быны ғәҙәти нәмә итеп ҡабул итә. Үҙенең баһаһын, үҙенә нимә кәрәклеген һәм мөмкинлектәрен яҡшы белгән өсөн дә шулайҙыр. Бәлки, тап ошо сифаттарҙы тәрбиәләгәндә милләттәштәр араһында үҙен уңышлы кешемен тип иҫәпләүселәр күбәйер ине? Геройыбыҙ әйтмешләй, уңышлы эшҡыуар булмауың да бар, әммә уңышлы кеше булыу һәр кемдең төп бурысы.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.05.24 | Ҡаралған: 196

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru