«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЖАД ИТЕР ӨСӨН ТОРМОШ АУЫРЛЫҠТАРЫН ДА ҮТЕҮ КӘРӘК
+  - 


Был юлы өс һорауҙы ошо көндәрҙә 50 йәшен билдәләгән Әбйәлил һылыуы, шағирә Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНАға төбәнек.

Шиғриәт тураһында ҡанатлы һүҙҙәр күп әйтелгән. Ләкин һәр кем элек яңғырағандарға үҙенекен өҫтәй ала. Илһам ҡошо көтмәгәндә-уйламағанда килеүе лә ихтимал. Күңел хистәрен шиғри юлдарға ҡасан һала башланығыҙ?

- Белорет мәктәп-интернатында (хәҙер лицей-интернат) 6-сы класта уҡығанда Белорет педагогия училищеһынан практиканттар килде. Беҙҙең класта сығышы менән Учалы районынан Зәкиә исемле апай әҙәби түңәрәк алып барҙы. Шул түңәрәккә класташым Рита Дәүләтова менән йөрөнөк, мәҡәлә йә әкиәт-фәлән дә түгел, тик шиғыр яҙырға өйрәндек. Минең шиғыр ғәләмәтем яйыраҡ, Ританың йәһәт кенә, оҫта ғына, күпләп килеп сыға торғайны, тип хәтеремдә ҡалған. Уның шиғыры ул ваҡыттағы "Башҡортостан пионеры" гәзитендә лә баҫылып сыҡты. Үҙем шул ваҡытта яҙған берәүһенең бер куплеты иҫтә ҡалған:
Ҡарағастар - ҡара ағайҙар,
Ҡәберлектә ҡайғы кисерә.
Әйтерһең дә кеше ҡайғыларын
Алып үҙҙәренә күсерә...
Ауылыбыҙҙа, нигеҙҙә, ҡайынлыҡ, ә зыяратта ҡарағастар үҫә. Элегерәк шул тирәлә ҡарағаслыҡ булған, шунан тороп ҡалған ул ҡарағастар, тип әйтә торғайны атайым. Олоғая башлағас, атайым: "Ҡарағастар араһына китергә күп ваҡыт ҡалманы инде", - тип ултырыр булды. Юғарыла яҙылған шиғыр шул һөйләшеүҙәр нигеҙендә күңелдә уйылғандыр. Шул уҡ алтынсы класта уҡығанда йәшел генә тышлы дөйөм дәфтәргә таҡмаҡтар яҙғайным, уларҙы әсәйемдән ишетеп, ятлап алғайным, уларҙың байтағы әле лә иҫтә, бигерәк тә "Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң исемдәре..." тип башланғандары. Әсәйем оҫта таҡмаҡсы булды тип әйтә алмайым, әммә таҡмаҡтарҙы күп белде...
Илһам ҡошо уйламағанда-көтмәгәндә килә бит инде ул. Мәҫәлән, Таһир Күсимовҡа арналған "Ат тояҡҡайҙары" тигән шиғыр ауылда йәшәгәндә иртәнсәк һыйыр һауып ултырғанда һыйырҙың тояҡтары иғтибарымды йәлеп итеп яҙылды. Сепарат өйөрөлтөп ултырғанда "Йәйҙең бер көнө" тигән шиғыр башҡа килгәйне. Һуңғы ваҡытта шиғырҙарҙы автобуста яҙам, иртәнсәк 14-се автобустың һуңғы туҡталышынан ултырам, урындар була, бер-ике шиғыр яҙып өлгөрәм. Ошо турала шаярып үҙем өсөн генә яҙған дүрт юллығым бар:
Автобус - минең кабинет,
Кабинеты - яҙыусы.
Шиғырына баш булалалмай
Бәйеленән яҙыусы.

Тормош һынауҙарҙан тора. Бына шундай саҡта шиғриәт ярҙамға килә. Фәлән шағирҙың шиғырҙарын уҡығас, күңелемә тыныслыҡ таптым, тигәнде ишетергә тура килә. Һеҙгә шәхсән шулай тип әйткәндәре барҙыр тип уйлайым. Ниндәй ул бөгөнгө уҡыусы?

- Тормош һынауҙарҙан тора, эйе, килешәм. Шул һынауҙар кешене сыныҡтыра ла инде ул. Шиғыр минең өсөн дә күңел дауаһы, йәш саҡта йыр-шиғыр, иҫтәлектәр яҙылған дәфтәремдә Рәмзилә Хисаметдинова, Рәми Ғарипов, Шәриф Бикҡол, Рафаэль Сафиндарҙың ҡыҫҡа шиғырҙарын яҙып ҡуйғанмын. Шул ҡыҫҡа шиғырҙар минең дә кисерештәремде бирә ине, әйтерһең, уларҙы кемдер түгел, мин әйткәнмен. Ул шиғырҙы яҙғанда шағир бөтөнләй икенсе нәмәне лә уйлауы мөмкин, әммә мин унда үҙемдекен күрәм, үҙемә үҙемдең күҙаллауым яҡыныраҡ. Ана шундай, кешеләр үҙҙәренең кисерештәрен тойған шиғырҙар халыҡ араһында таралып китәлер ҙә инде. Бөгөнгө уҡыусы төрлө: ысын шиғырҙы айырғаны бар, айырмағаны бар, аңлағаны бар, аңламағаны бар. Бөгөнгө уҡыусыға ниндәйҙер хәл-ваҡиғаны теҙеп һөйләү, ябайлаштырып биреү нығыраҡ оҡшаған һымаҡ тойола. Һүҙ уйнатыуҙы, йәшеренгән фекерҙе аңламаусылар бар. Яңыраҡ бер шиғырыма Сибайҙан иҡтисад фәне уҡытыусыһы Фирүзә апай Барлыбаева (был апай миңә яҡын туған, әммә әлегә күрешкәнебеҙ юҡ) яҙғайны: "Элекке коллегам Рәйес Түләк: "Һеҙ нимә, рифмалап яҙылған юлдарҙы шиғыр тип уйлайһығыҙмы?"- тип әйтә торғайны. Ә бына, Зөлфирә һеңлем, һинең яҙғаның шиғыр, уны уҡығанда илағыларым килә, ғүмер юлым күҙ алдымдан үтә". Ошондай фекерҙәр уҡыусының баһаһы инде: Фирүзә апай ул шиғырҙа ғүмерен күргән, ә мин уны тәҙрәм аша ялан өҫтөнә, таллыҡта йәйелгән көн һайын күргән томанды күреп яҙғайным.

Тәүге китапты ҡулға алып ҡарау - оло шатлыҡ. Ул яуаплылыҡ та өҫтәй. Ижадҡа нимә ярҙам итә?

- Тәүге китапсығым 2013 йылда "Йәш тауыштар" серияһында сыҡҡайны, шатлыҡ булды, көтөлмәгәнерәк булды. Икенсе йылына БР Яҙыусылар Союзына алыуҙары шулай уҡ көтөлмәгәнсә булды, сөнки инициатива үҙемдән булманы. Ул ваҡытта үҙемде шағир итеп түгел, күберәк шиғыр яратыусы итеп тойҙом микән, тип уйлайым. Шағир тигән ҙур исемде күтәрергә әҙер түгел инем шикелле. Ә шиғриәткә ҡыҙыҡһыныуымды ташламаным, ауылда мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндә йыл һайын 21 мартта Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арнап саралар үткәрҙем. Ул осор минең өсөн ҙур тормош тәжрибәһе булды, шуға ғүмеремдең һәр осорона, һәр мәленә рәхмәтлемен.
Ижадҡа нимә ярҙам итә, тигәндә, минең фекерем шулай: ижад итер өсөн тормош ауырлыҡтарын да үтергә кәрәк. Ижад өсөн бөтә шарттар булдырылып та, тик шул ижадтың булмауы мөмкин. Әҙер тормош шарттары ярҙам да итеүе, ярҙан да этеүе мөмкин булған һымаҡ, ауырлыҡтар менән дә шул уҡ хәл. Әлеге мәлдә, шөкөр, ижади ҡомарым асылған мәл. Тормоштоң һәр күренеше мине илһамландыра. Яҙҙың матурлығын һәр мәлендә күрәм, хатта батҡағы ла, йонсоу көндәре лә миңә илһам сығанағы. Кешеләрҙең күңел матурлығы хайран итә, уларҙы мин күрәм, тоям. Бөгөнгө заманда кешенең рухи байлығын матди байлыҡтар баҫып киткән мәлдә кешеләрҙең үҙ асылына тоғро ҡалыуы мине тетрәндерә. Әлеге мәлдә илһам сығанағы ана шул кеше булып ҡала алған кешеләр, тип уйлайым. Улар әҙ түгел, шуныһы ҡыуаныслы. Ижад итеү өсөн күңелдең йыртҡысланған мәленән һуң бөтөн мәле килеүе мөһимдер.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.05.24 | Ҡаралған: 154

Киске Өфө
 

Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru