«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘЙБУЛЛА КИЛЕНДӘРЕ СӘСКӘ ҮҪТЕРӘ
+  - 


Эшҡыуарлыҡтың төрлө өлкәһен алып ҡарағанда иң ауыр, ҡатмарлы йүнәлеш - аҙыҡ-түлек һәм сәскәләр менән булышыуҙыр, моғайын. Сөнки беренсеһе тиҙ генә иҫкереп, ә икенсеһе тиҙ генә һулып бара. Ике осраҡта ла әҙер тауарҙы бик йылдам һатып бөтмәһәң, күпме хеҙмәтең, ваҡытың һәм көсөң әрәм була, тигән һүҙ. Шулай ҙа бындай ауырлыҡтар республика уңғандарын ҡурҡытмай һәм был ике төр эшмәкәрлек менән булыусылар бихисап. Бөгөн ошондай ике уңған ҡатын-ҡыҙ - сәскәләр үҫтереп, донъяны йәмләүгә үҙ өлөшөн индереүсе, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында гөрләтеп донъя көтөүсе ике һылыуҡай Дилбәр РӘхмӘтова һәм Лина Ҡулбулдина менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Сәскәләр матур булһалар ҙа, үтә лә нескә, талапсан үҫемлектәр. Әҙер сәскәне хатта вазала тотоу ҙа мәшәҡәт тыуҙыра, ә уны үҫтереү айырыуса ҡыйын икәнлеге һәр кемгә билдәле. Бындай өлкәгә нисек килдегеҙ?

Дилбәр:
Аҡъяр егетенә кейәүгә сығып, бында төпләнеүемә алты йыл. Ижад, сәнғәт өлкәһендә эшләнем кейәүгә сыҡҡанға тиклем, ә Аҡъярға килеп йәшәй башлағас, нимә менән шөғәлләнергә белмәйенсә аптырандым. Шунан ирем менән уйлаштыҡ та, эре мал тота башланыҡ. Өйҙә иттән төрлө ярымфабрикаттар эшләнек, шулай уҡ һөттән төрләндереп аҙыҡ-түлек етештерҙек. Беҙҙең һөт, сыр, аҡ һәм һары май Аҡъярҙа ғына түгел, Өфөлә лә үҙ һатып алыусыһын тапты.
Ҡатын-ҡыҙ һәр саҡ матурлыҡҡа ынтыла, уны булдырырға тырыша, өйөндә лә, баҡсаһында ла гөлдәр һәм сәскәләр үҫтерә. Миндә шулай һәм ниндәйҙер мәлдә сәскә үҫтереүҙе масштаблы итеү, төрлө сәскәләр үҫтереп һатыу тураһында фекерҙәр уянды. Ваҡыт үтеү менән был уй мине тулыһынса солғап алды. Иремдең дә уйҙарымды хуплап, дәртләндереп тороуы ҡанатландырҙы һәм аҡса туплап, ҙур партия торф һатып алдым. Тәүҙә петуния гөлөн үҫтереп ҡарарға булдым. 2023 йылдың көҙөндә петунияларҙың әсәлек ҡыуағына сыбыҡса ялғап ҡуйҙым һәм ҡышын фитолампа аҫтында өйҙә үрсетә башланым.
Петуниялар менән булышҡан арала иремдең кәңәше менән ләлә сәскәләренә лә тотондом. Ләлә сәскәләре бик наҙлыҡайҙар, шулай уҡ өйҙә уларҙы үҫтереү өсөн тейешле шарттар ҙа юҡлығы ниәтемдән бер аҙ ситләштерә биреп, уңышҡа өлгәшә алыуыма бер аҙ ышанысымды кәметте.
Ләлә сәскәһенең орлоҡтарын ултыртып, әҙер сәскә өҙөп алғанға тиклем 5 ай тирәһе ваҡыт кәрәк. Мин көн һайын уларҙы өшөтмәҫ өсөн мейес яҡтым, температура режимын һәм дымлылыҡ процентын һаҡланым. "Тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан", тиҙәр, минең миҫалда әйткәндә, "Тырышҡан - ләлә сәскәләрен үҫтергән" була инде. Шулай, биш ай тигәндә март байрамына иҫ киткес матур ләлә сәскәләре үҫтереп, халыҡҡа тәҡдим иттек. Һорауҙың күп булыуы, әлбиттә, мине ҡанатландырҙы. Был эшмәкәрлегемде тағы ла киңәйтергә иҫәп тотам.
Лина: Минең дә һөнәрем сәнғәт, ижад менән бәйле. Сибайҙа янып-көйөп ижад донъяһында эшләп йөрөгән мәлдә тормош иптәшем Азаматты осратып, Хәйбулла яҡтарына килен булып төштөм. Бында ла, әлбиттә, ижад мөхитенә сумдым. Декрет ялына сыҡҡанға тиклем Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар музыка мәктәбендә директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләнем, байрамдарҙа алып барыусы булдым.
Мин бер ҡасан да тик ултыра белмәйем, һәр саҡ нимәлер уйлап табам, төрлө өлкәлә белемемде камиллаштырам. Шулай уҡ тирә-яғымда матурлыҡ, уңайлыҡ булыуын теләйем. Шуға күрә декрет ялына сыҡҡас уҡ үҙемә шөғөл эҙләй башланым. Бала тыуғанға тиклем алып барыусылар курсын тамамлап, был өлкәләге белемемде камиллаштырҙым. Хәҙер күпселек уҡыуҙар онлайн бит инде. Ошо уҡыуҙар барышында даими рәүештә ләлә сәскәләрен ҡышын үҫтереүҙе күрһәткән видеоларға тап булдым. Сәскәләр өсөн уңайһыҙ осорҙа, йәғни ҡышын, үҫтереү "выгонка" тип атала, сөнки беҙ уларҙы үҙебеҙгә кәрәкле ваҡытҡа үҫтереп, сәскә аттырырға тырышабыҙ.
Дыуамаллыҡ менән тотонманым, был теманы башынан аҙағына тиклем тулыһынса, ентекле өйрәндем. Әйтергә кәрәк, Азамат башта минең сәскәләр үҫтереү ниәтемде хупламаны. Мин дә ҡаршылашып торманым, ләкин әкрен генә был эшмәкәрлектең бөтә нескәлеген өйрәнә башланым. Ә Голландиянан сәскә үҫентеләрен ебәреү тураһында килешеүемде күреп, ул ҡарарымдың ныҡлығын аңланы.
Сәскә үҫтереү тураһындағы уй-хыялдан башлап, сәскә гөлләмәлләре өҙгәнгә тиклем ике йыл китте. Әлбиттә, ҙур ярҙамсыларым - тормош иптәшем Азамат һәм балалар. Улар һыу һибешә, мин өлгөрмәгән мәлдә тейешле ваҡытта теплицаны елләтә һәм башҡалар.

Баҡсасылыҡҡа бер тотонған кеше артабан башкөллө был өлкәгә сума, йәки, киреһенсә, башҡа әйләнеп ҡарамаҫлыҡ була, тиҙәр...

Лина:
Миңә баҡсасылыҡ, сәскә үҫтереү бик оҡшай. Был эшмәкәрлегемде тағы ла киңәйтергә, быйыл сәскәләрҙе үҫтереү мәлендә күҙемә бәрелгән төрлө етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә, тигән уйҙар менән йөрөйөм.
Сәскә үҫтереү - еңел эш түгел. Уларҙы сәскә итеп алғансы әллә күпме көс түгелә, финанс йәһәттән дә сығымдар етерлек. Мәҫәлән, тейешле һауа температураһын тотоу өсөн йылылыҡ пушкаһы ла ҡулландыҡ, конвектор менән дә йыллыттыҡ - был иһә электр утын әҙ "һөйрәмәй". Тағы ла һәр ваҡыт дымлылыҡты ҡарап торорға кәрәк, сөнки артыҡ дымлылыҡ та зарарлы, кибеп китһә лә сәскәләр ҡорорға мөмкин. Ғөмүмән, үҙенсәлектәре бик күп. Шулай ҙа, әйтеүемсә, был эшебеҙҙе ташларға уйыбыҙҙа юҡ. Улай ғына ла түгел, әлеге мәлдә гортензия сәскәһе, туя һәм зәңгәр шыршы үҫентеләрен дә тәҡдим итәбеҙ. Ә хыялымда минең - төрлө сәскәләр, емеш-еләк ҡыуаҡтары, ағастар тәҡдим итәсәк ғаилә питомнигы булдырыу.
Дилбәр: Сәскәләр менән шөғөлләнгән бер нисә йыл дауамында был эшмәкәрлектең ыңғай һәм кире яҡтарын күрҙек, өйрәндек, уларҙы йырып сығыу юлдарын таптыҡ. Һәр төр сәскәнең үҫтереү технологияһы ла төрлөсә, уларҙың барыһын да аңларға кәрәк.
Әлеге мәлдә ләлә сәскәләренән тыш башҡа төр сәскәләр үҫтереп һатыуҙы маҡсат итеп ҡуйғанмын. Бының өсөн айырым теплица төҙөнөк, төрлө сорт орлоҡтар һатып алдыҡ. Тағы ла сәскәләр араһында баҡса еләген үҫтерә башланыҡ, үҫентеләрҙе Краснодарҙан яҙҙыртып алдыҡ. Мул уңыш йыйырбыҙ, тип өмөт итәм.
Быйылғы миҙгелдә үҙ алдыма ҡуйған маҡсат - ҡырҡып алына торған сәскә сорттары менән яҡшылап танышыу. Урал аръяғы климатын нисек ҡабул итерҙәр, яраҡлашыу барышы нисек булыр, беҙҙең яҡтар уларға оҡшармы, тигәндәй. Әгәр ҙә сәскәләр менән "килешә" алһаҡ, матур-матур сәскәләр менән Аҡъяр, Хәйбулла халҡын, шулай уҡ тирә-яҡ райондарҙы ла тәьмин итәсәкбеҙ. Алла бирһә, уйлағандарыбыҙ ҡабул булһын.

Шулай итеп...
"Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр", тигән бик тә дөрөҫ фекер йәшәй йәмғиәттә. Ә бөгөнгө әңгәмәселәребеҙ кеүек тирә-яҡтарында матурлыҡ булдырыусы, гүзәллек тойғоһона тоғро ҡалыусы гүзәл заттар булғанда, уның мәғәнәһе бермә-бер арта икәнен раҫлай Ырымбур ҡыҙҙары, Хәйбулла килендәре Дилбәр менән Лина.

Гөлназ САФУАНОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №21, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.05.24 | Ҡаралған: 137

Киске Өфө
 

Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru