«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨ СЕРҘӘРЕН АСА, ЙӘКИ ҮТКӘН ЗАМАНДАН – КИЛӘСӘККӘ
+  - 


Бөгөн "Киске Өфө" ҡунағы - тарих фәндәре докторы, Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры Булат Әхмәр улы АҘНАБАЕВ. Әңгәмәбеҙ баш ҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейына арнала.

Булат Әхмәр улы, әңгәмәбеҙҙе ситтәнерәк башлайыҡ әле. Ата-бабаларыбыҙ Башҡорт иленең бер юлы өс йылғаһын "Иҙел" атамаһы менән нарыҡлаған: Ағиҙел, Ҡариҙел һәм Күгиҙел. Һуңғыһы - хәҙерге Дим йылғаһы. Шуныһы ҡыҙыҡ, ана шул Ҡариҙелебеҙҙе ҡасандыр Өфө тип атай башлағандар: XVI быуат аҙаҡтарында рус стрелецтары бында ҡәлғә төҙөргә килгәс, уны "Уфимская крепость", тип атайҙар. Уйлап ҡараһаң, бындай хәл бик сетерекле тойола. Һеҙ ошо этимологик проблеманы нисек аңлатыр инегеҙ?

- Ғөмүмән, гидронимдың ойконим атамаһына күсеүе - бик һирәк күренеш. Киреһенсә, ҡала исеме менән йылғалар атала. Мәҫәлән, Воронеж ҡалаһы янынан аҡҡан йылға ла ҡала исеме менән Воронеж тип атала. Нисек кенә булмаһын, баш ҡалабыҙ Өфө йылғаһы исемен алған. Үҙ заманында төбәктең беренсе тарихсыһы П.И. Рычков та ("Топография Оренбургская" китабының авторы, 1752 - 1755 йылдарҙа яҙылған) аптырашта ҡала: Өфө ҡалаһы Ағиҙел йылғаһы (русса тәүҙә - Белая Воложка, һуңынан - Белая) буйында урынлашҡан, ә исеме унан бер нисә саҡрымда Ағиҙелгә ҡушылған Өфө йылғаһы менән бәйле. Күрәһең, бында ҡәлғә төҙөргә килгән стрелецтар тап ошо урында рустар килгәнгә тиклем үк административ үҙәк булғанын белгән.
Яңыраҡ арабыҙҙан киткән тарихсы, профессор Вадим Винцерович Трепавлов үҙенең "Ногайская орда" тигән китабында Башҡортостандың Нуғай Урҙаһы составында айырым административ берәмек булыуын раҫланы. Нуғай Урҙаһы өс өлөшкә бүленгән. Беренсеһе - баш ҡалаһы Сарайчик булған үҙәк, унда оло бей Нуғай Урҙаһы кенәзе ултырған; икенсеһе, уң ҡанаты - көнбайышҡа Волга йылғаһына тиклемге өлөш; өсөнсөһө, һул ҡанаты - Һырдаръя йылғаһына тиклемге өлөш. Башҡорт ерҙәре урҙаның бер өлөшөнә лә инмәй, ул, айырым административ берәмек булараҡ, билдәле кимәлдә автономия хоҡуғына эйә була. В.В. Трепавлов яҙыуынса, Нуғай Урҙаһы менән идара итеү үҙенсәлекле була. Урҙаның баш ҡалаһы Сарайчикта бөйөк кенәз, оло бей (беклярбек) Едигей (башҡорттарҙа - Иҙеүкәй) ултыра, һул ҡанатта улы - Кей-Кавад, уңда - улы Нураддин. Ә бына Башҡортостан өсөн айырым идарасы - наместник тәғәйенләнә. Идара итеү үҙәге хәҙерге Өфө биләмәһендә урынлаштырыла, тимәк, рустар килгәнгә тиклем бында ҙур административ үҙәк була. Был үҙәк XVI быуат баштарына тиклем йәшәй.

Өфө биләмәһе ерлегендә элек-электән башҡа тораҡ пункттар булыуы билдәле. XVI быуаттың икенсе яртыһында воевода Михаил Нагой етәкселегендә рус дружинаһы килгән саҡта хәҙерге Өфө ҡалаһы үҙәге урынлашҡан ерҙә бер кемдең дә йәшәмәгәне раҫ. Ошо хаҡта ни әйтер инегеҙ?

- Был мәсьәлә бигүк ябай түгел ул. Һорауға икенсе бер һорау менән яуап бирер инем. Ни өсөн Өфө ҡәлғә-ҡалаһының ҡасан нигеҙләнеүе хаҡында ике төрлө мәғлүмәт барлыҡҡа килгән? Беренсе дата - 1574 йыл. Өфө ҡалаһының 450 йыллыҡ юбилейы ошо дата менән бәйләп байрам ителә. Икенсеһе - 1586 йыл. Был фактты нисек аңлатырға була? Бынан тап 150 йыл әүәл - 1874 йылда тәү башлап Өфө ҡалаһының 300 йыллыҡ юбилейын билдәләү мәсьәләһе ҡуҙғатыла. Ул саҡтағы Өфө ҡала думаһы башлығы Дмитрий Волков датаны асыҡлау маҡсатында тарихсыларҙан махсус комиссия төҙөй, уның эше өсөн аҡса ла бүлә. Комиссияға ҡала-ҡәлғәнең 1574 йылда нигеҙләнеүе хаҡындағы документтарҙы эҙләп табыу бурысы йөкмәтелә. Тыумыштары менән Өфөнән булып, Рәсәй баш ҡалаһында йәшәгән күренекле ғалимдар йәлеп ителә. Шуларҙың береһе - Петербург академияһы академигы, тарихи архивтар белгесе Петр Пекарский була. Ул үҙенең яҡташтарының һорауын кире ҡаҡмай, байтаҡ ваҡыт Петербург һәм Мәскәү архивтарының XVI быуатҡа ҡараған тарихи документтарын тикшерә. Уның яуабы ҡәтғи була - Өфө ҡалаһы хаҡында тик бер генә мәғлүмәт табыла, ул 1586 йыл менән билдәләнгән. Тап шул йылда Нуғай Урҙаһы бейе Урус Иван Грозныйҙың улы Федор Иоановичҡа ультиматум рәүешендәге мөрәжәғәт ебәрә. Ул рустарҙың бөйөк кенәзенә Нуғай ҡулы аҫтындағы ерҙәрҙә төҙөлгән 4 ҡаланы юҡҡа сығарып, ташлап китергә ҡуша. Әммә документта ҡалаларҙың исемдәре теркәлмәгән, уның урынына ҡайһы йылға буйында төҙөлөүҙәре хаҡында әйтелә: Белая Воложкала (Ағиҙелдә), Өфө йылғаһында, Үҙәндә (Һарытау өлкәһендә) һәм Һамарҙа. Урҙа бейе Урус Башҡортостанда бер юлы ике рус ҡәлғәһе төҙөлөү менән риза булмауын белдерә.
Тарихсылар был проблемаға әлегә тиклем асыҡлыҡ индерә алманы. Нуғай бейе яңылышҡандыр, тигән версия ла бар. Әммә Урҙа бейҙәренең үҙ ҡулдары аҫтындағы ерҙәрҙе белмәүе мөмкин булмаған хәл. Башҡорт ырыуҙары Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң да Нуғай бейҙәре башҡорт ерҙәрен үҙҙәренеке тип иҫәпләй, Башҡортостан наместнигы ставкаһы Эмба ҡалаһына күсә, халыҡтан яһаҡ йыйыу дауам итә. Ошо заманда Оло Нуғай Урҙаһы бейҙәренән Урус бейҙе (1578-1590), Ураз Мөхәммәд бейҙе (1590-1598), наместниктарҙан Исмаил бей улы Динбай мырҙаны (1578-1584), Сәйет-Әхмәт мырҙаны (1584-1587) атап үтеү урынлы. Башҡортостанда Нуғай наместниктары власы 1634 йылға тиклем һуҙыла.

Тарихсы булараҡ, Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыуҙың ни өсөн ике даталы булыуы хаҡында һеҙҙең үҙегеҙҙең фаразығыҙ бармы?

- Әлбиттә. Был төбәккә башҡорттарҙың һорауы буйынса ысынлап та 1574 йылда стрелецтар командаһы һәм төҙөүсе-оҫталар килә. Әммә ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында ҡала тиклем ҡаланы, йәғни, административ идара үҙәген төҙөп бөтөп булмай. Беренсе нәүбәттә хәрби ҡәлғә төҙөлә, ул үҙенә күрә һаҡ посы ролен үтәй. XVI быуаттың 70-се йылдарында Рус дәүләтенә нуғайҙар көньяҡтан йыш ҡына сапҡындар эшләп, һөжүм итеп тора, ҡәлғә гарнизоны уларҙы тотҡарлап та торор һәм ваҡытында үҙәккә хәбәр ебәрә алыр ине. Ул заманда Рәсәйҙе Себер һәм Азия илдәре менән тоташтырған берҙән-бер юлда Өфө ҡәлғәһен төҙөү үтә мөһим була. Ошо магистралде контролдә тота алыу дәүләт кимәлендәге бурыстарҙың береһе булараҡ ҡабул ителә. Әйтергә кәрәк, тәүге йылдарҙа яңы ғына төҙөлә башлаған ҡәлғәне символик мәғәнәләге хәрби пункт тип атау раҫтыр: уның даими воеводаһы ла, ҙур гарнизоны ла булмай әле. Ҡәлғә административ яҡтан да, иҡтисади бәйләнештәр буйынса ла бер ниндәй ҙә роль уйнамай. 1577 йылда Оло Нуғай Урҙаһының баш ҡалаһы Сарайчикты рус кенәзе Серебряныйҙың ғәскәре баҫып ала, Урҙа тамам сәйәси бөлгөнлөккә төшә. Күрәһең, дала тынысланыбыраҡ ҡалғас, Өфө ҡәлғәһе гарнизоны ла Мәскәү тарафтарына ҡайтып китә.
Миңә бик һирәк осрай торған сығанаҡтарҙың береһе - XVI быуатта рус ҡалаларын төҙөү тураһындағы йылъяҙма (летопись) менән танышырға тура килде. Был йылъяҙмаға Михаил Афанасьевич Нагой хаҡында "...был послан доставить Уфу", тигән мәғлүмәт теркәлгән. Тимәк, воевода Нагой Өфөнө төҙөп бөтөрөргә ебәрелгәс, ул килгәнгә тиклем үк бында ҡәлғә төҙөй башлағандар, әммә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында төҙөлөш тамамланмай ҡала. Әлбиттә, 1574 йыл хаҡында һүҙ йөрөтөп була, ошо хаҡта Ырымбур экспедицияһының тәүге етәксеһе Иван Кириллович Кирилов, бер Өфө кешеһе биргән мәғлүмәткә нигеҙләнеп, Өфө ҡәлғәһенең Иван Грозный заманында төҙөлә башлауы хаҡында белдергән. Башҡа бер документ та табылмаған, ә Кирилов беҙҙең төбәккә 160 йыл үткәс кенә килә.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында Өфө башлығы "Дмитрий Волков фонды" составында Өфө Дворяндар йыйылышының ҡайһы бер документтары һаҡлана. Шулар араһында 1874 йылға - Өфөнөң юбилей йылына ҡарағандары ла бар. Уларҙың береһендә дума дьягы Иван Артемьевтың 1574 йылға тиклем үк башҡорттарҙың үтенесе буйынса ике мәртәбә ошо төбәккә урындағы халыҡ менән һөйләшеүҙәр уҙғарырға килеүе хаҡында бәйән ителә. Иван Артемьев башҡорттарҙың ҡайһы урында рус ҡәлғәһе өсөн ер бүлеп бирергә риза булыуҙары менән ҡыҙыҡһына. Килешеү ни өсөн кәрәк булған? Ул заманда башҡорттарҙың үҙ ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғы тейелгеһеҙ була, буйһондоролған халыҡтарҙың ерҙәре, киреһенсә, батшалыҡ милке итеп иғлан ителә. Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ташлап кителгән, йә иһә халҡы үлеп-ҡырылып бөткән (выморочные земли) ерҙәрҙе генә дәүләт үҙенә алған.
Тағы ла бер миҫал: 1720 йылда Петр I "Тау хоҡуғы"н иғлан итә. Был хоҡуҡҡа ярашлы, кем ҡайҙандыр руда таба, шул ерҙә шәхсән руда сығара ала, бер кемдең ризалығы ла, рөхсәте лә кәрәкмәй. Тик был хоҡуҡ Башҡортостанға ҡағылмай: башҡорттар руда сыҡҡан ерҙәрен үҙ ризалыҡтары менән һатыу хоҡуғына эйә була. Йәнә 1754 йылда императрица Елизавета Петровна заводтар төҙөү өсөн башҡорт ерҙәренең тартып алынмаясағы хаҡында белдерә, заводчиктарға урындағы башҡорттар менән килешеү нигеҙендә эш итергә бойорола. Шулай булғас, Өфө ҡалаһын төҙөй башлау башҡорттарҙың ризалығы менән ғәмәлгә ашырыла.
Шуныһы ғәжәп: бында рус ҡала-ҡәлғәләрен төҙөү принциптары ла боҙола, сөнки башҡа урындарҙа бер ҡала менән икенсеһенең араһы 50-100 саҡрымдан артмаҫҡа тейеш. Ә Өфө - алыҫта, көнсығышта берҙән-бер ҡәлғә, Ҡаҙанға тиклем 600 саҡрымдан ашыу. Был дошман һөжүмдәрен кире ҡағыу өсөн бик уңайһыҙ һәм хәүефле. Әммә башҡорттар үҙҙәре теләгәс, батша Иван Грозный ризалыҡ белдерә. Өфө ҡәлғәһе XVI быуаттың икенсе яртыһында Евразияла төҙөлгән иң бәләкәй рус ҡалаһы, шул уҡ ваҡытта төҙөлгән Һарытау, Һамар ҡәлғә-ҡалалары майҙаны буйынса Өфөнән 3-4 тапҡырға ҙурыраҡ. Өфө гарнизоны 300-350 кешенән артмаҫҡа тейеш була. Әммә батша хөкүмәте менән килешеүҙәр нигеҙендә ҡәлғәне дошман һөжүменән башҡорттарҙың үҙҙәренә лә һаҡлау бурысы ҡуйыла. Әйтергә кәрәк, башҡорттар түләй торған яһаҡты тап Өфөлә йыя башлау күҙаллана. Шуға тиклем йыйылған яһаҡ ҡыш көнө Ҡаҙанға алып барыла, юлдар юҡ, был башҡорттарға ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.
Төҙөлә башлаған ҡәлғәнең оҙаҡ йылдар буш ултырыуының үҙ сәбәптәре булған: Рәсәй Ливон һуғышы менән мәшғүл, төҙөлөш өсөн сығымдар ҙа етерлек булмай. Бындай мөмкинлек 12 йылдан һуң, Ливон һуғышы тамамланғас ҡына хасил була - ана шунан Өфө ҡәлғәһен төҙөп бөтөрөү өсөн Михаил Нагой 1586 йылда бында яңынан килә, тип һығымта эшләргә ерлек бар.

Булат Әхмәр улы, Өфө ҡәлғә-ҡалаһы төҙөлөшөндә башҡорттарҙың да ҡатнашыуы тураһында мәғлүмәттәр бармы?

- Бар ундай мәғлүмәттәр, улар документаль акттарҙа сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, төҙөлөштә ҡатай һәм һалйот ырыуҙары башҡорттарының ҡатнашыуы хаҡында мәғлүмәт табылған. Был башҡорттар Себер яғынан күсеп килеүселәрҙән. Бына нисек булған ул. Бөйөк кенәз Едигер рус власын таный һәм Рәсәй менән яҡшы мөнәсәбәттәр урынлаштырырға уйлай. Әммә Себергә Бохаранан Күсем хан килә һәм власты үҙ ҡулына ала. Ул Мәскәүгә ҡаршы сәйәсәтте өҫтөн күрә. Едигерҙы үҙҙәренең ханы итеп таныған һәм унан ваз кисмәгән ҡатайҙар һәм һалйоттарға Күсем хан нәүкәрҙәренән ҡырылып бөтөү хәүефе янай. Улар, ошоғаса төйәк иткән ерҙәрен ташлап китеп, Урал һырты аша көнбайышҡа йүнәлә.
Тарихи сығанаҡтарҙа ошо башҡорттарҙың Өфө ҡәлғәһен төҙөүҙә күрһәткән хеҙмәттәре иҫкә алына. Айырып әйткәндә, юлбашсылары Шөғөр Күккүҙев (документтарҙа - Шугурка Кукузов) етәкселегендә тәүге гарнизонды тап улар аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп торған. Әйткәндәй, Өфөнөң Шугуровка йылғаһына исем ана шул билдәле башҡорт Шөғөр Күккүҙев хөрмәтенә бирелгән.
1591 йылда (ҡәлғә нигеҙләнеүҙән һуң 5 йыл үтеүгә) яҙыла башлаған "Окладная книга по Уфе" тигән тарихи сығанаҡта ошондай мәғлүмәт теркәлгән: "Все земли вокруг Уфы распаханы шугуровцами-татаровьями". Бында ошоға иғтибар итеү фарыз: "служилый татар" статусын йөрөткән хәлдә лә, уларҙың башҡорттар булыуына шик юҡ.

Бында башҡорттарҙың борон-борондан билдәле бер шарттарҙа ябай эште түгел, хәрби хеҙмәтте өҫтөн күреүҙәрен иҫәпкә алырға кәрәктер...

- Тап шулай. Рус дәүләте составында, килешелгән күләмдә яһаҡ түләүҙән башҡа, аҡ батша саҡырыуы менән башҡорттар хәрби хеҙмәт бурыстарын үтәргә тейеш була. Сыуаштар ҙа батша власына үҙ ирке менән буйһонған, әммә уларҙың статусы - "етемдәр", йәғни "сироты". Шулай булғас, улар дәүләт яҡлауына мохтаждар иҫәбенә инә. Башҡорттар ҙа батша власын таный, уға буйһона, уға хеҙмәт итергә бурыслы - был бер ни тиклем рустарҙың "слуга" тигәненә лә тура килә. Беҙ хәҙер "слуга"ны рус байҙарының холоп һүҙе рәүешендә күҙ алдына килтерәбеҙ, ә был тәү мәғәнәһендә хеҙмәт итеүсе (служилый человек) тигәнде белдергән. Хәрби хеҙмәтте ҡара эштән өҫтөн күреү - башҡорттарҙың бик борондан килгән этник традицияһы. Хазар ҡағанаты замандарынан бирле башҡорт ир-егеттәре төрлө империялар ғәскәре составында яуҙарҙа ҡатнашҡан. Алтын Урҙа һәм Рус дәүләте - Рәсәй империяһы составында ла шулай булған. Башҡорт халҡы, оло дәүләттәргә хеҙмәт итеп, һәр бер тарихи осорҙа айырым статусҡа эйә була. Сәйәси термин ҡулланғанда, Башҡорт иле билдәле кимәлдәге автономия статусында йәшәгән.

Ата-бабаларыбыҙ, хәрби хеҙмәт еңелдәрҙән булмаһа ла, дәүләттең уларға билдәле бер привилегиялар биреүен аңлап эш иткәндер...

- Ҡаҙан тарихсыһы Николай Черпов бына нисек яҙа: "Рәсәй империяһында башҡа бер халыҡтың да, башҡорттарҙыҡы кеүек, шундай привилегиялары булмаған". Шуларҙың иң әһәмиәтлеһе - аҫабалыҡ хоҡуғы. Күптән түгел ошо хаҡта Татарстан һәм Силәбе тарихсылары менән дискуссия булғайны. Улар аҫабалыҡ хоҡуғын дәүләт хоҡуғы, ул башҡорттарға дәүләт тарафынан "бүләк ителгән", тигән тезис яҡлы. Быға яуап итеп, XIX быуаттың 30-сы йылдарында Рәсәйҙең дәүләт милке министры булған П.Д. Киселевтың фекерен килтереп була. Унан башҡорт ерҙәренең хужаһы кем булыуы хаҡында һорайҙар. Ул үҙенең яуабында Себерҙең төрлө рус булмаған халыҡтары, ҡырғыҙ-ҡайсаҡтар (ҡаҙаҡтар), ҡалмыҡтар йәшәгән ерҙәрҙең дәүләт милке булыуын, уларға шунда йәшәргә рөхсәт ителеүен билдәләй. Ә башҡорттар Рәсәйгә үҙҙәренең аҫаба ерҙәре менән ингән, шулай булғас, улар үҙ ерҙәренә үҙҙәре хужа, тип тулы юридик аныҡлыҡ индерә. Башҡорт аҫабалығы - милек булараҡ, үҙҙәре биләгән ерҙәргә хужа булыу. Был хоҡуҡ рус баярҙары һәм дворяндарының ер хоҡуғына тиң. Бында бер ни тиклем айырма ла бар: Иван Грозный заманынан башлап баярҙарҙың ергә ҡарата милек хоҡуғы сикләнә башлай, ә башҡорт аҫабалығы тейелгеһеҙ ҡала.

Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында үҙҙәренең аҫаба ерҙәренән күсеп китеп, сит яҡтарҙа күп йылдар буйына йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, башҡорттар тыуған яҡтарында аҫабалыҡ хоҡуғын юғалтмаған. Ошо хаҡта ни әйтер инегеҙ?

- Билдәле булыуынса, аҫабалыҡ быуындан-быуынға күсә барған. Халҡыбыҙҙа шәжәрәңде белеү - мотлаҡ талаптарҙың береһе. Бәғзе ғалимдарыбыҙ быны сағыштырмаса яҡын туғандарҙың бер-береһе менән никахлашыуын булдырмау сараһы ғына итеп ҡарай. Минеңсә, бында иҡтисади, милки мөнәсәбәттәр мөһимерәк. Шәжәрә - аҫабалыҡҡа хоҡуҡтың генеалогик нигеҙе. Миҫал өсөн: ситтә күп йылдар йәшәгән һәм унда вафат булып ҡалған башҡорттарҙың тоҡомдары әүәл ата-бабалары йәшәгән төйәккә кире ҡайтһа, улар үҙҙәренең аҫабалыҡ хоҡуғын ана шул быуындар ағасы - шәжәрә аша раҫлай алған. Ихтилалдар ваҡытында ҡасып китеп, ҡаҙаҡ далаларында, ҡалмыҡ ерҙәрендә бик оҙаҡ йәшәгән башҡорттарҙың кире ҡайтҡан ейәндәре үҙ хоҡуҡтарын тап шулай иҫбатлаған, һәм быны рус хакимиәте чиновниктары ла таныған.
Әйтергә кәрәк, башҡорттар үҙҙәренең хоҡуҡтарын бик яҡшы белгән һәм уны үтәүҙе талап иткән. Бында беренсе урында - иҡтисади мәнфәғәттәр күҙ уңында тотола. Принцип бик ябай: беҙ батша ғали йәнәптәренә хеҙмәт итәбеҙ, үҙ бурысыбыҙҙы теүәл үтәйбеҙ, власть әһелдәренең беҙҙе сикләргә, рәнйетергә хаҡы юҡ. Ысынлап та шулай: биләгән ерҙәре, мәҫәлән, Румынияның дөйөм майҙанынын артығыраҡ булған Башҡорт иле XVII быуатта Рәсәйгә, аҡсалата иҫәпләгәндә, 5,5 мең һум тирәһе яһаҡ түләгән. Бер кешегә 20 тин тирәһе тура килә, ә һатыуҙа ат хаҡы 2-3 һум була. Яҡут өйәҙе менән сағыштырһаҡ, иҫ китерлек - улар яһаҡ өсөн түләгән ҡиммәтле йәнлек тиреләренең дөйөм хаҡы миллион һумға барып еткән. Айырма шунда - улар батша хеҙмәтенән азат була.

Йәнә бер ҡыҙыҡлы тарихи күренеш: ҡәҙимге башҡорт хужалығының нигеҙе - малсылыҡ. Көтөүлектәр - икһеҙ сикһеҙ, әммә уларға бер кем дә тейә алмай. Башҡорттарҙың етеш тормошон тәьмин итеү өсөн бик уңайлы шарттар булған...

- П.И. Рычков яҙыуынса, ярлыраҡ тип иҫәпләнгән айырым башҡорт хужалығында 100-гә тиклем, бай башҡорттарҙа 1000 ат тотолған. Иҡтисади яҡтан 4-5 кешенән торған ғаиләгә 25 ат та етә, әммә был төрлө хәүефле мәлдәрҙә, йотлоҡ килгәндә етерлек түгел. Йылҡы аҫрау ысулы ла үтә ябай - яҙҙан көҙгә тиклем аттар яландарҙа иркен йөрөй, ҡыштарын - тибендә. Был яҡтарға рус крәҫтиәндәрен күпләп килтерә башлағас, улар өсөн төп проблема - сәсеүлектәрен иркен йөрөгән башҡорт аттарынан һаҡлау була. Хатта Өфө ҡалаһы тирәһендәге баҫыуҙарын рус дворяндары кәртәләтергә мәжбүр булған, сөнки яҡын тирәләге башҡорт ауылдарының аттары ҡала янына уҡ килеп етә. Әйткәндәй, элек-электән яландарҙа йөрөгән башҡорт аттарын ҡыуып алып та киткәндәр. Әммә ул замандарҙа башҡорттар араһында ат ҡараҡтары булмай, аттарҙы сит төбәк кешеләре урлай.

XVII быуатта Өфө ҡәлғәһенә яҡын йәшәгән башҡорттар менән рустар араһында ниндәй мөнәсәбәттәр өҫтөнлөк итә?

- Был мөнәсәбәттәрҙе союздашлыҡ тип атарға мөмкин. Себер ханы Күсем, һуңынан уның улдары Рәсәйгә ҡаршы сәйәсәт алып бара, Өфөгә лә бер нисә ҡабат һөжүм итеп ҡарайҙар. Алдараҡ әйткәнемсә, ҡатай һәм һалйоттар Күсем ханды үҙҙәренең дошманы итеп күрә. Сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, рус воеводаһы тынысыраҡ ваҡытта шул уҡ Шөғөр Күккүҙевты бер нисә тапҡыр һөйләшеүҙәр алып барыу маҡсатында Себер ханлығына ебәрә. Ул Күсем ханға, һуңынан уның улдарына рус хакимиәтенең талаптарын еткерә. Тимәк, хәҙергесә әйткәндә, башҡорттар дипломатик бәйләнештәргә лә йәлеп ителгән. Әлбиттә, Күсем хан тоҡомдары Рус хакимиәте яҡлы башҡорттарҙы үҙҙәренең дошманы итеп күрә. 1645 йылда Аблай хан ҡалмыҡтар менән бергә Шөғөр ауылын баҫып ала һәм уның кешеләрен тулыһынса юҡ итә. XVII быуат аҙаҡтарында Шөғөр Күккүҙевтың бүләләре заманында үҙҙәренең бабаһы батша хакимиәтенән жалованный грамота һәм кенәз дәрәжәһен Өфө ҡәлғәһен төҙөүҙәге ярҙамы һәм Себер ханының Арыҫлан исемле улын рустар яғына үҙ ирке менән сығырға өгөтләп күндергәне өсөн алыуы хаҡында яҙа. Хан улы Алп Арыҫлан һуңынан Рәсәй вассалы булған Ҡасимов ханлығында хан дәрәжәһендә йәшәй.
Күсем хан яҡлы башҡорттар ҙа байтаҡ була, бигерәк тә табын башҡорттары, һеңрәндәр һәм бәкәтиндәр. Улар ахырғаса, Себер ханлығы тамам тарҡалғанға тиклем, хан ғәскәренә булышлыҡ итә. Күсем ейәне Көсөк хан - башҡорт ханы, ул 1662-1664 йылғы башҡорт ихтилалы етәксеһе була. Табын ырыуы юлбашсылары Рәсәй власын 1681 йылда ғына рәсми рәүештә таный, тимәк, был көрәш бер быуат дауамында бара.

Башҡорттар Өфө ҡалаһын Имән-ҡала тип атай. Бының сере ниҙә?

- Өфө тирәһендә элек-электән төҙөлөшкә ярарлыҡ оҙон, йыуан һәм төҙ имән ағастары үҫмәгән. Имән бүрәнәләрҙе ҡайҙан килтергәндәр һуң, тигән һорау тыуа. Бер генә мөмкинлек хаҡында фараз итергә була - һал менән ағыҙып килтереү. Сығанаҡтарҙа Ҡыпсаҡ олоҫо башҡорттарының Өфө ҡалаһын төҙөүҙә ҡатнашыуы хаҡында улар үҙҙәре биргән мәғлүмәт бар. Уларҙың ерҙәре Ағиҙел йылғаһының башына яҡын, ул яҡтарҙа төҙөлөш эштәренә ярарлыҡ ағастар, шул иҫәптән имән дә үҫә. Йылғаға яҡын урмандарҙа әҙерләнгән ағастарҙан һалдар эшләп, Өфөгә тиклем ағыҙып килтереп була.
Әңгәмәбеҙҙе Өфө ҡалаһының атамаһынан башлап ебәргәйнек, һеҙ уны сетерекле, серле мәсьәлә тип әйттегеҙ. Һәр бер серҙең асылышы, сиселеше була. Һуңғы ваҡытта шул хаҡта үҙ версиям да хасил булды. Бына Петр Рычков та заманында үҙ фаразын яҙып ҡалдырған. Уныңса, Нуғай ханының ставкаһы Өфө йылғаһы буйында, "Чертово городище" тигән атама менән билдәле булған ерҙә урынлашҡан. Бәлки, Нуғай ханы ставкаһы ла Өфө йылғаһы исемен йөрөткәндер, тип фаразлай ул. Археологтар был ҡомартҡыны күптән ҡаҙып тикшереп бөткән, һәм уның мәҙәни ҡатламы шул тиклем ярлы булып сыға - күҙгә бәрелерлек артефакттар юҡ тиерлек. Хан тиклем хан ставкаһының мәҙәни ҡатламы күпкә байыраҡ булырға тейеш бит. Шуға Рычков версияһын ҡабул итеп булмай.
Ә минең фаразым Татарстанға алып ҡайтылған "Үтәмеш хажи яҙмаһы"ның тулы варианты күсермәһендә башҡорттар хаҡында элегерәк билдәле булмаған мәғлүмәттәр менән танышҡандан һуң тыуҙы. Билдәле булыуынса, ошо яҙманың тулы варианты Ризаитдин Фәхретдиндә һаҡлана, ул яҙманы Әхмәтзәки Вәлидигә бирә. Ә.-З. Вәлиди уны үҙе менән Төркиәгә алып китә, яҙма уның шәхси архивында һаҡлана. Унда XVII быуатта Башҡорт илендә булып үткән ваҡиғалар хаҡында бәйән ителә. Атап әйткәндә, яҙмала Себер хандары хаҡында байтаҡ мәғлүмәттәр тупланған. Мәҫәлән, "Үтәмеш хажи яҙмаһы"на ярашлы, Себер ханлығына нигеҙ һалыусы Хажи-Мөхәммәт хан (1421-1428 йй ханлыҡ итә), Тора тип аталған Себер ханлығынан башҡа, "Башҡорт, Алатыр, Муҡшы өлкәләрен контролдә тота һәм манғыттарҙың Шәһри Тура атамаһы менән дан алған Шәһри Болғарын баҫып ала һәм бөйөк батша булып таныла".
Яҙмала минең иғтибарымды йәлеп иткән бер мәғлүмәт үтә ҡыҙыҡлы. XVII быуат башында Күсем хан улы Ғәли (Али) хандың йәш кенә улы вафат була. Ғәли хан үҙенең улын Өфөгә алып барып ерләргә ҡарар итә, тип белдерелә яҙмала. Был миңә бик ғәжәп хәл кеүек тойолдо. Өфөлә 4 тиҫтә йыл рустар хакимлыҡ итә, уларға ҡаршы торған хан нисек итеп үҙ теләге менән ошо хәүефле урынға барып, һөйөклө улын ерләһен инде?
Ә шулай ҙа ни өсөн Өфө? Мин ошо урынды нисек итеп аңлатыу тураһында тәржемәсенән һораным. Ул бында һүҙ Өфө ҡалаһы тураһында түгел, шулай тип аталған ер тураһында барырға тейеш, тине. Күрәһең, заманында Өфө атамаһы билдәле бер ергә ҡарата ҡулланылғандыр. Шул уҡ ваҡытта хәҙерге Шишмә районында Турахан кәшәнәһе булыуын беләбеҙ. Башҡорттар Себер яғын Тура (Тора) иле, тип атап, хандарын Турахан тип нарыҡлаған. Тимәк, Турахан кәшәнәһе тирәһендә хан статусындағы заттар һәм уларҙың яҡындары ерләнеүе мөмкин.
Быға нимә сәбәп булыуы мөмкин? Джучи улусы, йәғни Алтын Урҙа тарҡала башлағас, башҡорттар хәүефләнә башлай. Улар - империя хеҙмәтселәре, әммә үҙ ерҙәренә үҙҙәре хужа булып йәшәй. Империя бөтөн дәүләтте тәртиптә тота ала. Ә ул тәртиптең юҡҡа сығыуы мөмкин. Монголдар осоронда нисек итеп тәртип булдырылған? Ошо хаҡта башҡорттар араһында булып ҡайтҡан Венгрия монахы Иоганка бына нисек яҙып ҡалдырған: "Бөтөн илдең башында Баскардия батшаһы тора, ә уларҙың хөкөмдарҙары монголдарҙан. Монгол иле закондары йыйынтығы - "Яса". Әлбиттә, уны теүәл үтәүҙе уҡымышлы монгол хөкөмдарҙары тикшерә алған. Башҡорттарҙың монгол осоронда мосолман булыуын иҫәпкә алһаҡ, уларҙың монгол судьялары несториан йүнәлешендәге христиан булыуы ла ғәжәпкә ҡалдыра. Быны аңлатыуы артыҡ ҡыйын түгел. Башҡорт йәмғиәтендә бер ҡасан да вертикаль власть булмай, быуаттар дауамында горизонталь-демократик мөнәсәбәттәр өҫтөнлөк итә. Ырыу-ҡәбилә иерархияһы ла булмай - барыһы ла тигеҙ хоҡуҡлы. Бындай йәмғиәттә ситтән килтерелгән арбитр булыуы мотлаҡ. Хәҙерге термин менән ул третей судьяһы, тип атала. Ә ғәҙел хөкөм сығара алыусы кәрәк - йәмғиәт булғас, низағһыҙ булмай, аҙмы-күпме енәйәттәр ҙә ҡылына. Бындай үҙаллы йәмғиәттәге тәртипте һаҡлау, хөкөм сығарыу өсөн судьяларҙы империя ҡуя. Улар булмаһа, төрлө ырыуҙарҙан хасил булған йәмғиәт берлеге быуаттар дауамында тотороҡло тормаҫ ине. Алтын Урҙа тарҡалғас, Сыңғыҙ хан тоҡомдарынан Бохарала һәм Себерҙә хакимлыҡ иткән шибаниҙар ғына ҡала. Башҡорттар уларҙы ғына үҙҙәренең ханы итеп таный, сөнки нуғайҙар бөйөк монгол закондарын - "Яса"ны һанға һуҡмай (ә был закон буйынса башҡорт ерҙәре тейелгеһеҙ), башҡорт ерҙәрен баҫып ала, талай, ҡоллоҡҡа алып китә. Үҙ сиратында, шибани хандар башҡорттарға ышаныс белдерә, уларҙы үҙ ғәскәрҙәренә хеҙмәткә бик теләп ҡабул итә. Күрәһең, мосолман шибаниҙар мосолман башҡорттарҙы үҙ халҡы итеп ҡабул иткән. Ошондай шарттарҙа ғына Турахан кәшәнәһенең, изгеләр зыяраттарының Башҡорт илендә барлыҡҡа килеүе мөмкин була.

Былтыр ноябрь айында Өфөлә "Мәжитов уҡыуҙары" сиктәрендә III Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙғарылғайны. Ул күренекле тарихсы-археолог, академик Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналды. Билдәле булыуынса, баш ҡалабыҙҙың иң боронғо ҡомартҡыларының береһе - Өфө-II ҡаласығы. Н.А. Мәжитов уны ентекләп өйрәнеүгә күп көс һалды, һөҙөмтәлә ул хәҙерге Өфө ҡалаһы территорияһында урта быуаттарҙа, атап әйткәндә, V-VI быуаттарҙан алып XVI быуатҡа тиклем, ҙур ҡала булыуын иҫбат итте. Академик уны Башҡорт ҡалаһы, тип атаны. Хәҙер Өфө ҡалаһына тиклем дә ошо урында боронғо ҡала булыуы хаҡында бөтөн донъя археологтары ла белә тиһәк, һис артыҡ булмаҫ...

- Эйе, был тарихи ҡаланы асыу - академик Н.А. Мәжитовтың ҙур ғилми ҡаҙанышы. Иртә урта быуаттарҙа хәҙерге Өфө ҡалаһының үҙәк өлөшөндә ҙур ҡәлғә һәм балсыҡ иҙмәһенән һалынған торлаҡтар, оҫтаханалар, башҡа йорттар булған. Был ҡалала һөнәрселек, металл иретеү, ювелир эштәре кеүек хужалыҡ йүнәлештәре булыуын раҫлаусы артефакттар табылды. Өфө-II ҡаласығында ер валдары, тәрән йырындар, балсыҡ стеналар ҡалдыҡтары булыуы асыҡланды. Тимәк, ҡаланың фортификация, йәғни дошман һөжүменән һаҡланыу ҡоролмалары ла булған. Заманында ул Көньяҡ Уралда сәскә атҡан бай ҡалаларҙың береһе булған, тип фараз итергә була.
Шәхсән Көньяҡ Уралда ошондай һөнәрселек һәм сауҙа үҙәгенең барлыҡҡа килеүен көнбайыш төркиҙәренең бик ҡеүәтле дәүләте - Хазар ҡағанаты дәүере менән бәйләп аңлатам. Хазарҙарҙа сауҙа бик үҫешкән була - уларҙың рахдониттары, йәғни сауҙагәрҙәре, Ҡытайҙан Европаға тиклем ебәк туҡымалар, ҡиммәтле тире йәнлектәре һәм башҡа үтемле тауарҙар менән һатыу итә. Хазарҙар - яугир халыҡ, әммә уларҙың төп байлыҡ сығанағы сауҙа менән бәйле. Н.А. Мәжитов Башҡорт ҡалаһы тип атаған (ул урта быуаттар картографтары Пициганиҙар һәм Меркатор карталарында Paskerti тип теркәлгән) һөнәрселек һәм сауҙа үҙәге хазарҙар өсөн дә бик уңайлы булған, сөнки бынан һыу юлы буйлап төньяҡҡа ла, көньяҡҡа ла барып була. Ә Көньяҡ Уралда һунарсылыҡ - иң боронғо шөғөлдәрҙең береһе, башҡорттар - оҫта һунарсылар. Тимәк, бында сауҙагәрҙәргә ҡиммәтле йәнлек, шул уҡ һыуһар тиреләрен күпләп һатып алыу мөмкинлеге булған.
Бына Өфө археологияһын миҫалға алайыҡ. Яңыраҡ университеттың төп бинаһына ҡаршы сит ил студенттары өсөн ятаҡ һалыу ҡаралғас, беҙҙең археологтар ҡаҙыныу эштәрен башҡарҙы. Күп ҡатлы ҡәберҙәр булыуы асыҡланды: өҫтәгеһе - яҡынса VIII, урталағыһы - VI, иң аҫтағыһы IV быуатҡа ҡарай. Инвентары бай: бында, башлыса, һыбайлылар ерләнгән, сөнки теҙген, ауыҙлыҡ, өҙәңге кеүек ат менән бәйле артефакттар күп. Башҡа әйберҙәр ҙә бында ситтән килгән кешеләр ерләнеүенә дәлил. Мин бынан ҡыҙыҡлы ғына һығымта яһаным: башҡорттар сит кешеләр, күскенселәр зыяраттары булған ерҙе өнәп бөтмәй, шуға рустарға ла ҡәлғә һалыр өсөн тап ошо Өфө ярымутрауындағы ерҙе бирергә риза булғандарҙыр, тим. Ә боронғо Башҡорт ҡалаһы менән XVI быуат аҙағында төҙөлгән Өфө ҡәлғәһе араһында күсәгилешлек юҡ: тәүгеһе Өфө ҡәлғәһен һала башлағансы күп йылдар элек ниндәйҙер беҙгә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында туҙҙырылған, емертелгән һәм юҡҡа сыҡҡан. Әммә тарих дауам итә, беҙгә үткән заман тарихын киләсәгебеҙҙе анығыраҡ күҙаллар өсөн өйрәнеү һәм белеү фарыз.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ
әңгәмә ҡорҙо.

"Киске Өфө" гәзите, №22, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.06.24 | Ҡаралған: 128

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru