«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАРҘЫҢ КҮҢЕЛЕН КҮРЕП...
+  - 

Йәйҙең беренсе көнө балаларға бағышланыуы бик тә матур күренеш. Нәҡ 1 июнь, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, Әбйәлил районының Амангилде менән Ҡаҙмаш ауылдары араһында урынлашҡан Биксура яланында балалар һабантуйы үтте. Амангилде ауылы советы тарафынан ойошторолған байрам һәр кемдең күңелендә матур хәтирәләр ҡалдырҙы.

Ауыл биләмәһе башлығы Вадим Абдуллиндың байрамға саҡырып яҙҙырған видеоһы "бик күп тапҡыр ебәрелгән" билдә аҫтында чаттан-чатҡа күсеп йөрөп, тиҙ арала меңәрләгән кеше тарафынан ҡаралды. Элекке колхоз-совхоз осоронда һабантуйҙар гөрләп уҙған яланда үтәсәк байрам ололарҙың хәтирәләрен яңыртып ебәрҙе, бала саҡтарына алып ҡайтты. Ысынлап та, шул төбәктә тыуып үҫеүселәр өсөн был матур ялан йыл да көтөп алынған һабантуйҙарҙың символына, төрлө төбәктә йәшәгәндәрҙең осрашып аралашыу урынына әүерелгән урын булараҡ ҡәҙерле. Шуға күрә, үтәсәк балалар һабантуйына кемдең күңеле нығыраҡ талпынғандыр - кескәйҙәрҙекеме, әллә уларҙың ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәренекеме - әйтеүе лә ауыр.
Байрам көнө Биксура буйы иртә менән машиналар шауына, шат тауыштарға күмелде, шишмә буйында самауырҙар борланы. Майҙан матурланып бәләкәс ҡунаҡтарын ҡаршы алырға әҙерләнгән: спорт ярыштары үтәсәк урындар билдәләнгән, сәхнә биҙәлгән, тәм-том һатыу ойошторолған, бер нисә урында тирмәләр ҡоролған. Шуны айырым билдәләп үтергә кәрәктер: бай өҫтәлдәр менән ҡоролған ҙур, матур тирмәләрҙең һәр береһе балаларҙың йәше буйынса билдәләнгән. Теләге булған һәр баланың тирмәгә инеп сәй эсеп, ашап сығыу мөмкинлеге булды. "Был ысынлап та беҙгәме, апай?" - тип тирмә ишегенә башын тығып һораған баланың аптырауы ла, шатланыуы ла күҙендә сағылды. "Бала күңелен яулау өсөн күп кәрәкмәй", тигән халыҡ. Шөкөр, балалар ас-яланғас түгел, күңелдәре ни теләй - шуны ашап, нимә теләй - шуны кейеп үҫә, аш-һыу менән аптыратаһы түгел. Ләкин нәҡ улар өсөн генә өҫтәл әҙерләүҙәре, ҙур иғтибар балаларҙы бер башҡа үҫтереп, күңелдәрен күтәреп, хәтерендә яҡты тойғолар менән һаҡланасаҡ икәнлегенә шик юҡ.
Әлбиттә, һәр һабантуй спорт ярыштары менән мәртәбәле. Был көндә Биксура буйына йыйылған йәш спортсыларҙың һәр береһе еңеүгә булған ҙур ынтылышын күрһәтте. Көрәш майҙанында бәләкәй батырҙар бил һынашты, сосораҡтары бер-бер артлы ауыш ҡолғаға менеп төштө, тоҡ менән һуғышып, кем таһылыраҡ икәнлеген асыҡланы, футбол һәм волейбол, башҡа уйын майҙансыҡтары гөрләп торҙо. Ат ярышы уҙмаған һабантуй һабантуй буламы инде! Биксура буйында ла ат сабышы ҡыҙыу булды. Көйәрмәндәрҙең күтәрмәләгән тауыштары аҫтында тал сыбыҡҡа атланған һыбайлылар бер-береһенә ал бирмәне, "аттарын" бар көскә ҡыуҙы.
Байрамдың мәҙәни өлөшө лә бай, йөкмәткеле булды. Әбйәлил еренең таланттарға бай төбәк икәнен тағы бер иҫбатланы был һабантуй. Йыр-бейеүҙән гөрләп торған сәхнә янындағы эскәмйәләр бушаманы, һәр бер сығыш көслө алҡыштарға күмелде. Иртә менән башланған концерт байрам тамамланғансы дауам итте.
- Ойоштороусыларға, бағыусыларға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Балалар өсөн генә түгел, ололар өсөн дә иҫ киткес матур сара булды. 80-90-сы йылдарҙа гөрләп уҙған совхоз һабантуйҙары ваҡыттарын иҫләп-хисләнеп, туғандар менән осрашып һөйләшеп, Биксура яланында рәхәтләнеп ял иттек. Байрамға 5 баламды алып, Өфөнән махсус ҡайттым. Улар төрлө халыҡ уйындарында ҡатнашты, яңы дуҫтар тапты, - тип үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште Азамат Әғләмов.
- Биксура буйындағы һабантуйҙар бала саҡтан күңелгә уйылып ҡалған. Былтыр көҙ ауыл советы башлығы булараҡ эш башлағас та күңелдә балаларға ошондай матур байрам ойоштороу тураһында уйҙар тыуҙы һәм беҙ уны күмәкләп атҡарып сыҡтыҡ. Һабантуйға күп кеше йыйылды, балалар уйнаны, көлдө, ярышты һәм бүләктәр алып шатланды. Ошондай матур байрам ойоштороуҙа бағыусылар, ауыл депутаттары, ағинәйҙәр һәм ирҙәр ҡоро ағзалары, Ҡаҙмаш һәм Амангилде урта мәктәптәре хеҙмәткәрҙәре, ғөмүмән ике ауыл халҡы ла ҙур өлөш индерҙе. Һабантуй матур ғаилә байрамы булып һәр кемдең күңелендә оҙаҡ һаҡланыр, тип өмөт итәм, - тине биләмә башлығы Вадим Рәфҡәт улы.

Шулай итеп...
Был һабантуйҙың әһәмиәте айырыуса ҙур - ул балаларға рухи аҙыҡ бирә, туған мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләй, халҡыбыҙҙың милли уйындарын белеп үҫергә булышлыҡ итә. Интернет аша бөтә донъяны гиҙгән, сит ил музыкаһын тыңлаған һәм шуларҙың мәҙәниәтен, донъяғи ҡараштарын күңелдәренә һеңдереп үҫеп барған йәш быуынды үҙебеҙҙең милли ерлектән бөтөнләй ҙә айырылыуынан һаҡлап ҡалыуҙың бер юлы ул бындай милли һабантуйҙар.

Гөлназ МАНАПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.06.24 | Ҡаралған: 86

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru