Был аҙнала Өфөлә Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивале тантаналы асылды. Фестиваль ун икенсе тапҡыр уҙғарыла. Уны Мәскәүҙән Милләттәр Театры РФ Мәҙәниәт министрлығы, Евгений Мироновтың "Театраль башланғыстар" мәрхәмәтлек фонды, БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Өфө ҡала хакимиәте ярҙамында ойоштора. Сара 2-9 июндә үтә.
Фестивалдә быйыл Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 16 ижади коллектив ҡатнаша. Улар араһында Башҡортостан, Татарстан, Удмурт республикалары, Ханты-Манси автономиялы округы - Югра, Пермь, Красноярск крайҙары, Псков, Кемеров, Свердловск, Иркутск өлкәләре театрҙары бар. Эксперттар советы ҡарары менән фестивалдең конкурс программаһына Новоуральск, Прокопьевск, Стәрлетамаҡ, Губаха, Великие Луки, Серов, Березники, Братск, Нижневартовск, Кудымкар, Глазов, Әлмәт, Новокузнецк, Канск, Нягань ҡалалары театрҙарының спектаклдәре һайлап алынған.
- Беҙ үҙебеҙҙә илдең иң алдынғы театр фестивалдәренең береһен - Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивален ҡабул итәбеҙ. Был беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле ваҡиға, айырыуса республиканың баш ҡалаһы Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейын байрам итер алдынан. Бөгөн беҙҙә төрлө саралар бик күп үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, был фестивалде лә шатланып ҡабул иттек, сөнки был тағы бер ижади йүнәлеш. Тимәк, халҡыбыҙға онотолғоһоҙ тәьҫораттар бүләк итә торған кистәр күп буласаҡ. Әҙерлек йәһәтенән бөтә берҙәм командаға бер-береһен аңлап, теүәл эшләүҙәре өсөн рәхмәт әйтәм. Уртаҡ тырышлыҡ менән байрам матур үтер. Барығыҙҙы ла Өфөлә күреүебеҙгә шатбыҙ һәм йылы тәьҫораттар ҡалдырыр, тип өмөт итәбеҙ, - тине БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Фестивалдең художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Евгений Миронов та ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп сығыш яһаны. Ул фестиваль бер тапҡыр ғына үткәрелә торған сара түгеллеген, коллегалары менән йыл дауамында эшләүҙәрен, ижади лабораториялар эшләүен, режиссерҙар белем биреү программаларын үткәреүен билдәләп үтте һәм фестивалдең кимәлен күтәргән таланттарға рәхмәтен белдерҙе.
Фестивалдең баһалама комиссияһын режиссер, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Адольф Шапиро етәкләй, уға был эштә Рәсәйҙең халыҡ артисы Ольга Остроумова, алдынғы театр тәнҡитселәре ярҙам итә. Улар алдында "Ҙур формалағы иң яҡшы спектакль", "Бәләкәй формалағы иң яҡшы спектакль", "Иң яҡшы ир-егет роле", "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" номинацияларына һәм "Өмөт" призына лайыҡ булыусыларҙы билдәләү бурысы тора. Ҙур һәм бәләкәй формалағы спектаклдәр араһында еңеүселәр Мәскәүҙә, Милләттәр Театры сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ.
Әйткәндәй, Башҡортостан данын был юлы Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры яҡлай: ижади коллектив Флорид Бүләков әҫәре буйынса режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған "Гөлнара" спектаклен алып килгән. Ул 6 июндә М. Ғафури исемендәге БАДТ сәхнәһендә күрһәтелде.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА