«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Рәсәйҙә уҡыусының мәктәптәге тәртибенә баһа ҡуйыуҙары мөмкин. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет етәксеһе Валерий Фадеев шундай тәҡдим менән сығыш яһаны. Ул шулай уҡ тәртибе насар булған уҡыусыларҙы сығарылыш имтихандарына индермәҫкә саҡырҙы. Ә һеҙ был турала ниндәй фекерҙә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ҺАБАНТУЙЫ
+  - 


Донъяла байрамһыҙ халыҡтар юҡтыр ул. Сәнғәте, фәне иң юғары бейеклектәргә күтәрелгән, йыһан киңлектәрен гиҙгән милләттәр ҙә, джунгли кеүек урман шырлыҡтарында берәү менән ҡатнашмай, үҙ донъяларында мәж килгән бәләкәй генә ҡәбиләләр ҙә, ниндәй ҙә булһа берәй ваҡиғаға арнап, байрамдар үткәрә. Күренекле урыҫ ғалимы М.Бахтин байрамдарҙы, мәҙәниәттең иң тәүге төрө, ти. Ҡайһы бер ғалимдар, кешелек таш быуат замандарында уҡ байрамдар үткәргән, тигән фекерҙә. Йәғни, кешелек мәҙәниәте формалаша башлаған саҡтарҙа байрамдар ҙа формалаша башлаған, тиергә була. Борон-борондан байрамдарҙы календарҙағы ниндәй ҙә булһа берәй ваҡиғаға бәйләп, уларға арнап үткәрер булғандар. Был ваҡиғаларға ҡышҡы һыуыҡтар (селлә) бөтөп, йылы көндәр килеүе, сәсеүгә төшөү йәки сәсеү эштәренең тамамланыуы, көҙөн уңыш йыйып алыу, ҡышҡы һуғымдар башланыу кеүек ваҡиғаларҙы индерергә була.

Башҡорттар ҙа бик борондан үҙҙәренең тормош-көнкүрешенә, тәбиғәтенә яраҡлаштырылған байрамдар үткәрер булған. Бындай байрамдарға - ҡарғатуй (ҡарға бутҡаһы), кәкүк сәйе, наурыз, нардуған, һуғым кеүектәрҙе индерергә була. Ошондай эреле-ваҡлы байрамдарыбыҙ араһында иң көтөп алынғаны, төрлө мауыҡтырғыс тамашаларының күплеге, бай йөкмәткеһе менән айырылып торған байрам - ул һабантуйҙыр. Хәҙерге ваҡытта һабантуй башҡорттоң ғына милли байрамы булыу сиктәренән сығып, Башҡортостан Республикаһында йәшәгән бөтә халыҡтарҙың да уртаҡ һәм яратҡан бер байрамына әүерелде. Быға тик ҡыуанырға ғына ҡала.
Мин үҙем башҡорт мифологияһын, ғөмүмән, халҡыбыҙҙың Исламға тиклемге боронғо рухи донъяһын өйрәнәм. Һәм һабантуйҙы байрам итеү үҙенең килеп сығышы менән шул бик боронғо дәүерҙәргә бәйле, унда үткәрелгән төрлө йолалар халыҡтың донъяуи ҡараштарынан сығып аңлатыла, тип уйлайым.
Башҡорт һабантуйы тураһында фәндә иң тәүге мәғлүмәттәрҙе XVIII быуаттың урыҫ ғалимдары Георги, Лепехиндың хеҙмәттәренән табырға була. Мәҫәлән, Георги башҡорт һабантуйының эстәлеген тасуирлап яҙғандан һуң, сирмештәрҙә лә (хәҙерге мари халҡында - З.Ә.) һабантуйға оҡшаш байрам барлығын билдәләп киткән. Георгиҙың яҙмаларынан күренеүенсә, шул заман һабантуйының тамашалары һәм эстәлеге хәҙерге заман һабантуйы менән, дөйөм алғанда, тап килә, тип әйтергә була. Башҡорттарҙың һабантуй тигән байрамын урыҫ ғалимдары XIX быуатта ла яҡшылап яҙып ҡалдырғандар. Ғалимдар, журналистар, сәйәхәтселәр XX быуат башында ла, башҡорттарҙың яҙғыһын һабантуй тигән байрамдары бар, тип, унда үткәрелгән төрлө ҡыҙыҡ сараларҙы ярайһы ғына тулы яҙып ҡалдырғандар.
Һабантуй, ғөмүмән, күп кенә төрки халыҡтарында бар. Мәҫәлән, башҡорт менән татарҙан тыш, элегерәк уны нуғайҙар, ҡумыҡтар, ҡарасай-балҡарҙар ҙа байрам иткән. Эстәлеге лә, ҡайһы бер айырымлыҡтарҙы иҫәпкә алмағанда, был халыҡтарҙың бөтөнөһөндә лә яҡынса тап килә, тип әйтергә була. Һабантуйҙы Себерҙә йәшәгән төрлө эреле-ваҡлы төрки телле халыҡтарҙың милли байрамдары менән сағыштырып тикшереү был милли байрамыбыҙҙың тамыры бик боронғо дәүерҙәрҙә һәм дөйөм бер тамырҙан икәнлеген күрһәтә. Мәҫәлән, яҡуттарҙа - "ысыах", хакастарҙа - "тон пайрам", тываларҙа - "шагаа", алтайҙарҙа "сага-байрам" кеүектәр шундай уртаҡ тамырлы байрамдарҙандыр.
Тарихтың тағын да тәрәнерәк осорҙарына күҙ һалһаҡ, боронғо һунндарҙың да беҙҙең һабантуй кеүегерәк байрам үткәреүе тураһында Ҡытай яҙмаларында мәғлүмәттәр һаҡланған. Унан алдараҡ дәүерҙәрҙә шундай уҡ байрамды Урта Азияла йәшәгән сактарҙың (скифтарҙың) үткәреүе тураһында боронғо гректар яҙып ҡалдырған. Көнсығыш иран телдәрендә һөйләшкән был ҡәбиләләрҙе фарсылар "сак" тип атаһа, гректар уларҙы "скиф" тип атағандар. Көнсығыш иран телдәренең береһендә һөйләшкән сактарҙың сарматтар, аландар кеүек үк, башҡортто формалаштырыуҙа ҡатнашыуы фәндә иҫбат ителгән бер факт булып, хәҙер быға берәү ҙә шик белдермәй. Тимәк, милли байрамыбыҙ - һабантуйҙы ата-бабаларыбыҙ беҙҙең дәүерҙәргә тиклем үк үткәргән. Һәр хәлдә, Александр Македонскийҙың яу юлын тасуирлаған Курций Руф яҙмаларында һаҡланып, беҙгә килеп етә алған мәғлүмәтләргә ҡарағанда, был байрам артыҡ үҙгәрмәйенсә инде бына бер нисә мең йыл үткәрелә, тип әйтә алабыҙ.
Был байрам Ислам диненә ҡәҙәр үк, донъяла мифологик аң хөкөм һөргән дәүерҙә формалашҡанға күрә, уның эстәлеген дә башҡорт мифологияһынан сығып аңлатырға кәрәк. Шунһыҙ, беҙ һабантуйҙың эстәлеген тулыһынса аңлауға өлгәшә алмаҫбыҙ. Мине һабантуйҙың эстәлеге күптән, студент йылдарынан уҡ ҡыҙыҡһындыра башлағайны. Ошо ҡыҙыҡһыныуым эҙләнергә, соҡсонорға мәжбүр итеп торҙо, һәм, ниһайәт, байрамдың семантикаһын аса алдым кеүек. Шуларҙы уҡыусыға тәҡдим итергә булдым.
Хәҙерге һабантуйҙар яҙғы сәсеү эштәре үткәс, ошо эштәргә йомғаҡ яһау кеүегерәк үткәрелә. Элек иһә, башҡорттар һабантуйҙы ҡар иреп, тау биттәрендә йәшел үлән ҡалҡып, ағастарҙа бөрөләр тулыша башлағас үткәрер булған. Был байрам башҡорттоң боронғо календарь байрамы булараҡ, тәбиғәттең терелеүен, тормоштоң яңырыуын һынландырған тамашаларҙан торған. Яҙ көндәре, тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уянып, донъя һәм кеше тормошо яңырған саҡта, донъялағы күп халыҡтар һабантуйҙы байрам иткән һәм уны әле лә байрам итәләр.
Һабантуйҙағы тамашаларҙан - ат сабышы (бәйге), йүгереү, көрәш, бейек текә бағана башына (һырғауылға) үрмәләү, көршәк ватыу, бер яҡ башы ергә ҡыялатып ҡаҙып ултыртылған, икенсе башына аҡ тәкә бәйләнгән сайҡалып торған бүрәнә аша үтеп, шул тәкә-бүләкте алыу, ике аяҡты ла тоҡҡа тығып, бер-береһен уҙа-уҙа йүгерергә маташыу кеүек тамашалар башҡорт һабантуйының мотлаҡ үткәрелергә тейешле ритуалдары. Борон замандарҙа был тамашаларҙың һәр береһенең башҡорт өсөн эстәлеге, мәғәнәһе (семантикаһы) аңлайышлы булған. Уларҙың тейешле итеп, тулы үтәлеше башҡорт донъяһының именлегенә йоғонто яһай, шуны тәьмин итә, тип ышанған боронғолар. Сөнки боронғо башҡорттоң уйлауынса, шулай уҡ башҡорттоң мифологик, этнографик, фольклор материалдарынан күренеүенсә, һабантуйҙа үткәрелгән тамашаларҙы донъя (Йыһан) яралған саҡта уларҙың иң боронғо ата-бабаһы Урал батыр башҡарған. Урал батыр өсөн улар тамаша ғына түгел, ә бөтә донъяны хаостан (дейеү, аждаһаларҙан) азат итеп, донъяны әҙәм балаһы һәм бүтән тере йәндәр имен-аман йәшәрлек хәлгә килтереү кеүек кеше атҡарып сыға алмаҫлыҡ ауыр эш булған. Йәғни, хәҙерге заман театр теле менән әйткәндә, Урал батыр эпосы сценарий булһа, һабантуй иһә ошо сценарийға ҡоролған тамаша була. Бының шулай икәненә башҡорт халыҡ ижадынан әллә күпме миҫалдар килтерергә була.
Халыҡ иң көтөп алған, мауыҡтырғыс тамаша, моғайын да, ат сабышы бәйгеһелер. Ярышҡа ебәрелгән аттар бәйгелә түңәрәк буйлап сабышырға тейеш. Был ҡағиҙәнең дә үҙ мәғәнәһе бар. Боронғо башҡорттарҙың донъяуи ҡараштары буйынса, аттар ҡояш менән бәйле. Кем "Урал батыр" эпосын уҡыған, хәтерләйҙер, унда иң шәп ат (Аҡбуҙат) ҡояштың аты, тиелә. Билдәле булыуынса, борон кешеләр ҡояш ерҙе уратып сыға, тип аңлағандар. Дөрөҫөндә, Ер Ҡояш тирәләй әйләнеүен хәҙер бөтәһе лә белә. Әммә был белемдең нығыныуына бер нисә генә йөҙ йыл. Ошо ҡараштар нығынғанға тиклем боронғо кешеләр Ҡояш Ерҙе уратып йөрөй тип уйлаған. Ошо Ҡояштың Ерҙе уратып сығыуын һабантуйҙағы бәйгелә ат сабышы аша аңлатҡандар, күрһәткәндәр. Шулайтып түңәрәкләтеп сабып үткән аттар башҡорт ерен уратып, яуыз көстәр үтмәҫлек итеп ҡымтып, ҡоршап ҡуялар, тип аңлағандар һәм шуның өсөн дә ат сабышы үткәрелгән. "Урал батыр" эпосында Уралдың сәйәхәте лә донъяның дүрт тарафын да урап үтеп, башҡорт донъяһын нығытыу, тип аңлағандар. Сөнки башҡорт донъяһын Урал батыр яһаған һәм әҙәми заттар шатлыҡта матур йәшәһен өсөн дейеү-аждаһа кеүек яуыз заттарҙан азат иткән.
Боронғо замандарҙа һабантуйҙағы ике батырҙың көрәшен аҡ, саф, изге көстәрҙең яуыз ҡара көстәргә ҡаршы көрәше тип аңлағандар. Урал батыр эпосында Урал Ҡатил батша иленә барып сыҡҡас, был илдә үгеҙ менән көрәшеп, уны еңә һәм бөтә ҡара, яуыз көстәрҙе юҡ итә. Батырҙарҙың үгеҙ менән көрәше тураһында башҡорт халыҡ әкиәттәрендә лә телгә алына. Үгеҙ менән көрәш, ғөмүмән, төрки халыҡтарҙың бик борондан килгән йолаһы булған. Был турала ғалимдар күптән инде әллә күпме хеҙмәттәр яҙып сыҡты. Әлеге үгеҙ менән көрәш йолаһында үгеҙ ҡышты һынландырған, сөнки ул боронғо ата-бабаларыбыҙҙың мифологик ҡараштары буйынса, ҡыш теге донъяның символы булған. Шуға күрә Урал батырҙың үгеҙ менән көрәшен һәм был көрәштә еңеүен яҙҙың ҡышты еңеүе тип аңларға кәрәк.
Борон шулай уҡ һабантуйҙа тоҡ кейеп йүгереү ярышының да үҙ мәғәнәһе булған. Хәҙер был бер ҡыҙыҡ һәм дә мәҙәк тамаша булараҡ ҡабул ителә. Башҡорт этнографияһында ярымтыҡ, шүрәле тигән әҙәм балаһына зыян килтерергә маташыусы мифологик заттар тураһында бихисап легендалар, риүәйәттәр һаҡланған. Боронғо башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, ана шул ярымтыҡ тигәненең күҙе лә, аяғы ла тик берәр генә, йәғни һыңар булған. Улар төндә атта йөрөргә яратҡандар, тип тә әйтелә фольклорҙа. Зәғифлек, боронғоларҙың уйлауынса, теге донъя менән бәйләнеште аңлатыусы бер символ. Теге донъя иһә, мифологик ҡараштар буйынса, ҡыш менән дә бәйле. Башҡорт ҡобайырҙарында "Ҡара ерҙең үлгәне - ҡар аҫтында ҡалғаны", тигән юлдарҙан ҡарҙың, ҡыштың үлем менән бәйле булыуын төшөнәбеҙ. Фәнни мәғлүмәттәрҙән ҡыш менән үлемдең борон синоним булараҡ йөрөүен беҙ бер башҡортта ғына түгел, һинд-иран телле һәм бүтән халыҡтарҙа ла күрәбеҙ. Башҡорттарҙың боронғо инаныуҙары буйынса, теге донъяла ожмахҡа юлда сират күпере аша үтергә кәрәк. Был күпер аша үҙ ғүмерҙәрендә тик яҡшылыҡ, изгелек ҡылған кешеләрҙе аҡ тәкә үткәреп ебәрә, имеш. Беҙҙә әле лә, бик ныҡ өлкәнәйеп, йәшәргә күп ҡалмаған кеше тураһында кинәйәләп "Аяғына аҡ тәкә бәйләнгән инде", тигәнде ишетергә була. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен, теге донъяла сират күпере аша үтергә күп ҡалмаған, тип аңларға кәрәк. Һабантуйҙа ҡыялатып ергә ҡаҙып ултыртылған, сайҡалып торған бағана аша үтеп, осона бәйләнгән тәкәне призға алыуҙы ана шул сират күпере аша уҙып, ожмахҡа эләгеүҙең символик бер һынландырылышы, тиеберәк аңларға була. Теге донъяла ниндәйҙер бер күпер аша үтеү тураһындағы инаныстар бик күп халыҡтарҙа бар.
Һабантуйҙың тағын бер мәҙәге - күҙҙәрҙе бәйләп көршәк ватырға маташыуҙы ла башҡорт мифологияһынан аңлатырға була. Этнографтарҙың материалдарынан күренеүенсә, яңы ваҡыт башланған мәлдә иҫке әйберҙәрҙән ҡотолоу, уларҙы ватыу, онтау йолаһы бик күп халыҡтарҙа бар. Күп кенә халыҡтарҙа, мәҫәлән, Европа халыҡтарында, шулай уҡ Урта Азияла йәшәгән тажик, үзбәктәрҙә яңы йыл башланыуҙы аңлатҡан Наурыз байрамында был йола байрам шаярыуы булараҡ әле булһа үтәлеп килә. Был йоланың мәғәнәһе - иҫкене ватып, яңыға юл ярыу, сөнки, иҫке китмәй тороп, яңыға юл бикле. Башҡортта әле лә "Берәү үлмәй, берәү көн күрмәй" тигән әйтем йәшәп килә. Бының мәғәнәһе - кемдер берәү үлеп, теге донъяға күсеп, урын бушатмай тороп, яңы тыуырға тейеш икенсе берәүгә урын юҡтыр.
Боронғо төркиҙәрҙең, шул иҫәптән, башҡорттарҙың мифологик ҡараштары буйынса, Тәңре йәшен уғы менән атып, табаҡтай күкте яра һәм шунан ғына йомортҡа ярылып, яңы йән эйәһе донъяға тыуған кеүек, донъя ярала. Был мотив башҡорт фольклорында бик яҡшы һаҡланған. Мәҫәлән, Буҙансы батыр, Ҡараса батыр, Етегән батыр әкиәттәрендә һәм башҡаларҙа Йүгерәк батыр йүгереү ярышында йоҡлап китә һәм уны уятыу өсөн батырҙың дуҫы уҡ менән Йүгеректең башына кейҙерелгән сүлмәкте (ҡаҙанды) яра ата. Шунан һуң Йүгерәк батыр уяна һәм хәҙерге тел менән әйткәндә, финишҡа беренсе булып килеп етә. Бында уҡ атыу шул уҡ йәшен символы булһа, ә йоҡлап уяныуҙы үлеп һәм яңынан терелеү, яңынан йәшәй башлау, тип аңларға кәрәк. Ошоларҙан сығып, һабантуйҙағы көршәк ватыуҙы ла Тәңренең донъяны барлыҡҡа килтергән мәлдә уҡ атып, өр-яңы донъяны барлыҡҡа килтереүенең символик һынланышы, тип аңларға була.
Һабантуйҙа бейек бағана (һырғауыл, һырғый тип тә әйтәләр - З.Ә.) башына менеп бүләк алып төшөүгә лә башҡорт мифологияһынан аңлатыу табырға була. Боронғо ата-бабаларыбыҙҙың донъяуи ҡараштары буйынса, донъяның үҙәгендә Донъя тирәге (Донъя ағасы) үҫә, имеш. Был ағас яҡты донъяны аҫҡы һәм юғарылағы (күк) донъяларға тоташтырып тора. Ағастың тамыры - аҫҡы донъя, ә башы юғарылағы күк донъяһы менән тоташтырып тора. Был ағастың тамырына бик ҙур бер йылан оялаған, ә иң үрге осонда Сәмреғош оя ҡорған. Хәтерегеҙҙәлер, Аҡъял батыр әкиәтендә батыр егет Сәмреғоштың балаларын баяғы йыландан ҡотҡарғас, Сәмреғош батырҙы аҫҡы донъянан яҡты донъяға алып сыға. Һабантуйҙағы бейек, шыма һырғауыл ана шул донъя үҙәгендә үҫеүсе Донъя ағасының символылыр. Борон был бейек бағанаға (һырғауылға, һырғыйға) менеүҙе күккә олғашып, унда Тәңренең үҙе менән күрешеп, унан бүләк алып төшөүгә тиңләгәндәр. Бындайыраҡ йолалар донъялағы күп кенә халыҡтарҙың мифологик ҡараштарында булған һәм әле лә күптәрендә һаҡлана.
Һабантуйҙа йола буйынса үтәлгән һәр тамашаның бик тә тәрән йөкмәткеһе бар һәм улар боронғо замандарҙа ниндәй ҙә булһа мәғәнә менән башҡарылған. Был боронғо байрамыбыҙҙың төп мәғәнәһе - донъялар имен, тәртиптә һәм ипле торһон тигән теләктәр. Тик ваҡыт үтеү менән уларҙың мәғәнәләре онотолоп бөткән, башҡорттар Ислам диненә күсеп, һабантуйҙың төп мифологик нигеҙҙәрен һәм уны үткәреүҙең сәбәптәрен дә иҫтән сығарып, был байрамды матур һәм мауыҡтырғыс бер тамаша, тип кенә ҡарай башлаған.
Әммә башҡорт фольклоры һәм этнографияһында һаҡланып ҡалған материалдарҙан сығып, һабантуйҙы халҡыбыҙҙың иң борондан килгән төп бер байрамы тип әйтә алабыҙ. Был байрамды боронғо ваҡыттарҙа башҡорттоң ата-бабалары булған сак, сармат, аландар, һунндар ҙа үткәрер булған. Тимәк, беҙ, башҡорттар, был байрамды кемдәндер үҙләштермәгәнбеҙ, әле һанап киткән халыҡтарҙың туранан-тура вариҫтары булараҡ, боронғо ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған иң боронғо үҙ байрамыбыҙ, тип әйтергә тулы хаҡыбыҙ бар.
Үҙған быуаттың һикһәненсе йылдары аҙағындараҡ мин "башҡорт - скиф бәйләнештәре тураһындағы" бер нисә мәҡәлә баҫтырғайным. Ошо мәҡәләләрҙе билдәле башҡорт этнографы, башҡорттарҙың килеп сығышын, формалашыуын иң төплө итеп өйрәнгән профессор Р.Ғ. Кузеев уҡыған булып сыҡты һәм бер осрашҡанда икәүләшеп оҙаҡ ҡына һөйләшеп, фекер алышып ултырҙыҡ. Ошо һөйләшеп ултырғанда, Р.Ғ. Кузеев башҡорт тамғалары тураһында күп һәм ҡыҙыҡ ҡына күҙәтеүҙәре менән бүлеште һәм шунда уның "башҡорттарҙың тарихи хәтере шундай ныҡ, унда бер нәмә лә юғалмай, онотолмай", тигәнен әле булһа онотмайым.
Һуңғараҡ фән менән ныҡлап шөғөлләнеп, Тарих тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә килгәс, унда билдәле совет археологы (хәҙер инде мәрхүм) Р.Б. Исмәғилов менән дуҫлашып киттек һәм бер һөйләшеп ултырғанда ул минән: "Башҡорттоң тарихи хәтеренең ныҡлығы нимәлә икән? Уйланғаның бармы шул турала?" - тип һораны. Шул темаға йыш ҡына һөйләшеп, фекерҙәребеҙ менән уртаҡлаша инек. Был һорауға яуапты заманында икенсе бер билдәле совет археологы С.А. Плетнева бик матур һәм дәлилле итеп биргәйне. Был археолог башҡорт мәҙәниәтенең юғары кимәлен, уның өҙөлмәйенсә бер туҡтауһыҙ тотороҡло үҫешен бик борон Уралда формалашып, аҙаҡ бынан бер ҡайҙа ла китмәйенсә, теше-тырнағы менән ошо ергә йәбешеп йәшәүе менән генә аңлатырға була, тигәйне.
Бынан да матурыраҡ әйтеп булмайҙыр. Боронғо башҡорт байрамы һабантуй ҙа шул халыҡ хәтеренең ныҡлығына, тарих сылбырының өҙөлмәйенсә бер туҡтауһыҙ үҫеүенә бер тос миҫал тиергә була. Әле республика етәкселеге тарафынан райондарҙа һабантуйҙар үткәреү графигы билдәләнде. Ошо айҡанлы бөтәгеҙҙе лә һабантуй байрамы менән ҡотлағы килә. Халҡыбыҙҙың тарихи хәтере артабан да ныҡ булһын, быуындарҙы бәйләгән сылбыр ҙа шулай уҡ ныҡ булһын, бер ҡасан өҙөлмәһен, тип теләйем. Ә был сылбырҙың ныҡлығы беҙҙең бөтәбеҙҙән тора. Тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлайыҡ.

Зәкирйән ӘМИНЕВ,
этнограф.

"Киске Өфө" гәзите, №23, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.06.24 | Ҡаралған: 114

Киске Өфө
 

Кем үҙ йәне кимәлендәге тормош сифаты юғарылығына өлгәшә - шул бәхетле. Кем үҙен ҡурҡыуҙар төрмәһенән ҡотҡара - шул бәхетле. Кем борсолоуҙарынан ҡотола, кем насар кәйефен еңә һәм кем үҙ имгәнеүҙәрен иҫкәртә - шул бәхетле. Кем хис-тойғолар диңгеҙендә һиллеккә өлгәшә - шул бәхетле. Һеҙ ошо диңгеҙҙә йөҙөп сыға алырһығыҙмы, әллә диңгеҙ төбөнә китерһегеҙме? Барыһы ла үҙегеҙҙең ҡулда!

Аугусто КЮРИ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru