Йәй бүләк иткән тәмле-татлы емеш-еләктәрҙе, йәшелсәне ҡышҡылыҡҡа ла һаҡлап ҡалдырыу тураһында һәр уңған хужабикә хәстәрлек күрәлер был мәлдә. Ундайҙарға ҡауындан да ҡышҡа әҙерләмә ысулдарын тәҡдим итәбеҙ.
Ҡауын һәм лимондан ҡайнатма
Татлы ҡауын менән лимондың әскелтем тәме бер-береһен тулыландырып, бик үҙенсәлекле тәмлекәс килеп сыға. Әйткәндәй, ҡауынға лимондан тыш, әфлисун һәм хатта лайм ҡушып та ҡайнатмалар әҙерләргә була. Был юлы ябай ғына ысулын тәҡдим итәбеҙ. Уны ҡоймаҡ һәм эремсек ҡабартмаһына ла, сыр һәм ит турамаларына ла ҡушып өҫтәлгә ҡуйырға була.
Ҡайнатма өсөн 1 кг ҡауындың ҡабығын әрсергә, эслеген ҙур булмаған шаҡмаҡтарға тураҡлап кәстрүлгә һалырға. 1 лимонды ҡабығы менән ваҡ ҡына итеп турап ҡушырға. Өҫтөнә 700 грамм шәкәр һибергә һәм һуты сыҡһын өсөн 3-4 сәғәткә ҡалдырырға. Шунан кәстрүлде утҡа ҡуйып ҡайнатырға, тағы ла 15 минут талғын утта тоторға. Һыуынғанын көтөргә. Тағы ике тапҡыр ошо уҡ рәүешле ҡайнатып, 15-әр минут талғын утта тотоп, һыуынғанын көтөп алырға. Өс тапҡыр шулай ҡайнатып-һыуытып алғандан һуң, алдан стерилләнгән банкаларға ҡойоп, ҡапҡасын ябырға һәм һыуынғас, баш түбән әйләндереп ҡуйырға. Татлы һәм хуш еҫле ҡауын ҡайнатмаһы әҙер!
Консерваланған ҡауын
Был ысул татлы, бешкән ҡауынды ҡышҡа һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк. Татлылығын шәкәр ярҙамында арттырырға мөмкин, уны күпме һалырға икәнде һәр хужабикә үҙе самаларға мөмкин. Был тәмлекәсте үҙен генә лә табынға ҡуйырға була, сиробын эремсеккә, йогуртҡа, туңдырмаға йәки бутҡаға ҡушып ашарға мөмкин. Әҙерләмә өсөн һәр береһе 2,5-3 килограмлыҡ ҡауындар кәрәк.
2 ҡауынды уртаға ярып, орлоғон алып ташларға һәм ҡабығын әрсергә. Тураҡлап таҙа һәм ҡоро банкаларға һалып сығырға. Десерт өсөн әҙерләгәндә ваҡ шаҡмаҡтарға бүлеү уңайлыраҡ була. Шунан кәстрүлгә 2,5 литр һыу ҡойоп, 1 кг шәкәр, 2,5 балғалаҡ лимон кислотаһы өҫтәргә һәм утҡа ҡуйырға. Болғата-болғата ҡайнап сыҡҡанын көтөргә, шәкәр тулыһынса ирергә тейеш. Ошо сиропты ҡауындар һалынған банкаларға тултырғансы ҡойоп сығырға, ҡапҡасын ҡапларға. Ҙур ғына кәстрүлдең йәки тастың төбөнә туҡыма йәйеп, банкаларҙы ҡуйып сығырға һәм һыу ҡойорға. Һыу банкаларҙың "яурынса"һына тиклем етеп торорға тейеш. Шунан ҡайнап сыҡҡанын көтөргә, утты талғынлатып тағы ла 10-15 минут ҡайнатырға. Артабан банкаларҙы һаҡ ҡына алып, ҡапҡастарын нығытып ябырға, баш түбән әйләндерергә һәм йылы юрған менән урап ҡуйырға. Һыуынғас, ҡауын әҙерләмәһен кәрәк урынға һаҡларға ҡуйырға.
Ҡауын һәм банандан джем
Был татлы ризыҡты икмәккә һылап, эремсек ҡабартмалары, ялҡау эремсек билмәне, әсе ҡоймаҡ, ҡоймаҡтарға ҡушып ашау тәмле. Уны әҙерләү өсөн 1,5 кг ҡауынды әрсеп, ваҡ ҡына шаҡмаҡтарға телергә, өҫтөнә 800 грамм шәкәр һибергә һәм төнгөлөккә ҡалдырырға. 1 лимондың ҡабығын әрсеп, һутын һығырға. Әрселгән ҡабыҡты һәм һутты ҡауынға ҡушып, талғын утта 25 минут ҡайнатырға. Шул арала иҙгес ярҙамында ҡауынды иҙеп сығырға була. 400 грамм бананды, тағы 1 лимонды ҡабығы менән ваҡ шаҡмаҡтарға бүлеп, ҡауын ҡайнаған кәстрүлгә һалырға. Талғын утта 30 минут тотҡас, утты уртаса күрһәткестән юғарыраҡ асып, тағы 20 минут ҡайнатырға. Килеп сыҡҡан ҡайнатманы блендер ярҙамында иҙергә, тағы берҙе ҡайнар хәлгә еткерергә һәм алдан әҙерләнгән стерилле банкаларға ҡойоп сығырға.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА