«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮЛЕМДӘН - БЕР САНТИМЕТР
+  - 

Үткән аҙнаның һуңғы ике көнөндәге ваҡиға донъя кимәлендә, шул иҫәптән интернет селтәрендә ҙур шаңҡыу булды: үҙенең һайлау алды осрашыуҙарының береһе - Пенсильвания штатында үткән митингыһы ваҡытында АҠШ-тың элекке президенты Дональд Трампҡа һөжүм итеү тураһында хәбәрҙәр киң мәғлүмәт теленән төшмәне.

Күп һанлы халыҡ алдында сығыш яһап торған Трамп ҡолағынан ҡолаҡ ҡаға яҙҙы. Ярай әле, һуңғы ваҡыттағы һәр төрлө эҙәрлекләүҙәрҙән һиҙгерлеге үткерләнгән экс-президент яралы ҡолағын баҫып, трибуна артына боҫоп өлгөрҙө. NewYork Post яҙып сығыуынса, ошоға тиклем Трампҡа ниндәй генә янауҙар ишетергә тура килмәне. Уны законһыҙ юл менән президент булыуҙа ғәйепләнеләр, демократия дошманы итеп күрҙеләр, уға агенттар легионын һөсләтеп, өйөн тентенеләр, эшмәкәрлеген тикшерҙеләр, ниндәйҙер ғәйеп-яла яҡтылар, судҡа йөрөттөләр һәм төрмәгә ябырға теләнеләр. Хәҙер иһә уны үлтерергә маташалар. Ләкин шул ваҡытта ла Трамп үҙен ысын көрәшсе итеп күрһәтә алды. Америка флагы янында бите буйлап ҡаны ағыуға ҡарамаҫтан, йоҙроҡ төйөлгән ҡулын күтәреп, өс тапҡыр "Көрәшергә!" тигән оран ташланы.
Эйе, Американың уң көстәре властарҙы һөжүм ойоштороуҙа ғәйепләһә, үҙәк көстәр хәлде ҡатмарлаштырмаҫҡа һәм был ваҡиғаны артабан да көс ҡулланыуға ҡарата аҡланыу итеп файҙаланмаҫҡа саҡырҙы. Ә бына ҡысҡырып әйтелмәһә лә, бөтәһе лә бер уйҙа ине: асыҡтан-асыҡ һөжүм Трампҡа президент ҡәнәфийен ҡайтарырға, Аҡ йортҡа икенсе тапҡыр әйләнеп ҡайтырға ярҙам итеүе бик ихтимал. Донъя лидерҙары Орбан, Си Цзиньпин, Моди, Боррель, Макрон һәм башҡалар был көс актын ҡырҡа ғәйепләп сыҡтылар. Ни тиһәң дә, бер кешенең үлеме, икәүһенең яраланыуы уйын эш түгел бит. Хатта президент Джо Байден да махсус белдереү яһарға мәжбүр булды.
Әммә донъя мәғлүмәт сығанаҡтары ишараһы яҡшы аңлашыла: Трампҡа тип тәғәйенләнгән пуляның Байденға килеп "тейеүе" бик ихтимал, сөнки был һөжүм һәм унда Трамптың иҫән ҡалыуы президентлыҡҡа көсөргәнешле көрәш барышын экс-президент файҙаһына ҡырҡа бороп ебәрергә мөмкин. Тик бына шуныһы: был һөжүмдең тәүге шауҡымы бер аҙ тарала төшкәс, уңайһыҙ һорауҙар килеп тыуыуы ла бар бит әле: сәйәсмәнде юҡ итеү планына демократтарҙың ҡыҫылышы бармы? Ә шулай ҙа ваҡиғаны тикшереү барышында иң беренсе сиратта вип-персонаның тән һағы хеҙмәтенә һорауҙар күп буласаҡ, сөнки һаҡ хеҙмәте бындай йыйылыш буласаҡ урынды, айырыуса объектҡа ҡаршылағы урындарҙы, ҡыйыҡ баштарын ентекләп тикшерергә һәм хәүефһеҙ шарттар тәьмин итергә тейеш, был һәр кемгә яҡшы мәғлүм. Хәрби эксперттар фекеренсә, һаҡ хеҙмәтен ғәҙәттә булдыҡһыҙлыҡта ғәйепләп булмай, ә бына шәхсән Трамптың һаҡсыларына һорауҙар бар. Икенсенән, демократтар яҡлылар һөйләп сығарыуынса, Трампҡа атыу "сәхнәһен ойоштороу", пиар-аҙым хәбәренең дә урынһыҙ икәнлеген иҫбатларға була. Трампты үлемдән бер нисә сантиметр ғына һаҡлап ҡала. Бындай "сәхнә"не ойоштороуы ауыр эш, ти эксперттар.
Нисек кенә булмаһын, был юҫыҡта хәүефһеҙлек агентлығының үҙ бурыстарына яуапһыҙлығы йә булмаһа, һатылғанлыҡ осрағы ярылып ята, ти хәрби эксперт Андрей Клинцевич. Дональд Трампҡа һөжүм ваҡиғаһы ФБР (Федераль тикшеренеү бюроһы) тарафынан тикшерелә башланы. Аҡ йорттоң матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Трампҡа булған һөжүмдән һуң АҠШ президенты Джо Байдендың Техасҡа рәсми сәфәре билдәһеҙ ваҡытҡаса кисектерелде.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.24 | Ҡаралған: 85

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru