«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТТОҢ МИЛЛИ КЕЙЕМЕ ДИНЕБЕҘ ТАЛАПТАРЫНА ЛА ТАП КИЛӘ
+  - 


Тажикистан башлығы Эмомали Рахмон күптән түгел ҡул ҡуйған закондарҙың береһендә шул ил ҡатын-ҡыҙҙарына хижәп кейеүҙе тыйып, милли кейемдә йөрөүҙе генә рөхсәт иткән, имеш. Ошо турала бөтә йәмғиәт интернет селтәре аша саң ҡаға. Берәүҙәр уны хуплай, "Әллә ҡасан шулай кәрәк ине, юғиһә, йөрөйҙәр шунда, сепрәккә төрөнөп…" тигән һымағыраҡ хәбәрҙәр йөрөтә. "Мосолман иле булып һаналған илдә шул юғарылыҡҡа өлгәшелгән, ә ниңә беҙҙең Рәсәйҙә һаман шундай закон индермәйҙәр?" тип тә ебәрә икенселәр. "Мин үҙем мосолман динендәмен, әммә тик аят мәжлестәренә генә яулыҡ ябынып йөрөйөм, миңә ана шул еткән", тиеүселәр ҙә юҡ түгел. "Ни өсөн бот төбөнә тиклем ҡыҫҡартылған, түштәре ярым асыҡ күлдәктәрҙе тыйыу урынына һаман шул хижәпкә бәйләнәләр?" тип, ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә бар…

Халҡына һәм диненә битараф булмаған һәр кем ошо хаҡта уйланмай ҡалмайҙыр. Әлеге "хижәп" ниндәй мәғәнәгә эйә булыуын башта асыҡлап китеү кәрәк тип һанайым. "Хәжәбә" тигән һүҙ ғәрәптән "ҡаплау", "йәшереү" тигән мәғәнәгә эйә булып килә. Ислам дине ҡанунына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарға һәм ирҙәргә тәндәренең айырым урындарын ҡаплап йөрөргә ҡушылған. Был талапты боронғо ғәрәптәр йә беҙҙең диндар ата-олаталарыбыҙ ҙа уйлап сығармаған. Изге Ҡөрьәндә ана шул хаҡта аят бар. Хижәп тигәс тә, күптәр шунда уҡ ғәрәп ҡатын-ҡыҙҙары кейеп йөрөгән кейемде күҙ алдына килтерә. Бит һәм ҡул суҡтарын ғына күрһәтеп, ҡалған урындарҙы йәшереүҙе маҡсат итеп тегелгән яулыҡ-күлдәктәрҙе фәҡәт "ғәрәпсә генә" булырға тейеш икән тип уйларға ярамай. Ябай ғына миҫал итеп, үҙебеҙҙең боронғо өләсәйҙәребеҙҙе күҙ алдына килтерәйек. Электән һаҡланып килгән ҡайһы бер фотоһүрәттәрҙә лә күрәбеҙ: уларҙың кейеме ана шул хижәп талабына тап килә лә инде. Бер аҙ һарғая биргән фотола (уға быуаттан ашыу ваҡыт!) ғаилә башлығы - ышаныслы ҡарашлы ныҡлы ир янында түшен, буй-һындарының формаһын, аяҡтарын, беләктәрен күрһәтмәҫлек киң һәм оҙон итеп тегелгән күлдәк, баш-сәсен, муйынын ҡаплап торған яулыҡ ябынған хәләл ефете, шундай уҡ кейемдәге ҡыҙҙары… Береһенең дә бите ҡапланмаған. Бөгөнгө көндә күп кенә ағинәйҙәребеҙ ҡабаттан аяҡҡа баҫтырырға тырышҡан ана шул милли ҡатын-ҡыҙ кейеме, ябай итеп кенә әйткәндә, буйтым хижәп тә баһа! (Берәүҙәргә, бәлки, уның ғәрәпсә булған исеме оҡшамайҙыр? Эш уға ҡалһа, иман, бәхет, ғүмер, мөхәббәт, ризыҡ, һауа, бәлә, ҡаза, ҡәбер, зыярат һымаҡ, телебеҙҙең яртыһын тиерлек тәшкил иткән бихисап ғәрәп һүҙҙәре менән дә ризалашмайыҡ әйҙә!) Бәғзеләр ҡурҡҡан бындай кейем ни бары үҙенең яҡындарынан (ире, балалары, ата-әсәһе) башҡа кешеләргә тән гүзәллектәрен күрһәтмәүҙе генә күҙ уңында тота. Унан һуң, хижәп кейеү итәғәтлекте лә күрһәтә бит. Башҡалар алдында әллә кем булып йөрөүҙе түгел. Әлеге тажик ҡатын-ҡыҙҙары өсөн, кемдер әйтмешләй, "ғәрәп хижәбен" тыйыуын тыйғандар ҙа икән ти, тик уларҙың үҙҙәренең милли кейеме, әйтәйек, беҙҙең өләсәйҙәребеҙҙеке һымаҡ, тейешле ерҙәрен ҡаплап торорлоҡ булһа ярай ҙа һуң…
Ҡатын-ҡыҙ тәнендәге ҡапма-ҡаршы енес вәкиленең күҙен ҡыҙҙырырҙай урындар - хатта беләге, муйыны, сәсе лә (бил һыны, боттары хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ) ғәүрәткә һанала. Аллаһ Тәғәлә бына шулай матур итеп яралтҡан "көсһөҙ затты". Әлбиттә, башҡаларҙан ныҡ айырылып тороу маҡсатында сөм-ҡара төҫтәге кейем кейеү динебеҙ сөннәтендә ҡаралмаған. Әммә, бәғзе гүзәлдәребеҙ шундай кейем кейергә йөрьәт иткән икән, минеңсә, уларға ла ҡырын ҡарау ярамай. Нәфис заттарыбыҙҙың яулыҡта, оҙон күлдәктә йөрөүен яратмағандар, бәлки, динебеҙҙә күп кенә булған тағы ниндәйҙер сикләүгә ҡаршы булыр икән? Әйтәйек, хәрәм һаналған отошло уйындар, риба (ростовщичество), хәмер эсеү һымаҡ тыйыуҙарға… "Хәҙер боронғо бәйғәмбәрҙәр заманы үткән, мәҙәни рәүештә генә "күңел өсөн" илле грамдан бер нәмә лә булмай ул, башҡа халыҡтарҙан беҙ чем хуже?.. Замандан артта ҡалыу ярамай!.." - тип, Ҡөрьәндәге ҡәтғи тыйыуҙы инҡар итеүселәр табылһа, нишләрбеҙ?
Ә инде "көслө зат"ҡа килһәк, кейем буйынса талап башҡараҡ. Ир-аттың тубыҡтан аҫта һәм кендектән өҫтә булған ере - ғәүрәткә һаналмай. Ябай ғына итеп әйткәндә, урам буйлап ир заты тубығына тиклем шорты, өҫ яғына майка-фәлән генә кейеп йөрөһә лә, уға гонаһ булмай. Әммә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, ниндәй генә эҫе көн булмаһын, ир кеше барыбер салбар, иркен күлдәк, хатта башына ла ниҙер кейеп йөрөргә тырыша. Ә бәғзе гүзәлдәребеҙ - тап киреһенсә! Динебеҙҙең етди талаптарын белмәүҙән йә иһә уны танырға теләмәүҙән генә түгел, үҙебеҙҙең милли әҙәп-ҡағиҙә талаптарын да һанға һуҡмауҙан бит инде был.
Бынан тыш, Аллаһ илсеһе ир-атҡа мыйыҡтарҙы ҡыҫҡартырға, әммә һаҡал үҫтерергә ҡушҡан. Был - Бәйғәмбәр с.ғ.с. сөннәте. Әлеге боронғо фотоһүрәттәргә иғтибар итһәк, Ислам динен тотҡан беҙҙең ата-бабаларыбыҙ барыһы ла һаҡаллы булған бит. Бөгөнгө йәмғиәттә, әлбиттә, һаҡалдан шикләнеү тигән нәмә лә бар. Бәлки, бәғзеләрҙе ата-бабаларыбыҙҙыҡы һымаҡ бәләкәй түгел, ә "көрәк һымаҡ" оло һаҡал йөрөтөүе шиккә һалалыр? Нисек кенә булмаһын, диндәгеләрҙең кейем буйынса ла, хижәп-яулыҡ, һаҡал буйынса ла сама сиктәренән сыҡмауы, үҙебеҙҙең әҙәп-йолаларҙы күҙәтеүе фарыз, әлбиттә. Шуның өсөн таяҡты артыҡ бөкмәйек, туғандар, тип әйтке килә.
Ҡайһы бер әҙәмдәр мосолманса кейенгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ҙурыраҡ һаҡаллы йәш егеттәребеҙҙе күрһә, шунда уҡ "террорсы"ға ла оҡшата башлай. Был дини тарафтан тома наҙанлыҡтан килә. Терроризм афәтенә ҡаршы көрәшәм тип, бәғзе илдәрҙә мосолмандарҙың тышҡы ҡиәфәтенә артыҡ ныҡ бәйләнеүҙәр ҙә ана шул сәбәпле килеп сыҡҡан булһа кәрәк. Ислам дине исеменән сығыш яһаған һәр төрлө шартлатыусылар, һис ғәйепһеҙ кешеләрҙең ғүмерен ҡыйыусылар менән беҙҙең хаҡ динебеҙҙең һис уртаҡлығы юҡ. Ислам - тыныслыҡ һәм мәрхәмәтлек дине! Ана шундай теләһә ниндәй енәйәтселәрҙе беҙҙең дин менән йәнәш ҡуйып маташыу - ололарҙан оло хата.
Әйткәндәй, Дағстан республикаһы етәксеһе ҡатын-ҡыҙҙарҙың ниҡап (күҙ тишеге генә ҡалдырып, йөҙҙө бөтөнләйгә ҡаплаусы баш кейеме) кейеүенә ҡаршы булыуын белдергән. Был осраҡта төбәктә диндең көслө булыуына ҡарамаҫтан, Кавказ халыҡтарына ул кейемдең хас булмауы, яулыҡ аҫтында ирҙәр йәшенеүе, тыйылған әйберҙәрҙе йөрөтөү ҡурҡынысы булыуы күҙ уңында тотола. Ниҡап кейеүҙең динебеҙҙә ҡәтғи талап ителмәүе тураһында мөфтөйҙәрҙең әйткәнен уҡығаным бар. Тик бына шул мосолман кейемен тыйыу һымаҡ хәлдәр шул уҡ мосолман илдәре халҡын ризаһыҙлыҡҡа килтермәгәйе. Тыныс йәшәйек, ҡәҙерле милләттәштәр!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.24 | Ҡаралған: 97

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru