Рәшит Закир улы Шәкүр, замандаштарының бер өлөшөн "һуңғы туй"ына йыйҙы ла, уйлы-аңлыларға йәнә бер фәһем ҡалдырҙы: ил-йорт эшендә фиҙаҡәр булғанһың, янып йәшәгәнһең икән, халҡың һине йөрәк түрендә йәшәтәсәк!
Эйе, халҡыңа йәнең-тәнең менән бирелгәнлек өлгөһө булды ағайыбыҙ. Ҡыҙғанысҡа, бындайҙар бииик һирәк. Әммә берәм-һәрәм генә булһалар ҙа берәгәйҙәр һәм башҡорттоң нисек булыуын, ниндәй булырға тейешлеген һәр даим иҫкә төшөрәсәктәр, баҡыйлыҡҡа күскәс тә милләтте милләт итеп туплап тотоусы көс булып ҡаласаҡтар.
Ҡаҡса иңенә нисәмә йөк һалынғайны уның: төпсөрлө тел белгесе, абруйлы йәмәғәт эшмәкәре, тәжрибәле педагог, ойоштороусы… Һәм һәр йүнәлештәге эреле-ваҡлы проблемаларҙы хәл итеүҙә Хоҙай Тәғәлә бүләге - яҙыусылыҡ маһирлығына таянып, һүҙ көсөн урынлы, һүҙ ҡеүәһен яҡшы белеп файҙаланыусы белгес.
Уның 1998 йылда "Һоҡланғыс шәхестәр тормошо" серияһы тибындағы башланғыстай ҡабул ителгән "Арҙаҡлы башҡорттар" исемле йыйынтығы нәшерләнгәйне. "Баш һүҙ"ендә автор шуны һыҙыҡ өҫтөнә ала: "Илдең, милләттең рухи көсөн, ҡеүәтен, кешелек донъяһында тотҡан урынын иң элек уның бөйөк кешеләре, оло аҡыл эйәләре, илем, халҡым тип йәшәгән ҡаһарман рухлы заттары билдәләй. Ә халыҡ үҙенең данлыҡлы улдарын һәм ҡыҙҙарын белергә, улар менән ғорурланырға, һәр быуын улар өлгөһөндә тәрбиәләнеп, фәһем алып үҫергә тейеш…" Башҡорт хандан башлап, Салауат, Аҡмулла, Вәлидиҙәр аша Зекериә Аҡназаровтарға килеп еткән ғилми-биографик очерктар теҙмәһе уның үҙе һәм йәнә башҡалар менән тулыландырылырына шик юҡ.
Ул 1960 йылдарҙан уҡ милли үҙаңды үҫтереүселәрҙең иң алғы сафында барҙы. "Урал" Башҡорт халыҡ үҙәген ойоштороуҙа туранан-тура ҡатнашып, 1989-1991 йылдарҙа уның тәүге рәйесе булыуы ла күпте һөйләй. Хыялында тиҫтәләрсә йыл бәпләгән "Башҡорт энциклопедияһы" идеяһын тормошҡа ашырыуы менән ул иң күренекле башҡорт зыялылары ҡатарына күтәрелде: "Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия" тигән фундаменталь хеҙмәт 1996 йылда баҫылып сыҡты. 1998 йылда башҡорт топонимикаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлауы Рәшит Шәкүрҙең фән өлкәһендә лә берҙәй егәрле һәм төплө эшләүен күрһәтә булыр.
Төрлө жанрҙарҙа яҙылған (шиғыр, йыр, поэма, мәҡәлә, очерк, хикәйәт, дәреслек, һүҙлек һ.б.) өс тиҫтә самаһы китап авторы Рәшит Шәкүрҙең ҡайһы ғына йыйынтығын алып ҡарама, "халҡым" тиеп һулҡылдаусы ҡайнар йөрәк тибеше ишетелер. Бындай кисерештәр арҙаҡлы уҙамандың бигерәк тә "Быуаттар аманаты" (Өфө, 2002) тупланмаһының тәүге биттәрен асыу менән күңелде биләп алыр ҙа аҙаҡҡаса ебәрмәҫ. Ныҡышмалы эҙләнеүҙәр, төпсөрлө тикшеренеүҙәр, иғтибарлы күҙәтеүҙәр һөҙөмтәһе булып тыуған мәҡәлә һәм очерктарҙа, юлъяҙма һәм сығыштарҙа 90-сы йылдарҙағы башҡорт милли хәрәкәте лә, тел һәм әҙәбиәт мәсьәләләре лә, ил хәтеренә иң изге ҡомартҡы булып уйылған рухи һәм матди хазиналарыбыҙға ҡағылышлы уйланыуҙар ҙа, тынғыһыҙ юламандың сәфәр кисерештәре лә сағылыш тапҡан.
Әйтергә кәрәк, осор тыуҙырған проблемаларҙы автор аналитик ҡарашлы ғалим күҙлегенән тикшерһә, һығымталары, дөйөмләштереүҙәре, уларҙы киң ҡатлам уҡыусыларына еткерә алыу рәүеше үткер ҡәләмле публицистыҡы, халҡының киләсәге өсөн хафаланған ил ағаһыныҡы. Мәҫәлән, ул былай ти: "Тәбиғәттең бысраныуы... күп ваҡыт рухи донъяның фәҡирләнеү эҙемтәһе... Эскән һыуҙарға, туйындырған тупраҡҡа, һулаған һауаға рәхимһеҙлек күрһәтелгән икән, ундай йәмғиәттә рухи тормошто, телде, мәҙәниәтте, бигерәк тә аҙыраҡ һанлы милләттәрҙе һәм уларҙың социаль үҫеш ихтыяждарын, туған телен һанға һуҡмау бер ҙә ғәжәп түгел" (15-се бит). "Академик Д.С. Лихачев ғилми публицистикаға "мәҙәниәт экологияһы" тигән төшөнсә индерә икән - уның ныҡлы ерлеге бар. Мәҙәниәт экологияһын тейешле кимәлгә күтәреү, әлбиттә, оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән программа нигеҙендә комплекслы хәл ителә торған ҡатмарлы проблема. Был йүнәлештә тәүге кисектергеһеҙ эштәрҙең береһе - ентекле тикшеренеүҙәр зарурлығы. Ә бит "башҡорт халҡының тарихы, культура мираҫы, ...һирәк осрай торған тарихи ваҡиғалар, быуаттар дауамында алып барылған милли азатлыҡ хәрәкәте һ.б. менән айырылып тора. Беҙ бик боронғо, меңәрләгән йылдар төпкөлөнән килгән юғары мәҙәниәт мираҫын һаҡлаусы халыҡтарҙың береһе... Беҙ таш быуат дәүеренән башлап 15 мең йыл буйы бер-бер артлы балҡып торған әүәлге цивилизациялар илендә йәшәйбеҙ һәм үҙебеҙҙе нәҫел ептәренең һәм быуындар бәйләнешенең ниндәй генә тармағы менән булһа ла, тәүтормоштоң Шүлгәнташ һүрәттәрен тыуҙырған гениаль рәссамдарҙың, Урал аръяғы далаларында яңы табылған бөйөк Арҡайым ҡаласығы мәҙәниәтенең, һармат сәнғәтенең вариҫтары тип атарға хаҡлыбыҙ..." (32-се бит).
Мәсьәләнең икенсе яғы ла бар. Һүҙ барған китапҡа ингән хеҙмәттәр бәғзеләрҙең ғәфләт йоҡоһона ҡаршы ярҙай ҡалҡыныуы менән ҡиммәт тә. Халыҡ үҙ тарихын мотлаҡ белергә тейеш тигән принциптан сығып эш итә автор. Ысынлап та! Белеү өсөн тәүге аҙымды эшләһәк, данлыҡлы үткәнебеҙ менән ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләһәк, милләтебеҙҙе бер ҡорға туплай алһаҡ, бөгөнгөбөҙҙө рухи сәләмәтлек яғынан үткәндәрҙән ҡайтыш итмәҫкә тырышасаҡбыҙ бит. Быныһы көн кеүек асыҡ. Был осраҡта ышаныслы аҙымдар менән киләсәккә юл яраһы ғына ҡала. Сөнки кешелек тарихы шуны күрһәтә: үткәндәрҙе дауам итеп кенә киләсәккә барып була.
Халҡыбыҙ яҙмышы хаҡында ҡайта-ҡайта уйланырға мәжбүр иткән был сығыштарҙы яңынан күҙҙән кисерәм дә, улар уҙған быуат аҙағындағы башҡорт милли хәрәкәте тарихын өйрәнеүҙә етди сығанаҡ буласаҡ бит, тип ҡуям. Авторҙың шул ваҡиғалар уртаһында ҡайнауы, улай ғына ла түгел, шул ваҡиғаларға йүнәлеш биреүселәрҙең береһе булыуы был яҙмаларҙың баһаһын бермә-бер арттырып ебәрә.
Милләтте милләт булараҡ һаҡлауҙа телдең әһәмиәтен иҫбатлап тороу кәрәкмәй. Шулай булғас, "Быуаттар аманаты" аталмыш тышлыҡ эсендә телгә ҡағылышлы айырым бүлек булыуына ғәжәпләнер урын юҡ. Быуаттар аманаты - Рәшит Шәкүр өсөн сал тарих төпкөлөнән килгән яҙма телебеҙ һәм яҙма әҙәби телебеҙ, уның формалашыуы һәм үҫеүе, шул телдә һаҡланып ҡалған әҙәби ҡомартҡыларыбыҙ, ғөмүмән, милли мәҙәниәтебеҙ мираҫы ул.
Төпсөрлө ғалим күҙлегенән Рәшит Шәкүр тел мәсьәләләрен тарихи күҙлектән баһалай, бер үк мәлдә бөгөнгөнө лә иғтибарҙан ысҡындырмай. Шуға ла уның был осраҡта ла теория менән көндәлек мәшәҡәттәрҙе бәйләргә ынтылыуы яҡшы аңлашыла. "Ғилми-ғәмәли конференциялар, - ти ул, - мәҫәлән, бер яҡтан, ғилми кәңәшмә функцияһын үтәһә, икенсе яҡтан, фәнде тормошҡа, практикаға бәйләү, эш тәжрибәһен, алдынғы эш алымдарын дөйөмләштереп, шуны киң рәүештә таратыу маҡсатын" (214-се бит) күҙ уңында тота. Фән факттарҙы ғына танығанлығын, факттарға ғына нигеҙләнеүен Рәшит Шәкүр ышандырырлыҡ, кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр менән иҫбатлай. Бәхәсле мәсьәлә икән, "Туҡтағыҙ әле, ә факттар ни һөйләй һуң?" тигәндәй, тарихҡа, проблемаға ҡағылышлы күренештәрҙең тарихи үҫеш-үҙгә-решенә, бөгөнгө хәленә мөрәжәғәт итә.
Әйтәйек, "Башҡорт теленең диалекттар системаһы һәм уны классификациялау мәсьәләһе" мәҡәләһен алайыҡ. Бында ул, фән тармағы булараҡ, башҡорт диалектологияһының үҫеш тарихын барлай, ҡаҙаныштар менән ғорурлана, башҡорт телселәренең оҙаҡ йылдар буйы өс диалект араһында аҙашып йөрөүенә әсенә, киләсәктә хәл ителергә тейешле мөһим проблемалар һәм бурыстар булыуын билдәләй. Автор диалектология мәсьәләләрен башҡорт халҡы тарихы менән тығыҙ берлектә ҡарағанлыҡтан, уның үҫеш этаптарын дөрөҫ тотоп ала, субъектив сәбәптәр арҡаһында алдынғы концепцияларҙың һанға һуғылмауын күрһәтә. "1950 йылдарҙа, - ти ул, - Т.Ғ. Байышевтың башҡорт теленең ике генә түгел, ә өс территориаль диалекттан торғанлығын ғилми яҡтан нигеҙләп яҙған хеҙмәтен абруйлы ғалимдарыбыҙ хуплап ҡаршы алырға баҙнат итмәне, уның, ошо концепцияға таянып, Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш регионында, Татарстандағы элекке Минзәлә, Бөгөлмә өйәҙҙәренә ҡараған райондарҙа ошо өсөнсө диалектта һөйләшеүсе башҡорттарҙың балаларын башҡорт телендә уҡытыу талабын күтәреп сығыуын, ерле халыҡҡа ҡарата үткәрелгән аҫтыртын сәйәсәт арҡаһында, республиканың ул саҡтағы етәкселеге бойомға ашырырға ашыҡманы. Шул сәбәпле, башҡорт диалекттарын өйрәнеүҙең тәүге осоронда урынлашҡан хата ҡараш... урап үтә торған темаға әйләнде" (218-се бит).
Рәшит Шәкүр, тыуған еребеҙгә бәйле, "һәр кемгә үҙенең бесән сапҡан, еләк йыйған ерҙәре, ата-бабалар ғүмер һөргән тупраҡ күҙ ҡараһы кеүек ҡәҙерле" тип, һыҙыҡ өҫтөнә ала. Телгә ҡарата ла ул үҙендә шундай уҡ изге тойғолар йөрөтә, тиер инем. Шуға ла уның теге йәки был атамаларҙы изгеләштереп ҡарауы бик тәбиғи. Уның ер-һыуыбыҙҙың, тау-яландарыбыҙҙың һәр бер исеменә шул тиклем дә иғтибарлы, шул тиклем дә ихтирамлы, тәрән һөйөү менән ҡарауына иҫ-аҡылың китер. "Быуаттар аманаты" (Өфө, 2002) йыйынтығында автор үҙе былай ти: "Урал, Ирәмәл, Ағиҙел, Яйыҡ, Әй, Йүрүҙән, Дим, Ашҡаҙар, Һаҡмар, Төйәләҫ һымаҡ исемдәргә, әйтерһең дә, беҙҙең рухыбыҙ һеңешкән, әйтерһең, беҙҙең уй-тойғоларыбыҙға ҡанат ҡуя улар. Беҙҙе бер бөтөн итеп йыйып, туплап тора түгелме һуң ошо изге төйәгебеҙ һәм уның аҫыл таштай күркәм исемдәре" (309 бит). Автор тел нескәлектәрен һаҡлаусы һөйләштәргә, һөйләшсәләргә шул тиклем иғтибарлы - хайран итерһең! Ундағы күҙәтеүсәнлек, телгә һиҙгерлек - иҫ китмәле. Тарихи этнография өлкәһендә киң мәғлүмәтле булыуы ла һәр саҡ ярҙамға килә. Шуға ла һығымталары ышандырырлыҡ, дөйөмләштереүҙәре дәлилле. "Башҡорт сит телдән ингән һүҙҙәрҙе лә, үҙ теленең тирмән ташы аша үткәреп, шымартып сығарған" тиеүе лә, мәҫәлән, күп миҫалдар менән нығытыла.
Башҡорт илендә күренекле шәхес булып танылыуына ҡарамаҫтан, ул ғәжәйеп баҫалҡы, сабыр, аралашыуҙа ихлас ябайлығы менән күңелдәрҙе арбаны. Бер үк мәлдә, ниндәй генә мәсьәләгә ҡағылма (айырыуса милләт яҙмышына бәйлеләренә), Рәшит Шәкүр аҙағынаса принципиаллек күрһәтер ине, бер кем алдында ла баҙап ҡалмай торғайны. Был - милләтебеҙҙең рухи ҡиммәттәренән көс алғанға, шул ҡиммәттәр кимәлендә ҡалырға ынтылғанға, уларҙы һаҡларға һәм заманға ярашлы ҡулланып, артабан байытырға тырышҡанға шулай. Бындай шәхестәр, берҙән, башҡорттоң ниндәй булыу мөмкинлегенә бәйле өлгө (эталон!) хеҙмәтен үтәһә, икенсенән, ундайҙарға мөнәсәбәт (хөкүмәттең, йәмғиәттең, милләттең) дөйөм рухи кимәлебеҙҙе билдәләүсе үлсәм дә ул.
Фәнни хеҙмәттәрендә ғалим тәү сиратта, абруйлы топонимист ролендә сығыш яһай торғайны. Әйткәндәй, уның был темаға бағышланған тәүге китабының исеменә үк тәрән мәғәнә һалынған: "Ерҙең хәтер китабы" (Өфө, 1984). Топонимияның төп үҙенсәлектәренең береһе шунда: ул күп фән тармаҡтары менән тығыҙ үрелештә йәшәй (ғөмүмән, ҡайһылыр бер айырым ғилми йүнәлештең эргә-тирәһен күҙаллай алмау, уның башҡалар солғанышындағы урынын белмәү тәбиғи рәүештә сикләнгәнлеккә килтерә). Топономистҡа билдәле дәрәжәлә телсе лә (һөйләш айырмалыҡтарын яҡшы белгән диалектолог та), фольклорсы ла, тарихсы ла (уның эсендәге тармаҡтарҙы, тәү сиратта этнографияны күҙаллау), географ та (тарихи географиянан, картографиянан мәғлүмәтлелек) булырға кәрәк. Геология, биология фәндәренән хәбәрҙар булыу ҙа эшкә ярҙам итә. Бөтә хикмәт шунда ла: исемдәрҙә ул халыҡтың тарихын юллай; йылға, тау, күл, урман һ.б. атамаларҙа ата-бабалар рухының бөйөклөгөн күрә, шул бөйөклөктө һаҡлау-яҡлау өсөн ярҙай күтәрелә. Шуға ла авторҙың фекерҙәрҙе дәлилләү, нигеҙләү, нығытыу өсөн әленән-әле тарихи ваҡиғаларға, фольклор әҫәрҙәрен күҙәтеүгә, теге йәки был төбәк башҡорттарының үткәне һәм бөгөнгөһөнә бәйле аналитик тикшеренеүҙәргә төшөп китеүе ғәжәп түгел. Был хеҙмәт фундаменталлеге менән хәтерҙә ҡала, күңелгә уйыла.
Шулай итеп…
Арҙаҡлы башҡортто һуңғы юлға оҙатҡанда, уның менән аралашҡан саҡтарҙы хәтерләнем, йылы сағында уҡ таныша барған хеҙмәттәрен ҡайтанан күңелемдә барланым да, халҡыбыҙҙың бөгөнгө хәлен уйланым…
Төңөлөрҙәй сөңгөлдәргә юлыҡҡан осраҡтар булмай түгел. Бындай мәлдәремдә мин үҙемде шулай йыуатам: осорҙаштарыбыҙҙың күпселеге яҡындан аралашып белгән Рәшит ағай Шәкүр, Әхмәт ағай Сөләймәнов, Нияз ағай Мәжитов кеүек ил ағаларыбыҙҙың рухы ҡаныбыҙҙа ҡайнағанда, йәшәйәсәк әле башҡорт! Ҡуҙҙар тере әле көл аҫтында. Янып бөтмәгән әле тарих усағында милләтебеҙҙең ташкүмергә әйләнгән ҡеүәтле тамырҙары. Тамсы ҡандан терелерҙәй потенциаль мөмкинлектәребеҙ ҙә, Хоҙайға шөкөр, етерлек...
Фәнил КҮЗБӘКОВ
филология фәндәре докторы, профессор.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА