Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
О, СПОРТ, СӘЙӘСӘТ ҠОРБАНЫ!
|
Донъя күләмендәге ваҡиғаларҙың үткән аҙна йомғаҡтарына ҡыҫҡаса байҡау ҙа шуны күрһәтә: халыҡ-ара сәйәси-иҡтисади өлкәлә бер аҙға ғына булһа ла тотороҡлолоҡ, айыҡ аҡыл өҫтөнлөгө һәм именлеккә ҡарай бәләкәй генә ишара ла юҡ; бөтөн донъя әллә аҡылын юйҙы, әллә кемдер иләүгә таяҡ тыҡҡандай, бутай ҙа бутай донъяны...
Етмәһә, шул буталыш шойҡонолай, 19 июлдә донъя кимәлендә Microsoft программаһы глобаль тотҡарлыҡҡа дусар ителде. Ул вирусҡа ҡаршы CroudStrikе программаһын яңыртыу менән бәйле булған. Шул арҡала күп кенә илдәрҙең авиакомпаниялары, дауаханалар, банктар һәм киң мәғлүмәт саралары эшендә проблемалар килеп тыуған. Ләкин был буталыуҙар Рәсәйгә ҡағылманы, тип хәбәр итә мәғлүмәт хәүефһеҙлеге эксперты А. Лукацкий, сөнки Microsoft санкциялар арҡаһында Рәсәй клиенттарының күпселеген Azure системаһынан сығарғайны.
Уның ҡарауы, АҠШ-та Рәсәй менән мөнәсәбәттәр өлкәһендә билдәле бер роль уйнаясаҡ президентты һайлау алды ығы-зығыһы төрлөсә төҫкә инеп, берсә ыңғайға өмөтләндерә бирһә лә, берсә хәүефләндерә. Дөрөҫ, ике ил араһы яңы президент килеү менән генә яҡшырып та китмәҫ, сөнки президентлыҡ "дилбегәһе" - агрессив холоҡло НАТО ҡулында. Әлеге ваҡытта Джо Байден оҙаҡ икеләнеүҙәрҙән һуң киләһе срокка президентлыҡҡа һайланыуға көрәштән баш тартып, урынбаҫары - вице-президент Камала Харрис кандидатураһын хупланы. Кандидатураһын раҫлатыу өсөн уға делегаттарҙың 1976 тауышы кәрәк булһа, 2538 делегат Харрис өсөн тауыш бирергә әҙер булыуын белдерҙе. Әле Президентлыҡҡа дәғүәселәр араһында АҠШ-тың элекке президенты Барак Обаманың ҡатыны Мишель Обама, бер нисә штат губернаторы, шулай уҡ Роберт кесе Кеннеди һәм элекке дәүләт секретары Хиллари Клинтон да бар.
АҠШ-та президент һайлауҙары алдынан барған ығы-зығы һәм буталыштарҙы сәйәсмәндәр йөҙ йыл эсендә Американың тәүге тапҡыр сәйәси көрсөккә килеп терәлеүе тип атаны. Хәйер, НАТО системаһындағы илдәрҙең бөгөн әхлаҡи тарҡалыуына миҫалдар бихисап. Шуларҙың береһе - сәйәсәткә ҡыҫылышы булырға тейеш түгел тип иҫәпләнгән Олимпия спорт уйындарын оятһыҙ рәүештә үҙ маҡсаттарында файҙаланыу. Мәғлүм булыуынса, Рәсәй спортсыларына хәҙер донъя ярыштарына юл ябыҡ. Халыҡ-ара Олимпия комитеты (МОК) әхлаҡһыҙлыҡтың шул сигенә килеп етте: 26 июлдә Парижда башланасаҡ Олимпиадаға оҙаҡ бәхәстәрҙән һуң 5 спорт төрөндә ни бары 15 рәсәйле-спортсыға "нейтраль статуста" ҡатнашырға рөхсәт ителде һәм шундай шарт менән: был уйындарҙа Рәсәй флагы ла елберҙәмәйәсәк, гимны ла яңғырамаясаҡ, сөнки уларға Олимпиаданы асыу тантанаһында ҡатнашыу тыйыла. Был беҙҙең спортсылар йөҙөндә тотош илде мыҫҡыллауҙың һуңғы сиге түгелме? Хәйер, спортта беҙҙең илгә ҡарата бындай асыҡтан-асыҡ дошманлыҡ сәйәсәте яңылыҡ түгел, ләкин Олимпиада - ул бит сәйәсәткә ҡатнашы булмаған ирекле спорт уйындары тип юҡҡа аталмағайны.
Ә Париж нисек әҙерләнә Уйындар үткәреүгә? Әйткәндәй, Францияның сәйәси, социаль мәсьәләләр менән бергә был йәһәттән дә проблемалары баштан ашҡан. Уйынлы-ысынлы әйтеүҙәренсә, Парижға бөгөн барған да үкенер, бармаған да үкенер. Июнь айында ғына Париждың үҙәк артерияһы булған Сена йылғаһына 50 млн литр канализация ҡалдығы ағып төшөүгә ҡарамаҫтан, ҡала властары һыу таҙа тип ышандырырға тырыша. Франция президенты Макрон үҙе лә хатта Сенаға төшөп һыу инергә һүҙ биргән, имеш, тик вәғәҙә һаман үтәлмәгән. Рапорт бирергә яратыусы ҡала менеджерҙары шулай уҡ Парижды баҫып алған ҡандала, бөрсә кеүек ҡан эскес бөжәктәрҙе, сысҡан һәм ҡомаҡтарҙы ла юҡ итеүҙәре, ҡасаҡтарҙы, бомждарҙы, мигранттарҙы ҡала ситенә ҡыуып сығарыуҙары хаҡында рапорт әҙерләй, тиҙәр...
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 25.07.24 | Ҡаралған: 116
|
|
Киске Өфө
|
|
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|