«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАБЫН
+  - 

Амбулаторияла эшләгән осорҙа, яҙғы һыу-һүл осоронда, Гөлғәйшә ҡарсыҡҡа йөрөп укол ҡаҙаным. Үҙе лә килә ала инде ул, мәгәр ҡарт кешене бер ауыл осонан икенсеһенә йүгертеп йонсотҡом килмәне. Эш аҙағында бер аяғым бында, икенсеһе - тегендә, тиҙ арала аша-төшә баҫып бара ла әйләнәм.
Аҙнанан ашыу йөрөнөм шулай, тәғәйенләгән дауаларым килешкәндер, инәйем дә күҙгә күренеп теремекләнде. Һуңғы уколды ҡаҙарға тип барғанда ул, рәхмәт йөҙөнәндер, бәләкәй генә табын әҙерләгәйне, хәстәрләгәйне, бар һыйын күргәҙмәгә ҡуйғандай итеп теҙгән, түрҙә ҡорһаҡ тирәһе йәмшәйеп бөткән еҙ самауыр борхоп ҡайнай, ыҡсым өҫтәлгә ни генә ҡуймаған: яңы айыртылған ҡаймаҡ, ватылған йомарсыҡ һыйыр майы, муйыллы ҡорот, майланған сейә, майланған бөрлөгән, еләк, ҡарағат ҡаҡтары, ҡурай еләге ҡайнатмаһы, талҡан, ҡомалаҡ икмәге, сөсө күмәс, бетәү картуф, һыуҙа бешерелгән йомортҡа…
Иҫәпләй китһәң осо-башына сығырлыҡ түгел, хатта ки төрөк солтаны, Бөйөк Британия королеваһы бындай һығылып торған һыйҙы һис ҡасан татып ҡарамағандыр, төштәрендә генә күреп, ауыҙ һыуҙары ҡороп ымһынмаһалар, ысынлап әйтәм! Инәйем дә мәртәбәле ҡунаҡ ҡаршылағандай ҡыланып, тилбер йүгергеләй. Аштан оло булыу килешмәгән эш, бындай ҙа балыуан ризыҡтан баш тартыу гонаһ ғәмәл, шуға ҡыҫтатмай ғына түргә үтеп ултырҙым. Ҡаршымдан урын алған хужабикә ҡырҡ ҡоршау сәйнүгенә услап һинд сәйен һалып ебәрҙе лә бер сите китек сынаяҡҡа яһалған ҡуян ҡанылай ҡайнар, ҡыҙыл сәйҙе алдыма ҡуйып, ауыҙ итеп ҡара, тип, уныһын-быныһын шылдырып, тәҡдим итә башланы. Бер аҙҙан бер нигә ҡағылмай сәй һөрпөлдәтеүемә иғтибар иткән ҡарсыҡ үртәлгәндәй итеп ҡаҡ һөйәк усын маңлайына сәпелдәтте:
- Алйығанмындыр, күрәһең, күрмәйем шыпа, балам, әйтһәң ни була, алдымда ҡабыр ҡорамал һалмағанһың тип! Мә, минеке менән аша улайһа! - Ул шулай тине лә балғалағын эсле-тышлы ялап алып, уны мул итәген ҡайырып ентекләп ҡоротоп, миңә һондо. Мин дә үҙ сиратымда барғалаҡты ихласлап ауыҙыма ҡабып һурып алдым да алдымдағы ашамлыҡтарға үрелдем.
Гөлғәйшә ҡарсыҡ ирәбе, һыйсыл, ауыҙындағы һуңғы телемен өҙөп бирергә әҙер йомарт кеше ине! Шул таҙанан таҙа балғалаҡ, инәйҙең бешергән тәм-томо һаман да телем осонда!

Хәйҙәр ТАПАҠОВ
"Киске Өфө" гәзите, №29, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.07.24 | Ҡаралған: 117

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru