«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӘЛӘКӘЙ ҠӘЛҒӘНӘН МИЛЛИОНЛЫҒА
+  - 

Өфөбөҙ инде 450 йыл үҙ тарихын яҙа. Дүрт быуат эсендә бәләкәй генә ҡәлғәнән миллионлы ҡалаға тиклем үҫкән Өфөбөҙ бөгөнгө көндә үҙенең матурлығы, үҙенә генә хас йөҙө, төҙөклөгө менән күңелдәрҙе арбай. Республикабыҙҙың баш ҡалаһы исемен ғорур һәм лайыҡлы йөрөтә ул. Тағы ла күп быуаттар милләттәштәребеҙ, республиканы төйәк итеп дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәгән башҡа халыҡтар өсөн төп ҡала булып ҡала килһен.

Беҙ баш ҡаланан алыҫта йәшәүебеҙгә ҡарамай, ваҡытлы матбуғат, телевидение, интернет селтәрҙәре аша Өфөбөҙҙөң нисек йәшәүен, тын алышын, үҙгәрештәрен күреп-белеп торабыҙ.
Йыл һайын ҡалала төҙөлөш эштәре гөрләй башлай: юлдар төҙәтелеп, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары инженер селтәрҙәрен ҡышҡылыҡҡа әҙерләйҙәр, күп фатирлы йорттарҙың эсе-тышы тәртипкә килтерелә, балалар өсөн яңы майҙансыҡтар булдырыла. Әйткәндәй, "Башҡортостан ихатаһы" программаһы баш ҡалала ғына түгел, ә тотош республика буйынса ла яҡшы темптар менән бара, тип билдәләргә кәрәк. Бары тик ошо булдырылған матурлыҡты халыҡ ҡәҙерләп һаҡлай белһен ине ул. Өфөнөң тағы бер матур символына әүереләсәк "Әр-Рәхим" мәсетендә башланған эштәрҙе ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы алдыҡ. Оҙаҡламай ул үҙ ишектәрен асыр һәм унан аҙан тауыштары яңғырап торор. Шулай уҡ баш ҡаланың тарихи үҙәгендә, Мостай Кәрим урамында урынлашҡан "Хәкимиә" мәсетендә лә төҙөкләндереү-реставрациялау эштәренең алып барылыуы ҡыуаныслы хәл. Ҡала етәксеһе Ратмир Мәүлиев белдереүенсә, бының өсөн маҡсатлы финанслау бүленгән. Бик мәслихәт эш. Салауат Юлаев проспекты Өфөбөҙҙөң төп юлдарының береһе булараҡ ҡалаға килеп инеүселәргә уның тураһында тәүге тәьҫорат ҡалдырыусы булып тора. Шуға күрә был юлды һәм уның тирә-яғын матур, төҙөк тотоу ҡала етәкселегенең иңендә ятҡан күп бурыстарҙың береһе. Һәм, әйтергә кәрәк, был бурыс урын-еренә еткереп атҡарыла: юл үҙе лә, эргә-тирәһе лә тәртиптә. Әлеге проспектты бер урында киҫеп үткән юл үткәүелдәренең төрлө сағыу төҫтәр менән биҙәлеүе лә - матур күренеш. Беҙ йәш саҡта Өфөлә йәмәғәт мунсалары бик әүҙем эшләне. Ауылда мунса төшөп, сабынып үҫкән студент малайҙар, унда ике аҙнаға бер булһа ла барып ҡайта инек. Беҙ дипломлы белгес булып райондар буйлап таралдыҡ, балалар үҫеп етеп, баш ҡалаға уҡырға килде. Малайҙан һораһам, баш ҡалалағы мунсалар тураһында белмәй ҙә, күрмәй ҙә, баҡтиһәң, күптәре ябылып бөткән икән. Яңыраҡ Өфө үҙәгендә яңы мунса комплексы асыласағы тураһында уҡыным. Яңы күпер (Новомостовая) урамында элекке "Эдельвейс" мунсаһы урынында урынлашасаҡ комплекс күптәр өсөн көтөп алынған ваҡиға буласаҡ.
Мин театр яратҡан кеше булараҡ, ошо темаға ҡағылышлы яңылыҡтарҙы айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап барам. Минең ҡыҙыҡһыныуым театрҙар репертуарына ғына ҡайтып ҡалмай. Театрҙың йөкмәткеһе лә, тышы ла, эсе лә матур булырға тейеш, тип уйлайым. Мәҫәлән, М.Ғафури исемендәге БДАДТ янындағы парк үҙенең матурлығы менән легендар театрыбыҙға тағы ла бер нур өҫтәй. Ленин урамындағы М.Кәрим исемендәге Йәштәр театры алдында ла күркәм генә үҙгәрештәр булған икән. Йәшел сәхнә, тере үҫентеләрҙән эшләнгән музыканттар фигуралары, сәскәле аркалар, эскәмйәләр - барыһының да күңеленә хуш килгәндер. "Родина" кинотеатры һәм "Башҡортостан" дәүләт концерт залы алдарын да уникаль тематик биҙәүҙәр көтә икән.

Зөлфиә ИШДӘҮЛӘТОВА.
Баймаҡ ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №31, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.08.24 | Ҡаралған: 76

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru