Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Башҡортостан яугиры яҡташтарының хеҙмәт итеүенең ысын сәбәптәре хаҡында һөйләне. Ул Башҡортостан халҡы башлыса Тыуған илгә һөйөү һәм тиҙерәк еңеүгә өлгәшеү теләге арҡаһында фронтҡа китә, тип иҫәпләй.
Уның һүҙҙәренсә, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән кешеләр аҡсалата ярҙам өсөн рәхмәтле, әммә беренсе урында барыбер патриотизм тора. Был хаҡта "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының "Журналист" ҡушаматлы яугиры Рафиҡ ӘХМӘТШИН ҡыҫҡа ваҡытлы ял ваҡытында "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы журналисына һөйләне.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында хәбәрсе булып эшләгән "Журналист" 2023 йылдың декабрендә илдең хәрби ведомствоһы менән контракт төҙөй. Ул әле идара итеү ротаһы операторы булып хеҙмәт итә. Рафиҡ Әхмәтшин Махсус хәрби операция башланыр алдынан да Донбасҡа журналист һәм ирекмән булараҡ күп тапҡыр бара, БСТ каналында яугирҙар тормошон, Башҡортостандың Луганск Халыҡ Республикаһындағы гуманитар миссияһын яҡтырта. Командировкалар ваҡытында егет 30 йылдан ашыу рус телен, рус мәҙәниәтен яратмағандар менән бер-гә йәшәргә тура килгән кешеләрҙең яҙмышы хаҡында уйлана. Бының нимәгә килтереүе бөтәһенә лә билдәле.
Бына инде ярты йылдан ашыу Рафиҡ Әхмәтшин алғы һыҙыҡта тора. Ҡыҫҡа ғына ялға ҡайтҡандан һуң, яугир тағы фронтҡа китте. "Журналист" ете ай хеҙмәт иткән ваҡытта туғандарының һәм яҡындарының һөйөүен, тыныс тормошто ҡәҙерләргә өйрәнгәнен таный. Шулай уҡ ирҙәр дуҫлығын аңлауы тураһында бәйән итә.
"Эйе, яугирҙар араһындағы ысын берҙәмлекте, бер-береңә ярҙам итеүҙең ниндәй ҡөҙрәтле көс икәнен татыным. Беҙҙең сафтарҙа хәрби хеҙмәт үтмәгәндәр ҙә бар. Улар бер ҡасан да ҡулына ҡорал тотмаған. Улар менеджер, төҙөүсе, ашнаҡсы, уҡытыусы, аграрий булып эшләгән. Хәрби күнекмә үтеүгә ҡарамаҫтан, улар өсөн хәрби бәйләнеш һыҙығынан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта булыу һәм шартлауҙар, пулялар - былар барыһы ла донъя тәртибенең ҡырҡа үҙгәреүенә тиң, - ти Рафиҡ Әхмәтшин. - Кисә был ир-егеттәр тыныс тормошта йәшәне: күлдәк, кроссовкиҙарын кейеп, иртән үҙ коллективтарына эшкә килде, кисен ғаиләләре янында киске аш ашаны. Әммә улар ҡыйыу һәм яуаплы ҡарар ҡабул итте. Ҡайһы берәүҙәргә, әлбиттә, шик-шөбһәләрҙе, икеләнеүҙәрҙе еңергә, хеҙмәт итеүгә ҡағылышлы күп һорауҙарға яуап эҙләргә тура килде, тип уйлайым. Әммә булдыра алдылар бит. Командование әҙер булмағандарҙы һуғышҡа ташламай. Улар өҫтәмә рәүештә күнекмә үтә. Һөҙөмтәлә беҙҙең полк Махсус хәрби операцияла иң көслө подразделениеларҙың береһе булып ҡала".
"Башҡортостан" полкында яңы килгән яугирҙарҙы йылы ҡаршы алалар һәм уларға туғандарса ҡарайҙар, сөнки, "Журналист" билдәләүенсә, улар барыһы ла Башҡортостан улдары. Полкта төрлө милләтле һәм төрлө дин тотҡан республика халҡы хеҙмәт итә. Әммә уларҙың барыһын да тыуған яҡҡа һөйөү берләштерә. "Беҙҙең арабыҙҙа фронтҡа аҡса өсөн килмәгәндәр бик күп. Беҙ илдең Оборона министрлығына, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа бындай матди дәртләндереү өсөн рәхмәтлебеҙ, әммә ир-егеттәрҙең хеҙмәт итергә ысын мотивацияһы - илһөйәрлек. Ошо тойғо арҡаһында яугирҙарҙың улдары, аталары, ағалары артынан килеүенә миҫалдар бар. Мин Ҡырмыҫҡалы районынан "Башҡортостан" полкы хәрби хеҙмәткәре менән танышмын, ул улы менән бер батальонда йәнәш хеҙмәт итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улы һәләк булды".
"Һуғышта ҡурҡынысмы?" тигән һорауға Рафиҡ Әхмәтшин йылмайып: "Аҡылһыҙ кешеләр генә ҡурҡыу тоймай. Әлбиттә, ҡурҡыныс. Әммә Башҡортостан яугирҙары иңгә-иң терәшеп һуғыша. Беҙ һәр ваҡыт бер-беребеҙгә яҡын. Юғарыла әйтелгәнсә, яугирҙар бик берҙәм. Һәм, иң мөһиме, ғаилә, яҡындарға булған мөхәббәт тураһында уйлағанда ҡурҡыу сигенә. Мин өйгә тере ҡайтырға тейешмен! Был фекер бронежилеттан көслөрәк. Аллаһы Тәғәлә бөтәһен дә - иманлыларҙы ла, атеистарҙы ла һаҡлай, - тине Рафиҡ Әхмәтшин һәм бер аҙ уйланғандан һуң дауам итте. - Берәй ваҡыт, үҙем МХО ветераны булғас, балаларыма Һәм ейәндәремә ҡасандыр фронтовик олатайымдан ишеткән һүҙҙәрҙе әйтәсәкмен: "Тормошто һәм тыныслыҡты ҡәҙерләгеҙ, балалар. Был кешенең төп ҡиммәттәре".
Рафиҡ Әхмәтшин үҙенә ныҡ тәьҫир иткән бер факт менән уртаҡлашты. Ул Учалы районы Байсаҡал ауылынан килгән 60 йәштән үткән контрактник менән таныша. Ул ғүмер буйы водитель булып эшләгән. Махсус хәрби операция башланғанға тиклем Ирәмәлгә туристар йөрөткән, уларға башҡорт төбәгенең матурлығын күрһәткән. "Журналист" фекеренсә, ир артабан да эске туризм өлкәһендә эшләй алыр ине, әммә ул Махсус хәрби операцияны һайлаған. Уны бер нисә тапҡыр хәрби комиссариаттан кире боралар, сөнки ул йәше буйынса яраҡһыҙ иҫәпләнә. Әммә ул бик ныҡышып йөрөп, контрактҡа ҡул ҡуйыуға һәм "Башҡортостан"ға ҡабул ителеүгә өлгәшә. Һуңыраҡ ул ейәнсәрен дауалауға аҡса кәрәклеге тураһында әйтә. "Фронтта ул водитель булып хеҙмәт итә, әммә был уның хәүефһеҙлектә булыуын аңлатмай, - ти Рафиҡ Әхмәтшин. - Беҙҙең тирә-яҡта дошмандың пилотһыҙ аппараттары даими әйләнә һәм теләһә ҡайһы ваҡытта беҙҙең эргәлә генә снаряд ярылырға мөмкин. Фронтта водителдәрҙең ни тиклем хәүефле вазифа биләүен белһәгеҙ икән, улар һәр ваҡыт дошмандың күҙ алдында. Оборона министрлығы менән бәйләнешкә инеү һәм хәрби хәрәкәттәр алып барыу зонаһында хеҙмәт итеү - был ябай аҙым түгел һәм бик шәхси ҡарар. Буласаҡ яугирҙарға бер төрлө генә кәңәш юҡ. Һәр кем үҙе ни өсөн яҙмышында шундай боролош кәрәклеген аңлай. Әммә шуға ышанам: Ватанды яҡлаусы ихтирамға һәм ныҡ итеп ҡулын ҡыҫыуға лайыҡ, сөнки ул икеләнеүҙәрҙе еңеп, ҡыйыу аҙым яһаны..."
...Бына ял көндәре һиҙелмәй үтеп тә китте. Рафиҡ Әхмәтшинды оҙатырға уның ғаиләһе һәм коллегалары күмәкләп килде. "Журналист"тың ҡатыны Зөһрә Арсаева "Юлдаш" радиоһында эшләй, яңылыҡтар хеҙмәтен етәкләй. Бынан алда "Башинформ" Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм "Юлдаш" радиоһы коллективы аҡса йыйып, "Башҡортостан" полкы хәрбиҙәренә гумконвой менән ебәрелгән дрон һатып алыуы хаҡында хәбәр иткәйне.
Зөһрә Арсаева иренең ҡарары уның өсөн көтөлмәгән хәл булыуын һөйләне: "Рафиҡ Махсус операцияға барыуын юлға сығыр алдынан ғына әйтте. Ирем, ысынлап та, Тыуған иленең патриоты һәм беҙ уның ҡарарын хөрмәт итәбеҙ. Илгә, республикаға һөйөү уның репортаждарында, шиғырҙарында, яҡташтарына ҡарата мөнәсәбәтендә күп тапҡыр сағыла. Беҙ ғаиләлә уның ҡарарынан оло тетрәнеү кисерҙек. Башта бик ауыр булды. Һөнәребеҙ буйынса фронттың һәм Махсус хәрби операция яугиры булыуҙың нимә икәнен беләбеҙ бит инде. Әммә һуңынан көс, сабырлыҡты йыйып, Өфөгә йыйылыу пунктына килдек. Бөтә туғандар, коллегалар Рафиҡты оҙатырға килде һәм тиҙерәк ҡайтыуын теләне. Көн һайын көтөү һәм өмөттәр мине көслөрәк итә. Өмөтһөҙлөккә, паникаға бирелмәйбеҙ, улай ярамай. Тиҙҙән барыһы ла тамамланыр һәм ғаилә башлығы өйҙә булыр, яратҡан эшен дауам итер, тигән өмөт менән йәшәйбеҙ. Уны бөтә дуҫтары көтә һәм мин уларға ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәм. Балалар менән уны һәм башҡа яугирҙарҙы иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ".
Эдуард ҠУСҠАРБӘКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА