«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАҒЫНДЫМ, АЛБАҪТЫМ!
+  - 


-Төш етә бит, балам, тормайыңмы?..
Ҡайҙандыр ер аҫтынан ишетелгәндәй тоноҡ тауыш, шомло һиллекте боҙоп, иҫһеҙ ятҡан Фауаристы һиҫкәндерҙе лә асылына ҡайтарғандай булды. Әсәһе өндәшә түгелме? Эйе уның танһыҡлап кителгән йомшаҡ, ойотҡос тауышы. Ҡасандан ишетелгәне юҡ... Кинәт йөрәкһегән егет ҡуҙғалмаҡсы итте, әммә бөтә тәнен һөйәктәренә тиклем өтөп алған ҡот осҡос ауыртыуҙан ҡабат ҡараңғылыҡҡа сумды..
- Эй-й, ошо малайҙың! Ҡайһы ереңә шул ҡәҙәре йоҡламаҡ кәрәк, ә? - Әсәйенең инде әргә тартым шелтәле тауышы тағы ишетелде. - Атаң, ана, яңғыҙы китте. Еңел эшме бесән сабыуы...
Фауарис ыңғырашып ҡуя. Әй, өҙлөкһөҙ мәшәҡәттәрҙән баҫылып йонсоған бахыр атайы әҙ генә көтөп торһа ни була инде… Уны шул тиклем йәлләй бит ул. Хәленән килһә, түргә генә ултыртып ҡуйыр ине лә. Ошоға ҡәҙәр атайының, тырнаҡ менән ҡағылыу түгел, бер ауыр һүҙ әйткәне юҡ улына ҡарата. Ә әсәйе үпкәләгән була, тәрбиәләмәйең, эшкә өйрәтмәйең, ти, бер йоҡо моҡсайы булып ҡына үҫә инде. Тәьҫирлерәк булһын өсөн танауын һөртөп, мыршылдап та ала. Ышаныслы итеп. - Һин, улым, әсәйең ҡушҡанды тыңлап ҡына йөрө. - Атайҙың бар шелтәһе ошо була...
- Бик барыр инем, әсәй, ни эшләптер тора алмайым да ҡуямсы. Аяҡ-ҡулым ойоп тора, бәйле кеүек.
- Таң атҡансы ҡыҙ... ҡайҙалыр, кемдер артынан сапҡасың...
Фауарис тағы ярым-ярты иҫенә килә, шешмәкләнгән ҡабаҡтарын күтәрә. Улары ла ауырайып киткән һымаҡ, көслөк менән асыла. Барлы-юҡлы ғына ғәйрәтен ала. Ниндәй көнгә ҡалды бит, ә, кисә генә тибеп тимер өҙөрлөк ир-егет, күҙен асырлыҡ та хәле юҡ.
…Баш осонда зәңгәр упҡын. Шул упҡынды иңләп кәпәс ҙурлыҡ ҡына бер-ике аҡ болот йөҙә. Кәйелеп-кәйелеп ниндәйҙер ҡоштар уйнай. Уларға һуғыш юҡ, уларға рәхәт, уларҙың бер ере лә һыҙламай...
Сеү! Ҡайҙан килә йән өшөткөс геүләү? Күк күкрәүенә тартым гөрөлдәү тәүҙә ишетелер-ишетелмәҫ кенә башлана ла көсәйә, ҡеүәтләнә бара һәм нимәлер әсе итеп һыҙғыра башлай. Ахырҙа, емергес көс, ер һелкетеп, үкерергә, дөбөр-шатыр килеп ажғырырға тотона. Сафтан-саф зәңгәрлекте һөрөм баҫа, тынды ҡурып барған ҡайнар ҡояш аҫтында тонсоҡторғос саң-туҙан күтәрелә. Салҡан ятҡан Фауаристың битенә ваҡ таш, балсыҡ киҫәктәре яуа, күҙҙәренә тупраҡ тула. Ә уның шул күҙҙәрҙе ҡапларлыҡ та әмәле юҡ. "Ҡыл ҡыбырлатырлыҡ хәл ҡалманы", - ти торғайны атайы, бына ҡалайыраҡ була икән ул. Фауарис сөскөрөп ебәрә, йүткерергә итә, әммә күкрәгенә меңәрләгән энә ҡаҙалыуҙан хәрәкәтһеҙ ҡала. Ул тағы һушһыҙ. Әсәй тауышы тағы ризаһыҙлыҡ белдерә:
- Әрме барам, әрме китәм тигән булаң, йоҡоһона баш була алмаған һалдат унда нимәгә? Һине кем алһын әрмегә? Үҙ башына бер хәсрәт итеп?
"Бер хәсрәт итеп..." Ошо һүҙҙәр Фауаристың иң яратмағаны. Уның бит бер кемгә лә баш хәсрәте булғыһы килмәй. Әсәйе лә инде...
Хәйер, әлеге һүҙҙәрҙе, ғәҙәттә, әсәй кеше иң һуңғы дәлил итеп ҡуллана. Башҡаларының бер ниндәй тәьҫире ҡалмағанда ғына. Әлбиттә, яман уйҙан сығып түгел. Бөтә әсәйҙәр кеүек, ул да үҙ балаһына тик яҡшылыҡ ҡына теләй, сос, егәрле кеше булыуына өмөт бағлай. Ниндәй генә әсә башҡаса уйлаһын да, башҡаса эшләһен инде. Ҡәҙерле кешеһенең ошолай әйтеүе була, таңға ғына ятып, илерек ише йоҡоһона баш була алмай аҙапланған Фауарис йылдам һикереп тора һала. Шул ҡәҙәре намыҫына тейә әлеге һүҙҙәр...

* * *

"Әрме? Әрме, тинеме әсәйе?" Фауарис, инде нисәнсе тапҡыр, күҙҙәрен тағы асты. Асты ла ғәҙәти булмаған тынлыҡҡа ҡолаҡ һалып ята бирҙе. Шылт иткән дә тауыш юҡ. Ул ҡайҙа? Бәй, яртылаш күмелгән килеш ниндәйҙер тупраҡ өйөмө аҫтында аунап ята бит. Ә атайы менән әсәйе? Тауыштарына ҡарағанда, әле генә ошондалар һымаҡ ине.
Ҡолаҡҡа ятышһыҙ ят телмәр ишетелде. Һоро кейемдәге кешеләр уны уратып алдылар ҙа уҫал ҡарап тора башланылар.
- Штейт ауф! - Автоматын арҡыры тотҡан береһе аяғына килтереп типте. Ҡанға батып ятҡан Фауарис, ныҡ ауыртынһа ла, ҡыбырламаны. Ҡыбырларлыҡ көсө ҡалмағайны. Әллә эске аңы менән ҡотолоу юлы тик ошо хәрәкәтһеҙ ятыуҙа ғына икәнен аңланымы?
- Капут! - Икенсеһе рыя ғына ҡул һелтәне.
Үлем көҫәп артабан киттеләр. Бер аҙҙан уларҙың аҡырышҡандары, һаһылдашып көлөшкәне, атыш тауыштары ишетелде. Илбаҫарҙар ирәйеп байрам итә.
"Ниместәр!" Ҡайҙа һәм ни сәбәптән аунап ятҡаны Фауаристың шунда ғына аңына барып етте. Әле генә бит уның күҙенә әжәл ҡарап торҙо. Туп-тура итеп. Нисек һиҙмәне дошман һалдаты уның тере икәнен? Кем, ниндәй көс фашисты атып ебәреүҙән тыйҙы? Атай-әсәй фатихаһымы, түш кеҫәһендә ятҡан доғалы бетеүме? Уны, ахыры, барыбер әҙәм булмай, барыбер үҙе дөмөгә тип уйланылар. Ҡаты яралыларҙы атып йөрөгән яһилдар шул рәүешле Фауарисҡа бер патрон йәлләнеме? Ниндәй һаҡсылдар, ә! Бөтмөр ҡәбәхәттәр!
Фауаристың янында әсәйе лә, атайы ла, башҡа кеше лә юҡ. Ҡаршыһында һуғыш ҡына. Үлем сәскән, ҡайғы-хәсрәт сәскән ҡәһәрле һуғыш! Ә бая ишетелгән танһыҡ тауыштар - һаташыу ғына булған. Бары шул ғына!
1941 йылдың бар мәғәнәлә лә ҡайнар июнь аҙаҡтары. Ил сиге һаҡсыһы булып хеҙмәт башлаған Фауарис шулай һуғыштың башында уҡ ҡаты йәрәхәтләнеп, ауыр хәлдә ҡалды. Әле ул ни тере, ни үле. Бая ниместәр ҙә ошоно күргәндер. Ул күңеленән инде барыһы менән дә бәхилләшеп бөттө. Хуш ерем, хуш илем, хушығыҙ атай-әсәй, ҡусты-һеңлеләрем! Бәхил булығыҙ, тыуған яҡтарым! Мин һеҙҙе башҡаса күрә алмамдыр. Онотмағыҙ мине, иҫкә алып, рухымды барлап тороғоҙ. Тик бына ҡайҙа ауғанымды, ҡайҙа ятҡанымды ғына белә алмаҫһығыҙ. Үкенес.
Сираттағы "терелеүендә" Фауаристы кемдер, ҡайҙалыр өҫтөрәй кеүек ине. Бик ауырлыҡ менән. Яралының һәленеп төшкән уҫлаптай кәүҙәһе алға шыумай, ҡарышып-ҡарыша.
- Тиҫкәре башҡорт! Албаҫты! Был тиклем дә ауыр булырһың икән! - Яҡында ғына санитарка ҡыҙҙың илаулағаны ишетелә. Ул, күрәһең, һуңғы көсөн һалып тырмаша. Әрләй, тиргәй башҡортто. Әйтерһең дә, башҡорт үҙ теләге менән ошо хәлгә төшөп ята. Ҡана һуң ошоноң ише яман тәҡдирҙәргә буйһонмай ғына йәшәп булғанда...
Бер аҙҙан теге тиргәү йәлләү-әүрәтеүгә күсә:
- Әйҙә, йәнем, әйҙә баһадирым-башҡортом, түҙ инде, Албаҫтым, хәҙер етәбеҙ, тағы аҙ ғына ҡалды... - Тауышы былай наҙлы ғына икән был санитарканың. Әсәйенеке кеүек. Әллә ысынлап та әсәйеме? - Һалдат тағы һаташа һымаҡ. - Юҡтыр ҙа, әсәйе өйҙә ҡалды. Ул бында ни эшләп йөрөргә тейеш. Шайтан ҡотҡоһона бирелеп Әжәл туй үткәргән яланда... Тик был русса һөйләшкән ҡыҙ "албаҫты" тигән башҡорт һүҙен ҡайҙан белә?
- Һин кем? - тип ыңғырашып һораны һалдат. - Һин башҡорт ҡыҙымы?
- Бына албаҫты, үлеп барғанда ла үҙенең башҡорттарын таптыра… - тип, көскә хәл алған ҡыҙ тағы алға ынтыла…

* * *

…Ун туғыҙы ла тулмаған йәш кешенең тәнендәге тәрән йәрәхәттәр ярайһы уҡ тиҙ уңалды. Ярай әле, эргәһендә генә ярылған туптың баҙлаған ярсыҡтары нисектер йән еренә ҡағылмаған, ғүмерен аяған. Өс ай самаһы хәрби-ялан госпиталендә дауаланғандан аҙаҡ сығыу көнө етте. Ошо арала яу ҡырынан алып сыҡҡан шәфҡәт туташы Полина менән дуҫлыҡ ептәрен шөйлә нығыттылар. Хәйер, дуҫлыҡ ҡынамы?.. Ташып барған хистәрҙе дуҫлыҡ тип кенә атап буламы икән? Полинаның теге саҡта, яралы Фауаристы яу яланынан һөйрәкләп алып сыҡҡанда, "Албаҫтым! Башҡортом!" тип һөйләнә-һөйләнә тиргәшеүе лә юҡтан булмаған: олатаһы башҡорт милләтенән булған уның. Бөйөк Ватан һуғышында осратҡан уның олатаһын өләсәһе. Аҙаҡ юлдары айырылған. Өләсәһе ауыр яраланып, оҙаҡ ҡына Мәскәү госпиталендә дауаланып ятҡан. Ҡыҙы, Полинаның әсәһе лә, шул госпиталдә тыуған. Һуғыштың ҡыҙыу мәлендә ҡыҙының атаһын юллап йөрөү форсаты ла булмағандыр инде, шул көйө аралар өҙөлгән рус ҡыҙы менән башҡорт һалдатының. Тик олатаһынан ана шул "Албаҫтым!" тип яратып әйтелгән һүҙен генә ғүмер буйы теленән төшөрмәгән өләсәһе…
…Штабта кәрәкле ҡағыҙҙарын тиҙ арала йүнләп бөткән бәхетле Фауарис ишек яғына йүнәлде.
- Туҡта, туҡта, рядовой, - ошо мәл көтөлмәгән хәл булды. Оло өҫтәл артындағы зәңгәр тирәсле фуражка кейгән өтөк капитан уны туҡтатты: - Кил әле бында, һалдат.
- Есть! - Күтәренке күңелле Фауарис тып итеп уның ҡаршыһына баҫты, - иптәш капитан, рядовой...
- Һине бит немец автоматчиктары уратып торғанын күргәндәр... - Тегеһе уны бүлдерә һалды. - Шаһиттар бар.
- Бәлки, күргәндәрҙер, мин иҫләмәйем. Һушһыҙ ятҡанмын.
- Шулай уҡ иҫләмәйһең? - Офицерҙың ауыҙы мыҫҡыллы салышайҙы. - Бөтөнләйме?
- Так точно!
- Ә хәҙер шуны әйт: башҡаларҙы эт урынына атып йөрөгән фашистар ниндәй мөғжизә менән һиңә теймәне?
- Бе... белмәйем, иптәш капитан... Аңламайым да, һеҙ нимәгә төрттөрәһегеҙ?..
- Араларында ҡоҙаң булмағандыр бит?
- Ниндәй ҡоҙа, ти! Улар фашист! Мин уларҙы күрә алмайым. Мин уларҙы...
- Һеҙҙекеләр барыһы ла шулай аҡлана.
- Һеҙҙекеләр? Ипт... кап...
Фауаристы, ҡулдарын ҡайырып, шунда уҡ комендатураға оҙаттылар. Унан айырым бүлек (особый отдел) тип аталған ҡот осҡос урынға бикләп ҡуйҙылар ҙа, унда ниҙер таптырып, ниҙер әйттерергә, ниндәйҙер ҡағыҙ остоғона ҡул ҡуйҙырырға теләп, хәтһеҙ туҡмағандан һуң иҫһеҙ көйө махсус зинданға ырғыттылар.
Көн яҙлыҡтырмай оҙайлы һорау алыуҙар, мәғәнәһеҙ ҡапаҡлауҙар, аямай типкеләүҙәр башланды. Фауарис үҙе менән ни өсөн шулай ҡыланғандарын аңлап та етмәй ине, әммә тегеләрҙең күрһәткән ҡағыҙына ҡултамғаһын ҡуйманы. Ул инде был урындан ҡотолоу ғына түгел, тере ҡалыуҙан да төңөлөп бөттө. Шундай көндәрҙең береһендә һорау алыу (язалау, тип уҡы) бүлмәһенә зәңгәр күҙле, һары сәсле, һомғол кәүҙәле йәш кенә ҡыҙ килеп инде. Бите-башына ҡан уҡмашҡан Фауаристы күреп, ул телһеҙ ҡалды. Шаҡ ҡатҡан һылыуҡай бер аҙ торғандан һуң ғына асылына килеп, уҫал һораны:
- Был егет ни сәбәптән бында? Ни өсөн туҡмайһығыҙ уны?
- Бәй, һеҙ таныштармы әллә? - Бер мөйөштә аҫтыртын йылмая биреп ултырған офицер телгә килде. - Бына көтмәгән инем.
- Мин уны ут эсенән алып сыҡтым, - булды яуап, - ул ҡаты яралы һәм һушһыҙ ине.
- Сержант Прохорова, һин уның немецтар менән һөйләшеп торғанын күрҙеңме?
- Ниндәй һөйләшеү? Ниндәй тороу? Әйтәм бит, ул үлем хәлендә ине. Ул... эх, һеҙ!
- Туҡта, сержант! - Капитан ҡыҙҙы тупаҫ рәүештә бүлдерҙе: - Әллә һатлыҡ йәнде яҡлашып маташаһың инде?
- Иптәш капитан, ул һатлыҡ түгел. Ул ауыр яралы, тупраҡҡа яртылаш күмелеп ята ине.
- Һәйбәт маскировка. Башы еткән.
- Ә яраланыу? Ул да маскировкамы? Ул үҙенә-үҙе туптан атҡанмы? Уның һау урыны ҡалмаған ине...
- Ә ни эшләп уны, нәҡ уны ғына, дошман һалдаттары расходҡа сығармай киткән? - Капитан тыныс ҡына тәмәкеһен борхотто, - бына эш нимәлә. Һин ҡысҡырынма әле бында.
- Уныһы миңә билдәһеҙ, - сая ҡыҙ ҡаушай төштө. - Бәлки, улар араһында ла кеше йәнлеләре барҙыр...
- Кеше йәнлеләре? Фашистарҙа?
Ошо мәл ишектә ыҫпай генерал күренде. Бүлмәләгеләр аяғүрә баҫты. Хәлһеҙ Фауаристан башҡаһы.
- Тә-әк, иптәш яугирҙар, - генералдың талапсан ҡарашы, сиратлап, барыһын да ҡапшап сыҡҡандан һуң өтөк офицерҙа туҡталды. - Бында нимә булып ята, капитан? Был яралы һалдат ни өсөн лазаретта түгел?
- Һатлыҡ йәндән һорау алабыҙ, иптәш ген...
- Ул һатлыҡ йән түгел! Мин уны үлемдән ҡотҡарҙым!
- Унда тағы кемдең тауышы сыға? - Генерал мөйөштә бөршәйеп торған ҡыҙға боролоп ҡараны. - Ә-ә, санитарка Полина. Сибәр балаҡай.
Сержант аяғүрә баҫып, генералға честь бирҙе. Йөҙө ҡарайған өтөк ҡойолоп төштө.
- Йә, яҡшылап аңлатығыҙ, ниндәй эш боҙған был рядовой? - Тыныслана төшкән генерал өҫтәл артына ултырҙы.
- Уны немец һалдаттары атмай китте, - иң әүәл капитан осоп сыҡты. - Тимәк, ул һатлыҡ йән...
- Түгел! Түгел! - Әсенгән Полина ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. - Ул яралы ине! Ул үлем хәлендә ине! Мин уны үҙебеҙҙең алғы һыҙатҡа, окоптарға тиклем һөйрәп килтерҙем.
- Капитан, ҡаршы яҡтың атып үлтермәй китеүе һатлыҡ йәнлеккә һылтау була аламы? Был дәлилде ҡайҙан алдың? Ошо иҫбат ителмәгән ғәйепте сәбәп итеп, ниңә ҡыҙылармеецты шул ҡәҙәре ҡыйнарға? - Генерал һорау артынан һорау яуҙырҙы. - Уның шаһиты бар, ә һинеке ҡайҙа?
- Бы... бына уның яр... яраланыу тарихында яҙылған. Немецтар ҡарап торғандар ҙа...
- Ул тарихты һин уйлап сығарманыңмы ни?
- Барыһын да түгел...
- Ҡыҫҡаһы, мин хәрби тикшереү эше үткәрергә бойорам. - Генерал тубығына һуғып алды. - Үтә етди һәм ентекле итеп. Сөнки хәлдең бындайы беренсе тапҡыр түгел.
Күп тә үтмәҫтән, күҙ-башы ҡарайып бөткән "тырыш" капитан хәрби трибунал алдына баҫты. Күренеп тора, үҙе кеүек унан да "дөрөҫлөктө" йоҙроҡ ярҙамында һығып сығарғандарҙыр ҙа, әйтергә теләмәгәнен әйттергәндәрҙер. Уның әлеге алым менән башҡа байтаҡ, хатта бик күп яугирҙарҙы эшлектән сығарыуы асыҡланды. Бына ҡайҙа булған ул ысын һатлыҡ йән, хәсис дошман!
Трибунал рәйесе полковник ҡарарҙы уҡып ишеттерҙе. Ул ҡыҫҡа һәм аныҡ ине:
- Бер сәбәпһеҙгә намыҫлы яугир ҡыҙылармеецты сафтан сығарып, совет иленең, уның халҡының һуғышсан һәләтенә кире ҡайтарғыһыҙ зыян килтергәне өсөн халыҡ дошманы тип һанарға һәм иғлан итергә. Башҡарылған енәйәте өсөн, юғары командование иғлан иткән хәрби хәлгә ярашлы, саф алдында атыу язаһына тарттырырға. Ҡарар ҡайтанан ҡаралмай һәм уны кисекмәҫтән тормошҡа ашырырға. Алып китегеҙ...
Шулай итеп, үҙен донъя кендеге һанап йөрөгән капитан үҙ башына үҙе етте. Ә Фауарис - күкрәген сөгөн туп ярсығы онтап, әжәлдән ҡала алған совет һалдаты - ныҡ туҡмалыуҙан имгәнеп, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ ғәрип тип табылды һәм өйөнә ҡайтарып ебәрелде...

* * *

- Тора һалһаң ни була, балам...
- Хәҙер, әсәй, мин уяу ятам. - Бер күҙе күрмәгән Фауарис ауырлыҡ менән тороп ултыра. Уның "һуғышта" һынып-онталып бөткән ҡабырғалары әле булһа үҙәккә үткәреп һыҙлай. Тик был турала ул әсәйенә лә, башҡа кешегә лә белгертмәй. Эште лә ауырына-еңеленә бүлеп тормай, ни ҡушһалар, шуны урын-еренә еткереп башҡарырға тырыша.
Сараһыҙҙан табип комиссияһына эләгеп, демобилизацияланған Фауаристың ҡайтып төшөүенә ярты йыл тула. Ошо осорҙа фронтҡа алынған атайының хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында ҡағыҙы килде. Шулай ҙа, хәбәр-хәтерһеҙ юғалған - ҡаһармандарса һәләк булған түгел, өйҙәре менән уны көтәләр, өмөтләнәләр.
Фауаристы ике тапҡыр үлем ҡосағынан йолоп, баштараҡ сәләм-хат ебәреп торған шәфҡәт туташы һылыу Полина ла ниңәлер яҙмаҫ булды. Яҙмаҫ булды тип, ул кем һуң Фауарисҡа? Фронт юлдарында осраҡлы ғына тап булған мәрйә. Өс хаты килгән икән, унан нимә? Бәлки, Фауаристың яуап хатын алмағандыр, шуға күрә яҙмайҙыр. Бәлки, икенсе берәүҙе осратҡандыр. Йәш, матур ҡыҙ - бының бер ғәйебе лә юҡ.
Ошо рәүешле һуңғы мәлдә, ғәжәп, отставкалағы рядовой Фауаристың уйында ла, төшөндә лә, хатта ҡайсаҡ телендә лә гелән Полина булды. Ҡыйыу сержант Прохорова. Шул ауан ҡыйыулығы арҡаһында шәһит китеүе лә бар. Һуғыш ҡорбан-һыҙ булмай. Бигерәк тә кешелекте күрә алмаған фашист илбаҫарҙары менән яғалашҡанда.
- Ана, һиңә килгәндәр, улым, - бер иртәлә түтәл тәрбиәләп йөрөгән әсәйе йүгереп инде.
- Кем ул?
- Сибәр генә бер ҡатын. Һалдат кейемендә.
Күтәрмәлә лейтенант погондары таҡҡан Поля-Полина йылмайып тора. Алһыу сикәләрендә матур уйымдар барлыҡҡа килгән. Фауарис бер килке үҙ күҙенә ышанмай торҙо.
- Нимә, танымайыңмы әллә, рядовой Фауарис? - Ҡыҙ зыңлатып көлдө. Нәҡ теге мәл, ялан госпиталендәге кеүек.
- Нисек бы… былай… көтмәгәндә? - Егет көскә телгә килде.
- Һағындым, Албаҫтым.
- Мин дә. Оҙаҡҡамы?
- Бөтөнләйгә.
- Ысынлапмы?
- Хәрби хеҙмәттән ваҡытлыса азатмын. - Полина тағы көлдө. - Беҙҙең генерал юллауы буйынса.
- Нисек улай?
- Ә мин өләсәйемдең яҙмышын ҡабатламаҫҡа булдым. Йөрәк аҫтымда тағы бер албаҫтым бар… Бәләкәй генә. Ул үҙ атаһы янында булырға тейеш, тип уйланым…
- Аһ, яҙмышым минең!
- Ипләп ҡылан, башҡорт...
Фауарис мәрйәне һаҡ ҡына ҡосағына ҡыҫты. Был мәл өйҙән сығып килгән әсәйе уларға ҡарап шаҡ ҡатҡан ине.


"Киске Өфө" гәзите, №31, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.08.24 | Ҡаралған: 106

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru