«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЙӘШТӘРЕБЕҘ АРАЛАША...
+  - 

Йылайыр районында "Аҫылташ - 2024" йәштәр мәғариф форумы үҙ эшен тамамланы.

Республиканың маҡсатлы йәштәре өс көн дауамында бында белемдәрен камиллаштырҙы, уңышлы яҡташтарыбыҙ менән осрашты, оҫталыҡ дәрестәрендә һәм үҫтереүсе уйындарҙа ҡатнашты. Форум сиктәрендә "Батырҙар уҙышы" ла ойошторолдо. "Йолаларҙы һаҡлап" девизына нигеҙләнгән форумдың төп принциптарының береһе - башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау һәм популярлаштырыу. Был маҡсатта ойошторолған этномайҙансыҡтарҙа йәштәр кейеҙ баҫыу оҫталығына өйрәнде, үҙҙәрен уҡ атыуҙа һынап ҡараны, халыҡ бейеүе элементтары менән танышты, заманса түшелдеректәр эшләү серҙәренә төшөндө. Ә түңәрәктә ойошторолған халыҡ уйындары барыһының да күңеленә хуш килде.
Форумдың тағы бер сағыу ваҡиғаһы "Росмолодежь" Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсын йомғаҡлау булды. Гранттар конкурсының 3,5 миллион һумлыҡ фондын 9 еңеүсе бүлеште. Сараны ябыу тантанаһында иң әүҙемдәргә республика Башлығының "Башҡортостан Республикаһының ирекмәне" почет билдәһе һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.
"Халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың киләсәге йәш быуындың ниндәй булыуы менән бәйле. Мин үҙем йәштәр сәйәсәтендә ҡатнаштым, һәм ул ваҡытта беҙ бындай саралар тураһында хыяллана ғына инек", - тип мөрәжәғәт итте форумда ҡатнашыусыларға республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов. Ул һәләтле йәштәр менән бергә Йылайыр районының "Дуҫлыҡ" лагерындағы йәштәр аллеяһына ағас үҫентеләре ултыртыуҙа ҡатнашты.
"Аҫылташ" форумы Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында Йәштәр яҡташтар ассоциацияһы менән берлектә республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты тарафынан "Берҙәмлек" проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.

"Киске Өфө" гәзите, №31, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.08.24 | Ҡаралған: 353

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru