«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуғыш тарихы һеҙҙең ғаиләлә лә ҡабатланамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БӨРЙӘН АЙЫУҘАРЫ ШУНДАЙ!
+  - 

Бөрйәндәге "Шүлгәнташ" дәүләт ҡурсаулығының музей-экскурсия комплексы хеҙмәткәрҙәре өсөн тағы бер мәшәҡәт өҫтәлгән: улар килгән ҡунаҡтартарҙы, ял итеүселәрҙе айыуҙарҙан ҡурсалай.

Был юлы комплексҡа өс айыу килә. "Шүлгәнташ" дәүләт ҡурсаулығы директоры Михаил Косарев һөйләй: "Беҙ бер нисә хеҙмәткәр менән кис килеп, айыуҙарҙы күҙәтеү өсөн һәр беребеҙ уңайлы урын алдыҡ. Беҙҙең алда ҡатмарлы бурыс тора: нисек тә был өс йыртҡысты ҡыуып ебәрергә. Ләкин айыуҙар кешенән ҡурҡмай, уларҙы ваҡытлыса ғына өркөтөргә була. Оҙаҡламай хайуандар яңынан пәйҙә була һәм ҡунаҡ йорттарына, сүп-сар һауыттарына, умарталарға яҡынлай. Яңыраҡ бер тайыштабан ҡунаҡтарҙың ҡотон алғайны. Икенсе тайыштабан сүп-сар контейнерҙарын түңкәреп, ҡурсаулыҡ биләмәһендә аҙыҡ эҙләп йөрөнө. Уларҙың ҡарбуз һәм ҡауын ҡалдыҡтарын эҙләп килеүенә инандыҡ..."
Дәүләт инспекторы Кирилл Евстегнеев поста дежурҙа торғанда тайыштабандың төнгө мажараларына шаһит булыуы тураһында һөйләне: "Бер айыу музейға һәм экскурсия комплексына Ағиҙел йылғаһы яғынан килгән, ҡурсаулыҡ экскурсоводтары йәшәгән йорт янынан үткән. Улар миңә шунда уҡ хәбәр иттеләр. Йыртҡысты ҡыуа башланым, ә ул тау яғына урманға инеп китте. Күп тә үтмәне, яҡындағы ҡунаҡхананан шау-шыу, ҡысҡырыуҙар ишеттем. Шул саҡ аңланым: айыу сүп-сар һауытын ҡолатҡан һәм унан ҡауын алған. Был хәл төнгө сәғәттә булды", - тине Кирилл Евстегнеев.
Экологик белем биреү, пропаганда һәм мәғлүмәт секторы начальнигы Ләлә Хәйбуллина граждандарға хайуанды ашатырға, уға яҡын барырға ярамағанлығы хаҡында иҫкәртә һәм аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтарын туҡталыштар, йорттар янында төнгә ҡалдырмаҫҡа кәңәш бирә. "Айыу менән осрашҡанда ситкә ҡарамағыҙ, әкрен генә сигенегеҙ, тыныс булығыҙ. Әгәр йыртҡыс һеҙгә табан йүнәлә икән, уның ҡылығын туҡтап, кү-ҙәтеп торорға кәрәк. Белгестәр йүгермәҫкә, ағасҡа менмәҫкә кәңәш итә - айыуҙар быларҙың барыһын да кешеләргә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ башҡара, һеҙ ҡотола алмаясаҡһығыҙ, һөжүмде ҡуҙғытасаҡһығыҙ. Уға бер нәмә лә ырғытмағыҙ һәм ҡысҡырмағыҙ, әммә тигеҙ тонда һөйләшергә, киреһенсә, хайуанды тынысландырырға кәрәк", - тип кәңәштәре менән уртаҡлаша "Шүлгәнташ" ҡурсаулығының музей-экскурсия комплексы хеҙмәткәре.

Дарья СУББОТИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.08.24 | Ҡаралған: 322

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru