«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"БАШҠОРТ АТЫ" ТАРИХ ДӘРЕСЕНӘ ТОРОРЛОҠ!
+  - 

"...Донъяға яралғандан бирле эйәр өҫтөнән төшмәгән башҡорттоң йөрәге ат тояғы тауышына көйләнгән. Шуға күрә уны ҡуҙғатыр өсөн дә бейеүебеҙҙә тояҡ тауышы ишетелергә тейеш. Ат тояғы тауышы ишетелдеме, башҡорттоң йөрәге дөпөлдәй, ҡупҡалйый башлай..."

Был юлдарҙы 2004 йылда "Байыҡ" тигән повесымды ижад иткәндә яҙғайным. Ә 15-16 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында уҙған "Башҡорт аты" Халыҡ-ара фестивалендә повесымда яҙған юғарылағы һүҙҙәрҙең ысынбарлыҡҡа ашыуының шаһиты булдым. Оҙон-оҙаҡ итеп рух тураһында доклад һөйләү ҙә, нотоҡ уҡыу ҙа кәрәкмәй - милли кейем кейгән батыр егеттең, һылыу ҡыҙҙың арғымаҡта елеүенә тамаша ҡылыу ҙа, тояҡ тауыштарын тыңлау ҙа етә. Тояҡ тауышындағы рухи сигналдар булмышыбыҙҙағы, ҡаныбыҙҙағы үтә лә нескә милли тойғобоҙға тәьҫир итеп, боронғолоғобоҙҙо уятып, хисебеҙҙе һеңгәҙәтеп, аңыбыҙҙы аҡтарып сығара. "Башҡорт аты" фестивале тап ошондай тәьҫир көсө менән үҙенсәлекле саралыр тип уйлайым. Кем берәү әйтмешләй, былай булғаны юҡ ине әле. "Башҡорт аты" байрамы бына тигән тарих дәресенә торорлоҡ. Һүҙ арзанайған, фекерҙәр һайыҡҡан заманда рухи бөтөнлөгөбөҙҙө һаҡлар шаңлы тарихыбыҙ шаңдауын күңелебеҙгә алып килә "Башҡорт аты"!
Колхоз-совхоздар гөрләп эшләгән саҡтарҙа бындай рухтағы төп байрамыбыҙ һабантуй булды. Уны ваҡытында хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләүгә ҡоролған байрамға әйләндерергә нисек кенә тырышмаһындар, ул барыбер төп рухи байрамыбыҙ булып ҡалды. Әммә донъялар үҙгәреп, ауыл хужалығының төп таянысын тәшкил иткән колхоз-совхоздар ҡолағас, һабантуйҙар, нисектер, төҫһөҙләнеп ҡалғандай тойолғайны. Был йәһәттән "Башҡорт аты" Халыҡ-ара фестивале бынамын тигән йолаға әйләнерлек ваҡиғаға торошло ла инде. Шулай түгелме ни?..

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.24 | Ҡаралған: 90

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru