Гәзиттә республикаға ҡағылышлы күҙәтеүҙәрҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып барам. Әллә күпме күрмәгән матур урындар бар икән, тип һоҡланһам, проблемалар тураһында уҡып борсолам. Гәзиткә яҙышҡан кеше булмаһам да, үҙемдең фекерҙәр менән дә уртаҡлашҡым килде.
Сығышым менән Федоровка районынан мин. Мәктәптән һуң ситкә сығып китеп, хәрби белем алып, ошо өлкәнән хаҡлы ялға сыҡтым. Хеҙмәтем буйынса илдең бик күп урындарында булырға тура килде. Әлбиттә, һәр төбәктең дә үҙенә генә хас күркәмлеге, матур-матур урындары бар, ғәжәпкә һалған күренештәре лә етерлек булды. Ләкин тыуған яҡ - ул тыуған яҡ инде, хаҡлы ялға сыҡҡас та үҙемдең тыуған районыма ҡайтып төпләндем.
Балалар баш ҡалала йәшәгәс, шул яҡҡа йыш йөрөйбөҙ. Шөкөр, юлдар төҙөк, Өфө-Ырымбур трассаһында юл яны инфраструктураһы ла яҡшы ғына кимәлдә үҫешкән. Шулай ҙа Мәләүездән Стәрлетамаҡҡа тиклемге юл киңәйтелһә ине, тигән теләк бар ине, оҙаҡламай ул тормошҡа ашырға тора. Күптән түгел генә республика етәкселеге Стәрлетамаҡтан Салауатҡа тиклем юл киңәйтеләсәк, тип белдерҙе. Бик мәслихәт эш. Хәүефһеҙлек тәүге урында булырға тейеш.
Юлдар, тигәндәй, республикала тимер юлына ла ҙур иғтибар бирелә. Бынан алда Өфө - Ырымбур маршруты буйлап яңы, заманса электричкаларҙың йөрөй башлауы был яҡтағы халыҡҡа бик ҡулай булды. Студенттарҙы, хаҡлы ялдағыларҙы ташламалы хаҡ менән йөрөтөүҙәренә ҙур рәхмәт тиергә генә ҡала. Күптән түгел Өфө менән Белорет араһында ла ошондай электричка йөрөй башлауына шатландым, оҙаҡламай Өфө - Магнитогорск араһында ла тиҙ йөрөшлө электричкалар ебәреләсәген уҡып ҡыуандым. Барыһы ла яҡшыға, шөкөр.
Курск өлкәһендә барған хәл-ваҡиғалар йөрәкте өҙә. Ошондай мәлдә республика халҡының берҙәм булып гуманитар ярҙам йыйыуын күреп, яҡташтарым өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Берҙәмлек беҙҙе көслө итә.
Ҡыҙҙарым мәктәптә эшләгәс, уҡытыусыларҙың йыл да уҙғарылған август кәңәшмәһен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп барабыҙ. Быйыл күңелде һөйөндөргән яңылыҡтар етерлек булды. Башҡортостан Башлығы үҙенең сығышында һуңғы биш йылда төбәктә 44 яңы мәктәп сафҡа индерелеүе тураһында белдерҙе, шулай уҡ әллә күпме балалар баҡсаһы ишектәрен асҡан, төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Йәмғиәттең киләсәген уҡытыусылар тәрбиәләй, тиһәм дә хата булмаҫ. Шуға күрә икенсе йылдан башлап уҡытыусыларға икешәр аҙнаға санаторийҙарға юллама биреү мәсьәләһенең күтәрелеүен бик хуплап тыңлап ултырҙыҡ.
Республикала "Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге" программаһының уңышлы эшләүен билдәләп үтергә кәрәк. Белорет ҡалаһында йәшәгән таныштарым ошо программа сиктәрендә яңы ғына булып уҙған "Башҡорт аты" Халыҡ-ара фестиваленә барып ҡайтыуҙарын бик ҡыҙыҡтырып һөйләне. Ҙур, уңайлы автобустарҙа юлдың үткәне лә һиҙелмәй, ти. Барғансы-ҡайтҡансы үҙебеҙҙең йәшлек йырҙарын йырлап, йәштәштәре менән рәхәтләнеп аралашып йөрөп ҡайтыуын, бик күңелле булыуын һөйләне. Хаҡлы ялдағыларҙы онотмай, махсус проект булдырып, төрлө урындарға алып йөрөүҙәренә рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ, тип шатлығын йәшермәй танышыбыҙ. Ҡатыным да ошо программа буйынса баш ҡалаға барғайны, шулай уҡ күңеле булып ҡайтты.
Республикабыҙ гөрләп үҫешә, килеп тыуған мәсьәләләр хәл ителә, халыҡ үҙе лә әүҙем, берҙәм. Артабан да барыһы ла яҡшы булһын.
Фәнил ӘБҮЗӘРОВ.
Федоровка районы.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА