«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ АТЛЫЛАРЫ ТАНТАНАҺЫ
+  - 


Баймаҡ районында үткән "Башҡорт аты" Халыҡ-ара фестивалендә 11,5 мең самаһы кеше ҡатнашты. Улар иҫәбендә Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Һиндостан, Пакистан, Төркмәнстан, Гаити, Мысыр, Камерун, Гана, Нигериянан һыбайлылар, спортсылар, ғалимдар һәм бизнес вәкилдәре бар ине.

"Баймаҡ ере өсөнсө тапҡыр "Башҡорт аты" фестивален ҡабул итә, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сараны асыу тантанаһында. - Был ата-бабаларыбыҙға, тарихыбыҙға һәм башҡорт халҡының тоғро дуҫы булған атҡа хөрмәт күрһәтеү. Байрам халыҡ-ара сараға әйләнде - йылдан-йыл сит ил делегацияларының артыуына шаһитбыҙ. Фестивалдең маҡсаты - йылҡысылыҡты, ҡымыҙ эшләүҙе үҫтереүгә иғтибар бүлеү. Был шул уҡ ваҡытта фәнни байрам да. Бында беҙ башҡорт атын һаҡлап ҡалыу тураһында фекер алышабыҙ. Белеүегеҙсә, былтыр "Башҡорт аты" атамаһын ҡулланыу хоҡуғына Роспатент таныҡлығын алдыҡ. Хәҙер барыбыҙға ла ошо тоғро юлдашыбыҙ генофондын башҡорт халҡының ғүмере буйына һаҡлап ҡалыу өҫтөндә эшләргә кәрәк. Фестиваль - ул ҙур мәҙәни-спорт байрамы ла. Был сараны ойоштороуҙағы ярҙамдары һәм майҙансыҡ өсөн Баймаҡ районы халҡына ҙур рәхмәт".
Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Эшлекле советы башҡарма директоры Сергей Канавский халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуҙа фестивалдең әһәмиәтен юғары баһалап: "Был байрам ғына түгел, фестивалдә фәнни һәм мәҙәни аралашыу ҙа бара. Һәм сара ысынлап та Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы эшмәкәрлеге сиктәрендә ойошторола, илебеҙ дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтары ла традицияларҙы үҫтереү, бер-береңде аңлау, ихтирам һәм үҙ-ара ярҙам тураһында һөйләй" , - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
"Башҡорт аты" фестивалендә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Йылҡысылыҡты үҫтереү ассоциацияһы директоры Оксана Жаворонкова ла сәләмләне: "Был фестиваль тәү сиратта үҙ мәҙәниәтебеҙҙе нисек яратыуыбыҙҙы, ә башҡорт халҡы аттар менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәрен нисек хөрмәт итеүен һәм һаҡлауын раҫлай. Ә "Башҡорт аты" атамаһын ҡулланыу хоҡуғына Роспатент таныҡлығы мәҙәниәтегеҙҙе һәм йәшәү рәүешегеҙҙе ҡәҙерләүегеҙ хаҡында һөйләй. Башҡортостан аттар һаны буйынса Рәсәйҙә икенсе урын биләй. Шуға күрә башҡорт атының мәҙәниәттә, спортта, һаулыҡ һаҡлауҙа һәр кешегә хеҙмәт итеүе дауамлы булһын. Һеҙ бар йүнәлештә лә - тамғаларҙа, бейеүҙә, музыкала - үҙенсәлегегеҙҙе һаҡлайһығыҙ һәм быуындан-быуынға тапшыраһығыҙ".

* * *

Республика Башлығы Радий Хәбиров "Башҡорт аты" Халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале майҙансығында республиканың фермер хужалыҡтары етәкселәре һәм йылҡысылары менән осрашты.

Сарала 80-гә яҡын делегат ҡатнашты. Көн тәртибендә - тоҡомсолоҡ, продуктив һәм спорт йылҡысылығын үҫтереү, шулай уҡ профилле хужалыҡтарға һәм эшҡыуарҙарға ярҙам сараларын камиллаштырыу мәсьәләләре. Үҙ сығышында республика Башлығы йылҡысылыҡты үҫтереү перспективалары һәм был өлкәләге дәүләт сәйәсәтенең бурыстары тураһында һөйләне. "Йылҡысылыҡ - Башҡортостан иҡтисадының ҙур өлөшө. Төбәктә 130 мең ат иҫәпләнә. Шуға күрә тоҡомсолоҡ эшен алып барабыҙ, ит малсылығын һәм ҡымыҙ етештереүҙе үҫтерәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта ат менән бәйле барыһы ла - башҡорт халҡының мөһим өлөшө. Бында беҙ традицион һөнәрҙәрҙе һаҡлауға һәм ат спортын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ, - тип билдәләне төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. - Дөйөм алғанда, беҙҙең бурыс бик ябай - йылҡысылыҡты популярлаштырыу һәм был йәһәттән бизнес эшен дәртләндереү. Һәм, әлбиттә, тейешле федераль һәм республика программалары сиктәрендә тармаҡҡа ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәкбеҙ".
Эш йүнәлештәре иҫәбендә республика Башлығы шулай уҡ Өфөнөң "Аҡбуҙат" ипподромын үҫтереүҙе һәм һыбай йөрөргә өйрәтеү, ат спорты буйынса фестивалдәр һәм ярыштар үткәреү өсөн яңы майҙансыҡтар булдырыуҙы билдәләне: "Аҡбуҙат" ипподромының спорт йылҡысылығы үҫешенең башланғыс нөктәһе булыуын теләйбеҙ. Мотлаҡ уға ярҙам итәсәкбеҙ, - тип хәбәр итте төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. - Бынан тыш, беҙ Шишмә районында Турахан мавзолейы эргәһендә Башҡорт аты һәм һунарсы ҡоштар үҙәген төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Ул ҙур буласаҡ, биләмәһендә бер нисә йылда ике ипподром, манеж, ат һарайы төҙөргә ниәтләйбеҙ".
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республиканың йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнгән хужалыҡтарға артабан да ярҙам итәсәге хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, йылҡысылар льготалы кредиттар, техника, аттар һатып алыуға һәм бейә һөтөн реализациялауға субсидиялар алыу мөмкинлегенә эйә. "Йылҡысылар республиканың Ауыл хужалығы министрлығы аша тармаҡ ярҙамы программаларында әүҙем ҡатнашырға тейеш. Һуңғы өс йылда был йүнәлеште үҫтереүгә 200 миллион һум самаһы аҡса бүленде, - тине төбәк етәксеһе. - Төбәктә эре, ныҡлы йылҡысылыҡ хужалыҡтарының эшләүен, тоҡомсолоҡ эшенең үҫешен, системалы нигеҙҙә мал иҫәбе алып барылыуын теләйбеҙ. Һәм бөгөнгө осрашыу - был йәһәттән һеҙҙе борсоған һорауҙарҙы ишетеү өсөн мөһим аҙым".
Фекер алышыу барышында власть органдары вәкилдәре, үҫеш институттары һәм ғилми учреждениелар эксперттары, йылҡысылыҡ хужалыҡтары етәкселәре үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. Баймаҡ районынан "Экопродукт" компанияһы директоры Рим Хафизов ҡымыҙ өсөн әсеткеләр етештереү буйынса импортты алмаштырыусы проект, Әбйәлил районынан фермер Айтуған Фәттәхов төбәк хужалыҡтарына башҡорт тоҡомло аттар һатыуы хаҡында һөйләне. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров инвестиция проекты форматында яңы производстволар булдырыу мәсьәләһен тикшерергә тәҡдим итте. "Барлыҡ һорауҙарҙы "Инвестиция сәғәте"нә әҙерләгеҙ, унда ошо башланғысҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеү мөмкинлектәрен ҡарап сығырбыҙ", - тине Башҡортостан Башлығы.

* * *

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Башҡорт аты" Халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестиваленең тематик майҙансыҡтарында булды.

Мәҫәлән, "Оҫталар ҡалаһы" һөнәрселәр күргәҙмәһендә республика етәксеһе сбруй эше оҫталары - ат егеү кәрәк-ярағы, хәрби һәм һунар ҡорамалдары, традицион башҡорт ат япмаһы сергетыш эшләүселәр, шулай уҡ Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе райондарынан тимерселәр менән аралашты. "Башҡортостанда халыҡ художество кәсептәрен үҫтереү стратегик йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Республиканың һәр ҡунағы урындағы оҫталар ҡулы менән эшләнгән иҫтәлекле сувенирҙы үҙе менән алып китергә тейеш. Был да иҡтисадтың мөһим тармағы, - тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. - Субсидиялар күләме үҙмәшғүлдәр өсөн 500 мең һум булһа, эшҡыуарҙар өсөн - 700 мең һум. Был сумма материалдар һәм ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтелергә мөмкин. Һеҙҙе субсидиялар менән әүҙемерәк файҙаланырға саҡырам".
Республика Башлығы тимерселәрҙең береһе менән бергә даға яһаны. "Был минең беренсе эшем түгел. Минең олатайым да тимерсе ине. Бала саҡта беҙ Ишембай районының Ҡыяуыҡ ауылындағы ысын тимерлеккә йөрөй торғайныҡ. Олатайым беҙҙе ошондай ярҙамсы эштәргә йәлеп итә ине", - тип хәтирәләре менән бүлеште төбәк етәксеһе.
Ауыл хужалығы продукцияһы күргәҙмә-йәрминкәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районынан ҡымыҙ эшләүселәр һәм Белорет районынан аҡ шыршы һыуы етештереүсе Илдус Агишев менән аралашты. "Башҡортостан киң сеймал базаһына эйә. Аҡ шыршы беҙҙең климат шарттарында яҡшы үҫә һәм һаулыҡты һаҡлау, күп ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн ҙур файҙа килтерә ала", - тип һөйләне эшҡыуар.
"Башҡорт аты" фестиваленең физкультура-спорт программаһы сиктәрендә республика Башлығы Радий Хәбиров "Урал батыр" халыҡ-ара турнирында, милли көрәш һәм традицион уҡтан атыу буйынса "Ирәндек мәргәне" республика турнирҙарында, "Тай-тулаҡ" һәм "Ауҙарыш" ярыштарында булды. Төбәк етәксеһе шулай уҡ "Башҡорт тоҡомоноң иң яҡшы вәкиле" республика конкурсында ҡатнашыусы аттарҙы ла ҡараны.


"Киске Өфө" гәзите, №33, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.24 | Ҡаралған: 51

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru