«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДАЛА УЛДАРЫ - ҠЫПСАҠТАР БЕҘ!
+  - 


Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында 28 августа Ҡыпсаҡ ырыуы йыйыны үтә. Ул Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына уҙғарыла. Ҙур йыйын уңайынан ҡыпсаҡ ырыуының тарихы хаҡында яҙма тәҡдим итәбеҙ.

Көньяҡ-көнсығыш башҡорттары төркөмөнә ҡараған ҡыпсаҡ ырыуының тарихы бик боронғо замандарға барып тоташа, ә яҙма сығанаҡтарҙа ошо этноним беҙҙең эраның VIII быуатынан да иртәрәк осрамай. Шул уҡ ваҡытта ҡыпсаҡ исеме аҫтында тарихҡа ингән этник берләшмә байтаҡ ҡына төрки халыҡтары этногенезенда бик мөһим урын биләй: ошо ырыу кешеләренең хәҙерге вариҫтары башҡорт, ҡаҙаҡ, нуғай, ҡырғыҙ, ҡарағалпаҡ, үзбәк, алтай, ҡырым татарҙары составында бар. Заманында Евразияла Иртыш йылғаһынан Дунайға тиклем йәйрәп ятҡан икһеҙ-сикһеҙ далалар иле Дәште-Ҡыпсаҡ (русса Дикое Поле йә иһә Поле Половецкое) исеме аҫтында билдәле була.
Урта быуат ҡыпсаҡтарының ата-бабалары кем булған? Ошо ҡатмарлы һорауға объектив яуап табыу хәҙерге тарих белгестәре өсөн дә еңел түгел, ғилми әҙәбиәттә был мәсьәлә буйынса төрлө гипотезалар осрай. Мәҫәлән, абруйлы тарих белгестәренән һаналған С.Г. Кляшторный боронғо төрки руник яҙмаларында ҡыпсаҡ атамаһы булыуына иғтибар итә. 1909 йылда фин лингвисы Густав Рамстед Монголияның Селенга йылғаһы буйындағы Шине Усу тигән урында Уйғыр ҡағанатын нигеҙләүсе Элетмиш Билге ҡағанға (747 - 759 йй.) арналған таш яҙмалар таба. Унда "turk qybcaq alig jyl olurmys" (төрк ҡыпсаҡ илле йыл хакимлыҡ итте), тигән яҙыу ҙа була. Ошо стелалағы яҙмала хәрефтәр быуаттар дауамында юйыла биргәс, ҡыпсаҡ һүҙенең "...bcaq" тигән аҙаҡҡы дүрт хәрефе генә асыҡ күренгәнлектән, тәүҙә был мәғлүмәткә ышанмайыраҡ ҡарайҙар. Әммә 1974-1975 йылдарҙағы махсус экспедиция юйылған хәрефтәрҙән ҡалған эҙҙәрҙе тикшереп, стеланың дөрөҫ уҡылыуын раҫлай. Тимәк, II Көнсығыш Төрки ҡағанаты (681 - 744 йй.) заманында төрки ҡәбиләләре араһында ҡыпсаҡтар ҙа булып, улар дөйөм төрки союзына ингән. Был VII быуатта уҡ ҡыпсаҡтарҙың "turk budun" (будун - ҡәбиләләр союзы) исеме аҫтында хакимлыҡ итеүсе берләшмә составында булыуына бер дәлил булып тора. Әммә ошо берләшмәнең хәрби һәм сәйәси етәксеһе булған Күлтегинға (684 - 731 йй.) арналған боронғо руник ҡомартҡыла ҡыпсаҡ атамаһы иҫкә алынмай. Ә бына тәүге өс төрки хакимының кәңәшсеһе булған Тоньюкукҡа (646 - 724 йй.) арналған яҙмала "turk sir budun" һүҙҙәре теркәлгән, ул төрк һәм сир берләшмәһен аңлата.
Ул замандарҙа сирҙар, тип ниндәй ҡәбиләне атауҙары мөмкин һуң? Г.С. Кляшторный ошо хаҡта былай тип яҙа: "Төрк илендә өҫтөнлөк итеүсе ҡәбиләләр союздары хаҡындағы руник ҡомартҡыларҙағы мәғлүмәттәрҙе берләштереп ҡарайыҡ: төркиҙәрҙең үҙ ҡомартҡылары хакимлыҡ итеүсе ҡәбиләләр төркөмөн "төрктәр һәм сирҙар", ә Шине Усу ерендәге уйғыр (уғыҙ) ҡомартҡыһы - "төрктәр һәм кыбчактар", тип атай". Ошо сағыштырыу нигеҙендә билдәле ғалим был ҡомартҡыларҙа сир һәм ҡыпсаҡ исемдәре аҫтында бер үк ҡәбилә хаҡында һүҙ барыуын фараз итә. Был ҡараш тарихсыларға ҡыпсаҡтарҙың VII быуаттан да алдараҡ булған тарихын ентекләберәк өйрәнә алыу юлын аса.
Сир һәм ҡыпсаҡ этнонимдарының бер иш булыуын ошо һүҙҙәрҙең этимологияһы аша ла асыҡлап була. С.Г. Кляшторный сир исеме урынына ҡыпсаҡ атамаһын ҡулланыу боронғо магик инаныуҙар менән бәйле, тип иҫәпләй. Тәүге этноним менән аталған Сир ҡағанатының 646 йылда тар-мар ителеп, һәләкәткә осрауы артабан ошо исем урынына буш, уңышһыҙ, бәхетһеҙ халыҡ тигәнде аңлатҡан "кывчак/кыбчак" атамаһы ҡулланыла башлай, тип һығымта яһай ғалим (йәнәһе, яңы атама хәтәр-хәүеф менән бәйле булған элекке исемдән магик ҡотолоу әмәлен бирә).
Әммә был версияға тәнҡит күҙлегенән ҡараған тикшеренеүселәр ҙә бар. Тарихсы Ю.А. Зуев ошондай һығымтаның дәлилһеҙ булыуын күрһәтеп, билдәле лингвист-төркиәтсе А.Н. Кононовтың фекерен иғтибарға ала. Уныңса, "куман, ҡыпсаҡ һәм ҡумыҡ (генетик яҡтан бер-береһенә яҡын туғандаш берләшмәләр) этнонимдары бер тамыр һүҙҙән (qub) башланып, ошо тамырҙың фонетик-морфологик үҫешенең айырым формалары булып тора".
Төркиҙәр, шул иҫәптән гоагюй (уғыҙ) ҡәбиләләре, үҙҙәре менән йәнәш йәшәүсе башҡа халыҡтар менән бәрелештәрҙә ҡатнашып тора, әммә V быуатта Жужань ҡағанатына буйһонорға мәжбүр була. 487 йылда гоагюйҙарҙың бер өлөшө, жужандәрҙән айырылып, Иртыш буйҙарына йүнәлә. VI быуат уртаһында Бумын ҡаған етәкселегендә Төрки ҡағанаты барлыҡҡа килә. Төркиҙәрҙең яулап алыу һуғыштары уңышлы бара, Орхондан Итиль йылғаһына тиклемге территорияла йәшәгән ҡәбиләләр уларҙың хакимлығы аҫтында ҡала. Ҡытайҙарҙың "Суй шу" (VII б.) хроникаһында башҡа бер халыҡтар менән бергә Арал буйында көн итеүсе божуцзюли (башукили) ҡәүеме лә иҫкә алына, тарихи әҙәбиәттә был атаманың башҡорт этнонимына тура килеүе раҫлана.
628 йылда Көнсығыш төрки ҡағанаты хакимы Иль ҡаған еңелеүгә дусар була, ә 630 йылда әсиргә алына. Емерелгән ҡағанатта сирҙар һәм уйғырҙар өҫтөнлөк алырға тырыша, Ҡытай императоры Тайцзун сирҙарҙы өҫкә сығара, уларҙың башлығы Инанчы-иркин үҙен Йенчу Билге ҡаған, тип иғлан итә. Шулай итеп, төрки һәм сирҙар союзына нигеҙләнгән яңы ҡағанат барлыҡҡа килә. Сир ҡағанаты оҙаҡ йәшәмәй - үҙ-ара низағтар, бәрелештәр арҡаһында сеяньто-уйғыр коалицияһы 642 йылда тарҡала. Сирҙар 646 йылда тамам тар-мар ителә, күп кешеһен юғалта, уларҙың 50 меңе самаһы көнбайыш тарафтарына ҡасып китергә мәжбүр була.
Әммә сеяньто-сир ҡәүеме юҡҡа сыҡмай. Артабанғы тарихта улар башҡа төрки ҡәбиләләре менән союзға инеп, II Көнсығыш ҡағанатын тергеҙеүгә күп көс һала, һәм был берләшмә төрки яҙма ҡомартҡыларында "turk sir budun" рәүешендә теркәлеп ҡала. 679 йылда ҡытай хакимлығына ҡаршы баш күтәргән төркиҙәр Ашина Ҡотлуғ исемле төрки принцын үҙҙәренең юлбашсыһы итеп таный, уға аристократик нәҫелдән сыҡҡан уҡымышлы Тоньюкук кәңәшсе булып килә. Ашина Ҡотлуғ Ильтериш ҡаған исеме аҫтында тарихҡа инә. II Көнсығыш төрки ҡағанаты 744 йылда баш күтәргән уйғыр, басмыл һәм карлук ғәскәрҙәре тарафынан тарҡатыла, уның урынын Уйғыр ҡағанаты ала.
II Көнсығыш Төрки ҡағанаты тарҡалғандан һуң ҡыпсаҡтар Иртыш йылғаһына яҡын ерҙәрҙә көн итә. Бында IX быуат урталарына яңы сәйәси берләшмә - Ҡимаҡ ҡағанаты ойоша. XI быуатта йәшәгән фарсы тарихсыһы әл Гардизи был берләшмәнең имур (эймур), йемек (ҡимаҡ), татар, ҡыпсаҡ, байандур, ланиказ, аджлад ҡәбиләләренән хасил булыуы хаҡында яҙа. Һуңғы ике ҡәбилә хаҡында аныҡ мәғлүмәт юҡ, ә эймур, байандур һәм татар ҡәбиләләре әүәл Уйғыр ҡағанаты ҡарамағында көн итә. Эймурҙар һәм байандурҙар туғыҙ уғыҙ ҡәбиләһе составында була, ә татарҙарҙың монгол телле ҡәүемдәрҙең береһе икәнлеге билдәле. Уларҙың ата-бабалары хәҙерге Көнсығыш Монголия һәм Манчжурия ерҙәрендә йәшәй.
X быуаттың икенсе яртыһында Һырдаръя буйында йәшәүсе уғыҙ ябгулары (хакимдары) державаһында тарҡаулыҡ көсәйеп, уларҙың Сельджук исемле бейе бер төркөм уғыҙ яугирҙары менән Дженд ҡалаһын баҫып ала. Улар Ислам диненә күсеп, төркмән мосолмандары, тип атала башлай. Сельджук бейҙең ейәндәре Урта һәм Яҡын Көнсығышта Сельджук империяһын төҙөүгә өлгәшә. Әммә уғыҙҙарҙың күпселеге элекке ерҙәрендә ҡалып, XI быуатта монгол сығышлы кидандар ҡыҫымына дусар булып, көнбайыш тарафтарына табан күсеп китергә мәжбүр ителә.
XII-XIII быуаттарҙа Иртыштан Дунайғаса йәйрәп ятҡан киң далала Европала Дәште Ҡыпсаҡ тип аталып йөрөтөлгән төрки ҡәүемдәре иле барлыҡҡа килә. Был илдә бер үҙәктән идара ителеүсе дәүләтселек булмай, төрки ҡәбиләләре айырымланған берләшмәләр составында үҙаллы көн итә. Ҡыпсаҡ исеме менән аталған хәлдә лә, был территорияла бер нисә тиҫтә башҡа төрки ҡәбиләләре йәшәй. XIII быуатта улар барыһы ла монголдар тарафынан яулап алынып, артабан Алтын Урҙа дәүләте олоҫтары составына инеп китә.
XI-XII быуаттарҙа ҡыпсаҡтар Ҡара диңгеҙ буйҙарына, Төньяҡ Кавказғаса үтеп инә, йыш ҡына рус кенәзлектәренә һөжүм итеп тора. Ҡыпсаҡтар күсеп йөрөгән территория төньяҡта Яйыҡ йылғаһына, Көньяҡ Урал тарафтарына тиклем барып етә. Әлбиттә, уларҙың бында әүәлерәк килеп төпләнгән башҡорт ҡәбиләләре менән бәйләнештә булыуы шик тыуҙырмай. Ошо боронғо бәйләнештең асыҡ сағылышы - башҡорт теленең дә ҡыпсаҡ телдәре ғаиләһенә ҡарауы.
Монгол баҫҡынсылығы ҡыпсаҡтарҙың байтағын Волга буйҙарына, Көньяҡ Уралға ҡасып китергә мәжбүр итә. Тап шул осорҙа башҡорттар биләгән ерҙәргә ҡыпсаҡтар күпләп үтеп инә. Үҙҙәре лә монгол яуына ҡаршы торған башҡорттар уларҙы бер ниндәй дәғүәһеҙ ҡабул итә. Дәште Ҡыпсаҡтың 1222 - 1230 йылдарҙа монголдар тарафынан тулыһынса яулап алыныуына төрлө сығышлы ҡәбиләләр араһында элек-электән була килгән низағтар, ҡәбилә башлыҡтарының сәйәси амбициялары, тышҡы дошманға ҡаршы берҙәм көрәш алып барыуҙы ойоштороусы көс булмауы төп сәбәп булып тора. Мәҫәлән, ҡыпсаҡтарҙың иң көслө ырыуҙарынан һаналған туҡсабалар, нәҫелдәштәре дуруттар менән күп йылдар дауамында дошманлашып йәшәгәнлектән, монгол баҫҡынсылары яғына сыға, ә дуруттар тиңһеҙ алышта тамам ҡыйратыла.
Тарихсы Р.Ғ. Кузеев башҡортлашҡан ҡыпсаҡтарҙың өс ҙур төркөмгә бүленеүен билдәләп үтә. Был төркөмдәрҙең һәр ҡайһыһының үҙенә генә хас тамғалары бар. Беренсе төркөмгә ҡара ҡыпсаҡ ырыуы вәкилдәре инә. Тарихи әҙәбиәттә был атама шул көйөнсә теркәлгән хәлдә лә ошо ырыу информаторҙары йыш ҡына үҙҙәренең ырыуын ҡарый-ҡыпсаҡ, тип атай. Атаманың ҡарый тигән өлөшө боронғо, тәүге, ҡарт тигән мәғәнәләргә эйә. Тикшеренеүсе А.Н. Кононов "Коркут атам китабы"на иҫкәрмәләрендә боронғо төркиҙәрҙә "ҡара" һүҙенең ҡара төҫтө белдереүенән башҡа "насар", "яман", "төньяҡ", "ҙур", "көслө", "баш" мәғәнәләрендә ҡулланылыуына иғтибар иткән. Ошолайыраҡ фекер итһәк, ҡара ҡыпсаҡ (ҡарый-ҡыпсаҡ) атамаһының көслө, ғәйрәтле, күп һанлы ҡыпсаҡ мәғәнәһендә ҡулланыла башлауын күҙаллап була. Ҡара ҡыпсаҡ этнонимы ҡырым татарҙарында, синьцзян ҡырғыҙҙарында, ҡаҙаҡтарҙа ла бар, һуңғыларының составында улар киң таралған һәм иң күп һанлы ырыуҙарҙың береһе булып иҫәпләнә. Ҡара ҡыпсаҡтарҙың сарыш, аслы, сайҡан исемле ырыу бүлемдәре бар.
Ҡара ҡыпсаҡтарҙың ата-бабалары тураһындағы мәғлүмәттәр дөйөм уғыҙ-ҡыпсаҡ риүәйәттәренә хас сюжеттар аша бирелә. Башҡорт шәжәрәләрендә Ҡыпсаҡ хандың Уғыҙ бей тарафынан уллыҡҡа алыныуы, Итиль йылғаһы буйындағы ерҙәрҙе яулап алырға ебәрелеүе хаҡында бәйән ителә. Башҡорт ҡыпсаҡтарының төп бабаһы - Ҡыпсаҡ хандың улы Лач (Лаж) бей, Лач бейҙең улы Ҡолһары бей ҡарый-ҡыпсаҡтарҙың өс түбәһенең атаһы булып, башҡа ҡыпсаҡ нәҫелдәре уның икенсе улы Алмай бейҙән таралған. Ике вертикаль һыҙыҡтан торған ҡабырға тамға төп ҡара ҡыпсаҡ тамғаһы булып тора.
Ҡыпсаҡтарҙың икенсе төркөмөнә ҡарағай-ҡыпсаҡ, гәрәй-ҡыпсаҡ (төп тамғалары - ҡапҡа тамға), сәнкем-ҡыпсаҡ, бошман-ҡыпсаҡ, һыуын-ҡыпсаҡ (улар һәнәк тамғаны ла ҡулланған) исемле ырыу бүлемдәре инә. Башҡорт риүәйәттәрендә бошман-ҡыпсаҡтарҙың төп бабаһы итеп легендар Бошман (Бачман) бей күрһәтелә. Ул ҡыпсаҡтарҙың олбурлик (илбари) ҡәбиләһе юлбашсыһы булып, Итиль (Волга) йылғаһы буйында монгол-татар баҫҡынсыларына аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәтә, әммә әсиргә алынып, Менгу ҡаған тарафынан язалап үлтерелә. Бошмандың иҫән ҡалған ырыуҙаштарының бер өлөшө Көньяҡ Уралға табан ҡасып китеп, башҡорттарға килеп ҡушыла. Бошманлы ҡыпсаҡтарҙың хәҙерге татар этносы формалашыуында ла ҡатнашыуы күҙаллана, шулай уҡ ҡырғыҙҙарҙың азык ҡәбиләһе составында һәм ҡаҙаҡтарҙың кунграт ырыуына ҡараған бушман исемле этник төркөмдәр билдәле.
Гәрәй-ҡыпсаҡтарҙың тамғалары кунграт һәм кереит ҡәбиләләре тамғалары менән бер иш. Монголдарға тиклем үк Ҡытай сигендә кереит берләшмәһе була, әммә ул XIII быуат башында монголдар тарафынан яулап алына. Күрәһең, артабан улар монгол ғәскәре хәрәкәтендә ҡатнашып, ахырҙа ҡайһы бер төрки этностары составына инеп китә. Ошо этноним үзбәк, ҡырғыҙ һәм ҡаҙаҡ халыҡтарында осрай. XVII быуатта монголдар составында ла кирэй ырыуы булғанлығы билдәле. Башҡорттарҙағы гәрәй-ҡыпсаҡ, кирәй, гәрә этнонимдары, ҡырым татарҙары составындағы герей ырыуы атамаһы ошо урта быуаттарҙағы кереиттарҙың хәҙерге вариҫтары икәнлегенә бер ишара булғандай. Бында беҙ XIII - XIV быуаттарҙа монгол сығышлы кунграттар һәм төрки киреиттарҙың ҡыпсаҡтар менән булған тығыҙ бәйләнешен күҙаллай алабыҙ.
Башҡорт ҡыпсаҡтарының өсөнсө төркөмөнә аҡ ҡыпсаҡтар, йә иһә төркмән-ҡыпсаҡтар инә. Ғөмүмән, башҡорт ырыуҙары бүлемдәре араһында төркмән этнонимы йыш осрай. Быны башҡорттарҙы хәҙер беҙ төркмән тип атаған халыҡ менән бәйләп аңлатыу бигүк дөрөҫ булмаҫ ине. Төркмән этнонимы шулай уҡ нуғайҙар һәм үзбәктәрҙә лә осрай. Әммә беҙ XVI - XVIII быуаттарҙа башҡорттар менән башҡа бер халыҡтарҙың, мәҫәлән, ҡаҙаҡтар, ҡарағалпаҡтар, ҡалмыҡтарҙың аралашыуын дәлилләүсе документтарҙы таба алһаҡ та, башҡорт-төркмән бәйләнештәре хаҡында ошоно уҡ раҫлай алмайбыҙ. Күрәһең, башҡорттарҙың этник составында ошо этноним менән бәйле элементтарҙың хасил булыуы боронғораҡ осорға ҡарай. Ғәрәп сығанаҡтарында "төркмән" һүҙе тәү башлап X быуатта географ әл Муккаддаси яҙмаларында осрай, ул был исем менән Һырдаръя уғыҙҙарын атай. Билдәле булыуынса, Ислам динен ҡабул иткән төркиҙәр үҙҙәрен төркмән, тип атай башлай. Бохара һәм Сәмәрҡәнд өлкәләрендә йәшәүсе бәғзе бер үзбәктәр үҙҙәрен төркмән, тип иҫәпләй. Бында монгол яуынан бик күпкә алдараҡ көн иткән уғыҙҙар XII быуатта көнбайышҡа, Амударъя буйҙарына, унан Каспий аръяғына йүнәлә. Әммә фәҡир йәшәгән Һырдаръя уғыҙҙарының бер ни тиклеме карлуктарға ҡушыла, Нуратауҙа көн итеп, үҙҙәрен төркмән, тип таный. Улар артабан монгол баҫҡынсылығына дусар ителеп, көнбайышҡа йүнәлтелгән дөйөм хәрәкәткә ҡушылырға мәжбүр була. Ошо осорҙа, бигерәк тә Алтын Урҙа хакимлығы осоронда, улар ҡыпсаҡтар менән тығыҙ бәйләнешкә инә. Төркмәндәрҙең Аҡман һәм Ҡараман исемле юлбашсыларының исемдәре ҡайһы бер башҡорт шәжәрәләрендә лә осрай. Легендар Уғыҙ хандың 6-сы улының исеме Тағ булып, уның нәҫелдәре үҙҙәренә тағ, тау, таулы автонимдарын ала. Мәҫәлән, башҡорт ырыу атамалары бүлемдәренең 25-е ошо тау тамыры менән бәйле, бындай этнонимдар шулай уҡ төркмәндәрҙә, ҡарағалпаҡтарҙа, үзбәктәрҙә йыш осрай. Башҡорт төркмән-ҡыпсаҡтарының төп тамғаһы ла - һуйыр аяҡ йәки ҡаҙаяҡ - үрҙә аталып киткән халыҡтарҙың ошондай уҡ "төркмән" тамғаһы менән бер иш.
XIII - XIV быуаттарҙа ҡыпсаҡтар Урал алды территорияһының ғәйәт ҙур киңлектәрендә, Волга һәм Яйыҡ йылғалары арауығындағы далаларҙа күсенеп йөрөй. Йәйҙәрен уларҙың көтөүлектәре Ыҡ һәм Ағиҙел йылғалары араһындағы ерҙәрҙә була. Әммә монгол баҫҡынсылығы арҡаһында арта барған миграцион ҡыҫым уларҙы төньяҡҡа һәм көнсығышҡа табан күсеп китергә мәжбүр итә. Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған риүәйәттәрҙә ата-бабаларының Кинель йылғаһы үҙәненән, Туҡ һәм Соран йылғалары буйҙарынан, Һамар үренән әлеге йәшәгән ерҙәренә күсеп килеүҙәре хаҡында һөйләнелә.
Ҡыпсаҡтар Ағиҙел йылғаһының уң яғы буйлап уның урта һәм үрге ағымы тарафтарынаса килеп етә, унан Дим йылғаһының түбәнге ағымы буйҙарындағы ерҙәрҙе, Ағиҙелдең һул яҡ ярын һәм Елем үҙәнен биләй. Ҡыпсаҡтарҙың ҙур өлөшө Ыҡ бассейнына ыңғайлай. XVIII быуатҡа ҡараған документтарҙа Ыҡ һәм Сөн буйында "Сарыш-Ҡыпсаҡ олоҫо", ә Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымында, Камаға ҡойған еренә тиклем ике яры буйында "Гәрәй олоҫо" булыуы теркәлгән. Бөгөлмә ҡалҡыулығының көнсығышында, Асылыкүлгә яҡын ерҙәрҙә аслы-ҡыпсаҡтар йәшәй, Ыҡ йылғаһынан көнбайышҡараҡ төркмән-ҡыпсаҡтар биләмәләре була. Гәрәй-ҡыпсаҡтар Елем йылғаһы буйҙарында көн итә, унан көнсығышҡа, таулы зонаға күсенә. Ҡарағай-ҡыпсаҡтар тау араларындағы үҙәндәрҙе биләй. Ҡара ҡыпсаҡтар, сәнкем-, һыуын-, бошман-ҡыпсаҡтар Ағиҙел йылғаһының көньяҡ бөгөлөнән Һаҡмар йылғаһынының түбәнге ағымы тарафтарына тиклем ерҙәрҙе биләй, XV-XVI быуаттарҙа Нөгөш йылғаһы буйлап төньяҡҡа йүнәлә, Оло Ыҡ йылғаһының һул ҡушылдыҡтары буйындағы урманлы ерҙәрҙә көн итә. XVI -XIX быуаттарҙа ҡарағай-ҡыпсаҡтар бөрйәндәр һәм түңгәүерҙәр менән бер ваҡытта Урал аръяғындағы ерҙәргә үтеп инә. XVII - XVIII быуаттарҙа, нуғайҙарҙың ошо ерҙәрҙән күсеп китеүе менән, ҡыпсаҡтар Һамар йылғаһының уң ҡушылдыҡтары, Оло һәм Кесе Үҙән йылғалары үҙәндәрендәге ерҙәрҙе биләй. XIX быуаттың икенсе яртыһында улар башҡа бер башҡорт ырыуҙары вәкилдәре менән Оло Ырғыҙ буйҙарына күсеп китә.
Хәҙерге ваҡытта ҡыпсаҡ ырыуы вариҫтары Башҡортостандың Күгәрсен, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Белорет, Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил, Әлшәй, Мәләүез райондарында, Ырымбур, Һарытау һәм Һамар өлкәләренең байтаҡ ҡына башҡорт ауылдарында йәшәй.
Ҡыпсаҡ ырыуы генофондында R1a1-M198 гаплотөркөмө вәкилдәре өҫтөнлөк итә (54 процент). Шулай уҡ күп һанда булмаған башҡа гаплотөркөм кешеләре лә бар: N1b-P43 (6%), N1c1-M178 (6%), R1b-M73 (5%), R1b-M269 (3%), C-M130 (3%), E1b1-M35 (2%) һәм J2-M172 (2%). Был тикшеренеүҙәр ҡыпсаҡтарҙың ата-бабаларының төп өлөшө боронғо һинд-европа (һинд-иран) ҡәүемдәренән булып, I мең йыллыҡ урталарында Үҙәк Азия күскенселәре мөхитендә төркиләшеүен фараз итергә мөмкинлек бирә.
Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары дөйөм башҡорт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, баҫҡынсыларға ҡаршы ҡыйыу көрәшә, ер һәм рух азатлығы өсөн күтәрелгән ихтилалдарҙа мөһим роль уйнай. Һыуын-Ҡыпсаҡ олоҫо старшинаһы Яманһары Яппаров беренселәрҙән булып Пугачев лагерына килеп етә, ә Бошман-Ҡыпсаҡ олоҫо старшинаһы Кинйә Арыҫланов 1773-1775 йылдарҙа барған пугачевсылар хәрәкәтендә баш күтәргән башҡорттарҙың идеологы булып таныла. Поход старшинаһы Аҡмәмбәт Ураҙғолов етәкселегендә 9-сы башҡорт полкы яугирҙары рус армияһы составында Парижды алыуҙа ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡыпсаҡ ырыуының аҫыл ир-егеттәре Ғәфиәтулла Арыҫланов, уның ауылдашы Сәлмән Биктимеров, Ҡара-Ҡужаҡ бей тоҡомо Морат Ҡужаҡов, Садиҡ Сайранов, Әбдерәүеф Дәүләтов, Зөбәй Үтәғоловтар Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Башҡорт автономияһы өсөн барған милли хәрәкәт башында барыусылар араһында бер туған Ғабдулла һәм Хөрмәтулла Иҙелбаевтар була, ә башҡорттар араһынан тәүге композитор булып танылыу табасаҡ Ғәзиз Әлмөхәмәтов ҡыҙылдарға ҡаршы күтәрелгән Ҡыпсаҡ доброволецтары отрядын төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша. Совет Башҡортостаны тарихында Бәхтегәрәй Шәфиев һәм Шәһит Хоҙайбирҙиндар лайыҡлы урын биләй. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов СССР тарҡалғандан һуң 20 йыл буйына Башҡортостан Республикаһының арҙаҡлы етәксеһе, уның Беренсе Президенты булды, Рәсәй етәкселеге хөрмәт иткән федераль кимәлдәге сәйәсмән булып танылды.

Республикабыҙҙа танылыу тапҡан байтаҡ ҡына хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәрҙәре, билдәле яҙыусылар, шағирҙар, ғалимдар, табиптар, сәнғәт әһелдәре, Башҡортостандың социаль-иҡтисади һәм рухи үҫешенә тос өлөш индерә алған арҙаҡлы шәхестәр ҡыпсаҡ ырыуы ауылдарында тыуып үҫкән. Билдәле башҡорт шағирҙары һәм яҙыусылары Ғабдулла Амантай, Баязит Бикбай, Рауил Бикбаев, Марат Кәримов, Гөлфиә Юнысова, Ноғман Мусин, Динис Бүләков, Тамара Ғәниева, Сабир Шәрипов, Рәмил Йәнбәков, Ғәлим Хисамов, ғалимдар Мөхтәр Сәғитов, Зиннур Ураҡсин, Әхмәт Сөләймәнов, Ғәли Сәйетбатталов, Марат Зәйнуллин, Вәли Псәнчин, Марат Ҡолшәрипов, артистар Вәлиулла Мортазин, Ғиниәт Ушанов, Ғәшиә Абызгилдина, Тамара Хоҙайбирҙина, Муллаян Сөйәрғолов, Заһир Вәлитов, Римма Амангилдина, Минзәлә Хәйруллина, композитор Ғәзиз Дәүләтбирҙин, табиптар Венер Сәхәүетдинов, Марат Аҙнабаев, Сәлиә Мырҙабаева һәм башҡа арҙаҡлы ҡыпсаҡ ул-ҡыҙҙары менән ырыуҙаштары хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.24 | Ҡаралған: 68

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru