«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАШ ТҮШӘЛГӘН УРАМДА...
+  - 

Өфө - минең тыуған ҡалам, балаларымдың донъяға ауаз һалған ҡалаһы, бөтә ғаиләбеҙ менән яратҡан төйәгебеҙ. Өфөлә барған үҙгәрештәрҙең һәр береһен күңелебеҙ аша үткәрәбеҙ, уның менән бергә һөйөнәбеҙ һәм көйөнәбеҙ.

Хәл итәһе мәсьәләләр ҙә етерлек Өфөбөҙҙә, шул уҡ ваҡытта ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр ҙә күп. Бигерәк тә республикала тормошҡа ашырылған "Башҡорт ихаталары" программаһының әүҙем эшләүе һәм баш ҡалала ла, башҡа урындарҙа ла халыҡтың йәшәйешен бермә-бер яҡшыртыуы шатландыра. Мәҫәлән, мин йәшәгән Ҡуласа (Кольцевая) урамы 170/1 адресы буйынса урынлашҡан йорттың таш-бетондан эшләнгән подъезд түбәһе күптән алыштырыуҙы талап итә ине. Ошо көндәрҙә уны яңыртып ҡуйҙылар. Бәләкәй генә эш кеүек, әммә ул ошонда йәшәүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин иткән ҙур башланғыс.
Баш ҡалала иҫтәлекле урындар бихисап. Урамдар буйлап барлай башлаһаң да, ниндәйҙер үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы, мөһим фактты асыҡларға була. Телеүҙәк яғындағы Тракт (Трактовая) урамын ғына алып ҡарайыҡ. Урам 200 йыл элек түшәлгән таштарҙан тора! Александр I килеүе уңайынан түшәлгән таштар әле булһа хеҙмәт итә, Өфөнөң бер ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге булып тора. Быйылғы көслө ямғырҙар ҡайһы бер таштарҙы йыуып алып китеүе тураһында уҡып, урам юҡҡа сығыр инде, тип хәүефләнеүҙәр юҡҡа булды - таштар урындарына ҡайтарылды, урамдың соҡорҙары ямалды. Ҡала хакимиәтенең тарихҡа ҡарата булған иғтибары маҡтауға лайыҡ. Бәлки, был урамды туристар өсөн тәғәйенләнешле итеп, нисектер ҡулайлаштырыу ҙа яйлы булыр ине, тип тә уйланыла.
Өфөләрҙең яртыһы ҡала райондарына ҡараған ауылдарҙа шәхси йорттарҙа йәшәй. Быйыл ошондай ауылдарҙың төп бәләһе - питбайк, мотоцикл, квадроциклдарҙа йөрөүсе балалар һәм үҫмерҙәр. Әйтергә кәрәк, яңылыҡтарҙан күреүебеҙсә, республиканың башҡа төбәктәрендә лә ошо хәл. Ҙур тиҙлектә күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй сапҡан был балалар үҙҙәренең дә, башҡаларҙың да һаулығын һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Интернет селтәрендәге яңылыҡтар таҫмаһы улар ҡатнашлығында әле тегендә, әле бында булған авариялар тураһындағы хәбәрҙәр менән тулы. Ни өсөн атай-әсәйҙәр бер нәмә лә уйламай икән? Бала ни, мотоцикл алып бирмәгән өсөн бер үсегер ҙә яҙылыр, ә аварияға осрай ҡалһа, нимәләр кисерерһегеҙ һуң?
Баш ҡалабыҙ йылғалар уратып алған тау битендә урынлашҡан. Беҙҙең изге бурысыбыҙ ошо йылғаларҙы таҙалыҡта тотоу, сөнки улар беҙҙең өсөн йәшәү сығанағы. Был йәһәттән файҙалы ғына эштәр башҡарыла - йылғалар таҙартыла, селбәрәләр ебәрелә. Бындай эштәр республиканың бөтә йылға-күлдәрендә лә башҡарылалыр, тип уйлайым.
Өфөнөң тарихи үҙәгендәге иң матур урамдарҙың береһе - Коммунистик урам. Бигерәк тә йәйәүлеләр өсөн уңайлы ул, сөнки киң дә, төҙөк тә. Ә күптән түгел ултыртылған йүкә ағастары берегеп үҫеп китер һәм тағы ла йәм өҫтәр. Ошондай уҡ төҙөкләндереү, йәшелләндереү эштәре Черниковка, Һупайлы биҫтәләрендә, Кузнецов Затонында ла ойошторолһа ине, тигән теләктә ҡалам, сөнки Өфө хаҡында тәьҫораттар тик тарихи үҙәктән сығып ҡына тупланмай бит. Йәшелләндереү темаһына ҡағылғанда иһә... Элек Октябрь проспекты буйлап иртә яҙҙан ләлә сәскәләре күҙҙең яуын алып ултыра ине, һуңғы йылдарҙа ни өсөндөр сәскәләр күренмәй. Шул тиклем матур күренеш була торғайны, бәлки, икенсе йыл проспект тағы ла сәскәләргә күмелер.
Баш ҡалабыҙҙы юбилейы менән тәбрикләйем. Тәүлек әйләнәһенә тормош гөрләгән миллионлы ҡала артабан да матур ваҡиғалары һәм ыңғай үҙгәрештәре менән ҡыуандырып торһон.

Дилә ӘХМӘТОВА,
балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

"Киске Өфө" гәзите, №34, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.08.24 | Ҡаралған: 120

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru