Гәзитебеҙҙең бер һанында Өфө кешеһенә хас ҡылыҡ-фиғелдәр тураһында һорау-яуап ойошторғайныҡ. Иҫкә төшөрәйек әле.
Яҙыусы Айҙар Хөсәйенов шулайыраҡ ҡылыҡһырлағайны Өфө кешеһен:
Һәр өфөлөнөң бөйөк яҡташтарына ниндәйҙер дәғүәһе бар.
- Өфө кешеһе менән идара итеүҙең берҙән-бер юлы - уны туҡтауһыҙ шелтәләү.
- Ул әлеге ваҡытта кем менән һөйләшеп тора, тик шуны ғына ихтирам итә.
- Өфөлөнөң ниндәй ҙә булһа идеяһы - тик уныҡы ғына, ә ҡалған кешенең фекере - дөйөм.
- Бер Өфө кешеһе икенсе Өфө кешеһе менән һауа торошо тураһында һөйләшә алһын өсөн улар бер-береһен егерме йыл тирәһе белергә тейеш.
- Нимә генә ишетһә лә, ул: "Мин ҡаршы!" - тип әйтергә әҙер.
- Өфөлөгә ҡышын һыуыҡ, йәйгеһен эҫе, яҙ көнө - бысраҡ, көҙөн яуынлы һәм ҡараңғы.
- Ул ғәҙелһеҙлек менән бер төрлө генә көрәшә - тыныс ҡына көтә.
- Шағир менән осрашҡанда Өфө кешеһе мотлаҡ: "Мин дә шиғыр яҙам", - тип әйтәсәк.
- Үҙенеке - тик уныҡы, ә дуҫтары һәм туғандарыныҡы - дөйөм.
- Үҙен яҡшы кеше тип һанаған өфөлө, нисек теләйем, шулай эшләйем, тигән хоҡуҡҡа эйәмен, тип уйлай.
- Өфөлө башҡаларҙың уңышын һәм үҙенең еңелеүен танымай.
- Уның менән бәхәсләшеү - дегет мискәһенә бал ҡойоуға бәрәбәр, балды күберәк һалған һайын дегет күбәйә бара.
- Ул бөтә нәмәне лә тиҙ һәм еңел эшләргә теләй.
- Өфөлө йәки үпкәләй, йәки үҙе кемдеңдер хәтерен ҡалдыра.
- Барыһы ла ҡыҙыҡлы һәм бушлай булһын тигән теләк - Өфө кешеһенә хас холоҡ.
- Уның өсөн хәбәрҙең мөһимлеге ул хәбәрҙең кем ауыҙынан сығыуына бәйле.
Ә бына Булат Ғәлиев исемле блогер Өфө кешеһен шулайыраҡ ҡабул итә:
- Беҙ барыбыҙ ҙа "Хрусталь", "Восьмиэтажка" һәм "Йүрүҙән"де беләбеҙ, ә ысынында ундай туҡталыштар юҡ.
- Нефткә бай республикала йәшәүеңде беләһең, ләкин ни өсөн бензинға хаҡ илдә иң юғарылар рәтендә икәнен аңламайһың.
- Өфөлә билдәле урындар юҡ тиерлек, тип үкенес белдерәһең, ә ошоно уҡ ситтән килеүсе әйтһә, ауыҙҙан төкөрөк сәсеп, киреһен иҫбатларға тырышаһың.
- Һәр ваҡыт ҡала башлығын әрләйһең, ләкин үҙең бер ҡасан да өмәләргә сыҡмайһың.
- Ҡаланың бер районынан икенсеһенә барыуҙы күрше ҡалаға барған кеүек ҡабул итәһең.
- Өфөлөнөң өҫтәлендә һәр ваҡыт бал һәм сәк-сәк бар.
- Әгәр ҙә Һупайлы биҫтәһендә йәшәһәң, ямғыр ҡойоп яуған ваҡытта өйҙән сыҡмау хәйерлерәк икәнен дә яҡшы төшөнгәнбеҙ.
- Ҡаланың бер осонан икенсеһенә тиклем барып еткәнсе, Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" әҫәрен уҡып бөтөргә мөмкинбеҙ.
- Беҙгә килгән ҡунаҡтарҙы мотлаҡ Салауат Юлаев һәйкәлен күрһәтергә алып барабыҙ...
Шулай итеп, Өфө кешеһенә хас ҡылыҡ-фиғелдәр исемлеген дауам итеп, редакцияға яҙып ебәрә алаһығыҙ. Әйҙәгеҙ!
"Киске Өфө" гәзите, №34, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|