«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕМГӘ ЙӘШӘҮ ЕҢЕЛЕРӘК?
+  - 


Республика гәзит-журналдарының береһендә бәләкәй генә бер хикәйәт күреп ҡалғайным. Көндәр буйы ҡағыҙ-мағыҙ аҡтарып, яҙыу-һыҙыу эше менән булышып ултырған бер "кәнсәләр" хеҙмәткәренең урам аша торған император һарайына ҡарап, батша тормошона күҙе ҡыҙыуы, "Их, уға рәхәт, ни теләһә, шуны эшләй, көнө буйы тынсыу бүлмәлә бикләнеп тә ултырмай", тигән һымағыраҡ итеп падишаһҡа көнләшеүе хаҡында бәйән ителә унда. Ә һәр саҡ "йылыла ултырып ҡына эшләгән" был чиновниктың кәсебенә урам майҙанында физик эш менән булышҡан икенсе бер кешенең "эсе көтөрләй". Батша ғали йәнәптәренең иһә… тәҙрә аша ҡарап, ил күләмендәге бер ниндәй ҙә ҡатмарлы мәсьәләләр, сәйәсәт тураһында баш ҡатырмай, тыштағы саф һауала "рәхәтләнеп ҡар көрәүсе" шул эшсегә көнсөллөгө килә, имеш.

Үҙебеҙҙең тормош ысынбарлығын сағылдырған хәҡиҡәт асып һалынған был хикәйәттә. Билдәле урыҫ яҙыусыһы Николай Некрасов ун туғыҙынсы быуат урталарында яҙған поэманы иҫләйек. "Кому на Руси жить хорошо" тип аталған был әҫәрҙә лә "мужик"тар поптан алып батшаға ҡәҙәр булған төрлө юғары ҡатлам кешеләренә еңел йәшәлеүе хаҡында бәхәсләшә.
Бала сағымда "Ҙур кешегә рәхәт, ни эшләһә лә уны тыйыусы юҡ. Их, ҡасан үҫеп етәм инде", тип хыялланыуым иҫемдә. Бәғзе бер оло кешеләр ҙә тормошта әле бер ни ҙә төшөнөп етмәгән шул сабый баланың аң даирәһенә тартым фекер йөрөтә. Бер аҙ тәрәнерәккә төшөп, төптәнерәк уйлана башлаһаң, ябай эшсе, крәҫтиәндең генә түгел, түрә-ғараның да үҙенә хас донъя ауырлығы була икән. Элегерәк кемдер тураһында "Ул ғүмер буйы еңел эштә генә йөрөнө, колхоз берсиҙәтеле булды", тигән һымағыраҡ хәбәрҙәрҙе ишеткеләй торғайным. Үҙҙәре көрәк-һәнәк тотоп көн күргән ағайҙарға түрәләрҙән дә еңелерәк йәшәгәндәр юҡ һымаҡ тойолғандыр инде. УАЗдарҙа ғына елдереп йөрөгән председателдең эш асылын, уның күп үҙенсәлектәрен белмәгән өсөн дә ҡайһы берәү шундайыраҡ һүҙ йөрөткәндер.
Шул "еңел йәшәүселәрҙең" шөғөлөнә күҙ һалайыҡ әле. Колхоз эше гел генә ал да гөл барһа - һүҙ юҡ, әлбиттә. Тик хужалыҡты шулай алып барыу өсөн әлеге председатель көнө-төнө тигәндәй ҡырҙан ҡайтып инмәгәнен беләбеҙме? Бынан тыш, әйтәйек, бихисап сәбәптәр арҡаһында, колхозға төшөрөлгән план үтәлмәй ҡалды икән, ти. Уның өсөн тап ана шул әлеге етәксенең район башлыҡтары алдында яңғыҙы, ҡайсаҡ хатта "башы менән" яуап биреүе хаҡында белеү ҙә кәрәктер. Айырыуса, утыҙынсы йылдарҙа "халыҡ дошманы" тип ғәйепләнеп, башы киткән шундай күп кенә түрә кешеләргә лә һис еңел булмағандыр. НКВД хеҙмәткәрҙәре ҡулына бығау һалған мәлдә әлеге колхоз председателенең, моғайын, ябай эшселәр сафында салғы тотоп, бесән сабып, көрәк менән ер ҡаҙып ҡына йөрөгөһө лә килгәндер. Бөгөнгө көндәрҙә лә, ниндәй генә уңған булыуына ҡарамаҫтан, етәксенең хәле тәбиғәттең, көн торошоноң нисек булыуына ҡарай. Бынан тыш, үҙенең ҡул аҫтындағы кешеләрҙең һәммәһенә ярап, уларҙың көнкүрешен хәстәрләп, башҡа төрлө ихтыяждарын үтәп торорға ла өлгөрөргә тейеш бит әле хужа кеше.
…Һәр кемдең үҙ күлдәге үҙенә яҡыныраҡ тигәндәй, ниндәй эш еңелерәк, тигән һорауға яуап бирә башлаһам, ҡасандыр үҙем йөрөгән оҙайлы хәрби хеҙмәтем иҫкә төшә. Табип та булараҡ, әҙәм һаулығына бәйле ана шул кәсеп тураһында йыш ҡына фәлсәфәләп алырға яратам. Күп кенә шәфҡәт туташтарының табип эше еп-еңел генә тип һанауын һиҙә торғайным. Ул ғына ла түгел, госпиталдә медсестра булып хеҙмәт иткән бәғзе бер ҡыйыуыраҡ урыҫ ҡыҙҙарының: "А че вам, докторам, кучу назначений начеркал в истории болезни, и дело с концом. А мы - лечим!" - тигән һымағыраҡ ярым шаяртып өндәшеүҙәрен дә ишеткеләгәнем булды. "Ауырыуға фәлән уколды эшлә, төгән дарыуҙы бир…" тип кенә бойороп йөрөгән врачтың эшенең ниндәй ҡыйынлығы булһын инде, тигән иныныуҙа булғандар юҡ түгел шул. Әммә пациенты һауығып, дауахананан сығып киткәнгә ҡәҙәр уның өсөн көнө-төнө борсолған табип үҙ хәлен үҙе генә белә инде, был хаҡта бер ҡасан да башҡаларға "ҡысҡырып" йөрөмәй. Выжданы алдында, закон буйынса ла кеше ғүмере өсөн һәр саҡ яуаплы булған шундай коллегаларым араһында утыҙ-ҡырҡта сәстәре ағарып, йәшләй генә инфаркт йә инсульт кисергәндәр бихисап. Айырыуса хирургия вәкилдәре. Кемгәлер операция яһалғас, әйтәйек, операция сестраһы тыныс ҡына өйөнә ҡайтып китә. Ә хирург әлеге сирлеһе хаҡында уйланыуҙан бер ҡасан да бушанмай. Ял көндәре лә килеп, ауырыуҙарының хәлен белешә ул. Шулай уҡ табип үҙ эшендә һәр төрлө ҡайғылы хәлдәрҙән дә гарантияланмаған, пациенттың үлем осраҡтары ла булыу, уның өсөн прокурор иптәштәр алдында яуап тотоу ихтималлығы бар. Мин етәкләгән бүлекте ундай бәлә-ҡаза ситләтеп үтте, әлхәмдүлилләһ. Әммә бәғзе пациентым бик ауыр хәлдә булған мәлдәр хәтеремдә. Ана шул саҡтарҙа, ысынлап та, әлеге медсестраларыма көнләшә инем.
…Отставкалағы хәрби кеше булараҡ, кесе лейтенанттан алып, юғары дәрәжәгә тиклемге офицерҙарҙың һәм, әлбиттә, ябай һалдаттың хеҙмәтенең, һис һүҙһеҙ, ауыр булыуы хаҡында ла өндәшмәй ҡалып булмаҫ. Айырыуса бөгөнгө көндә. Ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, фронттың алғы һыҙығында оборона тотоп ятҡан ир-аттарыбыҙ иңенә төшкән ауырлыҡтың еңелдән түгел икәнен аңлау кәрәк. Бәғзе берәүгә "бойороуҙан башҡаны белмәгән" офицерҙарҙың тормошо ифрат еңел һымаҡ булып тойолоуы ла бар. Әммә мин бының менән һис кенә лә килешмәҫ инем. Һәр бер командирҙың өҫтөнән мотлаҡ тағы ла командир була. Үҙенә бирелгән әмергә "Есть!" тип кенә яуаплап, уны һүҙһеҙ үтәргә бурыслы улар. Хәрбиҙәрҙең бойороҡто үтәү-үтәмәү хаҡында бәхәсләшергә хоҡуғы булмауы ғына үҙе ни тора! Бына шундай тормошто улар үҙҙәре һайлап алған бит инде.
Ә ябай һалдатҡа килгәндә, уларҙың ауыр хеҙмәтен күреп, гел генә йәлләй торғайным. Башҡа күп кенә өлкән офицерҙарҙың уларға "сынок" тип, атайҙарса мөнәсәбәт ҡылыуын да күрә инем. "Атайҙарса" тигәс тә, әлбиттә, бында "йыуаш атай" күҙ уңында тотолмағанын һәр кем аңлайҙыр. Хәрби хеҙмәттең "бал да май" түгеллеген үҙе шул "һурпаны татыған" һәр һалдат һәм офицер белә инде. Хеҙмәт иткән дәүеремдә йәш егеттәребеҙҙе үҙемдең балаларым һымаҡ күреп, йыш ҡына казармаларына барып, башҡаларҙан (өлкән һалдаттарҙың баш-баштаҡлығынан) яҡлашҡаным хаҡында һис кенә лә тартынмай әйтә алам. Яҡташ һалдаттарҙы өйөмә ҡунаҡҡа ла алып ҡайтҡылай торғайным. Ғәйәт ауыр бурыс йөкмәтелгән шул уландарыбыҙ хаҡында ла йыш ҡына яҙғылайым.
…"Яҙғылайым" тигәндән, матбуғат эшсәндәренең кәсебе, тағы бер нисә төр һөнәр тураһында һүҙ әйтмәһәм, ғәҙел булмаҫ. Һуңыраҡ ҡына булһа ла, үҙем ҡәләм тирбәтә башлағас, гәзит-журнал биттәренә һәр төрлө мәғлүмәттәр яҙып сығарыусыларҙың - журналистар эшенең нескәлектәренә төшөнә башланым. Дөрөҫлөктө яҙыу ҡайсаҡ еңелдән түгел, ә бәғзе осраҡта хатта хәүефле булыу ихтималлығын белдем. Яҙғаныңдың кемгәлер оҡшау-оҡшамыуы бар шул. Берәүҙең ҡаҙанышын маҡтап яҙыу күңелеңә хуш килә икән, икенсене тәнҡитләүе ифрат та ауыр. "Тура әйткән - туғанына ярамаҫ" тигәндәр бит.
"Йыуан ҡорһаҡ" сауҙагәрҙең эшен дә һис кенә еңел тип әйтмәҫ инем. Үҙем бер нисә йыл алыпһатарлыҡ менән булышып ҡарап та, ҡулымдан килмәне, башҡаса унда бөтөнләйгә яҡынламаҫҡа ҡарар иттем…
Йәнә бер бик мөһим һөнәрҙәрҙең береһе булған уҡытыусыны алып ҡарайыҡ. Был эштең ни тиклем ауыр икәнлеген дә аңлай белеү кәрәктер. Матур, үтекләнгән кейем кейеп, хушбуй һөртөп кенә йөрөгән мөғәллим-мөғәллимәләребеҙҙең эшен бала сағымда мин дә бик еңел генә кеүек күрә инем. Гел шат йөҙлө тойолған был ағай һәм апайҙарҙың үҙҙәренең ғаиләләре бөтөнләйгә юҡ һымаҡ тойола торғайны. Сөнки, ҡасан ҡарама, эш ваҡытынан тыш, уларҙың мәктәптә балалар менән ниндәйҙер булһа берәй сара йә өҫтәлмә дәрестәр үткәреп йөрөгәнен күрәһең. Төп вазифаһын үтәү менән бер рәттән, иңдәренә класс етәкселеге, тағы әллә күпме йөкләмә бирелеүе, "уҫал директор" тарафынан йыш ҡына әрләнеүҙәре хаҡында һуңғараҡ белгәс, уларҙы йәлләй ҙә башланым. Ошо яҡын кешеләремдең күптәре бөгөн был донъяла юҡ инде. Үҙенең берәй уҡыусыһының вузға инеп киткәнлеге йә башҡа ниндәйҙер уңышы хаҡында ишетеп, ысын күңелдән шатланышҡан шул ағай-апайҙарым әле булһа күҙ алдымда.
…Бәлки, бәғзе берәү хәҙрәттәр, йәғни дин әһелдәре башҡаларға ҡарағанда күпкә анһатыраҡ йәшәй тип уйлайҙыр? Эйе, "өйҙән-өйгә ҡунаҡ булып, бәлеш ашап йөрөүҙең ниндәй ауырлығы булһын", тип һанаусылар ҙа юҡ түгел. Әммә мин бындай фекер менән дә һис килешеп етмәйем. "Үлгәндәргә аят уҡып, сабыйҙарға исем ҡысҡырып, кеҫәгә саҙаҡа һалып алып ҡайтып китеү еңел бит ул", тигән һымағыраҡ һүҙҙәр имамдарҙың эш үҙенсәлеген бөтөнләйгә белмәүҙән килеп сыға. Бәлки, кемгәлер ярамһаҡланып, башҡаларға дин тарафынан бер ниндәй ҙә талаптар ҡуймаған, тап ана шулай рәхәт йәшәгән муллалар ҙа барҙыр, әммә мин ундайҙарҙы белмәйем. Ә дин әһелдәренә бер дәүерҙә лә еңел булмаған. Был хаҡта күп кенә уҡығаным, яҙғылағаным да бар. Имам хәҙрәттәрҙең иң төп бурысы - кешеләрҙе хаҡ юлға өндәү, Аллаһ Тәғәләнең берлеге, йәғни тәүхид хаҡында белем биреү, иман шарттарын, Ислам терәктәрен аңлатыу. Халҡыбыҙҙы дин ҡанундарын үтәүгә - изге юлға өндәгән принципиаль муллаларҙы ҡайһы берәүҙәр, ысынлап та, яратып етмәй шул, үкенескә.
Ғайса Хөсәйеновтың "Ризаитдин бин Фәхретдин" исемле тарихи китабын ғына алып ҡараһаҡ, остазыбыҙҙың шәкерттән алып мөфтөйгәсә үткән юлында ниндәй генә ҡаршылыҡтар булмаған. Берҙән, уға Аллаһ Тәғәлә тарафынан ҡушылған хаҡиҡәтте халыҡҡа еткерергә кәрәк булһа, икенсе яҡтан, шуның өсөн уны батша хөкүмәте, унан большевиктар власы ҡыҫырыҡлаған. Изге юлдағы был ғалимыбыҙға ҡурҡыу белмәҫ йөрәк, сабырлыҡ кәрәк булған. Һәр төрлө ялыусы, ошаҡсыларҙың аяҡ салыуына, полицайҙарҙың эҙәрлекләүенә ҡарамай, Раббыбыҙ алдында үҙ бурысын намыҫлы үтәгән был дин әһелен белеүселәр бик аҙ. Бөгөнгө көндә лә арыу-талыу белмәй, халҡыбыҙға динебеҙ нигеҙҙәрен өйрәтеүсе, яҡташтарыбыҙҙы хаҡ дингә әйҙәүсе имам-хәҙрәттәребеҙ бар. Был мөғәллимдәребеҙҙең изге эшенә Раббыбыҙ ярҙам бирһен!
…Ниһайәт, "юғары эшелондар"ыбыҙға ла күҙ һалып алыу кәрәктер. Башта әйтмешләй, батшаларҙың йәшәү рәүешен берәүҙәр ғәйәт еңел, башлыса, кәйеф-сафа ҡороп ғүмер итеүҙә күрһә, был да оло хата булыр. Беҙ бала саҡта, батша-байҙарҙың барыһын да яманлап, беҙҙең күҙ алдына ҡуйҙылар. Әммә борон-борондан уларға ла бер ҡасан да йәшәү рәхәт булмаған. Бөгөнгө көн күҙлегенән сығып ҡарап, өлкә, ҡала һәм төрлө район хакимиәте башлыҡтарының эше иң ауырылыр, тип уйлайым. Барыбыҙҙыҡына ҡарағанда ла. Телетапшырыуҙарҙа был етәкселәрҙең өҫтәл артында ултырғанын йә иһә берәй ойошмала уларҙы тантаналы ҡаршы алыуҙарын ғына күрәбеҙ. Әммә улар ҙа нәҡ беҙҙең һымаҡ әҙәм балаһы, һәр кемеһенең үҙ ғаиләһе бар икәнлеген онотмайыҡ. Етәкселәребеҙҙең һәр саҡ ҙур эске көсөргәнеш кисереп ғүмер итеүе хаҡында фекерләп алыу кәрәктер, минеңсә. "Иван Васильевич меняет профессию" тип аталған кинокомедиялағы батшаның "Вот говорят царь, царь… Думаешь, царям легко?.." тигән һүҙҙәре менән һәр кем таныштыр. Бөтә ил (ҡала, район), ундағы көн иткән халыҡ тормошо өсөн үҙенә яуаплылыҡ алған бындайҙар, ысынлап та, көслө рухлы, батыр йөрәкле кешеләр. Уларҙың хәленә лә инергә кәрәктер тип һанайым. Һәр ерҙә төрлө-төрлө иҡдисади һәм башҡа ҡытыршылыҡтар ҙа булып тора, шунһыҙ ҙа булмайҙыр, тормош бит. Ана шуларҙың барыһын да хәл итергә өлгөрөп барыусы бит улар. "Был түрәлек һиңә бирелгәндер, аҡылдарың камилға күрә…" тип тә йырлаған ата-бабаларыбыҙ. Ҡыҫҡаһы, һәммәбеҙ, башҡаларҙың эшен тикшермәй, үҙебеҙгә йөкмәтелгән эште урын еренә еткереп атҡарып өйрәнергә тейешбеҙ. Бәйғәмбәребеҙҙән с.ғ.с. "Аллаһ Тәғәлә һәр эште яҡшы итеп эшләүсене ярата" тигән мәғәнәле хәҙисте беләйек.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
оставкалағы хәрби табип.

"Киске Өфө" гәзите, №35, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.09.24 | Ҡаралған: 51

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru